Маҡарыма ҡайттым… Тирә-яҡта Күкрәп сәскә атҡан күк сирень…

11-01-2017, 02:52 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Юҡ, сирень сәскә атмай ине ул көндө, киреһенсә, тышта сатлама һыуыҡ, бит осонда ялбыр ҡар болоттары ағыла. Ләкин Маҡар ауылы халҡы, минең яҡташтарым, ҡышҡы һалҡын көндө үҙҙәренең күңел йылылығы менән яҙға әйләндерҙе. Яҡташ­тарымдың ҡат-ҡат шылтыратыуынан һуң, беҙ, бер төркөм әҙиптәр, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Зәки Әлибаев етәкселегендә Маҡарға юлландыҡ. Минең 75 йәшем тулыу уңайы­нан ине беҙҙең был сәфәребеҙ. Шундай болғауыр заманда ла яҡташтарымдың әҙәбиәттән айырылмауы, рухи юғарылығы, яҙыусыларға булған иғтибар һәм ихласлыҡ күңелдәребеҙгә һары май булып ятты. Рәхмәт ихтирам күрһәткән яҡташтарыма, ихлас күңелдән …
Ишембай район хакимиәтенә, Маҡар ауыл Советы етәксеһенә, райондың мәға­риф бүлеге, “Торатау” редакцияһы хеҙмәт­кәрҙәренә, Маҡар урта мәктәбе коллективына, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре Мәрйәм Солтанова етәк­ләгән музыка мәктәбенең “Селтербей” ансамбленә, сәхнәне гөл кеүек биҙәгән барлыҡ ағинәйҙәргә, туғандарыма, клас­таштарыма, сатлама һыуыҡтан ҡурҡма­ған, ҡыштың иң ҡыҫҡа көнөндә ҡара таң­дан тороп сәфәргә сыҡҡан ҡәләмдәштәрем Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаға, Тамара Искән­дәриәгә, Сабир Шәриповҡа, Фәрзәнә Аҡбулатоваға, Ғәлиә Кәлимуллинаға, Лариса Абдуллинаға, Хисмәт Юлдашевҡа, әҙәби төркөмдө етәкләгән Зәки Әлибаевҡа оло рәхмәтемде еткерәм.
21 декабрҙә ошо матур сәфәрҙең дауа­мы булған икенсе осрашыу Зәки Вәлиди исе­мендәге китапханала Өфөлә үтте. Был осрашыуҙы матур итеп ойошторған китап­ханаға, ошо көнгә “Киске шәфәҡ йыры” ти­гән яңы китабымды донъяға сығарған Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәш­риә­тенең хеҙмәткәрҙәренә, Маҡарҙы урап ҡайтҡан төркөмгә килеп ҡушылған олуғ яҙыу­сыбыҙ Ноғман ағай Мусинға, Әлфиә Әсәҙуллинаға, Салауат Кәримовҡа, Гөл­фиә Янбаеваға, Эльза Кәлимуллинаға, Гү­зәл Хамматоваға, туғандарыма, мине ҡот­лаған йәш быуынға рәхмәтлемен. Әҙә­би­әт­кә тоғро хеҙмәт иткән гәзит, журнал, радио, телевидение журналистарына Яңы йылда ҡыуаныстар, сағыу шатлыҡтар насип булһын.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаты.