Милләттәрҙең үҫешер мәле

25-04-2017, 03:52 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Милләттәрҙең үҫешер мәле ...Иркен дала һауаһын һулап, йылы елгә кинәнеп Төркөстандың боронғо урамынан атлайбыҙ. Ҡәлғә диуарҙарына урта быуаттарҙағы хәрби кейем кейгән батырҙар теҙелеп баҫҡан да дошман яуын үткәрмәҫкә алыҫ офоҡтарға төбәлгән. Бында килгән һәр кем үҙен хәҙерге заман шаршауын асып, тарих сәхнәһенә сыҡҡан кеүек хис итә. Хажға килгән күпме мосафирҙарҙың эҙҙәрен һаҡлай, хәҡиҡәт эҙләгән күпме ғазаплы йәндәрҙең зарын, тауышын һеңдергән был ер. Бейек көмбәҙҙең түбәһе аҫтында оялаған, сырҡылдашып осҡан ҡоштар бында ерләнгән мәшһүр шәхестәрҙең йәндәре кеүек...
Төркөстан Ҡаҙағстандың рухи баш ҡалаһы титулына дәғүә итә. Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһендәге ҡалаға туристар һәм хаж ҡылыу­сылар һаны бер ҡасан да кәмемәй, йылдан-йыл арта ғына. Ҡаланың төп тарихи ҡомартҡыһы – әмир Тимур һалдыртҡан данлыҡлы ҡаҙаҡ шағиры һәм суфый Хужа Әхмәт Йәсәүи мавзолейы. Ул ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән. Мине был ҡалала һаҡланған боронғолоҡ менән бер рәттән заманса инфраструктура ғәжәпләндерҙе: тигеҙ юлдар, таштан яһалған сәскә, ат, һыбайлылар һындары менән биҙәлгән күркәм урамдар, ҡунаҡханалар, ресторандар, сувенир һатҡан сауҙа нөктәләренең күплеге.
2017 йылда ТӨРКСОЙ тарафынан Төркөстан ҡалаһы төрки донъяһының Мәҙәни баш ҡалаһы тип иғлан ителде. Бында үткәрелгән Науруз байрамы ҙур театрлаш­тырылған тамашаға әүерелде һәм йылдың бай мәҙәни программаһын асты.
Наурузда бөтә донъянан артис­тар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмә­кәрҙәре ҡатнашты. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Үз­бәк­стан, Азербайжан, Төркиә, Молдова, Румыния, Сербия, Венгрия, Македония, Косово һәм башҡа илдәр, шулай уҡ Рәсәйҙең төбәктәре – Башҡортостан, Татарстан, Алтай, Сыуашстан, Тыванан сәнғәт төр­көмдәре милли кейемдәрҙә майҙан буйлап атланы. Үткән замандарҙа Бөйөк ебәк юлын ҡулланған халыҡтар тарихи реконструкция геройҙарына әүерелде. Был көндә ҡалала легендар шәхестәрҙе һынландырған персонаждарҙан остаз Арыстан-баб, шағир Йәсәүи, фәйләсүф Әл-Фараби менән осрашырға насип булды.
Кинәт бөйөк йыраусы, аҡын, музыканттарҙы ҡурсалаусы Ҡорҡот-ата дөйәгә атланып, ҡурай моңда­рына сорналып килеп сыҡмаһынмы! Тамашаны әҙерләгән режиссер ҡулдарына тап башҡорт ҡурайының яҙмаһы эләгеп, боронғолоҡ ауазына, дәүерҙәрҙе бәйләүсе тауышҡа әйләнгән. Тыуған илебеҙҙән алыҫта данлы башҡорт ҡурайы менән ғорурланып ултырҙыҡ!
Почетлы ҡунаҡтар – Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһенең аҡымы Жансәйет Туймебаев, ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары Дюсен Касеинов, Ҡаҙағстандың мәҙәниәт һәм спорт министры Арыстанбәк Мө­хәмәҙи улы, халыҡты сәләмләп, байрам менән ҡотланы. Төрки донъяһы журналистарын бүләкләү тантанаһы булды.
– Төрлө халыҡ вәкилдәренең мәҙәниәт, сәнғәт нигеҙендә хеҙ­мәттәшлеге, бергәләп ижад итеү­ҙәре донъялағы тыныслыҡты ны­ғыта, кешеләрҙе берләштерә, дуҫ­лыҡ күперҙәрен һала, – тине Дюсен Касеинов.
Тәбиғәттең яҙғы уяныуын дан­лаған Науруз байрамы беҙҙең һабантуйҙарҙы хәтерләтә. Мавзолей бинаһы янында этноауыл барлыҡҡа килде – бында 33 тирмә ҡоролдо. Һурпа эсерәләр, тултырма, ҡаҙы­лыҡ, бишбармаҡ, бауырһаҡ, эремсек кеүек милли аҙыҡтар менән һыйлайҙар, милли уйын ҡорал­дарында уйнайҙар, яңы атлай башлаған балаларға “тышау киҫеү” йолаһы үткәрәләр, йәштәр алтыбаҡанда (ҡаҙаҡ бәүелсәктәре) бәүелә. Байрамға килгән ҡунаҡ­тарҙы һыйлау өсөн тоннанан ашыу былау һәм 1500 литр науруз-коже (байрам ашы) әҙерләнгән. Төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтен һәм сәнғәтен сағылдырған күргәҙмәләр, концерт, спорт уйындары ойошторолдо.
Ун меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан байрамда бөтә төрки халыҡтары берҙәмлек, теләктәшлек, тыныслыҡ идеяларын хуплап, аяҙ күк йөҙөнә мөрәжәғәт осорҙо. Йыл әйләнәһенә Төркөстанда ошо мәңгелек ҡиммәт­тәргә арналған әҙәби осрашыуҙар, фестивалдәр, концерттар, күргәҙ­мәләр, ижад лабораториялары һәм башҡа мәҙәни саралар уҙғарыласаҡ.
Байрамда Башҡортостан вәкил­дәре лә ҡатнашты. Респуб­лика­быҙҙың йәшәйешен, халҡыбыҙҙың бай, йомарт күңелен күрһәтергә, мәҙәниәтебеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ менән таныштырырға тырыштыҡ. Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһенең аҡымы Жансәйет Туйембаев менән осра­шыуҙа мин, Башҡортостандан ҡайнар сәләмдәр еткереп, халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың шиғырын уҡыным, мәҙәниәтебеҙ, тел торошо тураһында һөйләнем, төрки донъяһының аҫыл шәхестәре менән аралашып, рухланып ҡайтасағыбыҙҙы белдерҙем.
Хужа Әхмәт Йәсәүи халыҡ-ара университетында “Төркөстан һәм төркиәт” халыҡ-ара ғилми кон­ференцияһында Башҡортостандың күренекле ғалимәһе, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми етәксеһе Фирҙәүес Хисамитдинова ҡатнашты. Ул башҡорт һәм ҡаҙаҡ халыҡтарының этно-мәҙәни бәйлә­нештәре тураһында бәйән итте, бүләккә китаптар тапшырҙы.
Ошо университетта уҡып йөрөгән Бөрйән районынан башҡорт һы­лыуы Илгизә Хәлитованы осраттым. Ул бында “Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр” факультетының 2-се курсында белем ала. Ҡыҙҙың исеме лә есеменә тура килеп тора – башланғыс белемде Стәрлетамаҡта һәм Өфөлә алып, тәүәккәлләп Төркөстанға күсеп килгән ул.
– Сит илдә уҡый башлағас, офоҡтарым киңәйҙе, хәҙер бер Башҡортостан эсендә генә ҡайнамайым, сағыштыра алам, – ти Илгизә. – Башҡа халыҡтарҙың йәшәйешенә ҡарап, Рәсәйҙә, Башҡортостанда тыуғаныма бик ғорурланам. Фотоларҙы күрһәткән һайын, дуҫтарым беҙҙең тәбиғәткә иҫтәре китеп ҡарай.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Кружева” халыҡ бейеүҙәре ансамбле Науруз байрамының халыҡ-ара программаһында сығыш яһаны. Өфө ансамбле байрамды асыу тантанаһында “Сәскә ат, илем!” тигән башҡорт бейеүен башҡарҙы. Хореографик оҫталыҡ, йөҙҙәрҙең матурлығы һәм талғын нәзәкәт­лелек, кеш тиреһе менән биҙәлгән затлы милли кейемдәр беҙҙең ҡыҙҙарҙы әллә ҡайҙан уҡ айырып тора.
Шымкент ҡалаһында төрки донъяһының “Бүраң бел” (“Нәҙек бил”) халыҡ-ара бейеү конкурсы үтте. Үҙәк Азияла тәүге тапҡыр ойошторолған конкурста 15 илдән 19 бейеү коллективы ҡатнашты. Беҙҙең ансамбль дипломант исемен яулап, 320 мең тәңкәлек сертификат менән бүләкләнде.
– Бөтә коллективтар ҙа яҡшы сы­ғыш яһаны, беҙ ҙә республика мәҙәниәтен лайыҡлы күрһәттек. Әлбиттә, аҡсаны артабан да фестивалдәргә йөрөү өсөн тотонорға ниәтләйбеҙ, — тине коллектив етәксеһе, Ф. Ғәскәров ансамбленең элекке солисткаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ольга Андреева.
Науруздың сихри карауаны артабан Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан ҡалалары буйлап атлап, күркәм сәйәхәтен ике аҙнанан һуң ғына тамамланы. Мин Төркөстандан һуң Ҡыҙыл Урҙа ҡалаһын күреп, дәүләттең баш ҡалаһы Астанала ҡунаҡ булып ҡайттым.
Иң иҫтәлекле ваҡиғаларҙың береһе Ҡорҡот-ата мемориаль комплексын күреү булды. Үҙенең моңо менән үлемде еңә алған бөйөк йыраусы тураһында халыҡ хәтере бик күп риүәйәт һаҡлай. Һыр йылғаһы буйҙарын “ер уртаһы”, “ерҙең кендеге” тип йөрөтәләр икән. Ысынлап та, рухи көс тупланған сәйер бер урын ул. Мемориалдың архи­тектураһы бик уйлап эшләнгән – ҡош осҡан бейеклектән ҡарағанда, ул Ҡорҡот-атаның ҡыл-ҡумыҙын хәтерләтә. Бында музей, концерттар үткәреү өсөн амфитеатр бар, ә иң үҙәгендә ел өргәндән тауыш сығарған 40 торбалы орган урынлашҡан. Был тимер “йөрәктә” тәбиғәт үҙе уйнай кеүек...
Ҡаҙаҡ менән башҡорт мәҙә­ниәтендә, ғөрөф-ғәҙәттәрендә бер иш нәмәләр байтаҡ. Телдәр аңла­шыла, милли кейемдәр, ашаған аҙыҡтар бер, йырлаған йырҙар оҡшаш, әммә ҡайһы бер айыр­маларға ла иғтибар иттем.
Тирә-яҡтағы таҙалыҡ, бөхтәлек күҙгә ташлана. Өфө менән Аста­на­ның климаты оҡшаш булһа ла, та­ҙартылмай ятҡан ҡар өйөмдәре юҡ бында. Соҡорһоҙ, тип-тигеҙ юлдар мөғжизә булып күренде. Әллә ҡаҙаҡ халҡы беҙгә ҡарағанда егәр­лерәк, әллә эште ойоштора беләләр.
Ҡаҙағстанда илһөйәрлек тойғоһо көслө. Урамдағы баннерҙар реклама менән генә тултырылмаған, милли геройҙарға, йолаларға, дәүләт башлығы Нурсолтан Назарбаевҡа арналған. Коррупцияға ҡаршы йүнәл­телгән плакат та иғтибарҙы йәлеп итте.
Мәҙәниәт ойошмаларында ғына түгел, туҡланыу урындарында ла хеҙмәтләндереүселәр милли орнамент менән биҙәлгән сапан кейәләр. Дәүләт үҙ граждандарының рухи һәм физик һаулығын ҡурсалай. Алкоголле эсемлектәрҙе киске 9-ҙан һуң һәм төшкө 12-гә тиклем һатмайҙар.
Бында батыр, үҙ көсөнә ышанған, тапҡыр һүҙле балалар үҫә, беҙҙәге кеүек әллә ни тыйып бармайҙар. Бәләкәй саҡтарынан уҡ уларҙың ҡулынан думбыра төшмәй, тәрбиәне йыр аша алалар. Аяҡҡа баҫҡандан алып һәр ҡаҙаҡта тыуған иленә һөйөү, яҡшы тормошҡа ынтылыш, амбициялар, үҙ-үҙен донъя гражданы итеп тойоу хисе һалына. Урындағы “Әлифба”ны асып ҡараһаң, бында иң кәрәкле, мөһим һүҙҙәр урын алған. Мәҫәлән, А хәрефенә – Астана, Алматы, Аю һәм Алма, Б хәрефенә Байтерек булһа, В хәрефенә – валюта!
Әммә барыһынан да бигерәк ҡаҙаҡ халҡының ҡунаҡсыллығы, ихласлығы күңелгә хуш килде. Беҙҙе эскерһеҙ, саф күңелле кешеләр оҙатып йөрөнө, сығып торған мәшәҡәттәрҙе тиҙ арала хәл итеп, күңелебеҙҙе күрергә тырыштылар. Һәр урында ҡунаҡтарға бай дастархандар ҡоролдо. Дөйә һөтө, ҡымыҙ йәки сәй табынында талғын һөйләшеү ағыла, уны тик халыҡтың данлы тарихы, бәхетле хәҙергеһе һәм яҡты киләсәге тураһында йырҙар ғына бүлдерә...
Башҡорттарға иң яҡын милләт­тәрҙең береһе – ҡаҙаҡтарҙың йәшә­йешен күреп, рухланып, сәмләнеп ҡайтҡан саҡ. Халҡыбыҙҙың үҫеше өсөн беҙҙә лә шундай йылы мөхитте үҙ ҡулдарыбыҙ, көндәлек хеҙмәте­беҙ менән булдырыу – изге буры­сыбыҙ.