Сөн буйында – Һүҙ байрамы

31-10-2015, 01:07 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Сөн буйында – Һүҙ байрамы Янырға икән, янырға!
Янырға аҙаҡҡаса.
Иң ахырғы ләззәткәсә,
Иң һуңғы ғазапҡаса...
Илеш районына барғанда юлда ниңәлер ошо йыр иҫкә төштө. Уның авторы, арҙаҡлы замандашыбыҙ Роберт Миңнуллиндың нәҡ шул төбәктән булғаны өсөн генә түгел. Һүҙҙәре ниндәй тапҡыр һәм мәғәнәле һуң! Күрәһең, Илештең ул-ҡыҙҙары ошо һүҙҙәрҙе тормош девизы итеп, элек-электән иле, милләте өсөн янып йәшәй. Әгәр шулай булмаһа, кескәй генә төбәктән анау хәтлем данлыҡлы кеше сығыр инеме?! Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, халыҡ шағирҙары Роберт Миңнуллин, Әхсән Баян, халыҡ яҙыусыһы Суфиян Поварисов, Мәжит Ғафуриҙың яҡын дуҫы, фольклорсы Ғата Исхаҡи, прозаик Хәсән Саръян, шағир Ринат Хәйри кеүек ижадсыларҙың исемен атау ҙа етә.
Ошо көндәрҙә “Әҙәби нағыш” ижади марафонында ҡатнашҡан әҙиптәргә лә шул төйәктә булыу насип итте. Атап әйткәндә, шағирҙар Хәсән Назар, Хисмәт Юлдашев, Леонид Соколов, Тамара Юлдашева, Рафаил Хафизов, балалар яҙыусыһы Илдус Тимерханов, прозаик Фәрзәнә Аҡбулатова сараның йәмен бермә-бер арттырҙы. Унынсы тиҫтәһен ваҡлаған аҡһаҡал Суфиян Поварисовты, алыҫ араны яҡын итеп, Ҡазандан ашҡынып ҡайтҡан Роберт Миңнуллинды күреүгә яҡташтары уғата шат ине.
Сөн буйында – Һүҙ байрамы– Исемле йыл тамамланыуға бара, әммә беҙ марафондың килеп еткәнен көтөп ятманыҡ, – тине район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин. – Йыл башынан алып һәр ауылда әҙәби саралар уҙға­рылды. Унда яҡташ яҙыусы­лары­быҙ ихлас ҡатнаш­ты. Һүҙ ҡәҙерен, китаптың ҡим­мә­тен уҡыусыларға төшөндөрә алғанбыҙҙыр тип уйлайым.
Әйткәндәй, төбәктә шағирә Зә­лифә Кашапова етәкселе­гендәге “Балҡыш” ижад түңәрәге уңышлы эшләп килә. Район хакимиәте яр­ҙамы менән тиҙҙән урындағы ижадсыларҙың әҫәрҙәрен туплап, йыйынтыҡ сығарырға иҫәпләйҙәр.
Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин иһә яҡташта­рына бүләккә бер автобус китап алып килгән. Илештәр әйтеүенсә, ул гел шулай ҡыуандырып тора. Совет осоронда ғына бер “Жигули” хаҡына торошло бүләк ебәргән.
Роберт ағай был маҡтау һүҙҙә­ренән оялып, үҙенә генә хас юмор менән, һүҙҙе шаяртыуға борҙо:
– Унда яңылары менән бергә өйөмдән килтерелгән китаптар ҙа бар. Әгәр улар араһынан аҡса килеп сыҡһа, һис аптырамағыҙ. Еңгәгеҙгә күрһәтмәй, шунда йәше­рә торған ғәҙәтем бар...
Район мәҙәниәт һарайындағы сығышында иһә Роберт Миңнул­лин татар һәм башҡорт әҙиптәре дуҫлығы хаҡында ла кинәнеп һөйләне.
– Бөгөнгө башҡорт шиғриәте­нең аҡһаҡалы, әҙәби фекер үҫеше кимәлен билдәләүсе аҫыл заттар­ҙың береһе Хәсән Назар күптән инде “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән исемгә лайыҡ бит. Ғәҙеллектең тантана итерен барыбыҙ ҙа көтәбеҙ, – тине ул.
Урында ижадсыларҙың ҡулъ­яҙ­маларын тикшереү эше лә бик емешле барҙы. Шағирә, “Аҡбу­ҙат” журналының баш мөхәррире Тамара Юлдашева­ның был сараны “ижади конференция” тип атауы һис тә шаштырыу түгел. Алты автор араһынан Алһыу Басирова­ның яҙғандарына юға­ры баһа бирелде, хикәйә­ләрен айырым китап итеп баҫтырырға кәңәш ителде.
“Әҙәби нағыш” марафоны ана шундай асыштар, күңелле осра­шыуҙар менән сәфәрен дауам итә. Уны Башҡор­тостандың ха­лыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асан­байҙың тыуған яғы – Баҡалы районы – ҡабул итте.