Танып башҡорттары – сәхнәлә

30-12-2016, 01:31 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Ауыл биләмәләре сәнғәт оҫталары араһында “Атайсал” башҡорт фольклоры фестивале үткәрелде. Төрлө милләт вәкилдәре үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәгән районда тамырҙары Танып ырыуына барып тоташҡан Тушҡыр ауылы һәүәҫкәрҙәре тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы.
Ҡатнашыусылар араһында фермер хужалыҡтарында эшләгәндәр, йыраҡ Се­бергә йөрөгәндәр, уҡытыусылар, тәрбиә­селәр, медицина хеҙмәткәрҙәре, эшҡы­уарҙар, оло йәштәге апайҙар булды.
– Ябай халыҡ араһында таланттар шул тиклем күп, уларҙы һайлап алып, дәрт­ләндереп сәхнәгә сығарыу – ижадҡа бита­раф булмаған бөтә яуаплы кеше­ләрҙең бурысы. Ауыл йәшәй. Тимәк, мәҙә­ниә­те­беҙҙең киләсәге өмөтлө. Милләтте, динде һаҡлау кешенең үҙенән тороуын да оно­торға ярамай, – тине жюри ағзаһы Рәзидә Әхмәтова.
Фольклор кисәләре – иҫтә ҡалырлыҡ фәһемле сара. Тушҡыр ауылында сән­ғәт­те үҫтереүгә күп көс һалған фәһемле шә­хестәр бар. Шулар араһында һәүәҫкәр ша­ғирә, йырсы һәм оҫта ойоштороусы Гөл­шат Ихсанованы телгә алыр инем. Ул үҙенең шиғырҙарына көйҙәр ҙә ижад итә. Был тамашаға ла сценарийҙы ул үҙе яҙған.
Бик үҙенсәлекле башланды кисә. “Тыу­ған ауылым” көйө оҙатыуында шәжәрә ағасы янында әбейҙәр һәм малайҙар ауылдың тарихы тураһында әңгәмәләште. Өс йөҙ йыл тарихы булған ауылдың ҡай­ҙан килеп сыҡҡанын, кемдәр был төбәккә килеп ултырғанын асыҡ­ланылар. Башҡорт ырыуы вәкилдәре Байрамша, Ғәбйәлил, Бикташ, Ураҙмәт бабайҙар нәҫеленән беҙ. Улар заманында бик данлыҡлы кешеләр булған, өс тапҡыр хажға барған диндарҙар.
1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғ­лүмәттәре буйынса, Тушҡырҙа 1675 баш­ҡорт йәшәгән. Был мәғлүмәт йәш быуында милләтебеҙгә иғтибар һәм ихтирам тәр­биә­ләүҙә мөһим дәлил булып тора. Мәғ­лүмәттәр Салауат Хәмиҙуллиндың “Танып ырыуы башҡорттары” китабынан, район тарихы тураһындағы сығанаҡтарҙан һәм урындағы тарихсылар, Тушҡыр ерлегендә йәшәп ижад иткән яҙыусылар китаптарынан алынды.
Сәхнәгә “Ҡартаймаҫтар” йыр ансамбле сыҡҡас, зал алҡыштарға күмелде. Жюри ағзалары бер тауыштан уларҙы “Башҡорт халыҡ йырҙарын иң оҫта башҡарыусы коллектив” номинацияһында еңеүсе тип таныны. Күп йылдар төрлө байрамдарҙа, район кимәлендәге фес­тивалдәрҙә ҡатна­шып уңыштар яулаған ансамбль ул. Үҙе­нә генә хас репертуары бар, сәхнә костюм­дары ла үҙенсәлекле. Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы, Тушҡыр егете Рифҡәт Ғәбделйәнов та байрамға яҡташ­тарын тәбрикләргә ҡайтҡан. Нефтекама филар­монияһында эшләгән егет халҡы­быҙға ижад емештәрен бүләк итте, “Тушҡырыма” йырын ҙур илһам менән башҡарҙы.
Беҙҙең төбәктә бейеү ансамблдәре лә күп. “Чиборио” удмурт халыҡ ансамбле дәрт­ле бейеү башҡарҙы. Асавка ауылы ҡыҙҙарының боронғо удмурт бейеүе иң уңышлы сығыштарҙың береһе булды. Тушҡыр ауылынан әсәле-ҡыҙлы Ирина Ғәлиәхмәтова һәм Венера Хәмәтну­ро­валар рус халыҡ бейеүен профессиональ кимәлдә башҡарҙы. Диана Хисмәтова үзбәк бейеүе менән таң ҡалдырҙы.
Йыр – сәнғәттең әсәһе, ә уның алтын бағанаһы – заман эстрадаһы. “Тыуған яҡ моңдары” йыр бәйгеһендә йәш йырсылар Эльмира Рәхимова, Илнур Хәсәнйәнов, Руфина Исмәғилева сәхнә биҙәге булды.