Әҙәбиәт Мәккәһеләй Күгәрсен ере

29-07-2015, 01:07 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Әҙәбиәт Мәккәһеләй Күгәрсен ере Был төбәккә әҙәбиәт Мәккәһенә барғандай юлланаһың. Бер түгел, ике халыҡ яҙыусыһын биргән Күгәрсен ере халҡының ихласлығы, йәштәренең ижади ҡомары менән арбаны. Башҡорт халҡының яҙмышын яҙған Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның бишеге – ошонда. Урыҫ телендә ижад итһә лә, башҡорт ерен данлаған Александр Филиппов та был яҡта тыуған.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев етәкләгән әҙәби төр­көмдө Хоҙайбирҙин ауылы эргә­һен­дә үк район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин, төбәктең йыр-моң оҫ­талары икмәк-тоҙ, яҡты йөҙ, башҡорт ҡымыҙы менән ҡаршы алды.
Ҡунаҡтарҙы – Рауил Бикбаевты, Рәмил Йәнбәкте, Сәрүәр Суринаны, Зөфәр Вәлитте, З. Вәлиди исемен­дәге Милли китапхананың комплектлау һәм документ­тарҙы ғилми яҡтан эшкәртеү бүлеге мөдире Гүзәл Көн­сыуаҡованы, Милли әҙәбиәт музе­йы­ның баш һаҡсыһы Альмира Шә­ри­пованы, “Әҙәби нағыш” марафоны эстафетаһын тапшырырға килгән Күмертау ҡалаһы вәкилдәрен Ш. Хоҙайбирҙин музейы директоры Вәсилә Әмирова дәүләт эшмәкәре, әҙип, тел белгесенең тормошо һәм ижад юлы менән таныштырҙы. Ә ин­де мәктәп уҡыусыларының шиғри сығышы, һәр әҙипкә бағышлап әй­тел­гән таҡмаҡтары сараны тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Рауил Төхвәт улы музейға, йәйге ял ваҡытында сығыш яһаған бәләкәс ҡыҙҙарға иҫ­тәлеккә китаптар тапшырҙы. Уҡыу йылы башынан был уҡыусыларҙың һәр береһенә башҡорт теле һәм әҙә­биәте дәресенән тик “бишле” бил­дә­һе ҡуйырҙар, моғайын. Музей алдын­да ойошторолған ҡул эштәре күргәҙмәһе лә төбәк халҡының ижади ҡомары хаҡында һөйләй ине.
Әҙәбиәт Мәккәһеләй Күгәрсен ереМораҡтағы тыуған яҡты өйрәнеү музейына килеп инеү менән СССР дәүеренә эләккәндәй хис итәһең үҙеңде. Совет осоро тарихын ғына түгел, боронғолоҡтан бөгөнгөгә тиклемде сағылдырған был йортта элекке эш ҡоралдары ла, пионер галстугы ла, тәбиғәт байлыҡтары ла бар. Музей директоры Ғәфүрә Әбделмәнова ҡунаҡтарға экспонаттарҙың ҡайҙа, кемдән алыныуы хаҡында ла бәйән итте. Төбәктән сыҡҡан әҙиптәр хаҡында ла бай мәғлүмәт тупланған бында.
Мораҡ башҡорт гимназияһында әҙәбиәт­селәрҙе уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Ғәлимә Сәйетбатталова ҡаршы алды. Күргәҙмәләр залын уҙып, ҡунаҡтар төбәк йәштәренең ҡулъяҙмалары буйынса фекер алышыуға йыйылды. Сараны асып, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Харис Әбдрәхимов төбәктә ойошторолған “Ғүмер юлын – китап менән” акцияһы хаҡында һөй­ләп үтте, яҡташ яҙыусылар ижадына арнал­ған саралар тураһында һөйләне. Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Альмира Шәри­пова мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡо­ваның ҡотлауын уҡып ишеттерҙе. Ошонда уҡ Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Наталья Лапшина Йылъяҙма-китапты Харис Зәбих улына тапшырҙы.
Райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыу­сылар, китапханасылар Хәким Алсынбаев, Айгөл Айытҡолова, Альбина Григорьева, Фәнүзә Әпсәләмованың ҡулъяҙмалары буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашырға йыйылғайны. Әммә ошо уҡ көндә “Байыҡ” балалар бейеү фестиваленең гала-концерты үтеү сәбәпле, Альбина “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашманы. Фәнүзә Әпсәләмова ла килеп етә алманы, шулай ҙа ҡалған ике авторҙың яҙмалары йәнле һөйләшеү ойоштороуға сәбәп булды. Айгөл Айытҡолованың шиғырҙары Башҡортостан матбуғатында күренгәне бар, ул – бер китап авторы ла. Әйткәндәй, китаптарҙың исеме хаҡында һүҙ сыҡҡас, “Ҡымыҙ еҫе” (Айгөлдөкө), “Күңел дәфтәре” (Хәкимдеке) кеүек атамаларҙы әҙиптәр хушһынып бөтмәне. Йыйынтыҡты атауға ҙур иғтибар бүлергә кәңәш иттеләр, бигерәк тә беренсе китапты сығарғанда. “Ҡара икмәк”, “Кипкән ҡорот”, “Ҡуян күстәнәсе” шиғырҙары менән Айгөл әҙәбиәткә милли рухтағы шағирә килеүе хаҡында хәбәр иткәйне инде. Әммә яҙғандарына ҡабат әйләнеп ҡайтмау ғәҙәтеме, әллә башҡа сәбәп арҡаһындамы, ул шиғырҙарын ентекле эшләп еткермәй. Шәхсән Айгөлдө лирик шағирә тип күрәм. Уның көҙгө этюдтары, миҙгел күренештәре күңелгә үтеп инә һәм уны ысын рәссам итеп таныта:
...Һағыш түгел тотош нағыш ҡына,
Алтын төҫтә донъя, иҫ киткес!
Моңһоу ғына ошо ут миҙгелдәр
Шарап эсмәйенсә иҫерткес, –
тип яҙа шағирә. Ул ҡәләмдәштәренә икенсе китабына иғтибарлыраҡ булырға вәғәҙә итте.
Хәким Алсынбаев – йөрәктәге ихтилалдарын шиғриәткә алып сыҡҡан, ниндәй генә сүрәттә лә өмөт аттарын йүгәнләгән шағир. Бына ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ уҡып ҡарағыҙ:

... Тик барыбер харабаларҙа ла
Киләсәгем гөлө ярала...
...Ҡанаттарҙа яңы һөйөү
Алып ҡайтыр аҡҡоштар...

...Бындай таңда тыуыуы бит бәхет,
Бындай таңда бәхет үлеүе...

...Беҙ эйәрҙә әле!
Иҫсе, тормош еле!
Эй, аттарым, әйҙә, тик алға.
Тәгәрәһәк бары тәгәрәрбеҙ,
Бәхет тигән етеп финалға.
Ә әлегә алға, тик алға!
Шәп бит! Бер шиғырында Хәким: “Их, табаһы ине үҙ юлымды…” тип яҙа. Әгәр шиғриәтте һайлаған юлың итеп бар йөрәгең менән таныһаң, ижад асмандары һиңә әллә ниндәй серҙәрен асыр әле, Хәким! Яңы балҡыштар һиңә! Яҙыусылар йәштәргә ҡулъяҙмаларға талапсан булырға кәңәш итте.
Бәрәкәтле Күгәрсен еренән күңелебеҙ ҡанатланып ҡайттыҡ.