Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Бейеү аша донъяны асыу Бына инде апаруҡ ваҡыт ҙур ҡыҙыҡһыныу менән бер бейеүсенең сығышын күҙәтеп барам. Һәр бер хәрәкәте, һәр ишараһы үҙ. Ул сәхнәгә сыҡҡанда бар тирә-яҡ йәнләнеп, тоҡанып киткәндәй тойола. “Башҡорт йөрәге”, “Байыҡ” кеүек фестивалдәрҙә лә тамашасы һөйөүен яуланы. Ниһайәт, уның менән яҡындан танышырға форсат сыҡты. Нефтекама филармонияһының “Түңгәүер” бейеү ансамбле етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ноғоманов хаҡында һүҙем. Башҡорт, татар, урыҫ, мари, сиған бейеүҙәрен нисек оҫта башҡара ул! Риф Ғәбитовтың “Еҙ үксә”, “Көтөүсе” әҫәрҙәре тап уның өсөн генә һалынған төҫлө. Бейеү сәнғәтенең таланты менән әңгәмәбеҙ ҙә һайлаған юлы хаҡында һөйләшеүҙән башланды.


– Тәүге тапҡыр ҡасан сәхнәгә сыҡтың, Юнир?
– Аныҡ ҡына әйтә лә алмайым, сөнки үҙемде белә башлағанда бейей инем инде. Шунан бер мәл башҡорт теле уҡытыусыһы Наза Хәлим ҡыҙы Сәғит­динова, әйҙә, “Ҡарабай”ҙы бейе әле, тип минең эсемдәге ялҡынды тышҡа сыға­рырға ирек бирҙе. Алты йәш тирәһе бул­ғандыр ул саҡ. Элегерәк халыҡ бик дәртле ине бит. Сығышым менән мин Архангел районының Ҡыҙғы ауылынан. Күрше Уҫаҡлыға концерт ҡуйырға “ДТ” тракторына ултырып баралар. Әсәйем Әлфирә Усман ҡыҙы Ноғоманова йырлай, атайым Ғаяз Сәмсетдин улы сығыштарҙы иғлан итә, мин бейейем. Мәктәпкә лә шунда йөрөп уҡыныҡ, бик күңелле йылдар булған тип хәтерләйем ул мәлдәрҙе. Шунан бер көндө әсәй, Өфөнән килгәндәр, хореография училищеһына балалар һайлайҙар икән, ти. Йөрәгем дарҫлап тибә башланы, һиҙеп торам, был минең юлым асылыр мәл.
Имтихандарҙы тапшырып, бейеп күрһәтеп, уҡырға инеп тә киттем. Тик... уҡый ғына башлағайныҡ, бына һағындыра бит! Ҡайтҡы килә, тәүге йылдары иланым, әсәйемдең ҡеүәтләүе лә ярҙам иткәндер, тим, сөнки уҡыуҙы таш­лап ҡайт­ҡан бул­һам, бө­гөн бик үке­нер инем. Хәйҙәр ағайым хә­лем­де белешеп йөрөнө, тәм­лекәстәр алып килә күстә­нәскә, шулай алданып, бейергә өй­рә­нәм тип, торараҡ ва­ҡыттың үткәне лә һиҙелмәй башланы. 1998 йылда училищены тамамлап, яҙ­мышымды бейеү ме­нән бәйләнем.
– Нимә ул һинең өсөн бейеү?
– Бейеү – минең өсөн барыһы ла. Бейеү – ул мин үҙем! Донъяға ҡарашым, башҡаларға бейеү сәнғәте аша үҙем­дең йәшәү форму­лаһын тәҡдим ите­үем! Әйт­кәндәй, әрмелә лә Мәскәү өлкәһенең Одинцово ҡалаһындағы “Ҡыҙыл йондоҙ” йыр һәм бейеү ансамбленә эләктем. Бейеү буйынса тәүге уҡытыусым Владимир Шапкиндың техника, бейеү йөкмәткеһе тураһында әйткән кәңәштәре унда үҙ йөҙөмдө табырға ярҙам итте.
Бейеүҙә халыҡсанлыҡ, профессиональ кимәл дә юғары, техника ла яҡшы булырға тейеш. Йәнә лә шуныһы бар: тарихын белмәй тороп, бейеүҙе башҡарыу сәнғәт әҫәренең арҡа һөйәген һындырыуға тиң. Йәне булмай ундай сығыштың. Аңламаған, тоймаған, бел­мәгән нәмә хаҡында һөйләп буламы? Юҡ, әлбиттә! Башҡарыласаҡ һәр әҫәрҙе ентекләп өйрәнәм, сөнки бейеү аша тамашасы күңеленә һалынаһы фекерем аныҡ һәм балҡышлы булырға тейеш.
– Нефтекамаға нисек барып сыҡтың?
– Р. Нуриев исемендәге хореография училищеһы директоры элегерәк Әхәт ағай Фәсхетдинов ине. Шунан ул Нефтекама филармонияһына эшкә күсте. Бер мәл күрешкәндә, бейеү ансамбле асыласаҡ, тине һәм эшкә саҡырҙы. Училищела бергә уҡыған егеттәр Данил Вавилов, Ренат Хәсәнов һәм мин шулай итеп күстек тә киттек. 1998 йылда Рифҡәт ағай Саттаров унда “Түңгәүер” бейеү ансамблен ойошторғайны. 2010 йылдан коллек­тивҡа етәкселек итә башланым. Хәҙер Нефтекамаға шул тиклем өйрәнгәнмен, атай менән әсәй ҙә юлға туҙан төшөргәне юҡ. Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалында уҡып йөрөгәндә Рузиләмде осраттым. Улыбыҙ Ислам да ошонда тыуҙы. Күңелем менән бик эҫендем мин был ҡалаға. Эшемдә таяныс һәм ышаныс тоям. “Түңгәүер”ҙән тыш, башҡа ансамблдәрҙә лә йәштәргә бейеү өйрәтәм.
Ғаиләңдә аңлап торһалар, эшеңде күңелеңде биреп башҡарырға була. Атайым менән әсәйем дә һәр саҡ ҡеүәтләп, юлға сыҡһаң, гастролдәрҙә булһаң, ғаиләмә терәк булып торалар. Әйткәндәй, улар Рәсәй Федера­цияһында Ғаилә йылының ойоштороу комитеты тарафынан “Үҙ-ара мөхәббәт һәм ышаныс нигеҙендә ҡо­рол­ған ғаилә ҡиммәттәренең ныҡлығы өсөн” маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Атай-әсәйемдең үҙ-ара мөнәсәбәте – минең өсөн өлгө! Бер-береһенә булған тойғоларын һаҡлай белгәнгә рәхмәт!
– Бейемәйенсә йәшәй алыр инеңме?
– Юҡтыр ул! Аллам һаҡлаһын! Алда әйткәнемсә, бейеү – минең өсөн сәнғәт төрө генә түгел, ә үҙемде эҙләү, табыу юлы. Һөнәремде бик яратам, шуға күрә был өлкәлә камиллашыу өҫтөндә эшләйем, илке-һалҡы мөнәсәбәт күрһәткәнем юҡ бейеүҙәргә! Атлап киткәнсе бейей инең инде, тигәйне бер бабайым миңә. Шуға күрә һуңғы һулышымаса унан айырылмаҫ инем. Барлыҡ уҡытыусыларыма рәхмәт – улар һайлаған юлым дөрөҫ булыуына ышандыра алды, ижади яҡтан үҫтерҙе, өмөт ҡанаттарын ҡуйҙы. Пенсияға киткәс тә балалар менән шөғөлләнеп, бейеү сәнғәтенә йәш быуынды йәлеп итеүгә көс һалыр инем!

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Билдәле балеринаға арнала

Билдәле балеринаға арнала 24.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

25 сентябрҙә Шәһит Хоҙайбирҙиндың Өфөләге йорт-музейында билдәле балерина, профессор Тамара Шәһит...

Тотош уҡырға 21

“Сулпан”да – премьера

“Сулпан”да – премьера 24.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сибай ҡалаһының «Сулпан» балалар театры Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса...

Тотош уҡырға 27

Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ

Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ 23.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

21-23 сентябрҙә Өфөлә III Евразия гуманитар форумы үтте. Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт...

Тотош уҡырға 59

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Силәбелә Ғаилә йылына арналған китап күргәҙмә-сауҙаһын ойоштора
Еңеүсе – Испания ҡыҙы

Еңеүсе – Испания ҡыҙы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсында еңеүсене иғлан иттеләр. Баһалама...

Тотош уҡырға 50

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә?

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә? 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тормошобоҙҙа белем туплау юлдары бихисап. Шуларҙың береһе – гәзит һәм журналдар. Мәғлүм ки, әле...

Тотош уҡырға 67

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үлмәҫбай, Василий Теркин... Бөйөк Ватан һуғышы осороноң ҡабатланмаҫ ике геройы. Мостай Кәрим менән...

Тотош уҡырға 49

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Танылған журналист Нияз Сәлимов тураһында шулай тип әйтһәм, һис тә хата булмаҫ. Исеме бөтә...

Тотош уҡырға 58

Уң ҡулында булыр ҡурайы

Уң ҡулында булыр ҡурайы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Милли музыка ҡоралының данын арттырыр ир-азаматтарыбыҙ бар. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың...

Тотош уҡырға 41

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек ҡыҙыу бара Конгресс-холда фольклор фестивалдәре һәм традицион...

Тотош уҡырға 58

Бейей-бейей... юбилейға!

Бейей-бейей... юбилейға! 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына ниндәй генә ярыштар ойошторолмай беҙҙә! Шуларҙың иң ҡыҙыҡлыһы һәм...

Тотош уҡырға 66

Көнсығыш моңдары яңғыраны

Көнсығыш моңдары яңғыраны 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Азия халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале уҙҙы. Алтын көҙҙө алтын нурҙарына ҡойондорған...

Тотош уҡырға 64