Ожмах утрауында бер кинәнеп…

29-04-2015, 01:10 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Ожмах утрауында бер кинәнеп… Рәхәтләнеп көлөп алыу – үҙе бер бәхет. Һәр нәмәгә йылмайып бағыу – тирә-йүнгә саҡ ҡына булһа ла ыңғай күренеш өҫтәп, күңел төшөнкөлөгөнән арыныу ул. Халҡыбыҙҙа элек-электән күңел торошона иғтибар ҙур булған. Һәр ауылдың, төбәктең үҙенең лаҡапсыһы, барыһына ла йылмайыу бүләк итеүсеһе бар. Көлөүгә тәрән мәғәнә һалынған. Шуға ла Хужа Насретдин һәм Ерәнсәләр халыҡ хәтерендә уйылып ҡалған. “Заман башҡа – заң башҡа” тиһәләр ҙә, күңел торошоноң күтәренке булыуына ихтыяж кәмемәй. Бөгөн бот сабып аптырар урында ла ауыҙ йырып көлгән булалар. Ә ҡайҙа һуң ул ихлас көлөү һәм кеше көлдөрөү? Тәрән, мәғәнәле һәм төрттөрөп хәбәр һөйләү ҡайҙа?


Замандашым Марат Әминевтең “Ожмах утрауы” тигән йыйынтығын уҡып сыҡҡас, бар икән әле Ерәнсәләр, тип ҡыуанып ҡуйҙым. Ә ҡыуаныс менән уртаҡлашыу фарыз. Бүлешкәндә ул арта ғына, тиҙәр. Йыйынтыҡҡа алты тиҫтәгә яҡын ҡыҫҡа, тос сатирик һәм юмористик хикәйә тупланған. Яҙыу­сының заманына, кешеләргә, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәренә, йырып сыҡ­ҡыһыҙ мәсьәләләренә лә шәхси ҡараш «призма»һы бар.
Йыйынтыҡҡа исем биргән “Ожмах утрауы” хикәйәһендә социаль, әхлаҡи-этик, ижтимағи проблемалар бергә килеп төйнәлә. Заман сиренә әйләнгән “тир түкмәйенсә аҡса табыу” әҫәрҙең сюжет ебен һүтеп ебәрә лә, ләкин автор уны уҡыусы уйламаған тарафҡа бора. Хикәйәнең геройы Хәйернас Ҡарлы ауылында үҙе – баш, үҙе – түш. Бер генә сара ла, ваҡиға ла уның ҡарамағынан тыш үтмәй. Хатта ауылдың күҙе лә, ҡолағы ла тиергә мөмкиндер. Шуға ла баш ҡаланан үҙен фольклор йыйырға килеүсе тип танытҡан Джон да тап уға туҡтала. Район етәкселеге ауылдарҙы үҫтереү өсөн инвесторҙарҙы йәлеп итеү мәсьәләһен ҡабырғаһы менән ҡуйғас, ауыл башлығы Джон йөҙөндә ошо ҡотҡарыусыны абайлай. Ә Джон лотереяға 1 миллион доллар отҡан кешене эҙләп юлыҡҡан был төбәккә. Тап ошо ҡапма-ҡаршылыҡлы хәл динамик сюжетты күҙ алдына баҫтыра, ҡы­ҙыҡлы ваҡиғаларҙы теүәлләй. Ләкин лотерея билетын Хәйернас ауылдашы Хәбилә ҡарсыҡҡа бүләк иткән була. Миллион долларлыҡ билеттың осо табылмай ҙа табылмай. Хыялда бал­ҡыған “миллион доллар” һәр бе­ре­һенең күңелен йылытмай, ә ғәҙәттән тыш ғауғаға ғына сәбәпсе була. “Ҡарлы ауылының иң ялҡауы” исеменә лайыҡ булған Тәлғәттән башлап район етәксеһе Ҡаҙый Яфаевичҡа тиклем барыһы ла был сылбырҙа хәрәкәткә килә, “үҙ өлөшөн алып” ҡа­лырға, ҡул йылытырға, мөһим эштәрҙе атҡарырға ынтыла. Полиция капитаны Сәлим Ғәлимовҡа наркотиктар ташыу, уны һатыу менән шөғөлләнгән енәйәтсел төркөмдөң эҙенә төшөүгә лә ярҙам итә лотерея. “Ожмах утрауы” Ҡарлыла тип сапҡан кешеләрҙең ауыҙы ғына бешә. Тап ошо аҙым һәм яҙыусы тапҡан алым бот сабып көлөргә мәжбүр итә лә.
Марат ғәҙәти тормоштағы һәр күренештең, ваҡиғаның беҙ күреп өйрәнгән яғын түгел, ә бөтөнләй яңы яҡтарын асып бирә. Уҡыусы “Минең менән дә шулай булғайны бит!” тип оялып киткән осраҡтар ҙа етерлек. “Йомшаҡ”, “Кәңәшмә” юморескаларында авторҙың һөнәри ҡарашы, журналист тормошоноң мәрәкәле яҡтары төп урынды биләй. Ғөмүмән, беҙҙең тормошта етәксе һәм ябай эшсе араһындағы мөнәсәбәттәр ҡатлы-ҡат­лы, аҡыл менән аңлап бөтмәгән осраҡ­тар ҙа юҡ түгел. “Башлыҡ ҡотлауы”нда йәмғиәттәге типик күренеш ил башлығының сығышына бәйле булһа, “Белгес”тә ялағайлыҡ мәсьәләһе ҡабырға менән тора. Заманыбыҙҙың бихисап мәшәҡәттәре кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәренә лә бәйләнгән. “Дауаландым”, “Йылмайыу хаҡы”, “Ҡоҙоҡ”, “Пенсионер” хикәйәләрен уҡып берсә көләһең, берсә илар сиккә етәһең. Барыһында ла законыбыҙға хас күренештәр, ваҡиғалар. Сатирик яҙыусы бер нәмәгә лә битараф түгел. «Һуған», «Осрашыу» хикәйәләрендәге төп геройҙың бер ҡатлы, үтә лә ябай булыуы һағайтып ҡына ҡуя, ләкин автор тап шуның аша көлдөрә лә.
Марат сатирик деталдәрҙе ваҡи­ғанан, күренештән, ябай һүҙҙән, хатта ым-ишаранан да таба ала. Уларҙы тормошсан һүрәтләү өсөн йәнәшәлек, әйләнмәле композицион алымдарын оҫта уйната. Эйе, эйе, уйната.
Автор “Ғәжәп хәлдәр” тигән баш аҫтындағы яҙмаларында ла ысын­барлыҡтың аяуһыҙ биттәрен генә түгел, ә сәстәр үрә торорлоҡтарын һайлап алған. Быларҙан һуң йылмайып ҡына ҡалмайһың, йоҙроҡтарҙы төйнәп башҡа шап иттереп сәпәйһең. Ни эшләйһең, аптырарлыҡ та, апты­рамаҫлыҡ та ғәжәп осорҙа йәшәйбеҙ бит!
Марат Әминевтең тәүге китабы “Хикмәтле төш” тип атала. Яҙыусы заманыбыҙҙың ысынбарлығына төш аша ҡарап йылмая, көлдөрә ине. Хәҙер ул төш кенә күрмәй, ә уҡыусыһын ергә төшөргән. Ниндәй ергә бит әле?! Ожмахтан ғына торған утрауҙа уҡыусылар кинәнеп, йылмайып, рәхәтләнеп көлөп кенә йәшәй ала. Был хыял түгел, бары ҡулға М. Әминевтең “Ожмах утрауы”н ғына алырға кәрәк.