Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Иң-иңдәр билдәләндеӨфөлә IХ “Театр яҙы” республика фестива­лендә еңеүселәр асыҡланды. Сараны ябыу тантанаһы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтте.
Фестивалдә республикалағы бөтә дәүләт театрҙары ҡатнашты. Конкурс программаһындағы 12 спектаклдең барыһы ла – милли драматургия әҫәрҙәре. Иң яҡшы эштәр туғыҙ номинацияла баһаланды, еңеүселәргә дипломдар, махсус бүләктәр тапшырылды.
Салауат башҡорт драма театрының “Яҡташтар” спектакле (Мостай Кәрим, режиссеры Антон Федоров) иң яҡшыһы тип танылды. Ошо спектаклдә Ҡорбанғәлене уйнаған актер Радик Ғәлиуллин “Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле” исемен алды.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаевтың “Хыялға ҡаршы” (Айгиз Баймөхәмәтов, Әнгизә Ишбулдина) спектакле “Иң яҡшы режиссер эше” тип баһаланды. Был спектакль шулай уҡ “Иң яҡшы музыкаль биҙәлеш” номинацияһында (Илшат Яхин) һәм актер Ринат Баймырҙин башҡарған роль өсөн махсус бүләк яуланы.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының “Урал батыр” спектакле (Владимир Аношкин, режиссеры Илмар Әлмөхәмәтов) тамашасы һөйөүе призына һәм “Урал батыр” эпосын юғары художестволы кәүҙәләндергән өсөн” махсус призына лайыҡ булды. Өфө “Нур” татар дәүләт театрының “Башмағым” спектакле (Хәбибулла Ибраһимов, режиссеры Байрас Ибраһимов) тәнҡитселәр коллегияһының махсус бүләген яуланы. Ошо спектаклдә Кәрим байҙы уйнаған актер Айрат Фәтиховҡа “Иң яҡшы ир-егет роле өсөн” бүләк тапшырылды.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры “Салауат Юлаев” спектакле (Заһир Исмәғилев, Баязит Бикбай, режиссеры Иркин Ғәбитов) “Милли музыка мәҙәниәте традицияларын һаҡлаған өсөн” бүләкләнде. “Иң яҡшы сценография” номинацияһында театрҙың баш рәссамы Рифҡәт Арыҫланов еңеүсе тип танылды. А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт театры ҡуйған “Бәхет” спектаклендә (Тимерғәле Килмөхәмәтов) Залина Сөләймәнованың Миңйыһаны “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” тип баһаланды. “Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” призы “Люксембургка барып ҡайтҡансы...” спектаклендәге (Мөнир Ҡунафин, режиссеры Айҙар Зарипов) Гөлнәзирә роле өсөн Зиләрә Юлтаеваға тапшырылды.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Фольклориадаға әҙерлек маҡсатында

Фольклориадаға әҙерлек маҡсатында 18.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының (СИОФФ) 48-се Бөтә...

Тотош уҡырға 21

Юбилейға килегеҙ!

Юбилейға килегеҙ! 18.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала “Әҙәбиәт биттәрендә ғаилә ҡиммәттәре” юбилей кисәһе...

Тотош уҡырға 19

Аксаков байрамы нисек үтер?

Аксаков байрамы нисек үтер? 18.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Республикала ХХVIII Халыҡ-ара Аксаков байрамына әҙерлек бара. Быйыл ул 28–29 сентябрҙә Өфө...

Тотош уҡырға 21

Уйлы булып ҡара һәр даим!

Уйлы булып ҡара һәр даим! 18.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Журналистикала тема дөрөҫлө­гөнән, хәҡиҡәтенән китә алмайһың....

Тотош уҡырға 26

Серле һәм ҡабатланмаҫ “Арҡайым”

Серле һәм ҡабатланмаҫ “Арҡайым” 18.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡорт автономияһының 100 йыллығына ҡарата быйыл майҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры,...

Тотош уҡырға 13

Талапсан талант

Талапсан талант 18.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Юғары премияға талантлы шағир Салауат Әбүзәрҙең тәҡдим ителеүе айырыуса һөйөнөслө. Уның һүҙ...

Тотош уҡырға 20

Алҡынып аҡҡан  ағын һыуҙай

Алҡынып аҡҡан ағын һыуҙай 18.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Мәүлит Ямалетдин әҙәбиәтебеҙҙә үҙенең тәүге, башланғыс осорҙағы ижады менән үк арҙаҡлы...

Тотош уҡырға 28

“Халыҡтан алам — халыҡҡа бирәм”

“Халыҡтан алам — халыҡҡа бирәм” 14.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йәнғәле Вахитовтың яҙмышы хаҡында уйланыуҙар Ул бөйөк кеше булды. Үҙ ваҡытында республика, Рәсәй...

Тотош уҡырға 61

Ирмен тигән ирҙең күңелендә...

Ирмен тигән ирҙең күңелендә... 14.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Шағир Салауат Әбүзәрҙең “Ғәмәл дәфтәре”нә бер ҡараш...

Тотош уҡырға 75

Өфөлә Рөстәм Хәмитов «Ҡатындар» трилогияһы авторы Гөлнур Яҡупованы бүләкләне

Өфөлә Рөстәм Хәмитов «Ҡатындар» трилогияһы авторы Гөлнур Яҡупованы бүләкләне 12.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов билдәле яҙыусы, «Ҡатындар» трилогияһы авторы Гөлнур Яҡупованы...

Тотош уҡырға 148

Ысын әҙәбиәт өлгөһө

Ысын әҙәбиәт өлгөһө 12.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Республика­быҙҙың әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә бирелә торған С. Юлаев исемендәге дәүләт...

Тотош уҡырға 63

Арымаһын илһам толпары

Арымаһын илһам толпары 12.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ысын таланттар әҙәбиәткә өлгөргән ижадсы булып килә 1959 йылдың йәйендә Ғафури райо­ны ерҙәрендә...

Тотош уҡырға 66