“Ғәлиәбаныу” һаман да әсир итә...

30-03-2016, 01:07 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
“Ғәлиәбаныу”  һаман да әсир итә... Тамаша залында ут һүнде. Халыҡ, мөғжизә көткәндәй, шымып ҡалды... Холда гармун тауышы яңғыраны, уға ҡушылып йыр ағылды һәм киске уйынға сыҡҡан егеттәр сәхнәгә табан юлланды. “Ғәлиәбаныу” спектакле ошолай үҙенсәлекле башланып китте.

Мирхәйҙәр Фәйзиҙең 100 йыл элек яҙылған был музыкаль драмаһында мәңгелек тема – мө­хәббәт яҡтыртыла. Ғәлиәбаныу менән Хәлилдең саф, эскерһеҙ һөйөүҙәренең яҙмышы унда. Бер-береһен үлеп яратҡан, тиҙҙән ҡауышырға тейеш булған ике йөрәктең изге теләгенә яуыз, мәкерле көндәш Исмәғил аяҡ сала. Ябай ауыл тормошо, уй-хыялдар, ҡайғы-шатлыҡтар донъяһында йәшә­гәндәрҙең барыһы ла бергә үрелеп асыҡ сағыла.
Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” драмаһы Уильям Шекспирҙың “Ромео һәм Джульетта” трагедияһына ауаздаш. Режиссер быйыл Иҙел башында Башҡорт халыҡ театрының 45 йыллығына нәҡ ошо мәңгелек теманы яҡтыртҡан әҫәрҙе ҡуйып, бик ҡыйыу һәм отошло аҙым эшләгән тип әйтһәк тә, хата булмаҫ. Тамашасының да ҙур баһаһын алды – залдың тулы булыуы ошо хаҡта һөйләй.
Урыҫ телле халыҡтар күпселекте тәшкил иткән ҡалала бер бәләкәй генә тамсыны хәтерләткән театрҙың сәнғәткә ғашиҡ милләттәштәребеҙҙе туплап, ҙур даръяға әйләндереү көсөнә эйә булы­уы бер кемгә лә сер түгел. Унда ҡуйылған спек­такл­дәргә халыҡ электән теләп йөрөй. Премье­раларҙың аншлаг менән үтеүе – быға дәлил.
Театрҙың тәүге режиссеры Альберт Нәбиуллин утыҙ йыл эшләү осоронда белореттарға иҫтә ҡалырлыҡ сәхнә әҫәрҙәрен ҡуйыуға өлгәшә. Бөгөн дә уны яҡташтары онотмай, һағынып иҫкә ала һәм башҡорт сәнғәтенә индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерә. Туфан Миңнуллиндың “Беҙ бит ауыл егеттәре”, “Ай булмаһа, йондоҙ бар”, Илшат Йомағоловтың “Нәркәс”, Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр”, Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә”, “Айгөл иле”, Фәрит Богдановтың “Юлдар күперҙә осраша” һәм башҡа спектаклдәре тамашасы күңелендә матур тәьҫораттар ҡалдырған. Ысынлап та, Альберт Шаймөхәмәт улының шундай ҙур әҫәрҙәргә тотоноуы иҫ китмәле һәм бары һоҡланыу ғына тыуҙыра. Шул заманда уйнаған һәүәҫкәр артистар – Рәшиҙә Ялалетдинова, Карамат Ғәбиҙуллин, Мансур Һиҙиәтов, Фәриха Вәлиуллина, Булат һәм Саҙиҡ Баййегетовтар, Миңниса һәм Салауат Нәбиул­линдар, Нәзирә Лоҡманова, Зилә Ғәйнетдинова (Аҙнабаева), Динә Ғимранова, Йәмилә Исхаҡова, Харис Уйылданов, Ләлә Кашапова, Роза Исламова һәм башҡаларҙы әле булһа иҫтәрендә һаҡлайҙар.
2001 йылда режиссер хаҡлы ялға киткәс, ҡала мәҙәниәт һарайында эшләп килгән Башҡорт халыҡ театры бушап ҡалғандай тойола. “Кем театрға яңы һулыш өрөр?” тигән һорау халыҡҡа ғына түгел, район мәҙәниәт идаралығы рәйесе Зәлифә Әғләмоваға ла тынғылыҡ бирмәй. Нәҡ шул мәлдә район ауылдарының береһе Ғәбдүктә йәшәгән Ғилмановтар үҙ тормошон ҡырҡа үҙгәртеү өсөн тырышып йөрөгән була…
Ғәбдүк ауылында тыуып үҫеп, 1994 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумын тамамлаған Гөлнара Шөғәйепова мәктәпкә эшкә урынлаша һәм драма-фольклор түңәрәген алып бара. Яҡташы Юлай Ғилманов менән ғаилә ҡора. Оҙаҡламай ауыл мәҙәниәт йорто директоры итеп эшкә алалар үҙен.
Бер ваҡыт йәш ғаилә ҡалаға күсеп килә. Күп тә үтмәй, Гөлнара Ғилманованы Зәлифә Әғләмова Башҡорт халыҡ театрына эшкә саҡыра.
– Эш башлауы еңелдән булманы. Ҡалала бер кемде лә белмәй инем бит. Ярай әле Белорет педагогия училищеһында уҡып йөрөгән бикәстәрем ярҙамға килде. Улар менән дөйөм ятаҡ буйлап артистар йыйҙыҡ. Ҡыйынлыҡтар булды, әммә ул ваҡыттағы мәҙәниәт һарайы директоры Артур Рифат улы Ибраһимов ҙур ярҙам күрһәтте. Шул саҡта спектаклдә уйнаған студенттарға рәхмәтем сикһеҙ, – тип хәтирәләргә бирелә Гөлнара Насретдин ҡыҙы.
Шулай итеп, яңы эш башлаған режиссер 2004 йылдың апрелендә Белорет тамашасыһына Ҡадир Аҡбашевтың “Һипкелле ҡыҙ” әҫәрен тәҡдим итә. Дебютты халыҡ йылы ҡабул итә. Ә инде 2005 йылда Данил Сәлиховтың “Туй күлдәге – һуңғы бүләгем” спектакле менән Халыҡ театры исемен яулайҙар. Унда Әлзирә Юнысова, Миңлегөл Лоҡманова, Юлай Ғилманов, Гүзәл Ғәлина ҡатнаша.
Эшһөйәр, тынғыһыҙ, егәрле, эҙләнеүсән Гөлнара Ғилманова заман талабынан тайпылмайынса, тамашасының зауығын ҡәнәғәтләндерерлек пьесалар табып, халыҡтың ышанысын, һөйөүен яулауға өлгәшә.
– Мин 1971 йылдан алып сәхнә тормошонда ҡатнашам, 30-ҙан ашыу спектаклдә уйнаным. Театр бөгөн үҫеш осорон кисерә. Яңы артистар ҙа балҡып сыҡты. Гөлнара Бәшәрова, Морат Сәйфуллин кеүек йәштәрҙең театрға килеүе ҡыуаныслы. Режиссер Гөлнара Ғилманова тырышып эшләй. Элек беҙ Альберт Нәбиуллин сәхнәләштергән “Ғәлиәбаныу”ҙы ҡуйғайныҡ, был юлы Гөлнара Насретдин ҡыҙы заманға яраҡлаштырып күрһәтте, – ти Мансур Һиҙиәтов.
“Ғәлиәбаныу” музыкаль драмаһын театр сәнғәтен һөйөүселәр ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Был юлы элекке артистарҙың да ҡатнашасағы хаҡындағы яңылыҡ тамашасыла тағы ла көслөрәк ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр.
– Спектаклде былтыр ноябрҙә әҙерләй баш­ланыҡ. Костюмдар тектерҙек. Төп ролдәрҙең бе­реһе Ғәлиәбаныуҙы Гөлнара Бәшәроваға ышанып тапшырҙыҡ. Уның үҙ бурысын йырып сығырына бер ҙә шикләнмәнем. Белорет педагогия колледжын тамамлаған Гөлнара бынан бер нисә йыл элек театрға йөрөй башланы, бер аҙҙан үҙен режиссер ярҙамсыһы итеп эшкә алдыҡ. Беҙҙең өсөн табыш булды ул. Хәлил ролен моңло тауышлы Азат Баҡыев уйнаны. Ғәлиә­баныуҙың атаһы Бәҙри роле Мансур Һиҙиәтовҡа тура килеп тора. Әйткәндәй, Мансур ағай мин ҡуйған “Тау артында тал илай”, “Балаҡайҙарым” спектаклдәрендә лә уйнаны. Ғәлиәбаныуҙың әсәһе Ғәлимә роленә Фәриха Вәлиуллинаны саҡырғайным, ул да ихлас риза булды.
“Ни өсөн “Ғәлиәбаныу”ҙы һайлағандар?” тигән һорау тыуғандыр. Классик әҫәр, элекке жанрҙағы спектаклде ҡуйыу ине теләгем, – ти Гөлнара Ғилманова.
Сәхнә әҫәре – бер кешенең генә эше түгел, ә ҙур коллективтың хеҙмәт емеше. “Ғәлиәбаныу”ҙың да уңышлы килеп сығыуына күптәр көс түккән. Сәхнә биҙәлеше, яҡтыртыу, музыка өсөн яуаплылыҡты ла иңгә алыр кешеләр кәрәк бит.
Алдан билдәләп үтеүебеҙсә, тамаша аншлаг менән үтте. Спектаклдән һуң Башҡорт халыҡ театрының тәүге режиссеры Альберт Нәбиуллинды һәм төрлө йылдарҙа уйнаған артистарҙы сәхнәгә саҡырып тәбрикләнеләр. “Ғәлиәбаныу”ҙы ҡарап кинәнгән тамашасы яратҡан артистарын сәскә гөлләмәһенә күмде.