Яңғыҙлыҡ Нургөл Хәмзина 1996 йылда Әбйәлил районының Амангилде ауылында тыуған. Әле Сибайҙа уҡып йөрөй. Уның яҙмаларына икһеҙ-сикһеҙ Интернет даръяһында тап булдыҡ. Ҡыҙ тапалған юлдан атларға тырышмаған кеүек тойолдо. Даими рәүештә “Бәйләнештә” социаль селтәренә ҡуйылған шиғырҙары араһынан бер нисәүһен гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ.

Яңғыҙлыҡ

Минең көткән кешем дә юҡ,
Барып килер ерем дә юҡ.
Эсемдәге тик тышымда –
Саф күңелдә керем дә юҡ.

Тирә-яҡта – гел таныштар,
Әммә яҡын дуҫым да юҡ.
Хатта бер тин аҡсам да юҡ,
Алым да юҡ, ҡушым да юҡ.

Минең яҙып-hыҙғанымды
Уҡып ҡарар кеше лә юҡ.
Булғандары мине күрмәй,
Миндә хатта эше лә юҡ.
Донъя бары төшмө икән,
Әллә унда үҙем дә юҡ...

Бәхетлеhең

Бәхетлеhең hин башҡалар менән:
Юғалтмасы шуны, бер тапҡас!
Ҡырау төшөрмәҫкә тырыш хискә,
Күңел сәскәләре бер атҡас.
Тик шул саҡта иҫкә төшөр мине –
Йәйге елдәр тәҙрә ҡаҡҡанда,
Мөлдөрәмә тулышып һәр бер яҙ
Умырзая сәскә атҡанда.

* * *
Нимәлер етмәгән һымаҡ,
Йәшәйем кеүек яңылыш.
Мине hәр саҡ был тормошта
Этеп төрткөләй яҙмыш.

Уйҙарымда күкте айҡап,
Түбәндә ҡалғанмындыр...
Үрелеп алыр бәхетте
Эйелеп алғанмындыр...