Ҡырыҫ матурлыҡ бында

Йыр

Ямғыр – барабансы ул,
Еүеш ҡыйыҡҡа һуға,
Ел һыбыҙғы уйнатып,
Япраҡтарҙы осора.

Бейек саған – дирижер
Ботаҡтарын бәүелтә.
Һеҙ ҙә, әйҙә, йырлағыҙ
Ел, ямғыр менән бергә.

Шат күләүек, моң-ауаз –
Йәйҙәрҙең ул йән йыры.
Һаман яңғырай тауышы
Туҡтаһа ла ямғыры.

Дәртле ауаз тарала,
Ут осҡондары кеүек,
Күк йылмайып ебәрә
Йәйғор төҫтәре менән.

Болот араһынан ҡарап,
Бейектә ҡояш көлә.
Яңы шат йырҙар менән
Ҡунаҡҡа тип таң килә.

Ромашкалар

Таныш түгел һуҡмаҡтарҙан
Хыял йөрөтә һине.
Ап-аҡ ҡар бөртөктәреләй,
Сәскәләр нәфис ине.

Күрәҙәсе ел берәмләп
Аҡ сәскәне туҙҙырҙы…
Беҙҙе ни көтә иртәгә?
Хыялымды нимә туғарҙы?

Бәлки, ишектәр асылыр,
Серле әкиәт ишеге.
Ышан минең хыялыма,
Ҡалғанда ла сәскәм күшегеп.

Ялан

Их, ниндәй иркенлек бында,
Хуш еҫ бөркә сәскәләр.
Йәнгә рәхәт, тыныс урын,
Юҡ хәүеф, шик-шөбһәләр.

Ҡояшҡа сәскә тартыла,
Әсәгә ынтылғандай.
Хисапһыҙ улар болонда,

Балҡыштан ҡойолғандай.

Һарылары – ҡояш сатҡыһы,
Аҡтары – мамыҡ болот,
Ел-һалҡындарға бирешмәй,
Ҡалмағандар һис һулып.

Селтәр шәл бөркәнгәнме ни
Үлән үҫкән күпереп.
Бал ҡорттары геүләп оса,
Сиңерткәләр һикерә.

Бешкән еләктең хуш еҫе
Аңҡый иркен яланда.
Бер кем ҡулы теймәгәнгә
Ҡырыҫ матурлыҡ бында.