Бармы икән тиңдәр һиңә, Ҡурай?!

31-05-2016, 01:06 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Бармы икән тиңдәр һиңә, Ҡурай?! “Евразия йөрәге” фестивале сиктәрендә уҙған “Ҡурайфест-ӨФӨ” байрамына бөтә Ер йөҙөндә бер генә лә аналог юҡ! Быны һәр башҡорт белә. Ә ҡурай ул беҙҙең Уралда ғына үҫә.

Был байрамда сит илдәрҙән килеүселәргә лә башҡорт милләтенең быуаттар төпкөлөнән һуҙылған тәрән моңон, кисереш-тойғоларын, аһ-зарҙарын, шатлыҡ-ҡыуаныстарын, бар асылын ҡурай аша ишетеп таныу бәхете тейҙе. Халыҡ артисы Роберт Юлдашев һәм уның “Ҡурайсы” төркөмөнөң, “Ятаған”, “Саптар” этно-төркөмдәренең һәм башҡа музыканттары­быҙҙың көйҙәрен ишетеп кемдәр генә битараф ҡалһын инде! Шундай көс, дәрт, дарман, ялҡын бөркөлә бит уларҙан! Әйткәндәй, уларға алмашҡа үҫеп килгән “Саптар” төркөмө артис­тары ла ихтирамға лайыҡ. Шундай йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар инде унға яҡын халыҡ-ара, төбәк-ара, республика кимәлендәге бәйгеләрҙең лауреаты һәм дипломанты. Төркөмдөң ҡурайсыһы Юлай Ҡасимов “Бүреләр” рок төркөмөндә лә уйнап өлгөрҙө. Шуныһына иғтибар итергә кәрәк: “Бүреләр” төркөмө беренсе тапҡыр йырҙарын ҡурай моңо менән башҡарҙы. Шәп килеп сыҡты!
Ҡурайҙың бик уникаль музыка ҡоралы икәнен күреү ҙур кинәнес булды: эстрада-джаз, рок, этно, электрон көйҙө лә оҫта башҡарҙы ҡатнашыусылар. “Алтынай” төркө­мөнөң ҡыҙҙары ла ҡурай менән сығыш яһаны. Халҡыбыҙҙа: “Башҡорт ҡатын-ҡыҙына ҡурай уйнарға ярамай,” – тигән ҡарһүҙ йөрөһә лә, минеңсә, бик уңышлы килеп сыҡты. Ни генә тиһәк тә, йәш һәләттәрҙе барлау, уларҙы үҫтереү милли йөҙөбөҙҙө һаҡлап ҡалыуҙың төп нигеҙе лә инде. Был юҫыҡта Рәсәй ҡурайсылар союзы төҙөлөп, уның төп йорто Өфөлә урынлашасағы ла билдәле.
Халҡыбыҙҙың йәнен дауалаусы ҡурайсы­ларыбыҙҙың бихисап булыуына һәм ошондай кимәлдәге “Ҡурайфест”арыбыҙҙың үтеп тороуына шөкөр!