Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Беҙҙең заман моңдары Поэма
I
Илфаҡ,
Һинең үҙәк өҙгөс моңоң
Үҙәгемде өҙә бөгөн дә.
Һинең тауышыңды
Бер мин түгел.
Юҡһыналыр ерем, күгем дә.

Был илаһи тауыш
Ерҙән-күктән
Бирелгәйне һиңә, Йыһандан.
Һинең тауышыңды
алмаштырмаҫ
Ун тауышты бергә йыйһаң да.

Тәбиғәттән бирелгәйне ул моң,
Әмереләй булып Хоҙайҙың.
Хәҙер инде һағыш менән тулы
Айҙар, йылдар тағы оҙайҙы.

Һинең моңоң
Мәңгелек сер миңә,
Сере булды тотош быуындың.
Гүйә, тәме, йәме булды һәр саҡ
Һулар һауам, эсер һыуымдың.

Ғорурлығы булдың
быуынымдың,
Бар аһтары
Булдың замандың.
Һине бер тыңлауҙан иҫтәр китте,
Һушын алдың яҡшы, ямандың.

Ташҡын һымаҡ көслө тауышыңа
Бер ваҡыт та
Кәртә ҡуя алмаҫ.
Ә быуыным һине һағынып та,
Һине тыңлап мәңге туя алмаҫ.

Башҡа бер кемгә лә оҡшамаған
Һинең тауыш,
Һинең баритон.
Нисек итеп яҙмыш тауышыңа
Биргән заманымдың бар утын.
Заман утын,
Барлыҡ ялҡындарын
Бер күңелгә тотош һыйҙырҙы.
Донъя үҙе ауыҙ асып торҙо,
Тыңлағанда һинең һәр йырҙы.

Беҙҙең заман
Хәтәр заман булды —
Бөтәһе лә булды етерлек.
Күрмәгәнде күрһәтте ул беҙгә,
Уйлап торһаң — иҫең китерлек.

Иң ҡурҡыныс һуғыш —
Шул заманда.
Һуғыш еле өткән бала саҡ.
Үҙәк өҙгөс аслыҡ, яланғаслыҡ
Йән әрнетеп мәңге ҡаласаҡ.

Утта сыныҡтырып батырҙарын
Ошо заман шулай тыуҙырҙы.
Атай-олатайҙар яуҙа ҡалғас,
Инде улар юлын ҡыуҙырҙы.

Олатайҙар юлын тотоу менән
Баҙыҡланды йырҙың тондары.
Башҡа моңдан
Айырылып тора
Беҙҙең утлы заман моңдары.

II

Кем бар Илфаҡ Смаковты
Ишетмәгән, тыңламаған,
Еҙ ҡыңғырау моңо булып,
Күңелендә сыңламаған?..

Илфаҡ дуҫым, һин килгәндә
Беҙгә күпме кеше тулды.
Ятаҡтағы бүлмә беҙгә
Ҙур театр ише булды.

Беҙҙең быуын ғорурлығы,
Һин бит йөрәк ярабыҙ ҙа.
Һинең йырың яңғыраһа,
Тоям һәр саҡ арабыҙҙа.

Һин — арала, һин — йөрәктә,
Күңелендә һин меңдәрҙең.
Бөгөн дә бит күҙ йәштәрен
Сығармайһың һин кемдәрҙең.

Әлдә әле хәтер тере —
Уйлап-уйлап йыуанырға.
Онотмаҫлыҡ кешеләр бар,
Хәтерҙәр бар ҡыуанырға.

Һинең моңоң һеңгән заман
Түгел бөгөн танырлыҡ та.
Шәм яҡтыртып эҙләһәң дә,
Мөмкин түгел табырлыҡ та.
Заман менән кешеләр ҙә,
Ныҡ үҙгәрҙе дуҫлыҡтар ҙа.
Һәм көндән-көн арта бара
Күңелдәге бушлыҡтар ҙа.

Һин ятаҡҡа килгән саҡта,
Килгәнеңдә беҙгә, Илфаҡ,
Һин үҙең дә йоҡламаның,
Йоҡламаны тотош филфак.

Инәлтмәнең, йырланың һин,
Йоҡо ҡасты бар ятаҡтан.
Коридорҙар тулып китте,
Ағылдылар барлыҡ яҡтан.

Һинең тауыш һыймайынса
Бар тәҙрәләр зыңлап торҙо,
Тын да алмай өнһөҙ ҡалып,
Гүйә, донъя тыңлап торҙо.

Беҙ ниңәлер аҙ һөйләндек
Ҡатын-ҡыҙ һәм көн хаҡында.
Сәмле бәхәс ҡыҙған саҡта,
Оноттоҡ беҙ төн хаҡында.

Йыш-йыш ҡына йыр тигәндә
Сәкәләшеп китә инек.
Икебеҙ ҙә хаҡлы саҡта,
Бәхәс кеше итә, тинек.

Ҡыйланыуҙы енең һөймәй,
Сығырыңдан-сыға инең.
Кем булмаһын, үрә тороп,
Хаҡ һүҙ менән йыға инең.

Тура барҙың моң илендә,
Булғанда ла донъя ауыш.
Юл күрһәтте тәрән моңоң,
Хоҙай биргән зәһәр тауыш.

Бөгөн дә бит сәхнәләр күп,
Йырлаусы күп, иҫәбе юҡ.
Тик уларҙың шау-шоуында
Һинең моңдоң киҫәге юҡ.

Ысын башҡорт йырсылары —
Ян Лира ла, Эльвин Грей,
Йә Парижмы, йә Бүреме...
Тағы кемдер булып йөрөй.

Ә һин мәңге Илфаҡ булып,
Тик Смаков булып ҡалдың.
Башҡорт аты, заты менән
Моңға тере һәйкәл һалдың.

Әллә кемдәр торған булды
Йыр-моң тигән ил һағында.
Ауыҙ асып ҡалды донъя
Һаҡлай алмай Илфағын да.

Һағыныусы, юҡһыныусы
Йылдың-йылы арта хәҙер.
Ниңә беҙҙә мәңге шулай,
Тик юғалтҡас арта ҡәҙер?!

III

Нисә ҡабат һин саҡырған инең
Саҡмағошҡа,
Шунан Рапатҡа.
Әллә нишләп тура килмәне шул,
Күпме-күпме юлдар тапап та.

Был донъялар
Үкенестән тора,
Үкенескә ҡала бөтәһе.
Үкенесле — артта тороп ҡалған,
Үкенесле — алда көтәһе.

Саҡмағошҡа
Әле яңғыҙ килдем,
Һағышымды бер аҙ баҫырға.
Яҡташтарың ихлас ҡаршыланы,
Әҙерләнеп ҡаҙан аҫырға.

Көтөп тороп,
Асыҡ ҡаршы алды
Риф Йосопов — район
башлығы.
Фән докторы үҙе, ер кешеһе,
Шуға микән уңа ашлығы.

Ашлыҡ һәм мал ғына түгел бөгөн
Халыҡ тормошоноң кимәле.
Урамдағы
Кешеләрҙе күреп,
Ҡалаң ары торһон, тим, әле.

Саҡмағоштар
Белә-белгәнемдән
Яҡшы яҡтан ғына данлана.
Бында тыуған кеше насар
булмаҫ,
Улар һәр өлкәлә һанлана.

Саҡматаштай
Һүҙе сатнап торһон,
Кәпәренеп күкрәк һуҡмайҙар.
Улар еңел юлды һайламайҙар.
Ауырлыҡтан һис тә ҡурҡмайҙар.

Бәрәкәтле тупраҡ,
Шифалы ер
Күп тыуҙырған елле егеттәр.
Улар шундай ерҙә берҙән-
берҙәр,
Башҡа яҡта тыумаҫ кеүектәр.
Рәхмәт, илһамлы ер,
Илфаҡлы ер,
Алдарыңа килеп табынам.
Әллә ниндәй хыялдарға батып,
Берсә һүнеп, берсә ҡабынам.

Һуғыш уты
Ҡабындыра йәнде,
Табындыра өмөт ялҡыны.
Мин килеүгә
Фаил Ишморатов —
Бында хакимиәт түрәһе.
Һинең ҡорҙаштарҙы йыйып
торған,
Минең уйҙы белгән, күрәһең.

Улар ихлас,
Әҙерләнеп килгән,
Яһанышып, матур кейенеп.
Хәтирәләр менән бүлештеләр,
Бер борсолоп, берсә һөйөнөп.
Улар тәүҙә
Зыяратҡа барып
Күрһәттеләр һинең ҡәберҙе.
Йән дуҫтарың йөрөттөләр
шулай,
Алдан уйлап бөтә әйберҙе.

Оҙаҡ ҡарап торҙоҡ
Тирә-йүнгә,
Ҡыҙылтауҙың менеп һыртына.
Һинең исемеңде халыҡ ҡушҡан
Ауыл мәҙәниәт йортона.

Һинең иң ҙур сәхнәң —
Тауға менеп,
Ҡыҙылтауға менеп ашҡынып,
Йырлағанһың, бар ғаләмгә
төбәп,
Урғылғанда моңоң ташҡыны.
Донъя күңеленә,
Ошо ергә
Моңоң китмәҫ өсөн һарылған.
Урал тауҙарына, бар тарафҡа
Ошо тауҙан юлдар ярылған.

Ләкин уҙыр юлдар
Бик шыма ла,
Артыҡ тура булып бөтмәне.
Сәхнәләрҙе еңел яулаһаң да,
Еңел генә тормош көтмәне.

Был донъяла
Һәр саҡ көнсөлдәр күп,
Урап үтмәнеләр һине лә.
Үтә тура яра, үтә эре,
Беҙҙе һанға һуҡмай, тинеләр.

Әллә ҡасан
Лайыҡ исемде лә
Һиңә артыҡ һуңлап бирҙеләр.
Сәхнә турғайҙары бөркөт булып,
Уртаҡулдар күкрәк кирҙеләр.

Ә һин исемдәргә ынтылманың,
Ҡыҙыҡманың
Артыҡ данға ла,
Ялағайҙар битең ялаһа ла,
Һуғып бөтөрмәнең һанға ла.

Һиңә ысын
Талант ҡына — талант,
Яҡын ине ысын көйөү ҙә.
Ысын һөйөү генә һөйөү ине,
Ситен булды арзан һөйөүҙәр.

Үлеп һөйөү
Булды Саҡмағошҡа,
Ысын һөйөү — тыуған Рапатҡа.
Быға тиклем юлым төшмәгәйне,
Ерҙә күпме юлдар тапап та.

Инде килеп,
Иҫем китеп ҡайтам,
Сәбәп табып тағы килергә.
Һинең моң тамырын,
моң ҡеүәһен
Тағы ныҡлабыраҡ белергә.

IV

Һәр таланттың
Дөрләү ялҡынының
Сығанағы һөйөү булғаны —
Кеше яралғандан билдәле
бит —
Һәләт уты һөйөү булғаны.

Шулай булған икән бик борондан
Шулай ҡала
Бына бөгөн дә.
Ул алда ла ана шулай барыр,
Еңеләйтеп тартҡан йөгөн дә.

Ерҙә талант йөгө еңел түгел,
Еңел түгел
Уның юлы ла.
Ҙур талантҡа ҙур таяныс кәрәк,
Ул таланттың аллаһы ла,
ҡоло ла.
Мөхәббәтле көндәр,
Айҙар үтте,
Ниндәй генә таңдар атманы.
Һин һөйөүҙең ҡаҙанында
ҡайнап,
Даръяһында саҡ-саҡ батманың.

Сәхнә бөркөтөнөң
Эргәһендә
Өйөрөлдө дәртле күп ҡоштар.
Көтә ине һине һалҡын йәйҙәр,
Көтә ине һине күп ҡыштар.

Һинең башың
Тамам әйләнгәндә
Кәрәк ине тиҙ үк ҡотҡарыу.
Көнсөлдәрең ҡыуанышып торҙо,
Дуҫтар торҙо осоп ҡоттары.

Ҡотҡарыуҙың
Ҡуласаһы бар бит —
Ысын мөхәббәтең табылды.
Тауышың да яңы һулыш алды,
Ваҡ-төйәккә юлдар ябылды.

Ул Стәрле
Яҡтарында тыуған
Булды Ғәҙелшина Асия!
Ике йырсы юлда тап була ла —
Өр-яңынан донъя асыла.

Әйтерһең дә,
Бер-береһен тапмай,
Йөрөгәндәр оҙаҡ аҙашып.
Түбәләре күккә олғашҡандыр,
Тапҡан саҡта йөрәк аҙашын.

Асия ла Смакова булды,
Ике донъя шулай бер булды.
Күптәр өсөн
Оло йомаҡ булды,
Күптәр өсөн оло сер булды.

Сәхнәгә лә
Күп ҡат икәү сыҡты,
Бер-беренә ныҡлы тотоноп.
Эстраданың танһыҡ йөҙө булып,
Йәне булып сәхнә ҡотоноң.
Мең-мең тамашасы
Көтөп алды
Илфаҡ булған һәр бер сараны.
Йырсы үҙе быны тәрән аңлап,
Һәр йырына етди ҡараны.

Еңел-елпе
Йырҙар йырламаны,
Буш һүҙҙәрҙе елгә осороп.
Ул замандар сәхнә тормошонда
Булып ҡалды Илфаҡ осоро.

Алтмыш дүрттә әле, БДУ-нан
мин дә
Фестивалдә
Булдым Баҡыла.
Шунда Мөслим Магомаев менән
Беҙҙең өҫтәл бергә тап була.

Ул Мөслимдең
Балҡып сыҡҡан сағы,
Сығып килгән сағы ғаләмгә.
Танышҡанда ул аптырап ҡалды
Башҡортсалап биргән сәләмгә.

“Беҙҙә һинең һымаҡ
Йырсы бар!” — тип
Хәбәр һалдым шунда мин уға.
Әле булһа шикләнмәйем
мин быға,
Инанғанмын мәңге мин шуға.

Магомаев менән Смаковты
Бер иш күрәм
Әле һаман да.
Һүнмәҫ утлы ҙур йырсылар
тыуҙы
Беҙҙең шулай утлы заманда!

Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты
2015 йыл, ғинуар.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Сулпан”да — “Ҡәнифә юлы”

“Сулпан”да — “Ҡәнифә юлы” 10.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театрында күренекле драматург Сәрүәр Суринаның...

Тотош уҡырға 26

Таланттар байрамы!

Таланттар байрамы! 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостанда йәш таланттарға иғтибар көслө, Хөкүмәт кимәлендә бүләкләү йыш ойошторола....

Тотош уҡырға 54

Һүрәттәрҙә - ҡала яҙмышы

Һүрәттәрҙә - ҡала яҙмышы 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сибай тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында Нияз Мирхәйҙәровтың шәхси фотокүргәҙмәһе асылды. Ул оҙаҡ...

Тотош уҡырға 44

Әлфинә Ҡытайҙа көс һынай

Әлфинә Ҡытайҙа көс һынай 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Һылыуҡай– 2018” республика матурлыҡ бәйгеһе еңеүсеһе Әлфинә Кашапова Башҡортостан данын Ҡытайҙа...

Тотош уҡырға 53

“Масторавань морот” Бишбүләктә

“Масторавань морот” Бишбүләктә 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Район мәҙәниәт йорто майҙанында шау-гөр килеп барған күңелле сара бик үҙенсәлекле, иҫтә ҡалырлыҡ...

Тотош уҡырға 30

Кимәл дә, кәйеф тә күтәрелә

Кимәл дә, кәйеф тә күтәрелә 08.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бәләбәй ере йәнә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән профессиональ ансамблдәрҙе һәм халыҡ...

Тотош уҡырға 42

"Бергә йәшәйек"

"Бергә йәшәйек" 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бай икәнеңде белгең килһә, күсенеп ҡара, тип белмәй әйтмәгәндәр икән! Йә, әллә нимә лә юҡ һымаҡ,...

Тотош уҡырға 107

“Театр – ул сәнғәт һарайы!”

“Театр – ул сәнғәт һарайы!” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йоҡомһораған аҡыл һәм йөрәкте ҡуҙғытып ебәреүсе тылсымға эйә ул......

Тотош уҡырға 64

Сәхнәлә –  “Тере тупраҡ”

Сәхнәлә – “Тере тупраҡ” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ул тарихыбыҙға алып ҡайтыр. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында...

Тотош уҡырға 98

Әҙәбиәт уҡыусынан алда барһын

Әҙәбиәт уҡыусынан алда барһын 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ул кешегә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итһен. Күренекле яҙыусы һәм журналист Гөлшат Әхмәтҡужинаның...

Тотош уҡырға 54

“Башҡортостан илгә йөҙ йәш, тиме?..”

“Башҡортостан илгә йөҙ йәш, тиме?..” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Минең данлы Башҡортостаным!” поэмалар конкурсына килгән әҫәрҙәргә күҙәтеү....

Тотош уҡырға 95

Театрға өр-яңы спектаклгә килегеҙ!

Театрға өр-яңы спектаклгә килегеҙ! 05.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҙур премьера көтөлә –...

Тотош уҡырға 89