Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ете ҡыҙ” – баш ҡалабыҙҙың милли биҙәге
“Ете ҡыҙ” – баш ҡалабыҙҙың милли биҙәге Глобалләштереү, бар кешелекте бер исем аҫтына ҡыуыу хаҡындағы “йәшерен” фекер бөгөн икһеҙ-сикһеҙ Интернет сиктәрендә лә асыҡтан-асыҡ күтәрелә, ҡыҙыу бәхәстәр ҙә уята. Әммә, нисек кенә булмаһын, ҡайҙа барһаҡ та, кемдәр генә беҙгә килһә лә, иң беренсе милли һыҙаттарҙы эҙләйбеҙ, аҫабалыҡ сағылыштарын күрһәтергә ашығабыҙ. Эске аңыбыҙҙа, йөрәгегеҙҙең иң түрендә ятҡан уйҙар, кисерештәр, ҡаныбыҙҙы ҡайнатҡан тамырҙарҙағы хәтер ҡәҙерле беҙгә.

Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары алдынан “Ете ҡыҙ” көйлө фонтаны асылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Скульптор, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортос­тандың атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хабибрахманов башҡорт халыҡ легендаһын һынлы сәнғәттә сағылдырырға ынтылған. Моделдәр булараҡ Ф. Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеү­ҙәре ансамбле солистары сығыш яһаған был композиция халыҡ тарихы менән ҡыҙыҡһынған бер кемде лә, моғайын, битараф ҡалдырмаҫ.
Нимәһе менән иғтибарҙы йәлеп итә һуң был әҫәр? Бынан бер нисә йыл элек кенә Өфө­лә милли йөҙҙө сағылдырған һәй­кәл­дәр юҡлығы тураһында оран һала тор­ғай­ныҡ әле. Халыҡ артисы Арыҫлан Мө­­бә­рәковҡа, халыҡ шағиры Мостай Кә­рим­гә, халыҡ композиторы Заһир Исмә­ғилевкә һынлы сәнғәт әҫәрҙәре ҡалҡты мәркәзебеҙҙә. Уларҙы сәнғәт белгесе күҙ­ле­генән анализларға йыйынмайым, әммә улар баш ҡаланың ғына түгел, Башҡорт­остан тормошонда ҙур ваҡиға булды. Шәхестәр халҡының рухи, сәнғәти потенциалы хаҡында һөйләй. Һәйкәл ҡуйырлыҡ аҫыл заттарыбыҙ бик күп беҙҙең, шуға күрә киләсәктә был эш дауам итер тигән яҡты теләктә ҡалайыҡ.
“Ете ҡыҙ” композицияһы – С. Юлаевҡа ҡуйылған һәйкәл кеүек үк, милләтебеҙҙең рухи азатлығына, сафлығына дан йыр­лаған әҫәр. Асылған көндә үк барып күрҙем данлыҡлы ҡыҙҙарҙы. Халыҡ шул тиклем күп йыйылғайны, әйтерһең, боронғо тарих, милли асыл нурына ҡойонорға килгән. Диуарҙағы видеотаблола Ф. Ғәскәров исе­мендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡыҙҙары ошо уҡ бейеүҙе башҡара, башҡорт халыҡ көйҙәре күңелгә һарыла – әлбиттә, былар барыһы ла тәьҫир итмәй булмай! Фонтан бейеп торғас, ҡыҙҙар ҙа хәрәкәт иткән кеүек тойғо ҡала был күренешкә баҡҡандан һуң. Беҙ халҡыбыҙҙың яҡты үткәне, саф тарихы, ҡаһарман рухы хаҡындағы яҡшы һүҙгә һыуһағанбыҙ. Һәр саҡ башын баҫып, ихтилалдар һайын эҙәрлекләүҙәргә дусар булған милләтебеҙ тураһындағы матур фекерҙәрҙе хатта тыныс ҡына ҡабул итә лә алмайбыҙ. Күҙҙәргә йәш эркелә, күңел тула. Ә бит тиңдәр араһында тиң булып йәшәр рухи ҡеүәтебеҙ, данлы-ҡанлы тарихыбыҙ, иманлы үткәнебеҙ бар. Шағир Ирек Кинйәбулатовтың:
Эй, ете ҡыҙ! Бөгөн Өфөмдөң һеҙ
Бер биҙәге булып балҡтығыҙ.
Ер ҡайғыһы булып батҡайнығыҙ,
Ер шатлығы булып ҡалҡтығыҙ,
– тигән юлдары ла ошо хаҡта!
Эйе, һәйкәл хаҡында төрлө фекер әй­теү­селәр булыр. Имеш, ниңә улай, ниңә те­геләй түгел? Ниңә унда, ни өсөн улар һәм баш­ҡа урынлы-урынһыҙ һорауҙар. Әм­мә баш ҡалабыҙға килгән ҡунаҡты алып барыр тағы бер урын артты. Ул аҫаба халыҡтың та­рихын һөйләп тора, башҡорт ҡыҙҙарын мил­ли асылыбыҙ тураһында иҫкәртә. Һәр кем үҙенсә ҡабул итһен был сәнғәт әҫәрен, һәр кем нимә күрергә теләй, шуны тоҫ­маллар. Ләкин халҡыбыҙ тарихын инҡар итә алмаҫ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Халҡыбыҙҙың йөҙ йыры

Халҡыбыҙҙың йөҙ йыры 15.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йыр-моң һөйөүселәр өсөн Сибай концерт-театр берекмәһе артистары бынамын тигән бүләк әҙерләне. Улар...

Тотош уҡырға 28

Һөйләшеү һүҙҙә генә ҡалмаһын

Һөйләшеү һүҙҙә генә ҡалмаһын 13.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Рәсәй рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йәмғиәтенең VI "Хәҙерге Рәсәйҙә тел һәм мәҙәни...

Тотош уҡырға 45

Йәш таланттар, “Алтын йырҙар” һеҙҙең өсөн!

Йәш таланттар, “Алтын йырҙар” һеҙҙең өсөн! 13.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостанда һәләтле йәштәр өсөн өр-яңы проект башлана. “Алтын йырҙар” исемле сара туған телдә...

Тотош уҡырға 36

Тормош күренештәре

Тормош күренештәре 12.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ҡыуаныс Иртәгәһенә районға осрашыуға барырға йыйынып йөрөйөм. Шул саҡ интернет селтәре аша бер...

Тотош уҡырға 65

Мөхәмәтша Буранғолов халҡын да мәңгеләштереп киткән

Мөхәмәтша Буранғолов халҡын да мәңгеләштереп киткән 12.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ырымбур өлкәһендә халыҡ сәсәненә иҫтәлекле стела асылды. Бөгөн халҡыбыҙҙы “Урал батыр” эпосынан...

Тотош уҡырға 150

Эстафетаны ҡабул иттек

Эстафетаны ҡабул иттек 11.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сочиҙағы ХХII “Бөтә Рәсәй” заманса журналистика форумында милли киң мәғлүмәт саралары көнө үтте....

Тотош уҡырға 48

Пришиб немецтары нисек йәшәй?

Пришиб немецтары нисек йәшәй? 10.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Благовар районының Пришиб ауылы немецтар йәшәүе менән күптәргә билдәлелер. Ошо көндәрҙә унда...

Тотош уҡырға 53

Көләс йөҙлө удмурт өләсәйҙәре

Көләс йөҙлө удмурт өләсәйҙәре 10.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Еңел аҙымдар, ихлас йылмайыу – уларҙы әле үк мода журналдары тышлығында сығарырлыҡ. 90-60-90...

Тотош уҡырға 38

“Аҡ ҡалфаҡ”тың гөрләгән сағы

“Аҡ ҡалфаҡ”тың гөрләгән сағы 10.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә 1997 йылда “Аҡ ҡалфаҡ” Бөтә донъя татар ҡатын-ҡыҙы йәмәғәт ойошмаһының бүлексәһе барлыҡҡа...

Тотош уҡырға 44

Бәләбәйҙә – илһамлы октябрь

Бәләбәйҙә – илһамлы октябрь 10.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ай башында районда, һәр йылдағыса, ике әҙәби сара – Халыҡ-ара Сергей Аксаков көндәре һәм “Цветаева...

Тотош уҡырға 37

“Туғанлыҡ” фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә

“Туғанлыҡ” фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә 09.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Киләһе йылдың 23 – 30 майында Өфөлә уҙасаҡ төрки телле театрҙарҙың VII “Туғанлыҡ” халыҡ-ара...

Тотош уҡырға 56

Йәштәр майҙан тота

Йәштәр майҙан тота 09.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“ТНТ”ла бейеү” проектының бишенсе миҙгеленә Башҡортостандан йәш бейеүселәр кастинг үтте....

Тотош уҡырға 72