“Өмөттән нәҙек еп иләнем – Ямарға яраһын күңелдең”

21-04-2017, 03:30 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Ландыш Ғабдрахманова (Миңкәева) Татарстандың Яңы Шишмә районы Аҡбүре ауылында тыуып үҫә. Ҡазан дәүләт педагогия университетының татар теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлай. Ҡазанда йәшәй. Ире Шамил менән Булат исемле ул, Нәргизә исемле ҡыҙ үҫтерә.

* * *
“Өмөттән нәҙек еп иләнем – Ямарға яраһын күңелдең”
Һинең йылмайыуҙа йәшәнем мин.
Һинең йылмайыуҙа
Табылдым…
Бәхетемдән шашҡан ул миҙгелде
Ҡайтараһым килә!
Һағындым…
Телгеләнеп,
Меңгә бүлгеләнеп,
Тынғы тапмай үкһеҙ йәнеңә.
Йылмайыуың эҙләп, бәргеләнеп,
Һарылаһың яттар ярына…
Ҡояш ҡалған ана ғажизланып…
Нур табалмай беҙҙең көндәргә.
Беҙ бит инде күптән әсирлектә –
Йондоҙҙарһыҙ ҡара төндәрҙә…
…Һинһеҙлектә йөрөйөм үрһәләнеп,
Юлдар эҙләп бөгөн үҙемә…
Тап һин мине…
Ҡайтайым әле кире –
Йылмайыуың булып йөҙөңә…


* * *
Эй әрней ҙә күңел! Күҙ һалам да
Ошо сатҡа…
Ә ул саҡта –
Күпме нахаҡ һүҙҙәр һөйләнеләр
Минең хаҡта!
Юҡ!
Өҙгөләнеү түгел уның өсөн.
Өҫтөн ҡалыр өсөн етә хәҙер көсөм!
Юҡ!
Мин аҡланмайым дошман алдында
Йәнем аҡҡа!
Дошман нимә? Ул бит һәр ваҡытта
Тора һаҡта.
Ә ул һаҡта –
Усҡа һыймаҫ уңышымды күтәрә алмай
Дуҫым баҫып ҡалған ине
Ошо сатта…

* * *
“Ут, тиеп яңылышма!
Күҙҙәргә яғылған,
Йөҙҙәрҙә сағылған
Ул бары –
Яндырған күперҙәр яҡтыһы!
Һин тыңла! Һин аңла! Самала!
Һүрелһен өмөтөң сатҡыһы!” –
Тиәһе урында…
Ниңә, тип, мин бейейем, аңламай,
Һаташҡан көҙҙәрҙең усында?
Ниңә һуң мин көләм был ҡәҙәр
Шашынған бер иҫәр шикелле?
Ҡып-ҡыҙыл миләштәр татлылыр…
Боҙҙарын иретеү икеле…
Ышыҡла, арала нахаҡтан.
Көс алайым тылсымлы йылыңдан.
…Үҙем дә аңламай түгеләм
Һап-һары сағандар йырынан…


Уяныу

Сүл…
Ҡом туҙаны бәргеләнеп
Устарымдан аға…

– Бик тәрән буғай күңел яраң…
– Һөйөүемдән китеп барам…

Сүл…
Бәләкәй ҡыуаҡтар шәүләһе
Ҡосағыма ауа…

– Тимәк, үҙеңдән ҡасып барыу?
– Ҡалдыр, дәрүиш… минең яҙмыш…

Ҡом…
Ниндәйлеген айыра алмайым…
Һарылығы – һағыш…

– Хыянатынмы кисермәнең?
– Ниңә һиңә?... Төшөнмәнем…

Төн…
Яңғыҙы түгел… Йондоҙҙары,
Айы – уның табыш…
– Ә һин йырлап ҡара, булдыралһаң…
– Улай ғына… анһат ҡотолалһам.
Төн…
Ул бөгөн дә яңғыҙ түгел…
Ана яҡынлаша…

– Әйҙә, йырлайыҡ… һин ҡушылырһың…
– Әйҙә… Бәлки, миңә ҡуш булырһың…

Төн…
Һарылалыр әкрен генә
Һары ҡом аша…

– Һөйгән йәрем китеп барҙы,
ҡулын болғап.
Ҡайтыр микән тағын миңә юлдар урап?
– Һау булығыҙ, аҡсарлаҡтар,
аҡсарлаҡтар,
Мөхәббәткә кәрәк икән пар ҡанаттар…

– Еңеләйҙеме… йырлай алғас?
– Булмай… яңғыҙлыҡты көйгә һалғас…

– …Ә ай, йондоҙҙар ниндәй төҫтә?
– Көлдөрәһең… ҡара өҫкә…
– Ә ҡояш нисек сыға, әйтсе?
– Тилелер һин, дәрүиш, китсе…
– Һин хыянатты әсе, тиһең…
– Әсе… тапманылар уға исем.

Төн…
Һарыла ул… туҙан ғына…
Быуыла тын ғына…

– …Аҡсарлаҡты?.. Бармы күргәнең?
– Диңгеҙҙә юҡмы йөрөгәнең?
– Диңгеҙ… зәңгәр тиҙәр тулҡыны…
– Һинең… аңламайым холҡоңдо...

Таң…
Ҡояш нуры сүл өҫтөнә
Яғыла тын ғына…
Дәрүиш менән арам ниңә яҡын
Сүгәләгән яныма…

– Яраң тәрән тип яңылышҡанмын…
– Нисек инде яңылышҡанмын?..
– Һөйөү ул китһә, тағы килә…
– Хыянаты йәнде телә…
– Һин бик бәхетле… аңла шуны…
– Күрһәт миңә тура юлды…
– Күктә йондоҙ һанай алыу…
Аҡсарлаҡты таный алыу…
Тулҡындарҙы барлай алыу…
Үҙең булып ҡала алыу…
Бер үлгәс, ҡабат уяныу…
Бәхет ул… һин аңланың мине…
– Кисер, дәрүиш… кисер мине…
Сүл…
Ҡом туҙаны бәргеләнеп
Йәнем аша аға…
Аҡһын…
Бәләкәй ҡыуаҡтар шәүләһе
Ҡосағыма ауа.
Ауһын…
Һары ҡомда – минең эҙҙәр…
Ҡолағымда сыңлай һүҙҙәр:

“…Күктә йондоҙ һанай алыу…
Аҡсарлаҡты таный алыу…
Тулҡындарҙы барлай алыу…
Үҙең булып ҡала алыу…”

Көн…
Үҙ илемә…
Үҙ-үҙемә ҡайтам…
Ҡайтып килеш…
Ҡом туҙаны аша
Ҡулын болғай…
Һуҡыр дәрүиш…


* * *
Һалабыҙмы битлектәрҙе?! Тамам.
“Һин – берҙән-бер!” тигән әкиәт!
Ыҙаныңда ятҡан керле бәхет
Ымһындырмай мине. Ниһайәт!..
Һин бит – ирек ҡоло! Яңы ролең
Ҡыҙыҡтырмай мине! Ни ғәжәп?!
Хәйер, мең яңылышҡан актрисаға
Алҡыштар һуң бөгөн ни хәжәт?
Тамашасы һиҙмәҫ юғалыуым,
Хәтерләмәҫ мине был тормош…
Тик төндәрен генә һаташтырыр
“Һин – берҙән-бер!” тигән әкиәт.


* * *
Юл саты. Яңғыҙым. Күңелде
Сорнаған мең ҡатлы төйөндәр.
Ғазаптан әрнегән сағымда
Йылмайыу һаҡлаған ирендәр.
Бушлыҡтың ҡосағы рәхимһеҙ –
Селләлә ел булып өтәләй.
Һыуына эҙҙәрем. Аҡылым
Төйнәлгән төйөндө һүтәлмәй.
Мең ҡабат яралам! Мең ҡабат!
Ҡатмарлы әрнеүҙәр тауында.
Билдәһеҙ юл саты. Яңғыҙым.
Тырмашам әле мин тағын да.
Айҡала-сайҡала бәғерҙәр.
Танымай, үҙ итмәй үҙ түрен.
Өмөттән нәҙек еп иләнем –
Ямарға яраһын күңелдең.