– Һеҙҙең ундай тел байлығығыҙ кемдән килә? – тип һораны уҡыусы бала бер көндө. Мәктәпкә осрашыуға саҡырылғайным.
Һорау көтөлмәгәнерәк булды. Ололарсараҡ килеп сыҡты тим микән… Дәрескә шылтыраған ҡыңғырау һымаҡ, бер тынала яңғыраны. Мин дә шулай уйлайым шул: һорауҙар, моғайын, алдан әҙерләнгән булғандыр. Уҡытыусылары, компьютерҙа баҫып, тар таҫмаларға ҡырҡып, балаларға таратып биргәндер. Ҡыҫҡаһы, ҡабат-ҡабат уҡылғандар улар. Ярай, зыян юҡ, әҙерле эш – ҡәҙерле эш ул. Бына бит, үҙенән-үҙе бер әйтем дә килеп сыҡты.


Шуға ҡарамаҫтан, мин сикһеҙ шат инем. Беренсенән, балалар, үҙебеҙҙең киләсәгебеҙ, менән осрашыу насип булғанға һөйөн­дөм, юғиһә, әйтер фекерҙәрем йыйылып киткәйне. Бәләкәй саҡта ишеткәндәр, айырыуса ата-әсә өгөтөнән айырылған нәмәләр, күңелгә һәйбәтерәк һеңеүсән дәһә. Икенсенән, телдең байлыҡ тип баһа­ланғанына ҡыуандым, сөнки уны үҙем, иҫ белгәнемдән бирле, хазина күрәм. Һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был яҡлап хуплауҙы улай бөтә кешеләр тарафынан да тапмай ҡуям. Һүҙ сит телдәр тураһында барма­ғанда, әлбиттә. Бында инде – икенсе эш. Бына уларҙы, айырыуса инглиз телен, белеүҙе күпселек халыҡ хәлле тормошҡа еңел генә үтеү мөмкинлеге биргән бер билет, юллама, бәхет ҡағыҙы тип уйлай. Бөтә көс, мал, бала, теләйме-юҡмы, шунда ташлана. Ҡаршы түгелмен мин, хатта ошоға өндәйем дә, ләкин бының ғына, етмәһә, ҡайһылыр балала гуманитарлыҡ тигән нәмә бүҫкә­герәк булғанда, самаһыҙ өмөт ителгән һөҙөмтәне бирмәүе лә бик ихтимал. Бер яҡҡа аушайып кителмәһен ине. Фатирың­дың залын ғына матурлап сикләнмә, башҡа бүлмәләрең дә бөхтә, ишегең дә эстән генә түгел, тыштан да күркәм булғанда ғына ысын бөтөнлөк хасил ҡылы­налыр. Һәм туған телен камил белгәндең бүтән телдәрҙе лә еңел өйрәнгәненә миҫалдар миндә бихисап.
Ә баяғы һорауға, осмот та икеләнмәй:
– Халыҡтан, – тип яуапланым.
Рәсми, пафослы, шул арҡала, бәлки, ихлас та тойолмаған һүҙ менән булһа ла, шулай тинем. Әлеге аудитория өсөн ул, бәлки, тура ла килеп бөтмәгәндер, килешәм: бөтөнләй икенсе малайҙар һәм ҡыҙҙар бит улар, минең бала сағымдан түгелдәр. Быны, әйткәндәй, үкенес менән белдермәйем: һәр заман өсөн үҙ балалары тыуа. Әммә мин бит дөп-дөрөҫтө әйттем, ысынды, күңелемдәген, пафослы яуабым һис тә эстән бер төрлө, тыштан мең төрлөлөгөмдән түгел. Сөнки инанамын: тел шишмәһе күпсе­лектә, ысынлап та, – халыҡта ғына. Үҙем әле ошоно яҙҙым һәм ҡыуаныслы тойғо кисерҙем: тимәк, йәш быуын телдең шулай иҫ киткес байлыҡ, хазина икәнлеген белгәс, баһалағас, хәл ул хәтлем үк хөрт түгел.
Артабан балаларға тыуған төйәгемдә, башҡа яҡ ауылдарында ла йыш булғанымды һәм бының башлыса унда булырға тырышҡандан тормошҡа ашҡанын әйттем.
Ул көндө балаларға яба­йыраҡ һүҙҙәр менән аңлаттым, артыҡ аҡыл һатмаҫҡа тырыштым, хәҙер шуны ҡатмарлыраҡ, әммә шулай уҡ етди һәм ихлас лөғәткә күсерәйем, шулай гәзиттә урын әҙерәк алыныр.
Ғүмер буйы ауылында йә­шәгән, тыуғандан бирле үҙенең шундағы өйрәнгән һауаһын һулаған, күнеккән һыуын эскән замандашым тотоп тора бит әлеге байлыҡты. Ауылға әйлә­нәм дә йүгерәм һәм милләт­тәштәрем керпек тә ҡаҡмай, уяу һаҡлаған, бының өсөн һуҡыр тин дә талап итмәгән әлеге шиш­мәнән рәхәт­ләнеп, ғолт-ғолт эсәм дә эсәм. Ябай ғына һаҡлай улар – әсә телендә һөйләшеп кенә, уҡып ҡына, яҙып ҡына. Йәнә лә балаларын өйрәтеп. Бер ниндәй репети­торһыҙ ҙа, бушлай. Сөнки өйҙә башҡортса ғына һөйлә­шәләр. Юғиһә, был эште мәктәп яңғыҙы булдыра алмай бит ул. Мин ҡайһы берәүҙәр ише мәктәпкә, балалар баҡса­һына, ҡала, ҡасаба ерлегенә һылта­ныуҙы һис өнәмәйем. Тел өйҙә, ата-әсәнән, ҡунаҡтарҙан, радионан, телевизорҙан даими яңғырап торһа, йырлаһалар, гәзит-жур­налдар уҡыһалар, интернетта яҙыш­һалар, ғаиләлә был көн­дәлек ғәҙәти күренешкә әйләнһә, тыштағы бер ниндәй мөхит тә ҡурҡыныс түгел.
Быны, һәйбәт итеп башҡортса һөйлә­шеүҙе, тап ошо урында ғы­на кәрәкле, ятышлы һүҙҙәрҙе ге­нә ҡулланып фекер белде­реүҙе, бик мәртәбәле премия­ларға торош бөйөк эште, әллә ни тырышмай, хатта күпселек осраҡ­та үҙе лә һиҙмәҫтән башҡара улар. Дәрестәге ише китап һүҙҙәре менән һөйләргә тырышмағанға ла тәбиғи килеп сыға. Таш та­шы­ғандай көсәнгән йырлаусы ме­нән күкрәгенән моң үҙе урғылған ысын йырсы һымаҡ инде: уның тауышы тын, әммә көслө, моңло, гел ҡыҫҡа тойола, туймай ҡалабыҙ, сөнки ялҡытмай.
Ана шул матур, әммә буял­ма­ған, ҡыҫҡа, ләкин оҙон мәғәнәле халыҡ телмәрен ишетеп ҡыуа­на­мын, йыуанамын, күңелем яҡты­рып китә минең. Уға һәр ваҡыт асмын. Ҡыйшаңламай әйтәйем, уны яҡшы беләм, тик миңә һәр ваҡыт етмәй ул. Тағы һәм тағы, мөмкин тиклем күберәк иҫтә ҡалдырырға тырышам. Күпсе­ле­ге онотола, йәшермәйем, аҙаҡ, их, шунда тауышын дикто­фонға яҙып ҡына алмағанмын, тип яман үкенгәнем дә бар. Сөнки бик күп һүҙҙәребеҙ мәңге ҡайтмаҫлыҡ булып юғалырға өлгөргән дә бит инде, байтағы түрҙән кисәле-бөгөнлө төшә. Артабан соланға күсерелеп сығары­лырҙар. Унда ла артыҡ тойо­лорҙар, хужалар бит һаман яңынан-яңы нәмәләр ала тора, үҙенсә байыйым, тип уйлай. Бит ниңәлер лексиконыбыҙҙа йәшәргә лайыҡлы тип һанамайбыҙ улар­ҙы. Бер замандашым, уның юғары белемле икәнен дә белдерәйем, әйтмешләй, “современный” нәмәләр кәрәк, борон­ғолоҡҡа йәбешеп ятырға, һаман да шул “Урал”ды тыңларға етәр”. Ысынында замансалыҡ, һа-ай, ана шул хазиналарҙы онотмауҙа бит! Юғиһә бөгөн, кемдәндер отоп алып, контент, сегмент һәм башҡа слэмдарҙы ҡушып һөйләү ҙур аҡыл тип һанала ла баһа. Сит һүҙҙәр менән шыйығай­тылған телмәрҙе мәртәбә күреү тулҡыны беҙҙә, шулай, әйләнеп килә лә ҡаға, килә лә ҡаға.
Яҙып алырға мөмкин, әлбиттә, видеоға ла төшөрөргә була. Шул килеш кенә бик ҡалын һандыҡҡа ла һала алабыҙ. Ләкин һаҡлан­маясаҡ ул унда. Һаҡланһа ла, объект ҡына буласаҡ. Һүнек буласаҡ ул, һуты һурығасаҡ. Шуға күрә юл бында берәү генә: япмаҫҡа, ә киреһенсә, асырға, шишмәнең йырҙаһын таҙарта торорға, сүп ырғыттырмаҫҡа кәрәк. Ярына бөтәбеҙ ҙә, олоһо ла, йәше лә, ҡала кешеһе лә, ауылдыҡы ла, яҙыусы ла, урам һепереүсе лә, сығып баҫырға тейешбеҙ. Күмәк эш булһын, ләкин өмә бул­ма­һын, көнөн дә, төнөн дә баш­ҡарылһын. Ашарға онотмаған ише, күркәм һөйлә­шеүҙе лә иҫтән сығармайыҡ. Сәнске менән бысаҡты дөрөҫ тотоуың менәнме ни ул, һөйләгән һүҙең күп телдәрҙән бутҡаға әүерелгәс.
Уҡыусы баланың һорауына яуап биргәндә был хәтлемен үк әйтмәнем, ләкин, һүҙҙе бер алғанда, дауам итәйем.
Күркәм тел һәр кемгә кәрәк бит ул. Бында кешенең йәше лә, социаль хәле лә, биләгән вази­фаһы ла мөһим түгел. Һөнәре буйынса ҡул эшендәге заман­дашыбыҙҙың да ипле генә һөйләшеүе, нимә типтер урынлы әйтеп ҡуйыуы уға ҙур хөрмәт уята. Әммә бында тәбиғилек кәрәк. Ҡандан килгән һәләт кәрәк. Юғиһә ҡайһы берәүҙәрҙең, яһалма рәүештә, аҡыллымы, көлкөлөмө һүҙ һөйләргә маташыуынан нимә сыҡҡанын һәр кемебеҙ­ҙең күргәне барҙыр.
Телмәр – ҙур нәмә шул, ҙур.
– Уй, шиғырҙары һәйбәт!
Үҙем яҡшы белгән заманда­шымдың ҡапыл ошолай тип ҡуйы­уынан нисектер һиҫкәнгәндәй иттем… Һәр хәлдә ныҡ ғәжәп­ләндем, сөнки уны әҙәбиәткә, етмәһә, шиғриәткә әллә ни ылыҡмаған, быны хатта бөтөн­ләй тигәндәй кәрәкмәгән нәмә тип ҡараған зат тип беләм.
Ә уның күҙҙәре янып киткәнсе:
– Случайно ғына күреп, уҡырға керешкәйнем, беренсе строчканан уҡ как бы привлекать итте лә ҡуйҙы. Ҡайһы бер башҡортса һүҙҙәрҙе, ней, аңлап бөтмәһәм дә, как-то рәхәт итеп уҡыным.
Уның тәүге һүҙҙәрен ишетеп, әйтеүемсә, аптырағайным, быларынан ҡыуаныс тойғоһо кисерҙем.
Ошондайыраҡ күренешкә, әйткәндәй, бына хәтергә төштө, алдараҡ та шаһит булғайным. Башҡорт халыҡ йырҙарын артта ҡалғанлыҡ тип һанаған, уларҙы бөтөнләй ҡабул итмәгән ватандашыма баяғы ысын йырсыла­рыбыҙҙың береһен ишетергә насип булған. Һәм ҡарашы ҡырҡа ыңғай яҡҡа үҙгәргән дә ҡуйған.
Икенсе осраҡ гармун уйнауға бәйле. Компьютер эшкәртеүендә генә эшләнгән яһалма йырсыҡ­тарға күнеккән йәш илдәшем, тере гармун моңон тыңлағас:
– Һы, бында ла һәйбәт сыға икән дә! – тип ымланы.
Шулай ул: ысын сәнғәт, ысын һүҙҙәр күҙҙәрҙе лә аса.