Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һүҙ тылсымы Эссе
Ырыҫйән уҙаман, баҡсаһындағы урындыҡҡа ерҙең эйәһеләй йәй­рәп ултырып, йәнә уйға ҡалды. Исеме есеменә тап килеп, ырыҫ­лы, бәхетле йән булды ул. Күп йәшәне, күпте күрҙе, кисерҙе, белде. Йәшәүҙең асылын, мәғәнә­һен тәрәнерәк төшөнөргә тырышты, аҡыл өсөн ҡарттарҙың ҡарһүҙен тыңланы, уҡымаған китабы ҡалманы, балаларға белем өләште. Һәр йәһәттән һәләтле ине. Йыйындарҙа халыҡ йырҙа­рын йырланы, ҡурайҙа уйнаны, ҡобайырҙар һөйләне, алғыштар әйтте, ҡәрҙәштәренең күңелен асты, дәртһеҙҙе дәртләндерҙе, моңһоҙҙо моңландырҙы. Аллаға шөкөр, уландары ла өҙҙөрөп ҡурай тарта, белем тигән йән­шишмәнән ғилем һыуын эсә. Ырыҫйән хикмәтле һүҙ, тылсымлы йыр-моң менән фани донъяның серҙәрен сағыуыраҡ, баҙығыраҡ төшөндө. Әммә, шағир әйтмешләй, “Ғүмер ҡыҫҡа... Донъя шундай матур, артҡан һайын арта ҡәҙере. Барыһын да биреп ҡалыр кәрәк, алмаҫ элек мине ҡәберем. Тоям инде, ул көн килеп етер”. Ҡан­бабалар, атай-олатайҙар янына юлға сығырға ла ваҡыт күп ҡалмайҙыр...

Им дә, ағыу ҙа

Хозур шәғбан айының йома кисе ине. Ырыҫ­йән уҙаман сөңкәләргә ҡымыҙ ҡойоп, йәйге ялға ҡайтҡан улдарын әңгәмәгә әй­ҙәне.
– Һәр ата-инә балаларына ғүмере буйы кәңәш бирә, һуңынан аманат ҡалдыра. Минең алтын мираҫым иһә – аҡыл, рух, һүҙ ҡөҙрәте. Һеҙ байтағына эйәһегеҙ ҙә инде. Әммә минең тормош, ғүмер тураһында уй­ҙарым, уртаҡла­шыр фекерҙәрем, әйтер һүҙҙәрем һис тә бөтмәгән әле. Алғыһап тор­ған толпар һымаҡ тулышҡан ниәттәремде, уй-теләктәремде һеҙ­гә еткерергә йөрәк­һе­нәм. Иркенләп һөйләшеп ултырайыҡ әле, – тине ул, улдарының йөҙөнә бағып. Улар иһә етди, тышҡы үә эске тороштары, фи­ғел-күңелдәре менән атайҙы мөкиб­бән тыңларға әҙер.
– Һүҙемде алыҫтаныраҡ башлайым. Япон­дарҙа этник фекерләү тигән төшөнсә бар. Балалары биш-алты йәшкә тиклем фәҡәт туған телендә уйларға, аралашырға тейеш. Быға иғтибар итмәһәк, даһиҙарҙы юғалтабыҙ, тиҙәр. Сөнки фекер ғәйәт ҡөҙ­рәтле, рухи үә ижади. Ул тел, телмәр аша һүҙ менән асыла, беленә, баһалана, уның сағылышы, әйтелеше, эстә­леге, ғәйрәте йәшәйешкә, кешенең зиһененә йоғонто яһай, уны үҙгәртә, үҫтерә, милли үҙенсә­лектәрҙе һаҡлай... Этник фекерләү төрлө халыҡтарҙың әйтемдәрендә лә ярылып ята. Әйтәйек, ошо күренешкә ҡарата урыҫ ”саҡырылмаған ҡунаҡ татарҙан яман” тиһә, башҡорт ”саҡырылмаған ҡунаҡ – Тәңре ҡунағы”, ти. Башҡортта, йола буйынса, ят әҙәм­гә лә һәр саҡ хөрмәтле үә әҙәпле мөнә­сәбәт. Күрәһегеҙ, ҡапма-ҡаршы ҡа­раш, уй-фекер. Славян халыҡтарында әкиәт, ғәҙәттә, “в некотором царс­тве, в не­ко­тором государстве” тип башланһа, башҡорт-татар әкиәт­тәре “борон-борон заман­да” тип башлана. Айырма нимә­лә? – Ырыҫ­йән уҙаман мыйыҡ аҫтынан йыл­майҙы.
– Славяндар бында аралыҡ, ер, урын ҡарашынан фекерләһә, баш­ҡорт-татар ва­ҡыт төшөнсәһе буйынса йәшәү рәүеше­нән сы­ғып әйтә. – Шулаймы тигәндәй, оло улы Ка­мил атаһына баҡты.
– Аныҡ һәм дөрөҫ яуап. Уй-фекер, һүҙ аша ҡәүемдәрҙең ҡы­лыҡтары, донъяға ҡараштары, рухи һәм психик үҙенсәлектәре тоҫмаллана. Зыялыбыҙ Әхмәт уҙаман Сө­ләй­мә­нов, әңгәмәләшкәндә, бер ғибрәт­ле әкиәтте миҫал итеп килтергәйне. Батша хеҙмәтсеһен үҙе төшөнмәгән ғилләнең се­рен белергә ебәрә. Берәү гәүһәрҙе ҡом һымаҡ онтай ҙа елгә осора, он һымаҡ онтай ҙа елгә осора, ти. Был ни хикмәт? – Ырыҫйән йәнә улдарына ҡара­ны. – Сабирйән сәсән быға шулай яуап биргән:
Тарауыл улы Кинйәбай,
Һөйләгәндә – донъя байы.
Артына сығып ҡараһаң,
Күренеп тора ҡурҙыбайы.
Уландар түҙә алмай көлөп ебәрҙе.
– Был әйтемдә ниндәй ысынбарлыҡ, тап­ҡырлыҡ! Шәпбеҙ тип, тиҫтә-тиҫтә йылдар буйы сит илдәрҙә ниҙәр генә төҙө­мәйбеҙ, уларға ниндәй генә ярҙам күр­­һәт­­мәйбеҙ. Ә үҙе­беҙҙең...
Өнһөҙ, һүҙһеҙ, телһеҙ йәшәү юҡ. Ҡан­бабалар тапҡыр һүҙ менән тормош күре­нештәренә, ваҡиғаларына баһа биргән, һүҙҙең тылсым көсөнә инанған. Мәҫәлән, боронғо замандарҙа һунар уңышлы бул­һын өсөн ҡыр-урманға барыр алдынан усаҡ тирәләй бе­йегәндәр, һикергәндәр, ритмлы өн, шиғри өн менән һамаҡлағандар. Шулай иткәндә һунар уңышлы тойолған. Бер нәмә лә тиктәҫкә генә эшләнмәгән, ҡылынмаған, һәр береһенә оло мәғәнә һалынған. Был хаҡта изге яҙмаларҙа ла әйтелгән, магик ҡөҙрәткә эйә Тәүрат менән Ҡөрьәндә лә теркәлгән. Сүрәләр, аяттар, доғалар, мөнә­жәт­тәр көйләп уҡыла. Ошолай күңелгә ны­ғыраҡ тәьҫир итә, хәтергә йәһәтерәк уйыла, йөрәк тыныслана. Доға уҡыһаң, һыу, сәй имләнә, шифалы эсем­леккә әйләнә. Һүҙ йоғонтоһон яҡшы аңлап, әүәл башҡорт­тарҙа буйға ҡалған, бала көҫәгән ҡатын-ҡыҙ янында, ағинәйҙәрҙең аманаты буйынса, ҡәрҙәштәр бер-береһе менән фәҡәт йәнгә им, ләззәт бирерҙәй һүҙҙәр генә һөйләгән. Атай кеше инәлектә ятҡан сабыйға яғымлы тауыш менән йыш-йыш өндәшкән: “Мин һинең атайың бу­лам, тыуыуыңды һағынып көтәм, балам”.
Әлбиттә, һүҙ тылсымы мөғжизәһеҙ ҡал­маған, бәпес тыуғас, атаһының тауышына иғтибар иткән, боролоп ҡараған. Яҡты донъяға килгәнсе, наҙлы көй, ҡурай моңо ла ишетһә, бала рухи үҫеш йәһәтенән камилыраҡ була, тигәндәр. Өләсәйҙәр тылсымлы һүҙ менән ипле бала теләгән:
Һылыу булһаң, тыйыу бул,
Малай булһаң, ҡыйыу бул.
Ҡыҙ булһаң, ҡыҫарҙан бул,
Ҡуш ҡуллап һуҙарҙан бул...
Ул булһаң, уҙаман бул,
Устан ашып, алға тул,
Дуҫтарыңды көтөп ал,
Дошманыңды етеп ал.
Кендек инәйҙәренең дә телдәре йомшаҡ, теләктәре изге:
Тыу, бала, тыу, бала,
Инәңә иш бул, бала,
Атаңа ҡуш бул, бала,
Өйөңә ҡот бул, бала.
Йыуындырғанда ла, туғандарына күр­һәт­кәндә лә, ауылдаштар килгәндә лә, тәү тапҡыр тәғәм биргәндә лә, исем ҡушҡанда ла, һикерткәндә лә, һөйгәндә лә, бәүелт­кәндә лә, йоҡонан уятҡанда ла, тәпәй йөрөткәндә лә, кейендергәндә лә, бишек туйында ла бала­ларҙы гелән тылсымлы һүҙҙәр менән һуғар­ғандар. Ни өсөн шулай иткәндәр, Камил? Һин бит йән белгесе, — тине ҡарт
– Тыумаҫ элек тә, тыуғас та бәпес тойған, ишеткән наҙлы һүҙҙәр уның физик һәм психик торошона, сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһай. Ырымдар, һамаҡтар, көйлө теләктәр, моңдар, имләүҙәр, өгөт-нәсихәт­тәр, доғалар – тере һыуҙай им-шифа. Сөнки улар яҡты фекергә, мәғәнәгә эйә. Йыш әйтелеп, төпкөл аңға етәләр, йәғни йәшәүгә асыл, программа булалар.
Яҡшы һүҙҙәр, изге доғалар ябай һыуҙы шифалы итһә, яман һүҙҙәр, хатта ки ышаныуы ла ҡыйын, кеше тәнендәге һыуҙы ла ыуға әйлән­дерә. Тупаҫ, мыҫҡыллы, кәмһе­теү­ле һүҙҙәрҙең тәьҫирен белгестәр генетик үҙенсәлектәрҙе үҙгәрткән радиоактив нурланыш менән сағыш­тыра. Алама мөғә­мәлә һөҙөмтәһендә күҙәнәк­тәрҙәге нәҫел сифаттарын йөрөткән матдәләр төҙөлөшөн үҙгәртә һәм хатта үҙ-үҙҙәрен харап итеп, артабанғы быуындарға бирелә, – Камил­дың шулай тиеүенә:
– Иҫ китерлек бит... Ата-бабалар ғалим бул­маһа ла, быны ҡан аша, етенсе тойғо аша һәйбәт белгән, – тине ҡустыһы.
– Энем, мин фекеремде әйтеп бөтмәнем әле. Шулай итеп, йөрәкте әрнеткән, рән­йеткән һүҙ, ауыр хәбәр, ғәйбәт, яла яғыу, йәберләү – кеше һаулығына ағыу. Тормошта күҙәтелгәнсә, хис-тойғо, кисереш хәленә, психологик торош­ҡа ҡарап, яман һүҙ кешене шаҡ ҡатырыуы, һынһыҙ итеүе, тел­һеҙ-өнһөҙ ҡал­дырыуы, сиргә һабыш­тырыуы ихтимал. Һүҙҙең көсө эске ағзалар менән бәйле. Ул нервы импульстарын үҙгәртергә, күҙәнәктәр­ҙең, ғөмүмән, бөтөн тәндең эшмәкәрлегенә йоғонто яһаған биофизик һәм биохимик барыштарҙы ла бо­ҙоуы ихтимал.
– Хәтәр икән, хәтәр...

“Йолҡоп алдым йөрәгемде”

Барыһы ла бер аҙға тын ҡалды. Кәкүк са­ҡырҙы. Ырыҫйән уҙаман ҡымыҙ йотоп алды ла: “Быйыл ғына сыҡҡан бала кәкүк саҡыра белмәй саҡыра тау-ташта”, – тип йырлап ебәрҙе. Улдары ла ҡымыҙ урт­лағас, йәшерен тә­биғәт серен асҡандай, ниндәйҙер шом бел­дергән, әммә тыныс тауыш менән әйтерен дауам итте:
– Бәғзе һәләтле һыу һөлөгө кеүек егет­тәребеҙҙең, йөҙөк ҡашындай ир-уҙаман­дары­быҙҙың тетрәткес яҙмышы, мәле етмәҫ әүәл әхирәткә китеүе хәсрәтле уй­ҙарға һалды мине. Нилектән улар бәғер­ҙәрҙе телерлек фажиғәгә дусар? Ғәжәп шағир Рәшит Назаров, һоҡлан­ғыс йырсы Райман Ишбаев... Белеүебеҙсә, Рәшит аралашырға әллә ни ынтылып, атлы­ғып, һис кенә лә ғәйрәт сәсеп, дүнәжендәй ярһып тормаған. Тәү ҡарашҡа үтә лә тыныс, баҫалҡы, тыйнаҡ, сабыр, хатта ки бойоҡ егет. Әммә эсендә – ут-ялҡын, ҡойон, йөрәгендә — дауылдай, ташҡындай ярһыу хистәр, тойғо­лар, шиғриәтендә — тос, ҡеүәтле фекерҙәр, сағыу күренештәр.
– Бәлки, ул, атай, тәбиғәттәге Янғантау һымаҡ булғандыр, тышы – һалҡын, эсе – ялҡын, – тип хәбәргә ҡушылды Камил. – Янар­тау­ҙар ҙа тыныс ҡына тора-тора ла ҡапыл вулкан урғылдыра бит.
– Ҡыуандырҙың, образлы фекер әйттең, улым. Афарин! Тимәк, уның ярһыуы, янартауы, вулканы – иҫ киткес кисерештәр ҡуҙ­ғытҡан, хис-тойғо ғәрәсәте ҡуҙғатҡан Аҡ­буҙат – көслө ҡанатлы шиғырҙар. Улар­ҙағы ҡөҙрәтле лә, сихри ҙә һүҙҙәр – йән яныуы – илаһи ҙа көстәргә тәьҫир итеп, Йыһанға ашҡан. Ун һигеҙ йәше лә тулмаған егеттең шундай рухи ғәй­рәткә эйәлеге, йәшендәй йәшнәп, күктәрҙе балҡытыуы, ҡәрҙәштәрен тетрәтеүе һәм бер аҙҙан, донъяһының аҫты-өҫкә килгәндәй, үке­нес-көйөнөстәргә, бәлә-ҡазаға тарыуы, зиһе­нен ҡараңғылыҡ солғап, йән ауырыуына дусар булыуы, ҡырҡ йыл тирәһе рух ғазабы ме­нән яфа сигеүе һис кем аңлап бөтмәҫлек хәл кеүек. Ниһайәт, уландарым, мин бының сере­нә төшөндөм, буғай, — тине Ырыҫйән.
– Атай, ысынлап та, шағирҙы яҡындан бел­гән, уның менән һин дә мин аралашҡан туған-тыумасаһы, шиғырҙарына ентекле күҙә­теү яһаған ҡәләмдәштәре лә аяуһыҙ тәҡди­ренең сәбәбен аңлата алмай.
– Сөнки улар, хатта ки шағирмын тигән ша­ғирҙар, тәнҡитселәр күптәргә аңлашы­лып бөт­мә­гән, мәғлүм дә булмаған серле нәмәнең – һүҙ тылсымының, ҡөҙрәтенең, мөғжизә­һе­нең, зәхмәтенең, йәғни магияһы­ның, асылын төшөн­мәй, ғәмәлдә шиғри һүҙҙең образлы­лы­ғына, кинәйәлелегенә, көтөлмәгән һын­ла­ны­шына, боролошона, әйтелешенә генә иғтибар итә.
Һүҙҙең башынан элек төбөн уйла тигән һымағыраҡ буламы инде?
– Нәҡ шулай. Шул юҫыҡта тәрәнерәк, киңе­рәк фекер йөрөтәйек әле. Дини яҙ­маларҙан беләһегеҙ, тәүҙә Һүҙ булған. Хатта Илаһ та. Шуға ла борон-борондан һүҙ­ҙәр илаһи һанал­ған. Ҡанбабалар улар­ҙың ҡөҙрәтенә инанған, изге исемдәргә, Илаһ-Һүҙгә, Илаһ-Өнгә табын­ған. Һүҙҙәр серле лә, сихырлы ла, зәхмәтле лә, арбаусы һәм үҙенә буйһон­до­роу­сы ла. Им-том, әпсен-төп­сөн, ырым, арбау, юрау, ял­ба­рыу, әмәл, теләк, үтенес, ҡарғыш һүҙ­ҙәре. Улар мөғжи­зә­үи көскә, тәьҫиргә эйә, аныҡлап әйтһәк: ырыҫ, аҡыл да; яҡшы, яман да; йән аҙығы, баш ҡаҙығы ла; им, ағыу ҙа; ҙурлыҡ, хурлыҡ та; ирмәк, имгәк тә; көлдөрә, бөлдөрә лә; йәшәртә, ҡартайта ла; һауыҡтыра, сиргә һабыштыра ла; терелтә, үлтерә лә...
Халҡыбыҙҙың әйтемдәре, мә­ҡәлдәре лә шуны раҫлай: аңғар­май һөйләгән — ауырымай үлгән; ауыҙың ни һөйләгәнде ҡолағың ишетһен; алдан әйткәнең артың­дан килеп тотмаһын; илай-илай һөйләгән – илап йылан сығарған... “Саҡ менән Суҡ” бә­йетен хәтергә алайыҡ. Инәй ныҡ асыу­ланған көйө, абайламай, улдарын ҡарғай, яман теләк, ҡәһәр уларҙың башына төшә. Ҡарғыш арҡаһында балалар үлеп, йән­дәре ҡошҡа әйләнеп, Хоҙай Тәғәлә биргән ғүмер­ҙәре бөткәнсе тилмерешеп йөрөгән­дәрҙер кеүек. Шуға ла ҡороп ҡалғыр, дөмөккөр, ҡапталғыр, йәнең сыҡҡыр, алҡымың тығы­лғыр, эт талағыр һымаҡ зәхмәтле һүҙҙәрҙе, әрләү, ҡарғау һүҙҙәрен ысҡындырыуҙан тыйылыу за­рур. Яман һүҙ һөйләүҙең, шашыу­ҙың, насар­лыҡ ҡылыуҙың, ҡәҙер белмәүҙең һуңы­нан килгән язаһы, ҡоһоро, йәғни кейәһе етеү, кейә­һе төшөү була. Ағинәйҙәр аҡылынса, алғыш та төшә, ҡарғыш та төшә. Ҡарғыш ишеткән эстән генә: “Һин теләгән яманлыҡ алдыма килмәй, миңә изге алғыш ҡына юлдаш”, – тигән. Халыҡ һынауынса, ҡарғышлы бәндә донъя рәхәте күрмәй. Йәнә шуны ла онот­майыҡ: берәү ҡар­ға­ғанда, быға яуап итеп, ҡара ҡарғышың — ҡара башыңа, тиҙәр. Бында ҡара баш төшөн­сәһе ҡара уй, ҡара теләк тигәнде аңлаталыр. “Эт ҡарғышы бүрегә төшмәҫ” әйтеме, моғайын, шуға бәйлелер. Беҙ йыш ҡына ишеткән, һәммәбеҙгә лә ҡағылған йырҙың: “Бер ҡасан әйтмә һин ауыр һүҙ, бик ҡыҫҡа, эй ҡыҫҡа ғүмерҙәр” тигән аҫыл һүҙҙәрен ижад иткән ҡәрҙәшебеҙгә “афарин” тием.
– Атай, һин – әүлиә, һин – философ. Филолог булараҡ, мин дә һүҙҙең кеше өҫтөнән ниндәй власҡа эйәлеген, һис шикһеҙ, ап-арыу аңлайым. – Кинйәһе Илнур атаһы ме­нән һәр саҡ ғорурлана ине. Әле лә хөрмәтен белдерҙе. – Күренекле невролог һәм психиатр, шулай уҡ кешенең һәм мәҙә­ниәттең философик-социологик концеп­ция­һын төҙөгән Зигмунд Фрейд фекеренсә, һүҙ менән магия асылда бер. Һүҙ ғәжәп магик көскә эйә, ысынбарлыҡ һәм серлелек күренеше менән тығыҙ бәйләнгән. Бәғзе телселәрҙең фекеренсә, поэзия тотошлай магиянан үҫешкән, ә ысын шиғыр – ижадсыны ла, уҡыусыны ла, бөтә донъяны ла үҙенсә үҙгәрт­кән ырым, тылсым! Шуға ла ул – ҡөҙрәтле ма­гия! Тылсымлы һүҙ, ырым булышлығында илаһи көстәр менән бәйлә­нешкә инеү ҙә әкиәт түгел. Рәсәй теле­видениеһынан күрһәтелгән “Экстрасенстар алышы” тапшырыуы, иҫ киткес әүлиәлек күренештәре лә быны раҫлай. Тәү ҡарашҡа мистика менән һуғарылған һымаҡ һүҙҙәр, хәлдәр ғәмәлләшеп, бөтә нәмәне күҙ алдына килтерә. Магияны, кешенең Йыһанға, илаһи көстәргә тәьҫир итеү мөмкинлеген, бының ниндәй хәлдәргә төшөрәсәген барыбыҙ ҙа төшөнөп етмәйбеҙ әле.



(Дауамы бар). ­



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Сулпан”да — “Ҡәнифә юлы”

“Сулпан”да — “Ҡәнифә юлы” 10.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театрында күренекле драматург Сәрүәр Суринаның...

Тотош уҡырға 26

Таланттар байрамы!

Таланттар байрамы! 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостанда йәш таланттарға иғтибар көслө, Хөкүмәт кимәлендә бүләкләү йыш ойошторола....

Тотош уҡырға 54

Һүрәттәрҙә - ҡала яҙмышы

Һүрәттәрҙә - ҡала яҙмышы 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сибай тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында Нияз Мирхәйҙәровтың шәхси фотокүргәҙмәһе асылды. Ул оҙаҡ...

Тотош уҡырға 44

Әлфинә Ҡытайҙа көс һынай

Әлфинә Ҡытайҙа көс һынай 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Һылыуҡай– 2018” республика матурлыҡ бәйгеһе еңеүсеһе Әлфинә Кашапова Башҡортостан данын Ҡытайҙа...

Тотош уҡырға 53

“Масторавань морот” Бишбүләктә

“Масторавань морот” Бишбүләктә 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Район мәҙәниәт йорто майҙанында шау-гөр килеп барған күңелле сара бик үҙенсәлекле, иҫтә ҡалырлыҡ...

Тотош уҡырға 30

Кимәл дә, кәйеф тә күтәрелә

Кимәл дә, кәйеф тә күтәрелә 08.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бәләбәй ере йәнә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән профессиональ ансамблдәрҙе һәм халыҡ...

Тотош уҡырға 42

"Бергә йәшәйек"

"Бергә йәшәйек" 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бай икәнеңде белгең килһә, күсенеп ҡара, тип белмәй әйтмәгәндәр икән! Йә, әллә нимә лә юҡ һымаҡ,...

Тотош уҡырға 107

“Театр – ул сәнғәт һарайы!”

“Театр – ул сәнғәт һарайы!” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йоҡомһораған аҡыл һәм йөрәкте ҡуҙғытып ебәреүсе тылсымға эйә ул......

Тотош уҡырға 64

Сәхнәлә –  “Тере тупраҡ”

Сәхнәлә – “Тере тупраҡ” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ул тарихыбыҙға алып ҡайтыр. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында...

Тотош уҡырға 98

Әҙәбиәт уҡыусынан алда барһын

Әҙәбиәт уҡыусынан алда барһын 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ул кешегә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итһен. Күренекле яҙыусы һәм журналист Гөлшат Әхмәтҡужинаның...

Тотош уҡырға 54

“Башҡортостан илгә йөҙ йәш, тиме?..”

“Башҡортостан илгә йөҙ йәш, тиме?..” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Минең данлы Башҡортостаным!” поэмалар конкурсына килгән әҫәрҙәргә күҙәтеү....

Тотош уҡырға 95

Театрға өр-яңы спектаклгә килегеҙ!

Театрға өр-яңы спектаклгә килегеҙ! 05.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҙур премьера көтөлә –...

Тотош уҡырға 89