“Әсәйҙең бәлештәре” йылыһы

29-07-2016, 01:07 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
“Әсәйҙең бәлештәре” йылыһы Бөтә донъяны шаулатып ике көн буйы барған бәлеш флешмобы Башҡортостанды ла урап үтмәне. “Ватан” этнопаркындағы “Әсәйҙең бәлештәре” тип исемләнгән байрам сараһында төрлө райондарҙан һәм Өфөнән йыйылған йөҙгә яҡын кеше үҙ оҫталығын һынап ҡараны. Байрамды “Ҡапыл туй” ғаилә йорто ойошторҙо. Ул глобаль селтәрҙең “Перископ” тигән Твиттер ҡушымтаһы аша бөтә донъяға күрһәтелде.
Төп маҡсат йәштәрҙә әсәйҙәрҙең, өләсәйҙәрҙең рухын тәрбиәләү булһа, быуындар бәйләнеше ныҡлығын күреү үтә лә ҡыуандырҙы. Байрам йәме ағинәйҙәр милли ризыҡҡа, аш-һыуға оҫталығын ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, сабый балалар һәм хатта ир-ат менән дә ихлас уртаҡлашты. Һәр хужабикәнән үҙҙәренә генә хас аш-һыу рецептары йыйып алынды, улар баҫыласаҡ китаптарҙа урын аласаҡ. Әйткәндәй, был сараны “Тотал соул” (Total soul) тигән каналдан да күрергә буласаҡ. Ә һәр бешерелгән бәлеш хужа­һы иһә фотографтар ярҙа­мында милли юҫыҡта эшләнгән фонда тарихта ҡалды.
“Әсәйҙең бәлештәре” йылыһыБайрамды республикабыҙҙа һуңғы йылдарҙа ныҡлы таныла барған “Урал батыр” милли тур­операторы ойошторған бүләк­тәр һәм юлламаларға ташлама менән сертификаттар уйнатыу дауам итте. Ә проекттың тағы ла бер партнеры тәҡдим иткән “Һабын ҡыуыҡтары” шоуы сабыйҙарҙы битараф ҡалдыр­ма­ғандыр. Уларҙың шат тауышынан “Ватан” этнопаркы биләмәһе яңғырап торҙо. Эйе, бөгөн балаларыбыҙ ошондай сараларҙа ҡатнаша, таныша, аралаша икән, уларҙың аң ҡалыбында милли тойғо ныҡлы урын аласағы шикһеҙ. Ә был йәһәттән сарала ҡатнашҡан милли кейемдәрҙәге ағинәй­ҙәребеҙҙең аш-һыу бешереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, кәңәштәре, эш барышындағы уйын-көлкө, бейеүҙәр һәм йырҙар ҙур әһәмиәткә эйә булды. Шаян таҡмаҡтары һәм йырҙары менән байрамға айырыуса бер йәм биргән Гөлгөнә Ырыҫҡолова һәм Альбина Исхаҡова апайҙарҙы атап үтмәү дөрөҫ булмаҫ. Ҡайҙандыр ҡыу ҡурайлы ҡурайсыһы ла, халыҡ йырҙарын йырлаусылар ҙа табылды.
“Әсәйҙең бәлештәре” йылыһыҒөмүмән, донъя буйлап ат­лаған был үҙенсәлекле флешмоб кескәй Ватаныбыҙҙа үҙенсәлекле бер төҫ алды. Бында ихласлыҡ, эскерһеҙлек, бер-береңә, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам да асыҡ күренә ине. Байрамды “Ҡапыл туй” ғаилә йорто проекты етәкселәре Шәүрә һәм Инвир Хисаметдиновтар ҙур оҫталыҡ менән алып барҙы.
Әйткәндәй, сара һуңында “Рәхмәт һиңә, әсәй” тигән клип та төшөрөлөргә ниәт ителгән. Был эш шулай уҡ бөтә донъяла башҡарылып, “Тотал соул” фес­тивалендә дөйөм­ләш­терелгән презентацияһы күрһә­теләсәк.
Ә әлегә һәр кем әсәйҙәрҙең, өләсәйҙәрҙең рухы ҡушып бешерелгән бәлешле сәй табынына рәхим итте.



Ләлә БЕЙЕШЕВА, Өфө ҡалаһы:

– Йәштәребеҙҙә милли аңды, рухты тәрбиә­ләү өсөн ошондай сара­ларҙы йышыраҡ үткәреп торорға кәрәк. Бына беҙ бында милли кейемдә килгәнбеҙ, был да бер тәрбиә өлгөһө бит инде. Йәштәр күп кенә, балалар ҙа ихлас. Беҙ уларға кәңәштәр бирҙек, аш-һыу серҙәренә тө­шөндөрҙөк. Быуындар бәйләнеше өҙөлмәҫкә тейеш, шунда ғына ба­лаларҙы милли йәһәттән тейешенсә тәрбиәләүгә ирешәсәк­беҙ.

Фәнгиз НУРЕТДИНОВ, Әбйәлил районы:

– Өфөгә юғары уҡыу йортона уҡырға инергә килгәйнем. Кисә дуҫта­рым менән осрашҡанда был байрам хаҡында белдем. Үкенескә ҡаршы, мин өләсәйҙәремде күреп өлгөрмәнем, шуға ла бында шул мөхитте, шул рухты тойорға теләнем. Яңы­лышмағанмын, сара оҡ­шаны.