Алда яңы һуҡмаҡ ята – йөрөлмәгән...

31-08-2016, 01:07 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Алда яңы һуҡмаҡ ята – йөрөлмәгән... Ғүмер үремдә –
баҡсам түрендә


Түшәк кеүек баҡсам түренә
Ултырттым мин йәп-йәш алмағас.
Йәп-йәш тигән һүҙ ҙә дауа икән,
Яндарыңда йәшлек ҡалмағас.

Йәшлектең бит йәшәр көндәре күп,
Япраҡ ярып тамыр йәйәһе.
Йәш сағыңда уны уйламайһың,
Сәйер икән ғүмер йәйәһе.

Алмағасым, һин бик бәхетлеһең,
Алда әле матур мәлдәрең.
Ҡалҡынырһың, иңдәреңә ятыр
Һоҡландырып сәскә шәлдәрең.

Алһыу алмаларың йылмайырҙар,
Рәхмәт әйтеп минең ҡулдарға.
Иҫән булып, сауап һүҙе итеп,
Мин дә йылмайһамсы шуларға.

Үҙ ҡулыңдың мәрхәмәтен күреү
Ниндәй ҡыуаныс ғүмер үрендә.
Алмағасым, ергә йәмдәр өҫтәп,
Тамыр йәй һин баҡсам түрендә.

Диалог

– Йүгерәһең ҡайҙа?
– Ҡасам.
Инсульттан ҡасам.
Ғүмеремдең һаулығына
Бер ишек асам.

Йәшәйһем килә, был донъя бит
Сәскәле баҡсам.
Яңынан тыуғандай буламын,
Ҡояшҡа баҡһам.
– Бындай сәйер аҡыл һиңә
Килде һуң ҡасан?

– Йәш сағыңда уйламайһың
Һаулыҡ хаҡында.
Йәшәгәнбеҙ, эшләгәнбеҙ
Тағын, тағын да.

Бына инде һаулыҡтарҙың
Семтеме ҡалғас,
Ауырыуҙар бик шәп булып,
Боғаҙҙан алғас,

Аҡыл килә.
– Һуң түгелме?
– Һис тә һуң булмай.
Инсульты ла уҫал эттәй
Арттан абалай.

Бына шунан ҡасам инде,
Ҡасам, йүгерәм.
Һин дә йүгер, ғүмерең артыр,
Булмаҫһың әрәм.
Башҡаларға ла өндәшәм,
Белһен һәр әҙәм.

Секундында булһаң да...

Мәңгелектең ишектәрен
Бер кем асалмай.
Үҙ ғүмере сиктәренән
Бер кем ҡасалмай.

Әммә мәңгелек хаҡында
Уйланыу фарыз.
Бер секундына булһа ла,
Уяныу фарыз.

Мәңгелектең секундында
Йәшәнем, тиген.
Ҡараңғы бер босмағында
Шәм булдым, тиген.

Ерҙәштәргә яҡты бирҙең,
Бер сауап ҡылдың.
Шат тауышын ишеттерҙең
Аҫыл былбылдың.

Мәңге йәшә, тиҙәр ҙәһә –
Был күңел өсөн.
Мәңгелек, тип, йәшә, дуҫҡай,
Биреп бар көсөң.

Үҙемде барлау

Туҡһан йәшем юллай миңә саҡырыу-оран.
Мин – бер юлсы, мөмкинлекте барлап торам.

Атлар аҙым миңә һанап бирелмәгән.
Алда яңы һуҡмаҡ ята – йөрөлмәгән.
Бейек тауҙың башына уҡ менмәһәм дә,
Баҫып тора алам тауҙың эргәһендә.

Аяҡ атлай, таяғымды таянамын.
“Тай көсө” бит, мин таяҡтан көс аламын.

Ҡулдар иҫән, тик ауырҙы күтәрәлмәҫ.
Әммә элек күтәргәнгә үпкәләмәҫ.

Маңлай күҙем бөттө инде, ни хәл итәм.
Күңел күҙем, мәхрүм итмә тик ниәттән.

Алда көтә туҡһан йәшем, зарығып көтә.
Күңел йәп-йәш, һәйбәт көндәр өмөт итә.

Ҡартинәмдең бисмиллаһы

Күпме белдем һәм оноттом
Ошо оҙон ғүмеремдә.
Ҡартинәмдең бисмиллаһы
Һаман тере күңелемдә.

“Иннә ағатайына...”, “көлһыу алла...”
Биш йәшемдә ятлағанмын.
Шул бисмилла менән бергә
Һигеҙ тиҫтә атлағанмын.

Иртә китте, ул сағында
Миңә ун йәш тулған ине.
Хәтеремдә: “Хыял” тигән
Тәүге шиғырым тыуған ине.

Шул хыялым һәм бисмилла
Ғүмер буйы оҙата килде.
Йәшәр өсөн, яҙыр өсөн
Миңә тынмаҫ илһам бирҙе.

Ҡартинәмдең бисмиллаһын
Әле лә йыш ҡабатлайым.
Уның менән мин һәр ваҡыт
Сауаплымын, ҡанатлымын.

Йылмайыу

“Һинең кеүек гел йылмайып
йәшәһәң ине”, –
тине бер мәл халыҡ яҙыусыһы
Н. Асанбаев.

– Күргән һайын һиндә гел йылмайыу.
Гел йылмайыу һинең йөҙөңдә.
Осрашҡан һайын һиңә ҡарап,
Йылмаямын, – тинең, – үҙем дә.

Гел шатлыҡтан тормай был тормоштар,
Хәтәр ҡайғыһын да үткәрҙек.
Ауырын да, барын эскә йыйып,
Йән күтәрмәҫтәйен күтәрҙек.

Һин, дуҫҡайым, инде баҡыйлыҡта.
Барыбыҙ ҙа шунда китәбеҙ.
Үҙебеҙсә йәшәп ижад итеп,
Үҙебеҙсә ғүмер итәбеҙ.

Ә йылмайыу килгән тәбиғәттән,
Асылымда бала саҡтарҙан.
Йылмайыу бит еңгән һуғыштарҙа,
Йылмайыу бит сирәм аҡтарған.

Мин киткәндә ошо гүзәл ерҙән,
Мираҫ итеп ҡалыр йылмайыу.
Йәшәһен, тим, ошо йылмайыуҙың
Көсө хаҡындағы уйланыу.

Изге ултырғыс

Ун йыл элек аҡ һаҡаллы бабай
Бер ултырғыс яһап биргәйне.
“Оҫта булдым, ултырғыстарымда
Меңдәр ултыра алыр, – тигәйне. –

Минең өсөн оло бәхет, ҡустым.
Быныһы һиңә, шағир улыма.
Илһам ҡошо шиғри шәлкемдәрҙе
Бүләк итеп торһон ҡулыңа”.

Аҡһаҡал ҡарт инде баҡыйлыҡта,
Ултырғысы тора ҡаршымда.
Тере һымаҡ, ҡарап тора һымаҡ –
Шиғри уйҙар ҡайнай башымда.

Алға килә мең-мең ултырғыстар,
Кешеләр өсөн, тиеп яһалған.
Юнған, йышҡан, биҙәп матурлаған,
Һәр беренә шиғри наҙ һалған.

Кеше китә ерҙән, эҙе ҡала,
Биҙәк булып ҡала, юғалмай.
Был ултырғыс миңә изге һымаҡ,
Изге хисте бер кем юялмай.

Был ултырғыс миңә хеҙмәт итте,
Уның менән яҙҙым шәлкемдәр.
Мин дә бер саҡ уны ҡалдырырмын,
Ултырһын, тип, уға шат кемдәр,
Килһен, тиеп, бары шат көндәр.

Еңә алһа ғына…

Йәшерен-батырын түгел, килә ҡай саҡ
Күтәрә лә алмаҫ ауырлыҡ.
Бер әмәл дә күренмәгән һымаҡ,
Аптырап уҡ, баҙап ҡалырлыҡ.

Кеше сүгә, хатта башын эйә,
Тимер түгел, тәне, йәне бар.
Һындырырға әҙер, иҙергә әҙер
Шул ауырлыҡ тигән януар.

Шул саҡ йәндең уяныуы кәрәк,
Әүерелеүе тиңһеҙ батырға.
Кеше табыр ҡеүәт, табыр сара
Тәүге сүрәтенә ҡайтырға.

Ауырлыҡты шулай еңә-еңә
Кеше йәшәй фани донъяла.
Ауырлыҡты еңә алһа ғына,
Кеше кеше булып ҡалала.