Тимер Йосопов исемендәге…

28-02-2017, 03:41 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Ҡырыҫыраҡ, тиҙәр, беҙҙең яҡты…
Ләкин беҙгә – наҙлы әсәбеҙ… –
тип яҙған күренекле шағир Рәми Ғарипов.
Ысынлап та, төньяҡ кешеләре, әллә төньяҡтан, һыуыҡ яҡтан булғанғамы икән, ҡырыҫыраҡ, хатта, беҙҙеңсә әйткәндә, тупһыҙыраҡ та шул. Ҡайҙа инде беҙгә көньяҡ – йылы яҡ, йомшаҡ яҡтың нәзәкәтлектәре, нескәлектәре.

Был һыҙат булмышыбыҙҙа, хатта уй-хыялдарыбыҙҙа, аң-ҡарашыбыҙҙа, эсте­тика­быҙҙа, мәҙәниәтебеҙҙә лә сағыла: беҙҙең яҡ кешеләре, мәҫәлән, ситтән килгән хәбәрселәрҙе һыйлап, яҡшылап ҡаршылай белмәй, ә көньяҡта йөрөһәң – хөрриәт… Төньяҡта хәбәр­се, яҙыусы, артист – кеше түгел! Шул ҡаны­быҙға һеңгән, беҙҙең яҡта ҙур түрәләрҙе генә, тағы килмешәктәрҙе хөрмәтләп ҡабул итәләр, ә үҙеңдеке иҫ китерлек түгел, сөнки үҙеңдеке, күптән билдәле. Валлаһи, алыҫтағы Ҡояш нығыраҡ яҡтырта.
Хәйер, быларҙы ни өсөн һөйләйем мин, кешегә аҡыл һатам? Минең яҡташ­тарға аҡыл өйрәтергә кәрәкмәй, улар үҙ­ҙәренә ни кәрәген үҙҙәре белә. Әйтерҙәр: ул Муллабайҙы беләбеҙ, ул ялҡау, ул тегеләй-былай. Ә шул уҡ ваҡытта эшебеҙ алға бармай, мәҙәниәтебеҙ, мәҙәниле­гебеҙ үҫмәй. Ни өсөн беҙҙең яҡта хәбәр­селәрҙе, әҙиптәрҙе, артистарҙы хуп күреп бармайҙар, беҙҙең яҡтан ни өсөн улар халҡы аҙ сыға? Беҙҙең ауылдарыбыҙҙа, хатта район үҙәктә­ребеҙҙә, мәҫәлән, күршеләрҙәге ише һәр район үҙә­ген­дәгесә, яҡташтарыбыҙға Дан аллеялары, һәйкәлдәр юҡ, ошондай тәрбиә сараларынан мәхрүмбеҙ… Бәлки, бындай әйбер­ҙәргә, йәш быуынды тәрбиәләүгә бик иғтибар итеп бармайбыҙҙыр, ул һәйкәлгә, китапҡа тиклем ашауҙы хәстәрләргә, бала­ларыбыҙҙың тамағын ҡайғыртырға кәрәктер? Беҙ шундай-шундай бик тә мәхрүм, хәлһеҙ төбәкме?
Тимер Йосопов – башҡорт халыҡ шағиры, гүзәл шиғри әҫәрҙәр оҫтаһы.
Имән төпкәйенә ултырҙым мин,
Имән төпкәйҙәре күләгә;
Башы менән һауаларға ашҡан,
Аҡ болоттар килеп урала.

…1957 йылда Тимербай Йосопов, хә­ҙерге Дыуан районының Әбсәләм ауылы егете, Мәсетле районы гәзите “Коммунист” хәбәрсеһе булып эшләгәндә “Комсомол” колхозына командировкаға килә, йәнәһе, бесән өҫтөн яҡтыртырға! Ҡаранай тауы битләүендә бесән сабып ятҡан еңгә­һен күрә, дөрөҫөрәге, еңгәһе уны таный. Ире һуғышта ятып ҡалған, Тимербай – ҡәйнеше. Шағир йөрәкле егет ни эшләй?

Бесән өҫтө.
Йылға буйҙарында
Яңғырап китә салғы тауышы.
Шыбыр-шыбыр миңә серен һөйләй
Әй буйының күрән-ҡамышы.

Тау битендә еңгәм бесән саба,
Бар көсөнә киреп ҡоласын;
Салғыһы ул талмаҫ ҡанатмы ни,
Ә үҙе бит, гүйә, ыласын.

Туҡта, еңгә, арып талғанһыңдыр,
Бирсе әле миңә салғыңды;
Миңә ҡарап бер хәтерлә, еңгә,
Ағай менән йөрөгән сағыңды.

Хәбәрсе Тимербай Оло Ыҡтамаҡҡа мәҡәлә урынына ошо шиғырҙы алып ҡайта. Мөхәррир Мостафин ағай уны беренсе биткә ҡуйҙыра. Аҙаҡ был шиғыр “Правда” гәзитендә лә баҫыла. Әле лә иҫтә, Тимер ағай уны шиғри осра­шыу­ҙарҙа сәхнәнән яттан һөйләр ине. Нисә ҡабат тыуған яҡтарға ҡайтҡанда халыҡ алдында нисә яңғыраны икән ул шиғыр.
Ҡоласымды, әйҙә, кирәйемсе,
Баҫылғандай булһын һағышым;
Ер битенә салғы менән яҙҙым
Бер ҡатындың хәтәр яҙмышын.

Әйткәндәй, шағир һәр әҫәрен ҡағыҙҙан түгел, ә яттан һөйләү ҡеүәһенә эйә булды. Ысын шағир, халыҡ күңеленән ярып сыҡҡан һәләт… Хәҙер тыуған төбәгебеҙҙә, уны хәтерләткән Мәсәғүт ауылында, Республика лицей-интернат ҡына бар. Ул унда йыш ҡунаҡ була ине, юҡ, шунда тыуған төйәгенә ҡайта ине. Тимер Йосопов исемендәге Республика лицей-интернаты – төньяҡ-көнсығыш төбәктәге матур бер уҡыу йорто. Бында Тимер Йосопов исемендәге призға көрәшселәр ярышы була, бер нисә йыл “Тимер Йосопов уҡыуҙары” үткәрелде, иҫләйҙәрҙер республикабыҙ уҡытыусылары… Ә ниңә беҙгә, йәмәғәтселеккә, ошо уҡыу йортон “Тимер Йосопов исемендәге” тип тамға­лап ҡуймаҫҡа? Был, моғайын, беҙҙең мәҙәниәтле­гебеҙҙе, һауалы көнбайыш алдында артта ҡалмағанлығыбыҙҙы күрһәтер ине…
Тимер Йосопов исемендәге Республика лицей-интернаты… Былай ҙа, шул интернатҡа инһәм, Тимер ағай терелеп баҫыр кеүек, әйҙә, ул бүтәндәргә лә шулай булып хәтерҙәренә төшһөн.