Иҫәпләрлек малыбыҙ барМин Иҫке Сибай мәктәбендә V класты тамамланым. Әле рәхәтләнеп ял итәм, киләһе уҡыу йылына көс йыям.
Мәктәптә айырыуса рәсем дәресе оҡшай. Каникул мә­лендә лә яратҡан шөғөлөмдән айырылмайым. Әле, Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу барғанын белгәс, был сараны сағылдырыуҙы ҡыҙыҡ тип таптым.
Һүрәттә – беҙҙең өй, ихата. Күреүегеҙсә, күп итеп һарыҡ, кәзә, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ, йәшелсә-емешкә бай баҡса үҫтерәбеҙ. Иҫәп алыусы апай, атай-әсәйем менән ихлас аралашып, планшетта документ тултыра.
– Был сараның әһәмиәте шул ҡәҙәр ҙур, – тип аңлатты миңә атай-әсәйем. – Ауыл халҡының нисек йәшәгәне өйрәнелгәс, беҙҙең тормошто яҡшыртыу өсөн яңы мөмкин­лектәр тыуҙырыласаҡ.