Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үткәнебеҙҙе саң ҡапламаһын
Үткәнебеҙҙе саң ҡапламаһын Мирза Муллағоловтың яңы хеҙмәте – этнографиябыҙ өсөн ҙур бүләк
Тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тигән ниндәйҙер аҡыл эйәһе. Ысынлап та, үткәнеңде белмәйенсә алға барырға тырышыу ҡараңғыла һәрмәнеүгә тиң.


Уҙған йыл аҙағында Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә тарихсы-этнограф Мирза Муллағоловтың “Башҡорт­тар­ҙың хужалыҡ итеүендә боронғо ысул­дар: традициялар һәм яңы күре­нештәр” тигән фәнни-популяр хеҙ­мәте донъя күрҙе. Автор унда халҡы­быҙҙың быуындан быуынға күсеп килгән туҡланыу һәм кәсеп итеү ысулдарын тикшерә, уларҙың ҡоролоҡ һәм ҡытлыҡ осоронда ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләй.
Мәҫәлән, 1921 – 1922 йылдарҙағы йот­лоҡ мәлендә, Бөйөк Ватан һуғышы дәүе­рен­дә һәм унан һуңғы ауыр осорҙа хал­ҡы­быҙҙың байтаҡ өлөшөн тап тәби­ғәтебеҙ ҡотҡара ла инде. Ашарға яраҡлы тамыраҙыҡ, емеш-еләк менән туҡ­ланыу, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү ул быуынды үлемдән аралап ҡалған. “Әммә һуңғы 50 – 60 йыл эсендә башҡорттарҙың көнитмеше тулыһынса тиерлек үҙгәрҙе: элеккебеҙ тураһында хәти­рәләр бик аҙ­ҙарҙың ғына иҫендә һаҡланып ҡалды. Ҡалала йәшәүселәр иһә уның тура­һында бөтөнләй белмәй тиерлек. Балыҡ­сылыҡ менән дә шул уҡ хәл: был кәсептең боронғо ысулдары тураһында яйлап онотоп бара­быҙ”, тип яҙыла китапта. Ысынлап та, ҡабат инер ишегеңде ҡаты япма тигән әйтем бар бит. Әгәр милләтебеҙҙе этнос булараҡ киләһе быуындарға һаҡ­лап ҡалырға теләһәк, традицион хужалыҡ итеү өлкәһендәге был үҙен­сәлектәрҙе иғтибар­ҙан ситтә ҡалдыра алмайбыҙ.
Китап өс бүлектән тора. Тәүгеһе ашарға яраҡлы үлән, тамыраҙыҡ һәм емеш-еләкте башҡаһынан айырыуға, уларҙы дөрөҫ итеп йыйыуға һәм ҡулланыуға арналһа, икенсе­һендә автор балыҡсылыҡ тармағын ентек­ләп тик­шерә. Мәҫәлән, ғалимдар араһында башҡорттарҙа балыҡсылыҡ булыуын ин­ҡар итеүселәр ҙә юҡ түгел, әммә Мирза Ғизет­дин улы был фекерҙе ҡәтғи кире ҡаға һәм аныҡ факттарҙа уның элек-электән булыуын раҫлай. Шулай уҡ бында балыҡ то­тоу­ҙың боронғо ысулдары, ҡулланмаларҙың бихисап төрө тураһында һүҙ алып барыла. Автор көнүҙәк мәсьә­ләләрҙе лә ситләтеп үтмәгән: мәҫәлән, Көньяҡ Уралда балыҡ кәмеүенең төп сәбәп­тәрен асыҡ­ларға ты­рышҡан.
Өсөнсө бүлектә хал­ҡыбыҙҙың ошо ғиле­ме­нең ҡоролоҡ һәм ас­лыҡ кеүек киҫкен шарт­тарҙағы әһәмиәте тура­һында һүҙ алып барыла. Мәҫәлән, афәт йылдарында кеше­ләр хатта йүкә, тал, ҡарама кеүек ағас­тар­ҙың ҡайырыһы менән туҡла­нып көн иткән. Был турала ла тарихсының хеҙ­мәтендә мәғ­­лүмәт етерлек.
Мирза Ғизетдин улы яҙыуынса, ата-ба­ба­быҙҙың тәбиғәт байлыҡтарына ҡарата мөнәсәбәте лә иғтибарға лайыҡ. Улар быуаттар дауамында был йәһәттән яҙыл­маған ҡағиҙәләргә һәм йолаларға таянып эш иткән: мәҫәлән, бер ҡасан да тәбиғәтте тәләфләүгә юл ҡуймағандар. Миҫал өсөн, оҫҡон йә талғыр йыуа кеүек ашарға яраҡлы үләндәрҙе йыйғанда ла, уларҙың тамырына зыян килтермәҫкә тырышҡандар. Емеш-еләккә барғанда ла ҡыуаҡлыҡтарҙы һынды­рыу бөтөнләй рөхсәт ителмәгән. Күсеп килгән башҡа ха­лыҡ­тарҙан айырмалы рәүештә, балыҡ та бер ашау өсөн генә тотолған, ә ауға эләккән ваҡ-сыуағы ҡабат һыуға ебәрел­гән. Былар барыһы ла тирә-яҡ мөхиттә тәбиғи баланс һаҡла­ныуына, тәби­ғәт менән кеше­нең гармонияла йәшәүенә булышлыҡ иткән.
Һуңғы йылдарҙа халҡы­быҙ­ҙың туҡланы­уы ҙур үҙгәрештәргә дусар ителде: мә­ҫәлән, яһалма өҫтәмәләр ҡушылған һәм генетик модификация­ланған аҙыҡ-тү­лектең өлөшө бермә-бер артты, уларҙың күбеһе сит ил­дәрҙән индерелә. Был, әлбиттә, халыҡтың сәләмәтлегенә кире йоғонто яһамай ҡал­май. Уға ҡаршы кө­рәштә тап ошо тәбиғәт­тең ифрат файҙалы байлыҡтары ярҙамға килә ала бит. Автор яҙыуынса, биологтар донъяла ашарға яраҡлы үҫем­лек­тең 80 мең­гә яҡын төрө барлығын асыҡлаған, шуның ни бары өс ме­ңе бөгөн аҙыҡ булараҡ ҡулланыла, ә 150-һе махсус үҫтерелә икән.
Башлыса төрлө йылдарҙа халыҡтан йы­йылған этнографик мәғлүмәттәргә таянып әҙерләнгән был баҫманың баһаһы шунда: тарихсы үткәнебеҙҙең әһәмиәте һис юғал­мағанлығын раҫлай. Әлбиттә, аслыҡтар һәм афәттәр халҡыбыҙға баш­ҡаса янама­һын, әммә урманда аҙаш­ҡандар тап үлән һәм емеш-еләк менән туҡланып иҫән ҡал­ған осраҡтар бөгөн дә бихисап. Тимәк, был турала һәр кеме­беҙгә белергә кәрәк. Та­рихсының яңы хеҙмәте шулай уҡ – мил­лә­тебеҙҙең үткәне аша уның асылын нығы­раҡ төшөнөүгә лә этәргес. Мәҫәлән, баш­ҡорт этнографияһын пропагандалауҙа баҫма­ның баһаһы ҙур. Ике мең дана тираж менән сыҡҡан китапты төҫлө фото һәм һүрәттәр биҙәй, был уҡыусыға нимә тура­һында һүҙ барғанын яҡшыраҡ төшөнөргә ярҙам итә.
Раил Кузеев исемендәге премияның тәүге лауреаты Мирза Муллағолов – әүҙем эшләүсе башҡорт тарихсыла­рының бе­реһе. Уны этнограф булараҡ Англия, Ирландия, Франция, Германия кеүек сит илдәрҙә лә беләләр. Та­рихсының “Башҡорт халыҡ транспорты”, “Башҡорттарҙа урман кәсебе”, “Башҡорт­тарҙа ыласын һунары” һәм башҡа хеҙмәт­тәре милләтебеҙҙең тарих төпкөлөн­дә ҡалып барған биттәрен асырға ярҙам итте. Яңы китап менән сит илдәрҙә лә ҡыҙыҡһынасаҡтарына ышаныс ҙур. “Баҫма­ны сығарыуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн “Ки­тап” нәшриәте директоры Илһам Йән­дәү­ләтовҡа айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Үткә­не­беҙҙең тарих төпкөлөндә юғалып ҡалыуына юл ҡуйырға ярамай, ул киләсәк быуындарға ла барып етергә тейеш”, – ти автор.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Билдәле балеринаға арнала

Билдәле балеринаға арнала 24.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

25 сентябрҙә Шәһит Хоҙайбирҙиндың Өфөләге йорт-музейында билдәле балерина, профессор Тамара Шәһит...

Тотош уҡырға 22

“Сулпан”да – премьера

“Сулпан”да – премьера 24.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сибай ҡалаһының «Сулпан» балалар театры Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса...

Тотош уҡырға 27

Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ

Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ 23.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

21-23 сентябрҙә Өфөлә III Евразия гуманитар форумы үтте. Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт...

Тотош уҡырға 59

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Силәбелә Ғаилә йылына арналған китап күргәҙмә-сауҙаһын ойоштора
Еңеүсе – Испания ҡыҙы

Еңеүсе – Испания ҡыҙы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсында еңеүсене иғлан иттеләр. Баһалама...

Тотош уҡырға 51

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә?

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә? 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тормошобоҙҙа белем туплау юлдары бихисап. Шуларҙың береһе – гәзит һәм журналдар. Мәғлүм ки, әле...

Тотош уҡырға 67

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үлмәҫбай, Василий Теркин... Бөйөк Ватан һуғышы осороноң ҡабатланмаҫ ике геройы. Мостай Кәрим менән...

Тотош уҡырға 49

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Танылған журналист Нияз Сәлимов тураһында шулай тип әйтһәм, һис тә хата булмаҫ. Исеме бөтә...

Тотош уҡырға 58

Уң ҡулында булыр ҡурайы

Уң ҡулында булыр ҡурайы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Милли музыка ҡоралының данын арттырыр ир-азаматтарыбыҙ бар. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың...

Тотош уҡырға 41

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек ҡыҙыу бара Конгресс-холда фольклор фестивалдәре һәм традицион...

Тотош уҡырға 58

Бейей-бейей... юбилейға!

Бейей-бейей... юбилейға! 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына ниндәй генә ярыштар ойошторолмай беҙҙә! Шуларҙың иң ҡыҙыҡлыһы һәм...

Тотош уҡырға 66

Көнсығыш моңдары яңғыраны

Көнсығыш моңдары яңғыраны 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Азия халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале уҙҙы. Алтын көҙҙө алтын нурҙарына ҡойондорған...

Тотош уҡырға 64