Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кино актерҙары ҡайҙан? Сибайҙан!
Кино актерҙары ҡайҙан? Сибайҙан! Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театры – көньяҡ-көнсығыш райондар тамашасыһының яратҡан мәҙәни усаҡтарының береһе. Артистарҙың сәхнәлә бирелеп уйнауына, халыҡсан, һутлы тел менән сығыш яһауына улар күптән күнегеп бөткән. Хатта уларҙы яратып һәр ауылда “үҙебеҙҙең артистар килгән” тип кенә ебәрәләр. Ә бына төрлө йылдарҙа бихисап кинофильмда төшкәндәрен күптәр белеп тә бөтмәйҙер әле. Сибай артистарының кино сәнғәтендә лә хайран ҡалырлыҡ образдары бар икән шул!
Рәсәйҙә һәм Башҡортос­танда иғлан ителгән Кино йылы сик­тәрендә театрҙың художество етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре, Башҡорт­ос­тандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов шәп тамаша ойошторҙо ҡалала. Үҙенсәлекле итеп әҙерләнгән кисәлә актерҙар кино сәнғәтендә үҙҙәрен яңыса асып балҡытты. Сәхнә түренә эленгән экранда төрлө кинофильмдарҙан Сибай артистары уйнаған өҙөктәр күрһәтелде, спектаклдәрҙән күренештәр тәҡдим ителде.
Степан Злобин әҫәре буйынса Яков Протазановтың “Салауат Юлаев” кинофильмында төп ролде башҡарған СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мө­бәрәков – Сибай театрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Быйыл абруйлы мәҙәни усаҡ 85 йыл­лыҡ юбилейын ҡаршылай.
Тамашасы күңелен бынан 37 йыл элек яулап алған “Алтын атлы һыбайлы” (“Всадник на золотом коне”) фильмында Баш­ҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Хоҙайғолов та төшкән. Ул тап ошо кинолағы роле өсөн Рәсәй Мәҙәниәт министрлы­ғының Почет билдә­һе менән бүләкләнгән.
Режиссер Айсыуаҡ Йомағо­ловтың “Ел аулау­сы” фильмында Алмас бабай ролен Баш­ҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Хисмәтулла Дәүлә­товтың уйнауын һәр кемдең иҫендә ҡал­ғандыр, моғайын. Шуныһы үке­нес: билдәле композитор һәм һоҡланғыс актер күптән түгел арабыҙҙан китте. Уның халыҡ араһында киң танылыу тапҡан “Мин ҡабаттан тыуыр булһам”, “Етеле шәм”, “Арғымаҡ”, “Үткән ғүмер” һәм башҡа бик күп халыҡсан йырҙары тамашасы күңелендә мәңге һаҡланыр.
Режиссер Айнур Асҡаровтың “Еңмеш” фильмы ла Сибай театры актерҙары ҡатнашлығында төшөрөлдө. Башҡортостандың халыҡ артистары Рәмилә Хоҙайғолова – өләсәй, Зифа Баязитова кассир ролдәрен бик оҫта башҡарып, башҡорт кино сәнғәте йылъяҙмаһына үҙ исемдәрен индерҙе. 2014 йылда режиссер Булат Йосо­повтың “Визит” фильмында Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Юнир Ғәйнуллинға ла киноға төшөү бәхете эләкте, ул обкомдың идеология буйынса секретары ролен иҫ китмәле оҫта башҡарҙы.
2010 йылда Санкт-Петербург ҡалаһының “Панорама” сту­дия­һы Баймаҡ районында “Минең ҡәҙерле кешем” (“Дорогой мой человек”) сериалының ҡайһы бер эпизодтарын төшөргәйне. Унда ла Сибай артистары үҙҙәрен кино актеры булараҡ һынап ҡараны, ә Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Марс Итбаев бик үҙенсәлекле ролдәрҙең береһен уйнап, тамашасы һөйөүен яуланы.
Рияз Исхаҡовтың “Етегән” музыкаль фильмында Башҡорт­остандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин менән Дания Ғөбәй­ҙуллина ҡат­нашып, Сибай театры артистарының данын тағы арттырҙы. Ә 1970 йылда Әмир Абдразаҡовтың “Туй” кинофильмында ул ваҡытта Башҡорт дәүләт сәнғәт институты студенты ғына булған, әле Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Рәдиф Яңыбаевтың кейәү ролен бик оҫта башҡарыуы үҙе бер тарих булып иҫтә ҡалған.
Театрҙың художество етәк­сеһе Дамир Ғәлимов белдере­үенсә, Кино йылын Сибай театры үҙҙәренең ижади эштәре, баш­ҡорт кино сәнғәтендә ниндәйҙер кимәлдә үҙ эҙен ҡалдырған матур ролдәре менән ҡаршылай. Киләсәктә улар төрлө спектакл­дәрҙә бихисап образ тыуҙырыр, әммә кино сәнғәтен дә ситләп үтмәҫ, сөнки Сибай артиста­рының тәжрибәһе лә, ижади ҡомары ла етерлек.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ

Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ 23.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

21-23 сентябрҙә Өфөлә III Евразия гуманитар форумы үтте. Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт...

Тотош уҡырға 31

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Силәбелә Ғаилә йылына арналған китап күргәҙмә-сауҙаһын ойоштора
Еңеүсе – Испания ҡыҙы

Еңеүсе – Испания ҡыҙы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсында еңеүсене иғлан иттеләр. Баһалама...

Тотош уҡырға 42

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә?

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә? 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тормошобоҙҙа белем туплау юлдары бихисап. Шуларҙың береһе – гәзит һәм журналдар. Мәғлүм ки, әле...

Тотош уҡырға 58

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үлмәҫбай, Василий Теркин... Бөйөк Ватан һуғышы осороноң ҡабатланмаҫ ике геройы. Мостай Кәрим менән...

Тотош уҡырға 45

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Танылған журналист Нияз Сәлимов тураһында шулай тип әйтһәм, һис тә хата булмаҫ. Исеме бөтә...

Тотош уҡырға 54

Уң ҡулында булыр ҡурайы

Уң ҡулында булыр ҡурайы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Милли музыка ҡоралының данын арттырыр ир-азаматтарыбыҙ бар. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың...

Тотош уҡырға 39

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек ҡыҙыу бара Конгресс-холда фольклор фестивалдәре һәм традицион...

Тотош уҡырға 53

Бейей-бейей... юбилейға!

Бейей-бейей... юбилейға! 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына ниндәй генә ярыштар ойошторолмай беҙҙә! Шуларҙың иң ҡыҙыҡлыһы һәм...

Тотош уҡырға 63

Көнсығыш моңдары яңғыраны

Көнсығыш моңдары яңғыраны 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Азия халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале уҙҙы. Алтын көҙҙө алтын нурҙарына ҡойондорған...

Тотош уҡырға 62

Йәшәйеш именлеге һаҡсыһы

Йәшәйеш именлеге һаҡсыһы 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тәбиғәт ҡосағында тыуып үҫеп, шул мөхиттең барлыҡ булмышын, йәшәйеш үҙенсәлектәрен белеп-күреп...

Тотош уҡырға 52

Матурлыҡҡа мәҙхиә

Матурлыҡҡа мәҙхиә 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡорт мәҙәниәте һәм сәнғәте тарихында яҡты йондоҙ булып балҡыған шәхестәр бихисап. Улар араһында...

Тотош уҡырға 56