...Ҡаланың “Ашҡаҙар” ҡунаҡханаһы” туҡталышы. Башҡортса һөйләшкәстәр, ике ханымдың диалогына ҡолаҡ һалдым. Шул саҡ апайҙарҙың береһе көтмәгәндә: “Ана, Шәрәй мулла килә”, – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. Ирекһеҙҙән ул ымлаған яҡҡа күҙ һалдым: ысынлап та, Шәрәй мулла килә ине. Дөрөҫөрәге, Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһындағы Шәрәй мулла образын башҡарған актер, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артисы Марат Зөбәйеров.
Актерҙарҙы шулай уйнаған ролдәре менән таныу, минеңсә, ҙур баһалыр ул. Сәхнәләге образдар беҙҙе һоҡландыра, ғашиҡ итә, тетрәндерә, уйландыра, тәрбиәләй бит. Улар иҫтә ҡалырға тейеш тә! Ниндәй кимәлдә, кем сүрәтендә – быныһы инде актерҙан тора, уның һәләтенә бәйле. Оҫта итеп башҡарылған роль актерҙың йөҙө, манералары менән күңелдә һаҡланыуына һис тә аптырайһы түгел. Иҫтә ҡалырлыҡ ролдәре хаҡында, һынландырған образдары тураһында Мараттың үҙе менән әңгәмә ҡорҙоҡ.



– Башҡа образдарҙың исем­дәре менән дә өндәшәләрме?
– Сығышым менән Ауырғазы районы Ишле ауылынанмын. Был татар ауылы кешеһе башҡорт театрында нисек уйнай икән, тип аптыраусылар табылыр. Шуға был йәһәттән алдан уҡ иҫкәрткем килә: тел шымартыу өҫтөндә ул саҡтағы Стәрлетамаҡ культура-ағартыу училищеһында ла, Өфө дәүләт сәнғәт институтының нәҡ әлеге театр бүлегенә әҙерләнгән курста белем алғанда ла етди эшләргә тура килде. Ялға ҡайтҡанда хатта әсәйем менән дә икәү-ара башҡортса аралашабыҙ.
Шул, тыуған Ишлемә ҡайтҡан мәлдә ауылдаштарым “Күңелле йәшәйбеҙ” телесериалында “икелек батшаһы” студент Алмас Шәриповтың исеме менән өндә­шеп шаярталар. “Мин бит теле­визорҙа ғына Алмас, сәхнәлә Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Аҫыл­йәр”ендә – Ғәбдрәшит, Ибраһим Абдуллиндың “Тиле йәшлег”ендә Бытбылдыҡты уйнайым, мәҫәлән. Театрыбыҙға килегеҙ, башҡа ролдәремде күрерһегеҙ”, – тип әрләйем. Ғөмүмән, төрлөсә иҫтә ҡалдыралар.
– Бындай таныуға ниндәй ҡараш­таһың?
– Тамашасы күңелендә төрлө персонаж булараҡ иҫтә ҡалыу яҡшы, әлбиттә. Иң мөһиме: шул персонаждарҙа бер үк ҡыланыш, бер үк ҡараш һәм башҡа сифаттар ҡабатланмаһын. Юҡһа, бер төрлө уйнарға өйрәнеп алғас, актерҙар шул оҫталығын спектаклдән спектаклгә тарта башлай. Минеңсә, төп бәлә нәҡ ошонда. Бындай күренеш актерҙы үҫештән туҡтата. Уға еңел, өйрәнелгән, кү­негелгән. Был тәңгәлдән актер­ҙарҙың төрлө спектакл­дәрҙә бер үк типажда булған ролдәр башҡарыуы ла үҙ өлөшөн индерә, әлбиттә. Шуға театрҙарҙа төрлө тәжрибә май­ҙандары булдырыу, ролдәр бүлеүҙә яңы алымдар ҡулланыуҙы хупларға кәрәк.
– Шулай ҙа, типаж тигәндән, һин уйнаған кешеләр, минеңсә, сәйерерәк әҙәмдәр...
– Мин тормошта үҙем дә сәйер кеше (көлә). Ысынлап та, театрҙа инде тиҫтә йыл эшләйем, әммә төп роль башҡарған юҡ әле, уйнағандары ла йә кире герой, йә үҙенсәлекле әҙәм балалары. Ә, дөрөҫөн әйткәндә, бындай ролдәр башҡарыуым менән бәхетлемен. Миңә, үҙемә ҡалһа, башҡаларға ҡарағанда еңелерәк, сөнки йү­ләрҙең, сәйер кешенең әйткәндәре ҡалыптарға һыймай, тәнҡиттән ҡурҡмай һәм уға күп осраҡта бының өсөн бер ни булмай, кисерелә. Иң мөһиме – тамаша­сыға, комедия булһынмы, трагедиямы, йүләр ҡылыҡтар, йүнһеҙ һүҙҙәр аша ысын хәҡиҡәтте, әйтергә теләгәндәрҙе еткерә алыу, тетрәндереү, тәрбиәләү, сөнки халыҡ театрға күңел асыу өсөн генә йөрөмәй. Һәр хәлдә, шулай булырға тейеш!
– Гелән сәйер ролдәр генә баш­ҡараһыңмы?
– Театрҙағы ролдәрем баянда уйнай белеү оҫталығым менән дә бәйле. Әлеге музыкаль ҡоралда сәхнәлә уйнарға кәрәк икән, тимәк, был ролде Марат Зөбәйеров башҡарырға тейеш!
Башҡа роль тигәндән, училищены тамамлағанда диплом эшендә Мостай ағайҙың “Салауат” әҫәре буйынса Салауатты уйнаным. Ниндәй кимәлдә баш­ҡарғанмындыр, онотоп та барыла инде, һәр хәлдә, ошо эштән һуң Өфөгә уҡырға саҡырҙылар. Ә институтты тамамлағанда иһә Тартюфты башҡарҙым.
– Баянда уйнауыма бәйле, тинең. Тормоштан сәхнәгә тағы нимәләр күсә?
– Актер, минеңсә, тормошта күргән материалды һис шикһеҙ сәхнәлә ҡулланырға тейеш. Ролдәремде башҡарғанда үҙем, мәҫәлән, ҡатыным менән ике улымды уйлап, ниндәйҙер хистәр кисереүемде күсереүем ихтимал. Шулай уҡ образдар араһында ауылдаштарым, таныштарымды ла таныйым...
– Әлеге мәлдә ниндәй роль өҫтөндә эш бара?
– Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе сәхнәһендә премьера булды – Мөнир Ҡунафиндың “Люксем­бургка барып ҡайтҡансы” фан­тасмагорияһы буйынса спектакль ҡуйылды. Унда мин дә ҡатнаштым. Әйткәндәй, йәнә шул сәйерерәк кеше инде. Көтөүсе Әхәтте уйнайым. Уны шайтан Әхәт тип тә йөрөтәләр хатта. Хәйер, бында эш бер образда ғына түгел, ғөмүмән, спектакль үҙе үк үҙенсәлекле. Сюжет ябай һымаҡ, әммә был тәү ҡарашҡа ғына шулай тойола, ғәмәлдә унда “юл ара­һында” әйтелгәндәр күп. Ғөмүмән, был спектакль башҡорт драматур­гияһында яңылыҡ булып тора.
Әхәткә килгәндә, уның эсендә, ысынлап та, шайтан ултырған һымаҡ. Кеше менән һәр ваҡыт талаша, эсә, һуғыша һәм гелән эсендәгеһен һөйләп тик йөрөй. Ошо арҡала, әлбиттә, кемдәрҙе генә ҡыйыр­һытып бөтмәй ул, әммә ни ҡылаһың: айныҡтың уйында нимә, иҫеректең телендә шул, тиҙәр бит. Бер яҡтан был образдан өркһәк, икенсе яҡтан унан, бәлки, өлгө лә алырға кәрәктер, минеңсә. Нимәгәлер күңелебеҙ урынында түгел, кемдеңдер фекере менән килешеп бөтмәйбеҙ, әммә быны телгә сығарырға шөрләйбеҙ, сөнки үҙ мәнфәғәтебеҙ ҙә ҡиммәт. Һәм... ошолай бөтә донъя ҡоролған. (Әйткәндәй, был спектаклдә күтә­релгән бер мәсьәлә генә түгел әле.)
Ғөмүмән, уйналған бер генә образ да, персонаж да мәғәнәһеҙ ҡалырға тейеш түгел. Ул тамашасы күңелендә ниндәйҙер хистәр уятырға, уйландырырға бурыслы!
– Алдағы ижадыңда тағы ла байыраҡ ролдәр булыуын теләп ҡалам. Әңгәмәң өсөн рәхмәт!