“Әҙәби нағыш” – Миәкәлә!

28-11-2015, 01:03 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Уртаҡ яҙмыш

Был тормошта бары ла уртаҡ булды:
Серле төндәр, сихри иртәләр,
Уртаҡ булды күпме һөйөнөстәр,
Юлда беҙҙе көткән кәртәләр.

Еңел бирелмәне беҙгә тормош
Һынауҙарҙан уртаҡ йән көйҙө.
Икәү яҡҡан һөйөү ялҡынынан
Дошман көйҙө, дуҫтар һөйөндө.

Кәңәшләшеп бергә донъя ҡорҙоҡ,
Улдарыбыҙ үҫте уйнаҡлап,
Мөхәббәттең татлы емештәрен –
Сабыйҙарҙы һөйҙөк уртаҡлап.

Беҙ һөйә лә һәм көлә лә белдек,
Үкенергә һис тә урын юҡ.
Артта ҡалған уртаҡ егерме йыл
Үткән ғүмер – гүйә атҡан уҡ.

* * *
Үкенерлек ғүмер үткәрмәнек
Һағынмаҫлыҡ итеп һөймәнек.
Саф хистәрҙе бушҡа сарыф итеп,
Исем өсөн янып көймәнек.

Уртаҡ юлдаш ситкә тайпылмайса
Һүрелдерерме ярһыу күңелде,
Насип итһен Раббым тигеҙлектә
Үткәрергә уртаҡ ғүмерҙе.

Ваҡытлыса алыҫ оҙатҡанда
Түш кеҫәңә һалып доғалыҡ,
Ярты йәнем китә һинең менән,
Ә яртыһы – йәшле ҡулъяулыҡ.

Венера ХӘЙЕРОВА.


* * *
Мин – бер тамсы,
Хыялый бер тамсы,
Даръяларҙа йәшәр мөхитем.
Тамсы тама-тама ташты тишә,
Үҙе яһай бәхет тәхетен.

Мин бер осҡон,
Ябай осҡон түгел,
Прометейҙан ҡалған осҡон-ут!
Осҡондан да ялҡын ҡабыҙырҙай
Бар миндә көс, ҡеүәт, иман, ҡот.

Тормош уттан ала, һыуға һала,
Һынауҙары ауыр, түҙһәнә!
Тимерҙе лә уттан һыуға һалһаң,
Һынмаясаҡ, уны бөкһәң дә.

Филүзә СОЛТАНОВА.


Ҡар йылыһы

Йөрәктәрҙе дәртләндереп,
Тышта яуа ап-аҡ ҡар.
Яуған ҡарҙың бөртөгөндә
Әллә ниндәй наҙҙар бар.

Шуларға ҡарап шатланам,
Тормош дауам иткәнгә.
Улар мине сихырлайҙар
Һалмаҡ яуып киткәндә.

Шаярып ергә яталар,
Тирә-яҡҡа йәм биреп.
Ел сыҡһа, туҙып алалар,
Ҡанатланғандай, көлөп.

Донъяны ҡарҙар ҡаплаһын,
Яҡтыртып бар төбәкте.
Ҡарҙарҙың да уты була,
Йылытырлыҡ йөрәкте.

Әлфиә ҠУСҠАРОВА.


Һандуғас

Йәйге йәмле йылы кистә
Күктә тулы ай йөҙә.
Дим буйында бер һандуғас
Һайрап үҙәкте өҙә.

Шул серле моң күңелемде
Үҙенә йәлеп итте.
Йөрәгемдә моңло бер көй
Һыҙылып сыңлап үтте.

Һандуғастың моңло көйөн
Отоп мин алһам ине.
Тыуған яҡты маҡтап йырлап,
Гел шатландырһам ине.

Розалия ШИҺАПОВА.


Һуғыш кәрәкмәй

Һуғыш үтте, тибеҙ ҙә ул,
Ә бит һаман дауам итә.
Күпме ир-ат башын һала,
Ә ҡалғандар сират көтә!
Нимә һуң был, һынау микән?
Миңә һуғыш кәрәк түгел.
Ил бүләләр, ер бүләләр,
Йәндәр аулап йөрөй үлем…
Йырлап йәшәр еребеҙҙә
Киңлек етмәй икән кемгә?
Ҡара көстәр ҡанатлана,
Тарих тағы ҡабатлана.
Телдән тел дә уҙа микән,
Кем һуң башлап ҡулын тыйыр?
Тыныслыҡты яҡлап сығып,
Йөрәгенә ҡулын ҡуйыр?
Ниндәй телдә һөйләшһәк тә,
Аңлашырлыҡ был донъяла.
Ғәйеплеме ил яҡлаған?
Ғәйеплеме атҡан бала?..

Таңһылыу ЯНЫШЕВА.