Урал бәхетен табырмы? Ябай ауыл егетенә бәхет өсөн нимә кәрәк инде? Баш өҫтөндә ҡыйыҡ, яратҡан кәләш һәм бер итәк балалар... Шуға күрә “Өфөнән һөйөү менән” исемле яңы фильм да “Мин бәхеттең ни икәнен беләм!” тигән баш һүҙ аҫтында төшөрөлә.
Хәйер, режиссер Айнур Ас­ҡа­ровтың был романтик коме­дияһында мөхәббәт темаһы яңыса асыла. Иң мөһиме – кино халыҡсан, халҡыбыҙҙың йолаларына таянып төшөрөлгән. Бының шулай икәнен 13 апрелдә баш ҡалабыҙҙың “Родина” кинотеатрындағы премьераны ҡарап белергә мөмкин.
Фильмдың үҙенә килгәндә, армиянан ҡайтып килгән Урал яҙмы­шы үҙе хыяллан­ғанса ғына килеп сыҡмауын аңлай, яратҡан ҡыҙы ыша­нысһыҙ булып сыҡҡан. Егет өсөн изге булған ҡиммәт­тәрҙе селпәрәмә килтерә ул ҡыҙ... Ошо хаҡта бик үҙен­сәлекле комедия төшөрөүгә ирешә лә инде кино төркөмө.
Сәнғәт әҫәренең баш­ҡортса-русса төшөрөлөүе лә күп милләтле республикабыҙ халҡына оҡшар тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Картинала Илһөйәр Ғизетдинова, Хөрмәтулла Үтәшев, Айһылыу Йомағолова, Эмиль Әмиров, Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Фәрдүнә Ҡасимова, пародия оҫтаһы Илсур Тайсин уйнай. Төп ролдәрҙә – йәш актерҙар: Мәскәүҙән Полина Смыковская һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтының беренсе курс студенты Асҡар Нагаев.
Тулы метражлы фильм “Ас­ҡар­фильм” студияһы тарафынан Баш­ҡортостан Башлығының 4,5 миллион һумлыҡ грантына төшөрөлдө.
Автор: Т. РӘСҮЛ.