Һүҙе биҙәй кешенеБилдәле журналист, ҡәләм оҫтаһы Рәсүл Сәғитовтың З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән китабын башҡортсалап шулай тип атап булыр ине. Урыҫ телендәге йыйынтыҡты ул “Словом красен человек” тип атаған. Унда ваҡытлы матбуғатта, радиожурна­лис­тикала алып барылған күҙәтеүҙәре нигеҙендә яҙылған мәҡәләләр тупланған.
Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн беҙ киң мәғлүмәт саралары хаҡындағы фекер­ҙәребеҙҙе күпселек осраҡта туған телебеҙҙә, йәғни башҡортса белдерәбеҙ. Ә бында бөтә Рәсәй халҡына ла таныш урыҫ телендә уй-кисерештәре менән уртаҡлаша автор. Һүҙ ҡәҙерен белгән, баһаларға тырышҡан һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы булмаҡсы был йыйынтыҡ. Эйе, журналистика бүлегендә уҡыусыларға, ҡәләм оҫталарына һис ҡамасауламаҫ ине ундағы фекерҙәр менән танышып сығыу: килешергә була, килешмәҫкә, әммә фекер артынан фекер уяна, яңы уй тоҡана. Хәрәкәттә – бәрәкәт, ти бит беҙҙең халыҡ. Шуның һымаҡ үҙе артынан яңы уй ҡомары, хис ҡойоно уятҡан китап кемдәрҙер өсөн өҫтәл китабына әүерелеүе лә ихтимал.
Киләсәктә йыйынтыҡ хаҡында айырым мәҡәлә лә яҙылыр, ә әлегә яңы хәбәр менән уртаҡлашмаҡсы инек.