Премьера ҡайҙа? Сибайҙа! Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры республикала халыҡсан һәм тормошсан сәхнә булараҡ билдәле, шуға күрә Сибай тамашасыһының зауығын ҡәнәғәтләндермәгән, тормоштан йыраҡ торған бер көнлөк әҫәрҙе ҡабул итмәйәсәге көн кеүек асыҡ. Һуңғы ваҡытта театрға илдәге “ҡулайлаштырыу” еле ҡағылыу сәбәпле, күп тигәндә дүрт йәки саҡ ҡына күберәк актер уйнаған спектаклдәрҙе ҡуйыу модаға керҙе.
Артистар әйтеүенсә, ундай әҫәрҙе сәхнәләштереү гастролдәрҙә сығымды кәметә, әммә тамашасы бер төрлөлөктән ялҡа башланы.
Ниһайәт, ошо көндәрҙә өр-яңы премьера ҡуйылды. Сибай тамашасыһы уны бик йылы ҡабул итте. Сағыу декорация, иҫ киткес сихри костюмдар, төп геройҙарҙың үҙҙәренең йырлауы, күңелдәрҙең нескә ҡылын сиртерлек илаһи көй-моң, күптән инде танһыҡ һәм яҡын ғәжәп серле әкиәт донъяһы...
Тарихи сығанаҡтар буйынса, “Заятү­ләк менән Һыуһылыу” XIX быуат башында билдәле рус яҙыусыһы, этнографы В.И. Даль тарафынан яҙып алына, һәм ул “Башкирская русалка” исеме менән “Москвитянин” журналында (1848 йыл, №1) баҫылып сыға. Эпостың варианттарын Л.В. Суходольский (1858 йыл, “Башкирская легенда о Туляке”), Р.Г. Игнатьев (1875 йыл, “Сказка о сыне Абдрахмана Хары Сахипе”), С.Ғ. Солтанов (1902 йыл, “Заятүләк менән Һыуһылыу”), М. Ғафури (1910 йыл, “Заятүләк менән Һыуһылыу”) һәм башҡалар баҫтыра. Уның “Заятүләк”, “Түләк”, “Балҡантау” исемлеләре лә бар. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады өлгөләренең береһен тәшкил иткән эпосты бынан 18 йыл элек күренекле журналист һәм драматург Сәрүәр Сурина сәхнә әҫәре итеп үҙгәртә. Беренселәрҙән булып әҫәрҙе Ғафури районының халыҡ театры тамашасы хөкөмөнә сығара, артабан эпосты Стәрлетамаҡ театры, 1999 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәләштерә.
Сибайҙарға уны Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, режиссер Мөсәлим Күлбаев ҡуйған. Театр сәхнәһендә үҙ тауышы, үҙенә генә хас алымдары, йәштәрсә ҡарашы булған талантлы оҫта Сибай артистарының һәр береһен үҙенсә аса алған. Шулай уҡ Башҡорт­остандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Илшат Яхин, рәссам Зилиә Нурғәлиева, хореограф, Башҡорт­остандың халыҡ артисы Сулпан Асҡарованың да тырышлығын телгә алыу фарыз.
Әҫәрҙең төп темаһы – мәңгелек мөхәббәт, ике йәш йөрәктең бер-береһен яратыуы, ер улы һәм һыу ҡыҙы араһындағы мөхәббәткә дан йырлау, һөйөү көсөнөң барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеүе, бер-береһенә көс биреүе, йәшәүгә өмөт уятыуы. Яуға киткән Заятүләген һағынып, һағыштан һарғайып Һыуһылыу яҡты донъя менән хушлашһа, мөхәббәтен юғалтҡан егет йәшәүҙән йәм тапмай үҙ-үҙенә ҡул һала.
Сәрүәр Суринаның сәхнә әҫәрендә, киреһенсә, Һыуһылыу (төп ролдә – йәш актриса Регина Ишбулатова) илаһи көс тәьҫире менән терелтелә, Заятүләк тә һау ҡала. Был үҙгәреште авторҙың уңышлы ҡулланылған аҙымы тип атарға ла мөмкин. Бында ул мөхәббәт ҡөҙрәтен, уның юғарылығын күрһәтә. Әйткәндәй, Заятүләк (ролде Морат Амантаев бик оҫта башҡара) менән Һыуһылыу образдарын тыуҙырған артистар шул тиклем ихлас уйнай, тамашасыны ышандыра алыуҙары менән ихтирам уята. Спектаклдә тыуған ер, туғанлыҡ, атай һәм ул мөнәсәбәттәре лә сағылыш таба. Заятүләктең ағайҙары байлыҡ, тәхет өсөн бер-береһен үлтерергә әҙер булғанда, егет тыуған ере – Балҡантауы, Асылыкүле өсөн йәнен бирергә риза. Алтын-көмөш яуған ерҙә, һыу аҫты батшалығында һөйгән йәре менән йәшәһә лә, ул үҙенең ғәзиз ерен һағына, уны дошмандарҙан һаҡлау өсөн атлыға.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Экология йылында тәбиғәткә булған һөйөүҙе тасуирлаған, уны һаҡлау, яҡлауҙы төп бурыс итеп ҡуйған әҫәрҙең сәхнәгә сығыуы – оло мәртәбә. Йәш быуында тыуған төйәккә, атайсалына ҡарата һөйөү, шулай уҡ үҙ-ара туғанлыҡ, татыулыҡ, дуҫлыҡ, изгелек, мәрхәмәтлелек һәм мөхәббәт кеүек сифаттарҙы тәрбиәләүҙә әҫәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур.
Спектакль үҙ тамашасыһын тапты. Театрға яңы һулыш өргән, яңы биҙәк һәм йәм өҫтәгән “Заятүләк менән Һыуһылыу” оҙон ғүмерле булһын, уны ҡараған йәштәр үҙ мөхәббәтен тапһын, тамаша залдары тулы булһын, артистар алҡыштарға күмелһен.


Регина ИШБУЛАТОВА, театрҙың иң йәш артисы:
– Сибай театрында тәүге миҙгел уйнауыма ҡарамаҫтан, “Заятүләк менән Һыуһылыу” спектаклендә төп ролде башҡарыуым менән бик бәхетлемен. Әлбиттә, ролде сәхнәгә сығарыу еңелдән булманы, әкиәттәге Һыуһылыу образын бар тулылығында бирергә тырыштым. Йырҙарҙы үҙем башҡарам. Режиссер Мөсәлим Күлбаевҡа ҙур рәхмәт, уның менән бергә ижад итеү ифрат үҙенсәлекле.

Морат АМАНТАЕВ, төп ролде башҡарыусы:
– 2009 йылдан алып театрҙа эшләйем, байтаҡ образды уйнаным. Әммә бөгөнгөһө – иң уңышлыһы, күңелдә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ йылы тәьҫораттар ҡалдырған ролем. Беҙгә, артистарға, ситтән, бигерәк тә Өфөнән килгән режиссерҙар менән эшләү һирәк эләгә. Мөсәлим Күлбаевтың эш алымдары бөтөнләй икенсе, баштараҡ нисектер ят кеүек тойолдо, әммә ижади мөхиттә бер-беребеҙҙе ныҡлап аңланыҡ. Кемдер спектаклде әкиәт булараҡ ҡабул итһә, икенселәр өсөн ул – тотошлайы менән тарихи әҫәр.

Сәрүәр СУРИНА, драматург:
– Сибай артистарының халыҡсан һәм иҫ киткес ихлас уйнауын электән белә инем, әммә тәү ҡарамаҡҡа ябай күренгән әҫәрҙе шул тиклем юғары кимәлдә башҡарыуҙарына “Афарин!” тиеүҙән башҡа һүҙем юҡ. Рәхмәт шулай уҡ режиссерға, рәссамға, композиторға, көслө алҡыштар менән ҡабул иткән Сибай тамашасыһына.