Үрҙәреңә һинең артылдым да... ҠӘҮЕМ ҠОТО

Тубылдарға* тиклем күсерәм дә
Аҙауҙарға** этәм ил сиген.
Урман, йылғаларҙы барлап сығам,
Ҡәҙерләйем туҙан бөртөгөн.

Тауҙар ситтә тороп ҡалмағанмы?
Ҡаяларым ҡайһы тарафта?
Далаларҙы иңләр,
Тауҙар айҡар
Бөркөттәрем оса ҡай яҡта?

Даръяларҙан даръяларға тиклем
Булған саҡта илдең сиктәре
Сәсәндәре, батырҙары ерҙең
Йөрөгәндәр данды күтәреп.

Ҡитғаларҙан ҡитғаларға тиклем
Тамыр йәйгән саҡта ҡәүемем,
Ғәләмдәрҙән тороп елберләткән
Бөйөк күсмән тигән әләмен.

Шығырлаған Ваҡыт күсәрендә,
Телгеләнгән саҡта сал дала,
Уралтауҙың йырлы ҡаяһына
Ҡайһы дәүләт ҡулы уҡтала?
Кемдәр килеп бында ҡороҡ һала,
Кемдәр мәңгелеккә туҡтала?

Бер һыҙғырып һыбай елергәме
Ҡара алтын аҡҡан был ерҙән?
Аҡылдарым минең алтын микән?
Сабырлығым микән тимерҙән?

Бығаулана, бығаулана бара
Ҡәүем өсөн ғәзиз туп(ы)раҡ.
Тамырҙарым миңә – мөҡәддәс ул!
Йырҙы танымаған – ятыраҡ.

Диңгеҙ тауыштары ишетелә,
Ирәмәлдең менһәң үренә.
Ҡаным аша кемдер хәбәр бирә:
Күсмәндәргә диңгеҙ күренә.

Был ҡыҫалар нимә әле беҙгә?
Бөгөн милләт йыры һаҡланһын!
Даръяларға ҡарап көйҙәр һуҙҙым –
Таныш, тиеп тулҡын таң ҡалһын!

Башҡа төрлө йырҙы мин белмәйем,
Беҙ яҡшылыҡ менән еңәбеҙ.
Беҙ йырҙарҙа сәскә атабыҙ ҙа –
Диңгеҙ булып сүлгә һеңәбеҙ.

Быуаттарҙы аша, бығау вата
Халҡым йырҙарының ауазы.
Тубылдарҙан Аҙауҙарға еләм,
Милләт рухы – минең остазым!

Башҡорт йыры ишетелде тиеп,
Ҡот таратыр диңгеҙ тулҡыны.
Танынылар, ахыры, Тубылдарҙа:
Төшөмдә бер ҡая һулҡыны!..

ЯНСЫҠ

Зәки Вәлидиҙең ҡатыны
Нәфисә ханым иҫтәлегенә
Хәйерле юл, йәнем, хәйерле юл,
Иҫән генә йөрө һәр ерҙә.
Ҡайҙа ғына аяҡ баҫһаң да һин
Килһен бары яҡты хәбәрҙәр.

Хәйерле юл, бәғерем, хәйерле юл,
Юлдаш булһын һиңә теләгем.
Ғилем асҡыстарын бирһен Хоҙай!
Һинһеҙ генә ҡалыу йәл бөгөн...

Ваҡытлыса микән был хушлашыу?
Түҙеп булыр кеүек уға ла...
Әллә ниңә төштәремдә һының
Алыҫ офоҡтарҙа юғала...

Алыҫ офоҡтарҙа юғала ла
Ҡояш булып ҡалҡа ҡабаттан.
Мин бит һине йәнә табыр өсөн
Мәңгелеккә, гүйә, оҙатам.

Хәйерле юл, йәнем, хәйерле юл!
Мөхәббәтем һине һаҡлаһын.
Әллә кемдәр һине һатҡанда ла,
Тыуған ерең генә һатмаһын!..

Һатмаҫ та ул һине тыуған төйәк,
Ай, төрлө шул илдә әҙәмдәр...
Ысын йөҙөн аса ҡай берәүҙәр
Аҡтарылған саҡта сиҙәмдәр.

Аҡтарылған саҡта кеше йәне,
Ҡалмағандай унда мәрхәмәт.
Монаятым һиңә бер им булһын,
Йөрәгеңә инһә йәрәхәт!

Хәйерле юл, янсыҡтағы йәнем
Дәрүиш кеүек бергә ил гиҙер.
Йылдар үткәс, беҙҙең мөхәббәттең
Бар тарихын илгә тергеҙер.

Хәйерле юл, исемкәйең менән
Ҡалам инде һөйөү ҡандырып.
Ә артыңдан утлы шауҡым– хәбәр
Күперҙәрең бара яндырып...

ТӨШТӘР

Һинең төшөң ниндәйерәк икән?
Ә минеке, белһәң, бик сәйер.
Бер һөйләргә ине шуны, бәлки,
Һинең күңелең дә бөтәйер?..

Һин бер юлсы инең төштәремдә –
Килеп индең шаҡып ҡапҡаны.
Өндәгеләй, бына өндәгеләй
Күҙҙәремә тултырып баҡҡаның.

Ғүмер буйы көткән Әҙәмемә
Һуҙған саҡта һыуын шишмәнең,
Йөрәгемдең ялҡындарын һалдым:
Әллә һиҙҙең, әллә һиҙмәнең?

Бөтә донъям һине көткән кеүек,
Көрһөнгәндәй итте һөлгөләр.
Улар һинең сәфәр оҙонлоғон
Ҡайҙан ғына икән белделәр?

Ҡайҙан һиҙҙе ишек тотҡаһы ла –
Аһ иткәндәй ҡулың ҡағылғас.
Ҡарашыңдың нуры һирпелеүҙән
Япраҡ ярыр төҫлө ҡыу ағас.

Аяҡтарың һинең арығандыр,
Сылғауҙарҙы үҙем сисәйем.
Сайпылырға тора йөрәктәге,
Һәр хисемде мең ҡат үлсәйем.

Һин яуҙарҙан ҡайтып киләһеңдер,
Нисә быуат икән инеңдә?
Иренемдең сите-сите менән
Ҡағылырҙай булам миңеңә.

Мин шундайын һине һағынғанмын,
Эй, илағым килә ҡосаҡлап.
Иҫәбен дә хәҙер юғалттым бит –
Быуат йәшәйемдер хис һаҡлап!..

Арҡам менән һине тоям кеүек,
Сәстәремә ҡулың үрелде.
Көлөп ебәргәндәй өйөм эсе,
Сулпыларҙың сыңы терелде...

...Һинең төшөң ниндәйерәк икән?
Был таңым да һинһеҙ атырмы?
Зарығып та көткән танһыҡ кешем –
Минең өсөн тыуған батырмы?

МЭХКА*

Һөйләшәйек әле, Мэхка таныш,
Илдең именлеге хаҡында.
Беләм – һинең арҡаң ҡанлы, тик ныҡ,
Минең ҡәүем – Урал һыртында.

Һыпырып та ташлап була микән
Юҡ, халыҡты түгел, вәхшиҙе?
Ниңә тәмәкеңде эскә һурып,
Харабаға ҡарап баш эйҙең?

Мин тауҙарға артылғанда хәҙер,
Аҫта доға ҡылам шәһиткә.
Ошо хәтлем тауҙар тыуһын өсөн
Күпме ирҙәр киткән –
Баш етмәй.
Тәмәкеңдең төтөнөнән әллә
Тауҙар шәйләнгәндәй алыҫта.
Валидолдар йөкмәп инер микән
Урман айыуҙары был ҡышҡа?

Дарыу алмай торған сирҙәр була.
Дауаланмай улар һис ҡасан.
Алтын түгел!
Беҙ үҙебеҙ – байлыҡ!
Етмәү менән ҡыҙыҡ ул аҡса.

Иң ғәзизе ғүмер кеүек ине,
Йылмаяһың...
Үтә ул ярһыу.
Умырзая кеүек булған икән
Тәҡәттәрҙе асҡан яратыу.

Тупраҡ – ул беҙ икәнлекте белгәс,
Бәхет танып ятып иларлыҡ.
Кешелекте ҡай саҡ юғалтһаң да,
Кеше булмай китеү – вәт ярлыҡ.

Ҡатлы-ҡатлы йорттар ерләнгәндә,
Фажиғәме?
Юҡ шул?
Күрәсәк?
Йыуылмайса,
Доға ҡылынмайса
Ерҙең ҡуйынына керәсәк

Улар... әммә ергә инеп ята –
Күҙҙәремә керҙе был төтөн.
Һиндә кисерештәр ҡалмағандай,
Битарафлыҡ менән өркөттөң.

Ҡыҙыҡ түгелме ни был фанилыҡ?
Ҡалтырана һүҙҙән ил өҫтө.
Арҡа һөйәгендәй, Урал ныҡтыр,
Шул күтәрә бөгөн кәйефте.

Резервациялай бар Йыһанда,
Уралтауға һалғас йөрәкте,
Һинең менән миңә түгел бөгөн
Исемһеҙгә илау кәрәктер.

Тәмәкеңде йәшең һүндерәме,
Буламы ни Ерҙе күҙәтеп?
Ҡатмаһындар тиеп таштай булып,
Йәштәремде түктем һүҙ итеп...

*Мэхка – индеец исеме. Ер тигәнде аңлата.
 

Яҙҙы: Зәки

26 декабрь 2015 00:50 // цитировать
Үлтерҙең, Лариса! Рәхмәт!