Библиобус килә! Һеҙ һүрәттә күргән автобус ябай түгел, библиобус тип атала. Район ауылдары буйлап йөрөй. Унда интернет бар, күсермә эшләтеп алырға була, яҙғандарыңды баҫтырып алыу мөмкинлеге лә ҙур. Бынан тыш китапханасылар әҙәби кисәләр, әҙип­тәр менән осрашыуҙар үткәрә, бай күр­гәҙмәләр ойоштора. Мәҫәлән, Ми­ләүшә Бәҙғетдинова менән Вероника Столбова сираттағы сараға әҙерләнә.