Ай-һай, киләсәк, Батыр рухын беләсәк!

13-07-2016, 10:53 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Тубырсыҡ // Баҫып сығарырға
Ай-һай, киләсәк, Батыр рухын беләсәк!
“Салауаттың ярһыу атын
Уҙыр батырҙар тыуһын.
Топ-топ батырҙар,
Өҙә баҫып барырҙар!

Салауаттың утлы рухы
Йәш күңелдәргә тулһын.
Ай-һай, киләсәк,
Батыр рухын беләсәк!”


Ошо йыр менән ҡаршы алды беҙҙе Иҫке Күл урта мәктәбе уҡыусылары. Милләтебеҙ ағинәһе Мәрйәм Бураҡаеваның “Йәйләү” программаһы буйынса ойошторолған йәйге ял үҙәгендә шөғөлләнгән балалар сағыу тамашаға йыйылған.


Тик, ниңәлер, күҙҙәрендә һағыш бар кеүек. Баҡтиһәң, иртәгә таралышалар, әле иһә хушлашыу кисәһе икән.
– Был программа буйынса беренсе йыл эшләнек, – тип бәйән итте лагерь етәксеһе, тарих, йәм­ғиәтте өйрәнеү фәндәре уҡы­тыусыһы Мәүлиҙә Вәлитова. – Балаларға бик оҡшаны. Өс аҙна буйы үҙебеҙҙең милли мөхиттә кинәндек: башҡортса бейенек, йырланыҡ, флешмобтар үткәр­ҙек, уйнаныҡ, әкиәттәр сәхнә­ләш­терҙек, шиғырҙар ятланыҡ, һү­рәт төшөрҙөк... Һәр кем күңе­ле­нә яҡын нәмә менән шөғөл­ләнде.
Мәктәп янында ҙур баҡса бар. Унда уҡыу мәленә етерлек йә­шелсә-емеш үҫтерелә. Балалар элек умартасылыҡ серҙәре ме­нән дә танышҡан, был эште килә­сәктә дауам итергә ниәтләйҙәр. Күбеһенең ата-әсәһе әлеге кәсепте йәшәйеш нигеҙе тип һанағанлыҡтан, малай-ҡыҙҙар был йүнәлеш буйынса өйҙә лә хеҙмәт тәрбиәһе ала.
“Йәйләү” программаһына яраш­лы педагогтар уҡыусы­лар­ҙы ҡумыҙҙа, ҡурайҙа уйнарға өй­рәткән. “Барығыҙ ҙа был һөнәр­ҙәрҙе нисек үҙләштерҙегеҙ һуң?” – тибеҙ, ғәжәпләнеп. Баҡ­тиһәң, ҡыш мәктәпкә Миңле­ғәфүр Зәйнет­динов килеп, уҡытыусы­ларҙың һәммәһенә дәрес биреп киткән икән.Ай-һай, киләсәк, Батыр рухын беләсәк!
Төрлө һөнәргә өйрәнеүҙән тыш, балалар Павловка һыу һаҡлағысына, Йүрүҙән буйына сәйәхәт ҡылған, рәхәтләнеп һыу ингән. Лагерҙа дүрт ырыуға бүленеп “йәшәгән” улар. Көҙәй­ҙәр, ошо ерҙең хужаһы булараҡ, ҡунаҡҡа килгән меңдәрҙе, үҫәргәндәрҙе, ҡыпсаҡтарҙы ихлас ҡаршы алған. Ырыуҙар һәр сарала көс һынашҡан, сәмләнеп ярышҡан, шулай ҙа гелән дуҫлыҡ, берҙәмлек еңгән.
Хәҙер инде айырылышыу мәле. Исемен, оранын, тамға­һын йәнә бер ҡат әйтеп, йырын башҡарып, ырыу вәкил­дәре бер-береһе менән ҡосаҡ­лашып хушлашты. Киләһе йыл тағы ла осрашырға һүҙ ҡуйышты улар.
– Балалар аҙ булһа, мәктәптә ошондай ҙур саралар ойоштора алмаҫ инек. Һөйөнөскә күрә, ауы­лыбыҙ йылдан-йыл ҙурая, йәш­тәр үҙебеҙҙә күпләп төп­ләнә, – тип шатлығы менән уртаҡ­лашты мәктәп директоры Шәрифйән Кәримов. – Ҡалала­ғыларҙан кәм йәшәмәй хәҙер халҡыбыҙ! Иркен, зауыҡлы йорттар төҙөйҙәр, үҙ кәсебе менән шөғөлләнәләр. Шуға мәктәбебеҙҙән дә милли рух аңҡып тора.