“Люксембург”тың хикмәте нимәлә?

19-04-2017, 03:51 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
“Люксембург”тың хикмәте нимәлә? Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының тамаша залы халыҡ менән шығырым тулы. Йәше лә, ҡарты ла яҙыусы Мөнир Ҡунафин әҫәре буйынса ҡуйылған “Люксембургка барып ҡайтҡансы...” спектакленең премьераһына йыйылған. Күптәре көсөргәнешле эш көнөнән һуң күңелен рухи аҙыҡ менән байыта. Ә кемдәрҙер күтәренке кәйеф, дәрт һәм илһам алырға килгән.
Шаршау асылыу менән, тамашасы ябай ғына ауылдың ҡатмарлы проблемалар донъяһына сума. Йәнекәйҙә төрлө яҙмыш­лы, донъяға төрлөсә ҡарашлы кешеләр ғүмер кисерә. Һәр ҡайһыһының үҙ донъя йөгө, үҙ мәшәҡәттәре тулып ята. Араларында йыш ҡына “Люксембург”ка барып ҡайтыусылар ҙа бар. Люксембург тигәндә, был һүҙ күптән инде ауыл кешеләре араһында лаҡап булып йөрөй. Кемдеңдер аҙналар буйы туҡтамай, аҡылдан яҙғансы эсеүен аңлата ул. Шуға ла спектаклдә эскелек, кешеләр араһын­дағы мөнәсәбәт, ер яҙмышы, ауылдың киләсәге, ғаилә ҡиммәт­тәре, мөхәббәткә тоғролоҡ кеүек проблемалар алға баҫа. Күтәрелгән мәсьәләләр киң ҡоласлы булыуы менән айырылып тора.
Бер саҡ Бәрей Әхәт (Марат Зөбәйеров) сәйер төш күрә. Уны башҡаларға ла һөйләй. Һөйләмәү мөмкин дә түгел! Сөнки хикмәтле төшөнә Аллаһы Тәғәлә инә һәм йома көн ауылға киләм, ти. Әхәт, туҡал һыйырын һу­йып, Хоҙайҙы ҡаршы алырға уйлай. Әм­мә йоманың етеүен сабыр ғына көтөү урынына әлеге лә баяғы “Люксембург”ка һы­пыр­та. Күрәһең, дуҫы Исмәғилдең (Илфир Баймырҙин) “Зиһенгә һеңгән ғәҙәттән ҡото­лоу еңел түгел” тигән һүҙҙәрендә хаҡлыҡ барҙыр...
Йома көн, “Хоҙай Тәғәлә килгәндән һуң”, ауылдағы тормош ҡырҡа боролош ала. Әхәт менән Гөлнәзирәнең ғаилә мөнәсәбәттәре ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Исмәғил менән Сәғирә лә бер-береһен аңлап, килешеп йәшәй башлай. Ә “Люксембург” тураһында уйлаусы ла, унда барырға теләүсе лә юҡ. Спектаклдә кешеләрҙә рухи ҡиммәттәр һаҡланған саҡта ғына, тормош матур, донъялар ҡотло, йәшәүе лә, эшләүе лә рәхәт тигән идея сағыла.
Стәрлетамаҡ театры сәхнәһендә ҡуйылған әлеге тамаша, башҡаларҙан айырылып, килгән халыҡты баштан уҡ үҙенә ылыҡтыра. Мауыҡтырғыс сюжеты, жанр яңылығы, күтәрелгән проблемаларҙың үҙенсәлекле хәл ителеше пьеса авторы Мөнир Ҡунафиндың ижади эҙләнеүҙәренең һөҙөмтәле емеше булып тора. Ролдәрҙе халыҡ ихтирамын яулаған актерҙарҙың уйнауы спектаклдең мәртәбәһен тағы ла арттыра. Пьесаның фантасмагория жанрында ҡуйылышын театрҙың һәм режиссер Айҙар Зариповтың уңышы, тип иҫәпләргә мөмкин. Уйландырғыс тамаша күңел-зиһендәргә үтеп инә, йөрәк ҡылдарына ҡағылып, рухи донъябыҙға яҡтылыҡ нурҙары һибә.
Әйткәндәй, был тамаша “Театр яҙы-2017” сиктәрендә 22 апрелдә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Өфө тамашасыһы хөкөмөнә лә сығарыла.
 




http://fifrelino.com | Capsa Susun Online | taruhan bola | ambassador yousef al otaiba