Был — беҙҙең Бабич! Ниндәй тарихи ваҡиғалар... Ниндәй тарихи шәхестәр... Һуң, анау сәскә атҡан алмағастар араһына ғына инеп юғалды ла инде... Тыным менән тартып алырҙай булып ҡарап ҡалдым Уның сәскәләр эсенә инеп юғалғанын. Ошондай кисерештәр йәшен тиҙлеге менән уйымды ла, күңелемде лә телеп үтте, тамаҡҡа төйөр тығылды.
Был – беҙҙең Бабич! Был – 24 йәшендә генә ил, ҡәүем яҙмышын үҙ иңенә алған беҙҙең һөйөклө милләттәшебеҙ! Башҡортостан Башлығы грантына режиссер Булат Йосопов төшөргән “Бабич” фильмының трейлеры ана шулай тәүге тапҡыр ҡарауҙан уҡ арбап алды.
Һүҙ оҫтаһы, музыкант, иҫ китмәле ҙур талант эйәһе, Башҡорт автономияһы, Рәсәй федерализмы башында торған Шәйехзада Бабич хаҡында фильм төшөрөргә йөрьәт итеү – үҙе батырлыҡ! Халыҡта был шәхескә һөйөү шул тиклем ҙур, хатта “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар!” тип шиғыр яҙһа ла, бер нисә милләт бер юлы уны үҙенең улы тип һанай. Бабич менән хаталанырға ярамай. Уны кино сәнғәтендә яраттыра алыу профессиональ режиссер өсөн ҙур ҡаҙаныш, үҙеңә ғүмерлеккә ихтирам ҡаҙаныуға тиң!
Ниндәй кисерештәр менән ижад иткән һуң был фильмды Булат Тимер улы? Уны икеләнеүҙәр, шикләнеүҙәр, һыҙланыуҙар, моғайын, урап үтмәгәндер... Ниндәй маҡсаттар ҡуйып башҡарған ул был эште? Уға кемдәр ярҙам иткән? Кино тыуған! Премьера 19 апрелдә баш ҡалабыҙҙың “Родина” кинотеатрында үтәсәк. Әле ана шул һағышлы көтөү тойғолары менән йәшәйбеҙ!.. Эйе, һағышлыбыҙ, тик һағышыбыҙ яҡты, нурлы, саф...
Был — беҙҙең Бабич!Фильмда төп ролде Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илгиз Таһиров башҡара. Проект Башҡорт­остандағы мәҙәниәт учреждениеларының күпселеген ҡатнашыуға йәлеп итте. Театрҙар һәм музейҙар реквизиттар, декорациялар, Граждандар һуғышы осо­рондағы ысын антиквар әйберҙәр менән тәьмин итте. Өфөләге хәрби-тарихи патриотик клубтар фильмды төшөрөүгә әүҙем булышлыҡ итте. Улар араһында 1-се Башҡорт атлылар полкын, 190-сы Очаков полкын, “Росстань” клубын айырып билдәләргә кәрәк.
— Картинала 80-дән ашыу актер ҡатнашты. Проект рәссамдары тырыш­лығы менән 50-нән ашыу декорация, 200-ҙән ашыу компьютер графикаһы кадрҙары яһалды. Улар Өфөнөң, Троицк, Ырымбур, Силәбенең башҡа ҡала һәм ауылдарҙың боронғо йөҙөн ентекле сағылдыра, — тине фильмдың башҡарма продюсеры Леонид Филинов.
Төп ролдәрҙе шулай уҡ Рәмзил Сәлмәнов, Радмир Абдуллин, Риф Сәйфуллин, Зөлфәр Әхмәтов, Алина Ғәлиева, Руслан Хайсаров, Артур Ишмөхәмәтов башҡара. Картинаның ҡуйыусы-режиссеры — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Булат Йосопов, проекттың ижади етәксеһе — З. ­Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты кафедраһы мөдире, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева, сценарий авторҙары Гөлсәсәк Саламатова, Таңсулпан Бабичева, ҡуйыусы-рәссамы Рөстәм Баймөхәмәтов, операторы — Дамир Ғәйетҡолов, композиторы — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ришат Сәғитов.

Булат ЙОСОПОВ, режиссер:
— Тере кешене, мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләгән шәхесте һынландырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым. Беҙ Бабич хаҡында ҙур тарих ижад итергә булдыҡ. Уның Ҡаҙағстанда мәҙрәсәлә балалар уҡытыуынан башлап алып китеп, уның менән бергә тормош юлдарын, һынауҙарын үттек. Ул театрҙағы халыҡ алдында ла сығыш яһай, Мәжит Ғафури кеүек билдәле шағирҙар менән дә күрешә, Зәки Вәлиди менән бәйле сәхнәләр, Өфөлә үҙ урынын табырға тырышыуы – былар барыһы ла сағылыш табасаҡ фильмда. Йәғни, сәйәси эшмәкәр булып киткәнсегә тиклемге уның үҫеш юлы тасуирланасаҡ. Эҙләнеүсән, Башҡорт­остандың ғына түгел, Рәсәйҙең тарихи ваҡиғаларына йоғонто яһаған кешене һүрәтләйем. Республиканың башында торған, уның нигеҙ таштарын һалған шәхестәрҙе оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ! Улар тотош осорҙо, дәүерҙе генә түгел, килер быуаттарҙы үҙ иңенә алыр йылдарҙы тыуҙырған!
Эш барышында тарихи документтар менән Азат Ярмуллин, Марат Зөл­ҡәрнәев, Гөлсәсәк Саламатова ҙур ярҙам күрһәтте. Беҙҙең эш тамам. Хәҙер тамашасы хөкөмөн көтәбеҙ!