Халыҡ ихлас алҡышланы Һүҙ ҙә юҡ, 2014 йыл мәҙәни сараларға үтә бай булды. Исемле йыл һәр йәһәттән үҙен аҡланы тип әйтергә тулы ерлек бар. Баш ҡалала ғына түгел, Өфөнән алыҫ төбәктәрҙә, хатта төпкөл ауылдарҙа ла яңы талант эйәләре асылды, йәшәйешкә йәм өҫтәп, матур кисәләр ойошторолдо.

Күптән түгел баш ҡала халҡына ғәжәйеп сағыу һәм үҙенсәлекле тамашаның шаһиты булырға тура килде. Уны ҡышҡы һил кис­тәрҙең береһендә Конгресс-хол бинаһында “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле бүләк итте. “Бүләк итте” тиеү һис тә буш һүҙ түгел: һәр тамашасы юғары кимәлдәге сәнғәт өлгөһө менән таныша алды. Фольклор коллективының Өфөнөң генә түгел, республиканың йөҙөк ҡашы тип юҡҡа аталмауына үҙҙәре күреп инанды. “Теләһәләр, беҙҙекеләр ҙә булдыра икән дә баһа, Мәскәү йәки сит ил “йондоҙҙары” ары торһон!” – тип ғорурланып, берҙәй тамаша ҡылды һәр милләт кешеһе.
Бейеү һәм хор төркөмө, оркестр һәм ха­лыҡ музыка ҡоралдары ансамблдәре бер­ләшкән коллективтың һәр сығышы көслө алҡыштар менән оҙатылды. Ғөмүмән, “Ми­раҫ” ансамбле тураһында һүҙ барғанда “репертуарҙарын киңәйтәләр” тип әйтеү генә аҙ, әлбиттә. Милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү менән бер рәттән, башҡа халыҡ­тарҙың классик бейеүҙәре һәм йыр-моң­да­ры менән дә таныштырып таң ҡал­ды­ралар. Мәҫәлән, “Забава” урыҫ халыҡ уйын ҡо­рал­дары ансамбле булһынмы, хор сығышымы – тамашасыға берҙәй дәрт-дарман өҫтәлә.
Концертҡа килеүселәрҙе тағы бер кү­ре­неш һоҡландырҙы – сәхнә бер минутҡа ла тын ҡалманы, буш торманы. Һәр сығыш бөтөн бер композиция хасил итте. “Ми­раҫ”­тар тәүге бүлекте киләһе йыл билдәләнәсәк оло ваҡиғаға – Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллы­ғына – арнаны. Ғөмүмән, матур-матур табыштары менән һоҡландырҙы ансамбль. Кон­церт өсөн бүленгән ваҡыт һә тигәнсә үтте. Шуға ла сағыу сығыштары менән онотолмаҫлыҡ ял бүләк иткән коллективты тамашасы, сәхнәнән оҙаҡ ебәрмәй, ҡулдары талғансы алҡышланы.