Кем үпкәсел, кем тәмлетамаҡ булған?

28-02-2015, 01:05 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Кем үпкәсел, кем тәмлетамаҡ булған? Пушкиндың “Евгений Онегин”, Лермонтовтың “Беҙҙең заман геройы”, Гончаровтың “Обломов”, Лев Толстойҙың “Һуғыш һәм солох”, Достоевскийҙың “Ағалы-энеле Карамазовтар”, Горькийҙың “Әсә”, Шолоховтың “Тымыҡ Дон” әҫәрҙәре һәр әҙәбиәт һөйөүсегә яҡшы таныштыр, моғайын. Уларҙы уҡып, бөтмәҫ-төкәнмәҫ рухи байлыҡ туплайбыҙ, яҙмаларҙа тасуирланған осорға сәйәхәт ҡылабыҙ. Шул уҡ ваҡытта ошондай үлемһеҙ әҫәрҙәр ижад иткән әҙиптәрҙең үҙҙәре хаҡында күберәк белге килә. Ниндәй кеше ул, нимәләр менән ҡыҙыҡһынған, ғаиләһе, балалары булғанмы?

Үгәйһетелгән Лермонтов

Урыҫ әҙәбиәтен һөйөүселәр Михаил Лермонтовты талант­лы шағир, ғә­ҙеллек өсөн кө­рәш­кән, самодержавие һәм ҡоллоҡтоң асыҡ дошманы булараҡ белә. Әммә күптәргә уның тормошо, нин­дәй кеше икәнлеге, башҡа­лар­ҙың уға мө­нә­сәбәте сер бу­лып ҡала.
Шағирҙы замандаштары әллә ни хөрмәт итеп бармаған. Уның ваҡытһыҙ дуэлдә үлеп ҡалыуы бер кемдә лә тиерлек йәлләү тойғоһо тыуҙырмаған. Ә батша Николай I: “Эткә – эт үлеме”, – тип әйткән.
Төҫ-башҡа әллә ни күркәм, оҙон буйлы бул­маған шағирҙы гүзәл зат ҡына түгел, ир-ат та өнәп бөтмәгән. Өҫтәүенә ул өҫ-башына, бөхтәлеккә әллә ни иғтибар итмәгән. Үҙен ма­һайыулы тотҡан, үпкәсел булған, кәм­һеткәнде онота алмаған.
Малай иртә үкһеҙ етем ҡалып, өләсәһе тәр­биәһендә үҫкән. Ҡалған туғандары уны үгәй­һетеп, ситләтеп ҡараған. Шағир ҡомарлы уйын­дарҙа, ярыштарҙа һәр ваҡыт еңелгән. Ҡатмарлы холҡо арҡаһында уға ҡыҫҡа ғына ғүмерендә өс дуэлдә ҡатнашырға тура килгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Михаил Лермонтов әле лә иң талантлы урыҫ шағирҙарының береһе булып ҡала.

Тәм-том яратҡан Гоголь

Кем үпкәсел, кем тәмлетамаҡ булған?Танылған урыҫ яҙыусыһы Гоголь ҡул эштә­ренә әүәҫ булыуы менән айырылған. Апайҙа­рына күлдәктәр тегергә, шарфтар һәм башҡа әйберҙәр бәйләргә, дуҫ­тарын вареник бешереп һыйларға ярат­ҡан.
Гоголь йәшендән ныҡ ҡурҡҡан. Насар һауа то­ро­шо уға кире тәьҫир иткән. Йәнә үтә ҡы­йыуһыҙ булған. Компанияла берәй ят кеше күренеү менән бүлмә­һенән сығып ҡасҡан.
Николай Василье­вич кеҫәһендә һәр ваҡыт тәм-том йөрөткән. Ҡунаҡханала йәшәгәндә сәй­­гә бирелгән шә­кәрҙе йәшереп алып, һуңы­нан эшләгәндә, һөйләшкәндә кимереп йөрө­гән. Яҙыусы бер ҙә өйләнмәгән.
Әҙип тыуған Украинаһының тарихы менән ныҡ ҡыҙыҡһынған. Ошо тикшеренеүҙәре уға “Тарас Бульба” эпик повесын яҙырға булыш­лыҡ иткән.
Үлеменән ете йыл алда Гоголь: “Кәүҙәм се­рей башлауҙың тәүге билдәләре беленә баш­лағас ҡына ерләгеҙ”, – тип васыятнамә ҡал­дыр­ған. Әммә уны тыңламағандар...

Бурысын
ҡайтармаған Пушкин


Кем үпкәсел, кем тәмлетамаҡ булған?Александр Пушкин ҡапыл ҡыҙып китеүе менән танылған. Ул тәүге тапҡыр дуэлдә ли­цейҙа уҡығанда уҡ ҡатнаша. Шағир йәм­ғеһе егерме тапҡыр көс һынашҡан. Бер уйлаһаң, был бер ҙә ғәжәп түгел: телсән, хисле йәш шағир юҡ ҡына бәхәстә лә көтмәгәндә кемделер “ҡәбәхәт”тән һалдырыр булған.
Пушкин кәрт уйнарға яратҡан, еңелеп йыш ҡына бурысҡа батҡан. Был ниндәйҙер кимәлдә уны ижадҡа, әүҙемерәк эшләргә дәртлән­дергән. Үҙе был хаҡта, уйын ялҡаулыҡтан ҡотҡарһа, ижад бурысты түләүгә ярҙам итә, тигән.
Буласаҡ яҙыусыға лицейға инеү бәхете шунда уҡ тәтемәгән. Әммә үҫмерҙең бабаһы, ул саҡта билдәле шағир Василий Львович Пушкин, лицейҙы асҡан министр Спиранский менән шәхсән таныш булған. Шулай итеп, Александр Сергеевичты танышлыҡ буйынса уҡырға алғандар.
Пушкин үлгәндә лә бурыслы ҡалған.

Мөхәббәт йырсыһы

Кем үпкәсел, кем тәмлетамаҡ булған?Һәр шиғыры йыр булып ағыл­ған, тыуған ерен данлап туймаған Сергей Есенин 30 йәше тулыр-тул­маҫ донъялыҡ­тан китһә лә, бай әҙәби мираҫ ҡалдырған. Матур һөй­ләгән, төҫкә күркәм был егеткә ҡатын-ҡыҙҙар һәр ваҡыт һоҡланып ҡа­раған. Поэмалар ижад иткән шағир Рәсәй, донъя буйлап күп сәйәхәт ҡылған. Ул бер нисә тапҡыр өйләнгән. Тәүге ҡатыны Анна Изряднованан Юрий исемле улы тыуа. Ә 1917 – 1921 йылдарҙа Есенин актриса Зинаида Райхҡа өйләнә. Ғаиләлә ҡыҙ һәм ул тыуа. Танылған бейеүсе Айседора Дункан менән дә бер ни ҡәҙәр ғүмер итә.
Шағир һуңғы йәре – бөйөк яҙыусының ейәнсәре Софья Толстая менән дә оҙаҡ йәшәй алмаған. Сергей һәр ваҡыт ҡайҙалыр киткән, үҙ-үҙенән, властарҙан ҡасҡан. Әммә Софья артабанғы ғүмерен иренең иҫтәлегенә арнай, уның хаҡында хәтирәләр йыя, мемуарҙар яҙа. Шағирҙың үлеме серле була. 29 йәшендә уны Ленинград ҡалаһында ҡунаҡханала пар торбаһына аҫылынған килеш табалар. Бер аҙна элек кенә психиатрия дауаханаһында ятҡанлыҡтан, күптәр уны үҙ-үҙенә ҡул һалған тип бара.
Есенин Мәскәүҙең Ваганьков зыяратында ерләнгән.

“Мин хәҙер үләм”

Кем үпкәсел, кем тәмлетамаҡ булған?Табип һөнәренә уҡып, талантлы яҙыу­сы булып танылған Антон Чехов ҡатыны Ольга Книппер менән бергә алты ай ғына йәшәп ҡала: ул Мәс­кәүгә эшкә китә, ә яҙыусы Ялтала ҡала. Һуңынан яҙыусы ҡа­ты­нына: “Беҙҙең бер­гә була алмауҙа һин дә, мин дә ғәйепле тү­гел, бары миңә ауырыу ебәргән, ә һиңә сән­ғәткә һөйөү уятҡан иблис ғәйепле”, – тип яҙа.
Никах 1901 йылдан 1904 йылға, йәғни Че­ховтың үлеменә ҡәҙәр дауам итә. Ольга ирен юғалтҡандан һуң 55 йыл йәшәй, әммә баш­ҡаса бер ҙә тормошҡа сыҡмай. Ул хәләл ефе­тенең биш спектаклендә уйнай.
Чеховҡа табыныусылар күп булған, хатта уны эҙәрлекләп тә йөрөгән­дәр, берәүҙәр – костюмын, икенселәре атлап йөрөшөн тикшер­гән, өсөнсөләр нисек тә иғтибарын үҙенә йәлеп итергә тырышҡан.
Антон Павлович әҫәрҙәре күпләп донъя экранына сыҡҡан өс әҙип исемлегенә инә. Беренсе урында Уильям Шекспир булһа, икен­сеһе – Чарльз Диккенс, өсөнсөһө – Чехов. Уның “Аҡсарлаҡ”, “Ваня бабай”, “Ырғандаҡ”, “Алтынсы палата” тигән әҫәрҙәре айырыуса популярлыҡ яулай.
Чехов Германияла вафат була. Баҡый­лыҡҡа күсер алдынан ул шампан шарабы һорап алған да: “Мин хәҙер үләм” , – тигән һәм бер ни ҡәҙәр ваҡыттан һуң күҙҙәрен мәңге­леккә йомған. Яҙыусыны Мәскәүҙә ерләгән­дәр.

Посылкала – кирбес

Кем үпкәсел, кем тәмлетамаҡ булған?Йәш сағында Иван Тургенев үҙе­нең еңел хо­лоҡло булыуы ме­нән ба­рыһын да аптырашта ҡалдырыр булған. Ҡайһы ва­ҡыт әллә күпме кешене ҡу­наҡ­ҡа са­ҡыра ла, дуҫтары билдә­ләнгән ваҡытҡа кил­һә, йор­то бикле то­ра. Иртәгәһенә ҡунаҡтар үҙҙәренең ризаһыҙлы­ғын белдерһә, Тургенев төрлө сәбәп табып, ғәфү үтенә, унан йәнә шунда уҡ үҙенә төшкө ашҡа әйҙүкләй, тәмле шарап менән һыйларға вәғәҙә итә. Тәғәйен сәғәт еткәс, шул уҡ хәл ҡабатлана.
Иван Сергеевич ҡупшы, сағыу итеп кейенеп йөрөргә яратҡан. Германияға уҡырға килгәс, ул бөтөнләй бәйҙән ысҡына: кәйеф-сафа ҡо­рор­ға ғәҙәтләнеп ала, ата-әсәһе ебәргән аҡсаны уңға-һулға туҙҙыра. Әсәһе улына аҙыҡ-түлек, аҡса һала, ә ул хатта рәхмәт әйтеп хат яҙырға ла онота. Бер мәл аҡса килеүҙән туҡтай. Ә инде бер аҙҙан Рәсәйҙән бик ауыр посылка килә. Егет һуңғы аҡсаһына уны ала һәм, асып ҡарағас, телһеҙ ҡала: посылкаға кирбес тултырылған була.
Тургеневтың ҡолағына “айыу баҫһа” ла, йырҙың көйөн дөрөҫ отмаһа ла, йырларға ярата. Уның был ҡыланышын тыңлағандар рәхәтләнеп көлөр булған.
Яҙыусы ғәҙәттән тыш таҙалыҡ, тәртип яратыуы менән айырылып торған.