Тамырынан аҡтарылған имәндәй...

22-06-2016, 01:04 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Әхмәтшәриф ағайҙың эш урыны булған ферманы һүтеп ташлап, өр-яңы иркен һарай төҙөнөләр. Әммә киләһе йылына уҡ мал-тыуарҙы ялан яҡтарына күсереп алып киттеләр. Йәнәһе, бәләкәй ауылдарҙың киләсәге юҡ.


— Ни эшләргә? Береһенән-береһе вағыраҡ балаларҙы нисек үҫтереп, кеше итергә? — тине ағай.
Ишек асылып, һап-һары сәсле, түңәрәк йөҙлө кеше пәйҙә булып:
— Здравствуйте! — тип башындағы эшләпәһен ҡулына алғанда пеләш башы ялтырап китте.
— Здрасьте! — тигән булды Әхмәтшәриф ағай.
— Приглашаем на работу в совхоз. Квартира будет, — тине теге урыҫсалап.
— Нимә тей? — тип иренә шыбырланы Мәрйәм апай. Сит ирҙең телен аңлау түгел, бер урыҫты ла күрмәгән ҡатын, яҙып ябынған яулығын, йөҙөн йәшерер өсөн, нығыраҡ тартты.
— Беҙҙе ялан яғына йәшәргә саҡыра, — тигән булды уныһы, ризалашырғамы-ризалашмаҫҡамы аптырап.
— Заработная плата будет дос­тойная. Соглашайтесь.
— А дети?
— Обучение на русском языке. В каком классе учатся ваши дети?
— В первом, в четвертом, в шес­том...
— Ну, там, договоримся.
— Подумаю, — тине ни әйтергә лә белмәгән ир кеше.
— До свидания, — тип, башына эшләпәһен кейеп, йыуантаҡ ҡорһаҡлы түрә сығып та китте.
— Юҡ! — тип ҡырҡа баш тартты Мәрйәм апай. – Тыуып-үҫкән еребеҙ­ҙән баш тартҡан кеүек була. Урыҫ араһына барып сусҡа ите ашау тураһында уйлама ла.
— Ҡарап ҡарарбыҙ, — тигән булды ире. — Балалар пособиеһына ғына йәшәп булырмы икән?
Бер Әхмәтшәриф ағайҙың ғына ҡайғыһы түгел ине, күптәрҙең наһырын ҡырҡты “перспективаһыҙ” тигән мөһөр. Оҙон итәкле күлдәк өҫтөнә камзул кейгән, француз яулығын яҙып ябынған, һай калуш­тағы ысын башҡорт ҡатынының, әлбиттә, ят донъянан баш тартыуы ғәжәп тә түгел.
Юҡ, кеше аптыратып, ҡабат-ҡабат килде пеләш башлы. Ахырҙа Әхмәтшәриф ағай яңғыҙы ялан яғына барып, мал ҡараусы булып эшкә урынлашты. Малсыны ҙурланылар, бүләкләнеләр. Йәшәр өсөн йорт та төҙөнөләр.
— Китмә, ҡарындаш, китмә. Фәлән ерҙә алтын бар, барһаң баҡыры ла юҡ, — ҡаршыларында йәшәгән фронтовик Нурғәле бабай ауылдашының яҙмышына борсолдо.
— Килен, юҡ менән булаһың. Китһәң, миңә электр плитәңде генә ҡалдырып кит, — тине Фәхерниса ҡайынбикәһе.
Ауылдаштары уларҙы төйәген ҡалдырмаҫҡа өгөтләне. Юҡ! Китте шул Әхмәтшәриф һандуғаслы, муйыллы төйәген ҡалдырып. Арбаһына ваҡ-төйәген, бала-сағаһын тейәп юлға сыҡты. Мөһөр тағылған төйәген, сиған шикелле ташлап, башҡа ауылдаштары ла юлланды.
Ысынлап та, бөтөнләй башҡа мөхит, мосолман көнкүрешенән ҡырҡа айырылған ғөрөф-ғәҙәттәр бутал­сығына баттылар. Ул замандың ҡанундарына буйһоноп, донъяуи ҡараштарыңды үҙгәртәһең, рухи күңелең менән, хатта тышҡы ҡиәфәтеңә тиклем икенсе төрлөгә әйләнәһең. Заһираға ғүмерҙә ауыҙ­ҙарына хәрәм ризыҡ ҡапмаған, шайтан һыуын эсмәгән ҡатындарҙың перс­пективалы ауылдың эскесе­ләренә әйләнеп, теге донъяға китеүҙәре аяныслы булды. Атаһының эш урынында ҡырҡ туғыҙ ғына йәшендә фани донъяны фажиғәле ташлап китеүе үтә ҡыйын булды... Мәрйәм апай һигеҙ балаһы менән яңғыҙы ҡалды.
Урман балаһы Заһира яланда ғүмере буйы урманын һағынып йәшәне. Көнкүреш шарттары уңайлы булһа ла, барыбер уға нимәлер етмәне. Хәҙер килеп, ҡасандыр гөрләп торған перспективалы ауылдарында ла тормош һүнеп ҡалды. Йәштәр күпләп сит-ят тарафтарға ағылды.
— Уф! — тип көрһөндө Заһира. — Замана елдәре әҙәм тигәнеңде лә әллә нисә төрлөсә ҡыландырып, ниндәй сүрәткә әйләндермәй ҙә кем генә итеп йәшәтмәй, Хоҙайым. Тәрәндә ергә йәбешкән имәнде аҡтарып, икенсе урынға ултыртып, күпме генә тырышһаң да тамырланып, нығынып үҫеп китә алмағандай булды инде... Әллә нисә үҙгәртеп ҡоролоштоң шаһиты, хәҙер инде капитализм кешеһе булып иҫәпләнгән әбей таяғына таянып, ҡапҡаһына табан атланы.