“Йырһыҙ йәшәү мөмкин түгел”

31-10-2014, 03:00 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Шулай ти Роза менән Рәмил Үтәғоловтар. Әйткәндәй, уларҙы йыр-моң ҡауыштырған. Рәмил Ишбулды улы, күрше ауыл ҡыҙы Розаның матур йырлауын ишетеп, ғашиҡ була. Ә инде үҙе уйнаған баян көйөнә күбәләктәй өйөрөлөп бейегәнен дә күргәс, унһыҙ йәшәй алмаясағына төшөнә.


Ул саҡта шофер булып эшләгән егеткә күрше Басай ауылы юлын йыш үтергә тура килә, һәр саҡ күңеле менән ҡыҙҙың осрауын теләй. Ике йәш йөрәк араһында аҡ­рынлап ғүмерлек мөхәббәт уты ҡабына: уларҙың бергә йәшәүенә быйыл 37 йыл. Ике улға, ике ҡыҙға ғүмер биргән Үтәғоловтар — бөгөн бәхетле олатай һәм өләсәй.
Йыр-моңдо юлдаш итеп йәшәгән был татыу ғаилә – Күсей ауылында иң өлгөлөләр иҫәбендә. Йорт хужабикәһе гөлдәр үҫтерергә яратһа, Рәмил ағай — уңған баҡсасы. Иртә яҙҙан ул ултыртҡан ҡыяр-помидорҙар күкрәп сәскә ата, йәй башында ашауға өлгөрә. Урамда ҡырыҫ көҙ хакимлыҡ итһә лә, егәрле хужаларҙың теплицаһында йәшелсә һаман булһа өлгөрөүен дауам итә. Рәмил Ишбулды улының үҙ ҡулдары менән эшләгән беседкаһында кистәрен баяндан матур көйҙәр ағылһа, уға аҡрынлап хужа­бикәнең моңло тауышы ла ҡушыла. Һандуғастарҙы көнләштерерлек ауыл серенадаһы тотош урамға тарала.
Шуныһы ҡыуаныслы: ғаиләнең юлын дауам итеп, улдары Рушан сәнғәт юлын һайлаған. Сибай сәнғәт кол­лед­жының баян класын тамамлап, музыка факуль­те­тында юғары белем алған егет әле әрмелә хәрби бурысын үтәй. Ейәнсәрҙәре Гөлкәй ҙә өләсәй-ола­тай­ҙа­рының йырлауын бәләкәйҙән ишетеп үҫә, бөгөн ул Сибай ҡалаһының музыка мәк­тә­бендә вокал буйынса белем ала. Ке­йәү­ҙә­ре Салауат Исхаҡов та – оҫта баянсы, хатта үҙҙәренән генә баянсылар ансамблен ойошторорға була. Бына ошондай моң­ло ғаилә йәшәй йәмле Күсей ауылында.