Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ЙӨРӘКТӘРҘӘН ЙӨРӘКТӘРГӘ ЕТЕП...
ЙӨРӘКТӘРҘӘН ЙӨРӘКТӘРГӘ ЕТЕП...
Эвита Гайнеттың “Әрней икән, тимәк, тереһең” исемле шиғри кисәһенә осраҡлы ғына билет алғайным. Бәлки, осраҡлы ла түгелдер... Сөнки, иртәме- һуңмы, белергә тейешлене белеп йыуанаһың, күрергә тейешлене күреп ҡыуанаһың... Уйланаһың... Һәр бер яҡты көнөбөҙҙө Хоҙай биргән мөмкинлектәребеҙҙән файҙаланырға ла хаҡлыбыҙҙыр, бәлки. Йыһан серҙәренең сикһеҙлеген, донъя матурлығын, тормош һәм уйҙар тәрәнлеген образлы һүҙҙәр ярҙамында бар камиллығында нескә итеп бирергә ынтылыусы әҙәбиәт тә беҙ күргәндәрҙән ситтә түгел.
Сәнғәт менән әҙәбиәт – матурлыҡты һынландырыусы бөйөк ғаләм күҙҙәре, донъяның ҡарашы, тип әйтергә буламы икән? Ә бөтә ғаләмде, донъяны ҡабул итеүсе һәм үҙенә һыйҙы­рыусы донъя ул... йөрәктер... Эвита Гай­неттың ижады менән танышырға теләгән, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе йыйған ябай ғына аудиторияла аралашыу ошолар хаҡында уйландырҙы...
“Башҡортостан” лайфстайл үҙәгенең шәмдәл уттары балҡыған ыҡсым ғына бер залында әкрен генә ағылған йәнле ҡурай моңо оҙатыуында Эвитаның бөгөнгө менән бергә үткәндәр һәм тыуған ер, үтә лә тәрән тойған үҙенсәлекле нескә образдар яҡтыртылған “Тыуған илем” (“О Ро­дине”) шиғыры яңғырай... Бер аҙға уның ошо шиғыр юлдарын һеҙгә нисек еткерергә икән тип туҡталдым. Туҡталдым да уйға ҡалдым... Әммә кешенең уй-хистәрен ул кисергәнсә, ул ижад иткән бар булмышында, бөтә сафлығында еткереүе ауы­рыраҡ икән шул. Бәлки, кәрәкмәйҙер ҙә... Сөнки һүҙ менән әйтеү бер, ә тап шағирә тауышы аша уның йөрәк һүҙен ишетеү икенсе икән... Тыңларға, тойорға һәм йәшәргә кәрәктер был мөхиттә...
Эвита Белорет районынан. Күптәре­беҙгә “Башҡортостан” телерадиоком­па­нияһы үткәргән “Әйтер һүҙем бар” проектында еңеүсе булараҡ билдәле. Петербургта уҡып йөрөгән сағында ныҡлап шиғырҙар яҙа башлай. Өфөгә ҡайтҡанда шиғриәттең тормошом икәнлеген аңланым, ти йәш шағирә. Эвита рус телендә ижад итә. Шулай ҙа сәнғәттең айырым теле юҡ, тиҙәр. Аңлашыу теле был осраҡта йөрәк һүҙелер, моғайын...
Эвитаның шиғырҙарында тәрән тойғо­лар ҙа, ҡыҙ бала күңеленә хас нескә хис­тәр ҙә, донъяны үҙенсә күргән, үҙ йөрәге аша кисергән оло яҙмышлы кеше ҡараштары ла сағыла. Ябайлыҡ, тәрән фекерҙәре аша донъяға ҡарата булған һөйөү һәм ихласлыҡ бөркөлгән Эвитаға ҡарап, тап тыуған еренә ерегеп үҫкән баланы, ғорурланырлыҡ халҡыбыҙ ҡыҙын, кеше булараҡ та, йәш шағирә булараҡ та, йәштәргә үрнәк булырлыҡ һоҡланғыс йәштәшебеҙҙе күрәм.
Диңгеҙҙең яман торошо юҡ... Ҡолаҡта Эвитаның шиғыр һүҙҙәре яңғырай... Оло ҡеүәткә эйә диңгеҙ, төрлө миҙгелдәрҙән торған ҡөҙрәтле тәбиғәт кеүек тормош даръяһында ҡолас ташлап ирекле йөҙөргә һәләтле кешеләрҙең дә ошо тәбиғәт менән бер булмышлы, яҡты тәбиғи асыллы булыуы тураһында һөйләй был һүҙҙәр... Ҡолаҡтарға ҡағылып тормайынса, йөрәккә ҡағыла. Эйе, тап йөрәк менән тыңлана Эвитаның күп шиғырҙары. Сикһеҙ уйҙар киңлеген дә, ғүмер сиклелеген дә аңлатып, төпһөҙ йөрәк тәрәнлеген сағылдырған төн ҡараңғылығында һәм йөрәк йылылығын, йөрәк терелеген, өмөт-көс билдәһе булған шәм яҡтылығында аудиторияны ике яҡлы әңгәмәгә, тормош һөйләшеүенә саҡыра. Залда ултырғандарҙың барыһы бирелеп, һоҡланып, уйланып, янып, ғазапланып та, ғорурланып та, шатланып та, йылмайып та Эвитаның сығышын тыңлай.
Әкрен генә ағылған йәнле ҡурай моңо матурлыҡ теле менән һөйләгән ошо йәш йөрәктең халыҡсан асылын табырға ярҙам итә. Эвитаның шиғри моңо ла, гитара мо­ңо­на ҡушылып, сикһеҙ киңлектәргә әйҙәй. Ошо мәлдә ағылған йыр ауазы, йөрәк һүҙе менән ауаздаш булып, сәхнә күре­нешен бар бөтөнлөгөндә күрергә ярҙам итә... Ошондай ябай йөрәк моңо булып яңғыраған шиғырҙар күңелгә рухи аҙыҡ биреп, тәнең-йәнең менән иркен һулыш алырға, тап Эвитаның уйсан күҙҙәре менән, һүҙҙәре менән, уның йөрәге аша, әммә үҙең булып тирә-яҡҡа ҡарарға, ваҡыттың бер мәлен үҙеңсә, ләкин бөтөн­ләй икенсе төрлө йәшәргә мөмкинлек бирә...
Ошондай уй-хистәр ағымында тирбәл­дергән йөрәк сыңдарынан һуң, аудитория менән асыҡ диалог, ихлас аралашыу ҙа ойошторҙо Эвита. Арҡа терәр яҡын кеше­ләре, дуҫтары уның ижады тураһында йылы фекерҙәр еткерҙе, атай кеше лә ошондай илаһиәттең ҡыҙ балаға әсә йылыһы менән күсеүен иғтибарға алды. Кисәгә килгән йәштәр ҙә, өлкән быуын да Эвитаға асыҡ күңел менән үҙ һорауҙарын бирҙе, тыуған хистәре, уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Сараны ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәт­кән Гүзәлиә Тулыбаева: “Эвитаның ижадын ихтирам итәм, нисектер күңелгә яҡын. Уларҙа тормош аҡылы сағыла. Шуға ла уның ижады үҫешергә һәм кешеләргә ошо яҡтылыҡты таратырға, йөрәктәрҙе асырға, ышаныс бирергә хаҡлы. Шуға ла кисәне үткәреүҙә ихлас күңелдән Эвитаға ярҙам итергә булдым. Ысынлап та, заманса яңы форматтағы саралар Өфөлә лә үткәрелә башланы. Шулай ҙа ойоштороусы булараҡ шуны әйтә алам: уй-маҡ­сатыбыҙ күңел асыу ғына түгел, ә йөрәктән йөрәктәргә етеп, күңел яҡты­лығын өләшеү, ошоноң менән, бәлки, һәр кемдең тормош матурлығын күрһәтеү, ғүмерҙең һәр мәле бушҡа ғына бирел­мәүен еткереү. Кисәгә килгән берәү Эвита­ның ҡатмары юл һайлауын – ижады аша йөрәктәрҙе асыуы тураһында әйткәйне. Эйе, ул хаҡлы. Бындай юлды бары тик йөрәктәрендә оло ышаныс йөрөткән ҡыйыуҙар ғына һайлай алалыр”, – тине.
Шиғриәткә битараф булмаған йәш шағирә Зарина Бағышаева ла: “Эвита Гайнеттың ижады менән тәүге тапҡыр теүәл бер йыл элек уның, һүҙ оҫталары бәйгеһендә ҡатнашып, “Һүҙ магистры” титулын яулағанында танышҡайным. Уның ижады бик үҙенсәлекле, матур ҙа. Бигерәк тә әсәй тураһындағы шиғырҙары күңелемә яҡын: уҡыһам да, уның үҙе һөйләгәнен тыңлаһам да, күҙҙәргә йәш эркелә. Күңелдең иң нескә ҡылдарын сир­тә Эвитаның тәрән тойғоло шиғырҙары”, – тигән фекерҙә.
Рәхмәт, Эвита, был кисәлә беҙ һинең ижадың менән генә танышманыҡ, бар ихласлығыңда, ябай булмышыңда, тәрән уйҙарыңда ябай кеше, оло йәш шағирә булы­уың менән бергә үҙебеҙҙең бар­лығыбыҙҙы, һинең шиғри йөрәк һүҙҙәрең аша үҙ йөрәгебеҙҙе аңларға тырыштыҡ, тормош хаҡында һәм йәшәйеш хаҡына типкән йөрәгең аша үҙ йөрәктәребеҙҙең тибешен ишеттек.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Айгиз Татарстанға китерме?

Айгиз Татарстанға китерме? 15.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

"Ҡалдырма, әсәй!" тигән повесы менән республика ғына түгел, бөтә Рәсәй халҡын зар илатҡан Айгиз...

Тотош уҡырға 344

Әйтеп бөтөлмәгән фекерҙәр күп әле

Әйтеп бөтөлмәгән фекерҙәр күп әле 14.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Дим моңдары” күңелегеҙгә ял бирер. Республика юбилейы алдынан донъя күргән был китап шиғриәт...

Тотош уҡырға 50

“Урал батыр”ҙы белгән балала өмөт бар

“Урал батыр”ҙы белгән балала өмөт бар 14.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Улар булғанда илдең киләсәге ҙур. Һеҙҙең бер урында шундай күп талантлы, белемле, аҡыллы балалар...

Тотош уҡырға 71

Урал менән Шүлгән йәнә осрашты

Урал менән Шүлгән йәнә осрашты 14.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә ил буйынса Театр йылын асыу тантаналары үтте. Президент В.В. Путиндың Указына ярашлы,...

Тотош уҡырға 51

Ҙур хеҙмәт донъя күрҙе

Ҙур хеҙмәт донъя күрҙе 13.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостан ғалимдары ун томлыҡ “Башҡорт теленең академик һүҙлеге” тигән ҙур лингвистик проектты...

Тотош уҡырға 62

Гөлназ Асаева сәхнәнән киткән...

Гөлназ Асаева сәхнәнән киткән... 13.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үҙенең моңло йыры, сибәрлеге менән меңәрләгән тамашасыларҙың күңелен әсир иткән Гөлназ Асаева...

Тотош уҡырға 1 046

Һынлы сәнғәт ҡанат ҡуя

Һынлы сәнғәт ҡанат ҡуя 13.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Наил Мәхмүтовтың “Башҡортостандың...

Тотош уҡырға 55

Баймаҡтар Рауил Бикбайҙың шиғриәтен  ярата

Баймаҡтар Рауил Бикбайҙың шиғриәтен ярата 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Баймаҡ районының һәр ҡала һәм ауыл китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбайҙың 80...

Тотош уҡырға 100

Шағир рухын шатландырып...

Шағир рухын шатландырып... 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Шиғриәтте яратҡан һәр кем Рәшит Назаров ижады менән таныштыр. Уның фәлсәфәүи шиғырҙарын уҡып, берсә...

Тотош уҡырға 149

“Мин һеҙгә ғашиҡ булдым!”

“Мин һеҙгә ғашиҡ булдым!” 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Күңелгә һағыш оялаған да аҡ ҡағыҙға шиғыр юлдары булып теҙелә. Ә шиғырҙар үҙенә уҡыусылар,...

Тотош уҡырға 87

Ижадында – халыҡ яҙмышы

Ижадында – халыҡ яҙмышы 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ринат Камал әҫәрҙәрендә кешенең күңел донъяһын өйрәнә....

Тотош уҡырға 59

Мәңге йәшәр сәсән рухы

Мәңге йәшәр сәсән рухы 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Биш йыл рәттән районыбыҙҙа үткәрелеп килгән сәсәндәрҙең төбәк фестивале быйыл билдәле фольклорсы,...

Тотош уҡырға 73