Үткәнебеҙҙе юғалтыу хәүефе янамай

3-05-2017, 03:52 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Үткәнебеҙҙе юғалтыу хәүефе янамай Үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тигән бер аҡыл эйәһе. Эйе, беҙҙең был йәһәттән ғорурланырға хаҡыбыҙ бар кеүек. Ә шулай ҙа тарихыбыҙҙы сағылдырған ҡомартҡыларыбыҙға бөгөн юғалыу хәүефе янамаймы? Уларҙы киләсәк быуынға еткереү өсөн ниндәй аҙымдар яһала? Ҡануниәтебеҙҙә был йәһәттән ниндәй саралар ҡаралған? Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ етәксеһе,
тарих фәндәре кандидаты Илһам ФӘТҠУЛЛИН менән ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләнек.
– Былтыр ғына булды­рыл­ған идаралыҡтың төп маҡсаты нимәлә?
– Әлбиттә, төп бурысыбыҙ – мәҙәни мираҫыбыҙ өлгөләрен киләһе быуындар өсөн һаҡлап алып ҡалыу. Тарихи ҡомарт­ҡыларыбыҙҙы реставрациялау, консервациялау, тергеҙеү буйынса яуаплылыҡ та беҙҙең иңебеҙгә йөкмәтелгән. Шулай уҡ уларҙы популярлаштырыу буйынса эш тә иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Быларҙың барыһы ла “Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары) тураһында”ғы Федераль закон сиктәрендә башҡарыла.
– Ә мәҙәни мираҫ объекты тип ниндәй тарихи ҡомартҡы­ларҙы атай алабыҙ?
– Ысынлап та, иң тәүҙә был атаманың мәғәнәһенә асыҡлыҡ индерергә кәрәктер, моғайын. Нимә ул мәҙәни мираҫ объекты? Әлбит­тә, иң тәүҙә – археология ҡомарт­ҡылары. Мәҫәлән, шул уҡ “Өфө II” ҡала­сығы, шулай уҡ архитектура ҡомарт­ҡылары. Әйтәйек, бына бөгөн һеҙҙең менән аралашып ултырған йорт. Ул алыҫ 1905 йылда Беренсе урыҫ революцияһы баш­ланған саҡта төҙөлгән. Бинаны хәлле крәҫтиән Алексей Якушевтың ғаиләһе һалған. Мәғарифты үҫте­реүгә ҙур өлөш индергән был шәхес уны сиркәү янындағы училище ҡарамағына тапшырған. Советтар Союзы ваҡытында бында дарыу­хана идаралығы урынлашҡан. Республикабыҙҙа бындай ҡомартҡылар бихисап. Шулай уҡ ағас архитектура өлгөләре лә бик күп. Шуға ла уларҙың айырым иғтибарға мохтаж икәнлеге һәр кемгә асыҡтыр.
– Был идаралыҡҡа ихтыяж көнүҙәк мәсьәлә инеме?
– Һис шикһеҙ, ихтыяж булған­дыр. Шулай булмаһа, ил кимәлендә быға иғтибар бүленмәҫ ине бит. Юғарыла атап үткән федераль законға индерелгән үҙгәреш­тәргә ярашлы, Рәсәйҙең бөтә төбәктә­рендә лә мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау менән генә шөғөл­лән­гән дәүләт органдары булдыры­лырға тейеш ине. Йәғни быны федераль закон да талап итте. Һөҙөмтәлә республика етәкселеге башланғысына ярашлы, беҙҙә лә халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫын һаҡлау менән шөғөлләнгән өр-яңы дәүләт органы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Башҡортостан Респуб­ликаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов 2016 йылдың 14 ноябрен­дә беҙҙең идаралыҡты булдырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Был яуаплылыҡты ошоға тиклем рес­пуб­ликаның Мәҙәниәт министр­лығының айырым бүлеге башҡара ине.
Шул ваҡыттан алып ойоштороу эштә­ренә башкөллө сумдыҡ тиергә була. Норматив һәм хоҡуҡи документтар ҡабул ителде, идара­лыҡтың төп положениеһы раҫлан­ды. Йыл башында идаралыҡ ойошма булараҡ теркәлде.
Әйткәндәй, яңыраҡ ҡына Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министр­лығының Волга буйы федераль округы буйынса идаралығы етәк­сеһе Владимир Тарновский Баш­ҡортостанға эш сәфәре менән килеп ҡайтты. Мәҙәни мираҫты һаҡлау мәсьәлә­ләре буйынса фекер алыштыҡ, тарихи ҡомарт­ҡыларыбыҙҙы урап сыҡтыҡ – мәҫәлән, “Өфө II” ҡаласығында булдыҡ. Улар менән артабан да тығыҙ бәйләнештә буласаҡбыҙ һәм идаралыҡ эшмәкәрлеген бергә яйға һаласабыҙ.
– Илһам Зөфәр улы, бөгөн мәҙәни мираҫ объекттарына ҡарата һаҡһыҙ мөнәсәбәт ме­нән осрашырға тура ки­лә­ме? Уға ҡаршы ниндәй саралар күре­лә? Был йәһәттән ниндәй яңы­лыҡтар бар?
– Бөтә археология ҡомарт­ҡылары федераль әһәмиәткә эйә. Уларға зыян килтереүселәргә Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы яуап­лылыҡ ҡаралған. Шуға ла 2015 йылдың 22 ғинуарынан бөтә ер эштәре беҙҙең идаралыҡ тарафынан раҫланырға тейеш. Был археология мираҫына зыян килтерел­мәһен өсөн кәрәк. Ташландыҡ кеүек күренгән ер биләмәһендә лә ҙур әһәмиәткә эйә ҡомартҡылар табылыуы ихтимал бит.
Ысынлап та, йыш ҡына тарихи ҡомарт­ҡыларға ҡарата битараф­лыҡ менән осрашырға тура килә. Мәҫәлән, һаман да бик күптәр ер һәм төҙөлөш эштәре беҙҙең ида­ралыҡ тарафынан раҫланырға тейешлеген белмәй. Беҙҙең ҡарамаҡ­тағы объекттарҙа килешеүһеҙ төҙөлөш эштәре башҡарылып мәҙәни мираҫҡа зыян килтерелгән осраҡтар ҙа булды. Мәҫәлән, төҙөлөш бригадаһы боронғо бинала стенаны емерә йә тәҙрә урынына ишек уйып ҡуя. Был законды боҙоу икәнлеге баштарына инеп тә сыҡмай! Беҙгә ошондай хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡларға тура килә. Һөҙөмтәлә улар суд ҡарарына ярашлы хөкөм ителә. Үҙегеҙ белә­һегеҙҙер – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 44-се статья­һында ла “һәр кем тарихи һәм мәҙәни мираҫты һаҡларға, тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡсыл ҡулла­нырға бурыслы” тип яҙылған бит. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекста ла мәҙәни мираҫҡа ҡағылышлы тиҫтәгә яҡын статья табырға була. Тимәк, һәр кемгә уйланырға урын бар.
– Ҡала уртаһындағы боронғо йорттар урынына күп ҡатлы­һын һалырға хыялланған йүнселдәр ҙә көндән-көн арта…
– Эйе, ҡала уртаһындағы иҫке генә ағас йорттоң бер кемгә лә кәрәге юҡ тип фараз ҡылыусылар байтаҡ. Ә уның Рәсәй Федера­цияһының мәҙәни мираҫ объект­тарының берҙәм реестрында иҫәптә тороуы ла ихтимал бит әле. Бындай ми­ҫалдар бихисап. Эйе, урынына күп ҡатлы йорт һалырға хыялланыусылар ҙа юҡ түгелдер. Әммә был бәләкәй генә ағас йорттоң тарихи әһәмиәте иҫ киткес оло булыуын күҙ уңынан ысҡын­дырырға ярамай. Шуға ла бындай эшкә юл ҡуйылырға тейеш түгел. Бынан тыш уның биләмәһен­дә бихисап археология ҡомартҡыһы йәшеренгән булыуы ла ихтимал. Ә ундай урында төҙөлөш алып барыу, ҡануниәткә ярашлы, ҡәтғи тыйыла.
Республикабыҙҙа тарихи ҡо­март­ҡылар иҫ киткес күп. Мәҫәлән, алыҫ йөрөйһө түгел – Черниковка үҙе генә асыҡ һауа аҫтындағы музей. Шулай уҡ Бөрө ҡалаһы ағас архитектура өлгөләре менән күптән дан тота. Шуға ла уларҙы һаҡлау – дәүләт органдарының һәм йәмғиәт­тең уртаҡ бурысы.
– Мәҙәни мираҫҡа бәйле көн ҡаҙа­ғына һуҡҡан тағы ла нин­дәй мәсьә­ләләрҙе атар инегеҙ?
– Бөгөн республикабыҙҙа биш мең ярымдан ашыу мәҙәни мираҫ объекты бар, әммә яртыһының ниндәй хәлдә икәнлеге билдәһеҙ. Был бит иҫ киткес! Йылына кәмендә дүрт йөҙ объект тикшерелеп торорға тейеш. Рәсәй Президенты Владимир Путин да тарихи ҡомарт­ҡы­ларыбыҙҙы теркәү кәрәклеге тураһында билдәләгәйне, әммә бөгөн был эштәр йыш ҡына күҙ уңынан ситтә ҡала.
Башҡортостан Хөкүмәтенең талабына ярашлы, бөгөн һәр дәүләт органы янында йәмәғәт советы эшләргә тейеш. Мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса көнүҙәк мәсьә­ләләр шунда тикшереүгә сығасаҡ тип өмөтләнәбеҙ. Унда билдәле архитекторҙар һәм археологтар, Рәсәй Мәҙәниәт министр­лығының лицензияһына эйә белгестәр, күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашыр тип көтөлә. Мәҫәлән, бөгөн Урыҫ география йәмғиәте менән был турала һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Шулай уҡ архивсылар, археологтар йәмғиәттәре лә мотлаҡ ҡатнашырға тейеш.
– Идаралыҡтың сайты ла иғтибарҙы йәлеп итте…
– Эйе, сайтыбыҙҙа мәҙәни мираҫ объекттарына ҡағылышлы ҡану­ниәт нормалары, шулай уҡ яңылыҡ­тар ҡуйылып бара. Беҙҙең сайт реставрациялауға лицензияһы булған ойошмалар менән хеҙмәт­тәшлек өсөн майҙансыҡҡа әйләнер тип тә өмөт­ләнәбеҙ, сөнки мәҙәни мираҫ объектында ниндәйҙер эш башҡарырға йыйынған һәр ойош­маның Рәсәйҙең Мәҙәниәт ми­нистр­лығы тарафынан лицензияһы булырға тейеш. Бының өсөн аттес­тациялы белгестәр – архитектор­ҙары һәм реставрациялаусылары булыуы зарур. Республикабыҙҙа бөгөн шундай 15 ойошма теркәл­гән. Улар өсөн төрлө файҙалы семинарҙар үткәре­ләсәк, өҫтәмә белем биреү ойоштороласаҡ. Шулай уҡ һорауы булған һәр кем сайт аша ла беҙгә мөрәжәғәт итә ала.
– Бөтә донъяға билдәле Шүл­гәнташ ҡурсаулығына бәйле эштәр ҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра…
– Бөгөн республика етәксеһе Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса был йәһәттән ҙур эш башҡарыла. Морат туға­йында Шүлгәнташ мәмерйәһенең музей комплексы барлыҡҡа килергә тейеш – был бик ҙур төҙөлөш бул­маҡсы. Ул республика­быҙҙың 100 йыллығына ҡарата төҙөләсәк йөҙ объект иҫәбенә индерелгән дә инде. Быларҙың барыһы ла бөгөн­гөбөҙ генә түгел, ә киләсәгебеҙ өсөн башҡарыла. Тимәк, үткәнебеҙ­ҙе юғалтыу хәүефе беҙгә янамай әле.

 




Telecentric lenses | read more