Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
“Ҡат-ҡат ҡатлама, аҡылың булһа – ташлама”, тиҙәр китап хаҡында. Замандың бихисап яңы төр ҡулланмаларына ҡарағанда, ҡыштырлап торған ҡағыҙ биттәренән уҡыу күпкә зарарһыҙыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк, минеңсә.
20 – 25 йәшлек егет һәм ҡыҙҙарҙан һуңғы уҡыған китаптары һәм унан ниндәй ғилем алыуҙары тураһында ҡыҙыҡһындыҡ.


Лиана НӘБИУЛЛИНА, Башҡорт дәүләт университеты:
– Джек Лондондың “Белый клык” әҫәрен яратып уҡыным. Тәбиғәт менән гармонияла йәшәүҙең, йәнлектәргә дуҫ итеп ҡарауҙың мөһимлегенә төшөндөм.

Әлмира ӘҺЕЛОВА, Башҡорт дәүләт медицина университеты:
– Быйыл нәфис әҙәбиәткә ваҡыт бөтөнләй ҡалмай тиерлек, яңыраҡ ҡына Н. Дайхестың методик йыйынтығын уҡып сыҡтым. Операция кисергән ауырыуҙар менән эш итеү, дауалау нескәлектәрен өйрәндем.
Азат НӘЖМИЕВ, БДУ-ның Хоҡуҡ институты:
– Әсәйемә Дж. Боккаччоның “Декамерон”ын бүләк иткәйнеләр, шуны уҡып сыҡтым. Әллә ни мауыҡтырғыс күренмәне, күңелһеҙерәк тә. Гарри Поттер серияһының һуңғы китабын, исмаһам, бер тынала уҡып бөттөм. Фантастика иленә барып әйләндем.

Зилә ФӘЙЗУЛЛИНА, Башҡорт дәүләт педагогия университеты:
– Ауылда йәйге ял тамамланыр алдынан ғына Мос­тай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” китабын ҡулыма алып, тағы бер ҡат күҙ йүгертеп сығырға булдым. Ғаилә йылыһы, саф мөхәббәт хистәре, тәбиғәт, кешеләр донъяһы хаҡында әллә нисә тапҡыр уҡырға ризамын. Һоҡланғыс, мәңгелек әҫәр ул!

Булат МОСТАФИН, Өфө дәүләт авиация техник университеты:
– Һуңғы арала психология фәненә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уянды. Уҡыу йылы башланыу менән китапхананан Дейл Карнегиҙың бер нисә тупланмаһын алып ҡайттым. Кешеләр менән аралашыу үҙенсәлектәре, шәхес булараҡ камиллашыу өсөн байтаҡ кәңәш-нәсихәт бар уларҙа. Көндәлек тормошта ҡулланып, һөҙөмтәһен күреү ҙә ҡыуандыра.

Гөлсәсәк МОСТАЕВА яҙып алды.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Билдәле балеринаға арнала

Билдәле балеринаға арнала 24.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

25 сентябрҙә Шәһит Хоҙайбирҙиндың Өфөләге йорт-музейында билдәле балерина, профессор Тамара Шәһит...

Тотош уҡырға 21

“Сулпан”да – премьера

“Сулпан”да – премьера 24.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сибай ҡалаһының «Сулпан» балалар театры Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса...

Тотош уҡырға 27

Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ

Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ 23.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

21-23 сентябрҙә Өфөлә III Евразия гуманитар форумы үтте. Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт...

Тотош уҡырға 59

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Силәбелә Ғаилә йылына арналған китап күргәҙмә-сауҙаһын ойоштора
Еңеүсе – Испания ҡыҙы

Еңеүсе – Испания ҡыҙы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсында еңеүсене иғлан иттеләр. Баһалама...

Тотош уҡырға 50

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә?

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә? 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тормошобоҙҙа белем туплау юлдары бихисап. Шуларҙың береһе – гәзит һәм журналдар. Мәғлүм ки, әле...

Тотош уҡырға 67

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үлмәҫбай, Василий Теркин... Бөйөк Ватан һуғышы осороноң ҡабатланмаҫ ике геройы. Мостай Кәрим менән...

Тотош уҡырға 49

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Танылған журналист Нияз Сәлимов тураһында шулай тип әйтһәм, һис тә хата булмаҫ. Исеме бөтә...

Тотош уҡырға 58

Уң ҡулында булыр ҡурайы

Уң ҡулында булыр ҡурайы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Милли музыка ҡоралының данын арттырыр ир-азаматтарыбыҙ бар. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың...

Тотош уҡырға 41

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек ҡыҙыу бара Конгресс-холда фольклор фестивалдәре һәм традицион...

Тотош уҡырға 58

Бейей-бейей... юбилейға!

Бейей-бейей... юбилейға! 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына ниндәй генә ярыштар ойошторолмай беҙҙә! Шуларҙың иң ҡыҙыҡлыһы һәм...

Тотош уҡырға 66

Көнсығыш моңдары яңғыраны

Көнсығыш моңдары яңғыраны 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Азия халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале уҙҙы. Алтын көҙҙө алтын нурҙарына ҡойондорған...

Тотош уҡырға 64