Булыр илдең балаһы бер-береһенә батыр тиер

20-06-2017, 03:58 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Булыр илдең балаһы бер-береһенә батыр тиер...112-се Башҡорт атлы дивизияһы бик күп юғалтыуҙар кисерә, әммә фронт һыҙығын һаҡлап алып ҡала... Ә Липецк өлкәһендәге Тербуны “Хәрби ҡаһарманлыҡ сиге” тигән почетлы званиеға лайыҡ була.
112-се дивизия ошо яуҙа ике меңдән ашыу кешеһен юғалта – составтың яртыһы. Уларҙы иҫкә алыу өсөн башҡорттар был ерҙәргә, меңәр саҡрым үтеп, беренсе тапҡыр ғына килмәй.

Башҡорттарҙың Тербуны районы халҡы менән осрашыуы изге йолаға әйләнгән инде. Май айында Мәскәүҙәге “Аҡ тирмә” башҡорт халыҡ мәҙәни үҙәге өсөнсө тапҡыр Липецк өлкәһе Икенсе Тербуны ауылына сәйәхәт ойошторҙо. Алдағы өс көнлөк сараларҙы күҙалларлыҡ программа төҙөлөп, уларҙа ҡатнашырға тейешле кешеләргә саҡырыу хәбәре еткерелеп, ҡат-ҡат һөйләшеүҙәр алып барылып, ентекле әҙерлек эштәре башҡарылды. 11 майҙа төркөм юлға сыҡты һәм ун икеһендә көндөҙгө сәғәт 3-тә ауыл мәҙәниәт йортонда Икенсе Тербуны мәктәбе уҡыусылары делегацияны Еңеү көнөнә арналған ҙур концерт менән ҡаршы алһа, “Аҡ тирмә”некеләр ҙә 1942 йылғы хәл-ваҡиғаларҙың шаһиттары – ошо ауылдың оло йәштәге инәйҙәре һәм махсус саҡырылған ҡунаҡтар – өсөн сәйләү һәм бүләкләү ойоштороп, яуап сығышын күрһәтте.
13 майҙа 112-се Башҡорт атлы дивизияһының ошо ерҙә һәләк булған яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янында “Аҡ тирмә”нең башланғысы менән ойошторолған “Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған” исемле тантаналы митинг-акция үтте. Саҡырылған арҙаҡлы ҡунаҡтар араһында Рәсәйҙең Федерация Советындағы Башҡортостан вәкиле, сенатор Рафаил Зинуров һәм ошо уҡ Советтың Липецк өлкәһе буйынса ағзаһы Ираида Тихонова, Липецк ҡалаһы мэры Сергей Иванов, Мәскәүҙәге “Башҡортостан Республикаһының яҡташтары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы янындағы Офицерҙар клубы етәксеһе, Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһы геройҙарын хәстәрләү фондының вице-президенты, Рәсәй Геройы Рафиҡ Ихсанов, тәжрибәле эҙәрмәндәр – “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте” йәмәғәт ойошмаһының әүҙемселәре, “Военная археология” журналы директоры Антон Торгашев һәм мөхәррире, тарих фәндәре кандидаты Сергей Садовников бар ине.
Тербуны районы хакимиәте башлығы Сергей Барабанщиков, тантананы асып:
– 200 тәүлектән ашыу оккупацияла булған ауылды немец илбаҫарҙарынан азат итеү өсөн барған ҡаты алыштарҙа һәләк булған яугирҙәрҙең рухы алдында баш эйеү, уларҙы иҫкә алыу – беҙҙең изге бурысыбыҙ, инде нисәмә быуын яҡташтарыбыҙ 75 йыл дауамында ошо бурысҡа тоғролоҡ һаҡлап килә, – тине.
Йөрәктәргә үтеп ингән мөрәжәғәттән тамаҡҡа төйөр тығылды. Башҡорттар исеменән һүҙ алған Рафаил Нариман улының да күҙҙәре йәшле ине:
– Һеҙҙең менән уртаҡ яҡташтарыбыҙҙың иҫтәлеген һаҡлауығыҙ өсөн беҙ бик рәхмәтлебеҙ. Уртаҡ тип әйтеүем осраҡлы түгел, сөнки ошондағы ҡәберлектәрҙә ятҡан яугирҙәр, Башҡортостанда тыуып үҫһә лә, һеҙҙең тыуған ерегеҙҙә ятып ҡалған. Милләтенә, йәшенә, диненә ҡарамай, бик күп ҡорбан талап иткән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәрен оноторға беребеҙҙең дә хаҡы юҡ, уларҙың батырлығын киләсәк быуындар ҙа белергә, ғорурланырға тейеш. Тыныс һәм матур тормошта йәшәүебеҙ өсөн уларҙың рухы алдында бурыслыбыҙ.
Рафаил Зинуровтың коллегаһы Ираида Тихонова, Икенсе Тербуны мәктәбе етәкселеге һәм уҡыусыларының тарих һабаҡтарын ошоғаса ҡәҙерләп һаҡлауына һоҡланып:
– Был ерҙәрҙәге һәр бер аҙым ватансылыҡ тойғоһо менән һуғарылған. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар коллективына башҡарған эштәре өсөн ҙур рәхмәт! Ошо ябай ауыл мәктәбенең йолалары телдән үткәрелгән меңәрләгән тарих дәресенең һөҙөмтәһенә алмаштырғыһыҙ, – тип баһа бирҙе.
Артабан һәйкәл янына рәсми ҡунаҡтар һәм “Аҡ тирмә” ағзалары тарафынан веноктар ҡуйылды, ҡәнәфер сәскәләре һалынды. Башҡортостандан килтерелгән бер ус тыуған тупраҡ менән бергә яугир яҡташтарыбыҙҙың рухына бағышлап доғалар ҡылған мәлдә һәр кемебеҙҙең күңеле донъяларҙың имен тороу теләге менән хисләнде...
Рәсәйҙең үҙәгендәге бер һыҙатта ятҡан ошо район кешеләре һәм башҡорт халҡы араһындағы аралашыу, тиҫтәләгән йылдар дауам итеп, йолаға әүерелгән. Сергей Иванов ошо бәйләнештең тарихына айырым иғтибар бирҙе. Меңәрләгән саҡрым арауығындағы мәктәптәрҙең үҙ-ара мәғлүмәт алышыуынан башланған был ваҡиға. Үткән быуаттың 70 – 80-се йылдарында урындағы пионер ойошмаһы Гәрәй Нафиҡов исемен йөрөтә. Район үҙәге Тербуны урамдарының береһе “Башҡорт атлылары” тип аталған. Тербуны һәм Башҡорт­остандың Миәкә районы үҙәге Ҡырғыҙ-Миәкә туғандаштар (побратимы) тип иғлан ителгән. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында оҙайлы ваҡытҡа аралашыу тынып ҡалғандан һуң, биш йыл элек Башҡортостан делегацияһы тәүгә был яҡҡа килгән. Үҙ заманында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Вәлиәхмәт Бәҙретдинов етәкселегендәге “Урал” йәмғиәте ойошторған 112-се Башҡорт атлы дивизияһы үткән данлы юлдар буйынса Өфө – Берлин маршрутындағылар бында һуғылып киткән.
Мәҙәни аралашыу һәм даими рәүештә архив документтары менән эшләү йәш быуын күңелендә ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләүгә ғәйәт ҙур өлөш индерә. Ошо бурысты Мәскәү ҡалаһының башҡорт милли мәҙәни үҙәге “Аҡ тирмә”нең етәксеһе Гөлсинә Батыршина бөтә нескәлегендә тойоп, ойошманың әүҙем ағзалары менән бергә бында өсөнсө тапҡыр килде. Тынғыһыҙ Гөлсинә Алтынтимер ҡыҙы Тербунылағы туғандар ҡәберлегендә 1961 йылда ҡуйылған һәйкәлде яңыртыу кәрәклеге тураһындағы шәхси үтенес хаты менән юғары вазифаларҙағы яуаплы шәхестәрҙең иғтибарын ошо сараға йәлеп итеүгә өлгәште. Шулай уҡ мөрәжәғәтен киң мәғлүмәт саралары аша халыҡҡа ла еткерҙе. Был ҡәберлектә ятҡандарҙың күбеһе – 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәре. Ошонда һуғышсылар 1942 йылда фашист илбаҫарҙары менән тиң булмаған алышҡа инә һәм күп юғалтыуҙар кисерә. Быйыл республикабыҙҙа шул ваҡиғаларҙың 75 йыллығын билдәләү алдынан сара бик ваҡытлы һәм урынлы. Эҙәрмәндәрҙең тырышлығы менән асыҡланған тағы ла 131 яугирҙең исеменең ошондағы исемлеккә өҫтәлеүе тарихи ғәҙеллек булыр ине. Өлгөрөп еткән был мөһим мәсьәләнең ҙур сығым талап иткәне көн кеүек асыҡ. Уны тормошҡа ашырыу дәүләт кимәлендә генә хәл ителере яҡшы билдәле.
Гөлсинә Алтынтимер ҡыҙының тырышлығы менән Тербунылағы сараға Мәскәүҙән Рәсәй эҙәрмәндәре хәрәкәтенең вәкилдәре лә килеп етте. Мәктәптәге осрашыуҙа уҡ “Военная археология” журналының директоры Антон Торгашев һәм мөхәррире, тарих фәндәре кандидаты Сергей Садовников оло йәштәге инәйҙәрҙең һөйләгәнен диктофонға яҙҙырҙы, өҫтәмә һорауҙар биреп, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәт алды. Башҡорт яугирҙәре тураһында тик яҡшы һәм ыңғай иҫтәлектәр менән ихлас уртаҡлашҡан 1926 йылғы Любовь Гулевская сара һуңында беҙҙе ауылдың бер осондағы йортҡа алып барҙы. Хужабикә Антонина Гулевская барыбыҙҙы ла ихлас ҡаршы алып, ошо йортҡа 1961 йылда килен булып төшөүен һөйләне. Баҡһаң, ҡәйнәһе әйтеп ҡалдырған мәғлүмәт буйынса, баҡсаның төпкө бер мөйөшөн­дәге ағас төбөндә әлегәсә өс яугир ҡәберлеге бар икән. Ул бик ялбарып, олоғайған көнөндә үҙен ошо бурыстан, яуаплылыҡтан азат итеүҙәрен һораны. Ҡәберҙе асып, унда ерләнгәндәрҙең кем икәнен асыҡлау, туғандар ҡәберлегенә күсереп, яңынан ерләүҙең процедураһын хәрби эҙәрмәндәр яҡшылап аңлатты. Кәрәкле инстанцияларҙан тиҙ арала рөхсәт алыу һәм профессиональ бурыстарын үтәү тураһындағы һөйләшеү иртәгәһенә үк өлкә губернаторы һәм сенатор кимәлендә алып барылыуына ошо сарала ҡатнашыусылар барыбыҙ ҙа шаһит булдыҡ.
Беҙ Мәскәүгә ҡайтып етеүгә, Тербуны районы гәзите “Маяҡ”тың хәбәрсеһе Елена Скиндерева 16 май һанының беренсе битендә митинг тураһында “Мы память пронесем через века” исемле мәҡәләһендә яҙып та сыҡты. Һәйкәл фонында ҡурай тотҡан ғорур башҡорт егете Ринат Хәбировтың фоторәсеме аша 75 йыл элек ошо ерҙәрҙә ятып ҡалған батырҙарыбыҙҙың һыны күҙ алдына баҫа кеүек... Ауылдың оло йәштәге инәйҙәре лә (ул ваҡытта 15-16 йәшлек ҡыҙҙар) уларҙың кистәрен йыш ҡына усаҡ янында йыйылышып, ҡурай уйнап, йырлашып ултырғандарын хәтергә алды. “Шул тиклем тәртипле инеләр. Ауыл халҡына, балаларға ҡарата мәрхәмәтле булды башҡорттар! Бер кешенең, бер ғаиләнең өлөшөнә ҡағылманылар, киреһенсә, үҙҙәрендә булған аҙыҡ-түлек менән уртаҡлаша, шәкәрҙәрен бала-сағаға бирә инеләр”, – тип бер төптән һөйләүҙәрен тыңлап, яҙҙырып, яугирҙәребеҙ, халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ кисереп йөрөнөк. Бына бит ул изгелек орлоҡтары – тиҫтәләрсә йылдарҙан һуң да ҡайтауаз булып яңынан тыуа, тотош милләткә баһа булып кире ҡайта!
Мәскәү башҡорттары делегацияһы ме­нән” осрашыуға килеп: “Вы – мои братья и сестры”, – тип һәр береһе менән ҡосаҡлашып күрешкән Алексей Белоколодских менән бәйле осраҡты айырым иҫкә алмай булмай.
1942 йылда Бурдин ауылында өс ай оборонала торған ҡайһы бер башҡорт егеттәре ошо ауылдың ҡыҙҙары менән бик яҡын дуҫлашып киткән, яратышып йөрөгәндәре лә булған. Һөҙөмтәлә 1943 йылдың июнендә бер йәш ҡатындың балаһы тыуған... Заманына күрә, документында атаһының исеме яҙылмаған. Иҫ белгәне бирле ауылдаштары һәм тиҫтерҙәре үҙен “башкиренок” тип йөрөткәндәре өсөн кәмселек кисереүен онотмаһа ла: “Хәҙер яҡындарымды таптым, һеҙ бөтәгеҙ ҙә – миңә туған,” – тип бар күңел йылылығы, күҙ йәштәре менән хушлашып ҡалды билдәһеҙ башҡорт яугиренең 74 йәшлек улы... Кешелә ҡан хәтере, туғанлы булыу теләгенең ни тиклем тәрәндән килгәнен иҫбатлаған бер миҫал был хәҙерге заманда юҡ-бар сәбәпкә һылтанып, туғанлыҡ ептәрен өҙөүселәргә!
“Аҡ тирмә”некеләрҙе үҙ туғанылай күреп килеп еткән пенсионер Анатолий Дмитриевич Кулик та ике көн дауамында һәр беребеҙ менән аралашыу мөмкинлеген тапты. Үтә бәләкәй булыу сәбәпле, һуғыш ваҡиғаларын үҙе хәтерләмәһә лә, өлкәндәрҙең һөйләүҙәре буйынса, уларҙың өйөндә командирҙар фатирҙа торған. Куликтың өләсәһе менән әсәһе беҙҙең һыбайлыларҙың керҙәрен йыуған һәм икенсе рубежға күскән саҡтарында нисектер уларҙың яҡшы кейемдәре тороп ҡалған. Башҡаларҙыҡын таратҡандар – ауыл егеттәре кейгән, ә командирҙыҡын өләсәһе тотонмайынса ҡәҙерләп һаҡлаған. Артабан әсәһе күҙ ҡараһылай күргән был ҡомартҡы Анатолийға күскән. 70 йылдан ашыу ғаилә мираҫы булған ошо әйберҙе ул ышаныслы ҡулдарға – “Аҡ тирмә” вәкилдәренә – былтырғы килеүҙәрендә тапшырған ине. Яҡшылыҡ, изгелек тураһында хәтерҙең ысынбарлыҡта кешенең милләтенә лә, белем кимәленә лә ҡарамауына, ваҡыт һынауҙарына бирешмәүенә сағыу өлгө күрһәтте был ябай ғына ауыл кешеһе! Гимнастерканың размерынан һәм ваҡиғалар ағышынан сығып, уны Таһир Кусимовтыҡы тип фаразлағандар ҙа бар.
Тербуны ерендә делегацияны ҡаршылап, өс көн дауамында төрлөсә хәстәрлек күрһәтеп, ҡайтып киткәнсә оҙатып йөрөгән тағы бер кеше тураһында телгә алыу урынлы булыр. Башҡорт телендә “Батырлыҡ алдында баш эйәбеҙ” исемле очеркын үҙнәшер менән ошо сараға махсус өлгөртөп, китап итеп баҫтырып, унда ҡатнашҡан яҡташтарына таратҡан Замир Вахитов ул. Сығышы менән Стәрлебаш районының Табылды ауылы ир-уҙаманы 1972 – 1982 йылдарҙа Өфөләге медицина институтының санитария, гигиена, эпидемиология факультетын тамамлағас, ошо яҡҡа эшкә ебәрелгән һәм бөгөнгәсә шунда йәшәй. Был китабында ярайһы уҡ ентекле рәүештә урындағы материалды өйрәнеп, башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәре тураһында әлегәсә өйрәнелмәгән тарих биттәрен аса. Госпиталдә үлгән, хәбәрһеҙ юғалған, исемдәре яңы асыҡланған 131 һалдаттың исем-шәрифтәре обелискта әле теркәлмәгәнен һәм ошоға бәйле алда торған бурыстар тураһында ла иҫкәртә ул.
Әйтергә кәрәк, Тербуны районы хакимиәте сайтында (terbuny.org) 112-се кавалерия дивизияһына арналған бүлек асылған. Унда Б.Я. Малородов һәм Н.Ш. Шәйәхмәтов яҙған “Несокрушимая и легендарная 112-я” тигән китаптың электрон варианты менән Тербуны районында һәләк булған яугирҙәрҙең туғандар ҡәберлектәре буйынса төҙөлгән исемлектәр ҡуйылған. Шулай уҡ бында “Аҡ тирмә”нең ошо ерҙә булыу тураһында репортаж, башҡа мәғлүмәттәр бар. Тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәргә, мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың ғилми-эҙләнеү эштәрен ойоштороусы уҡытыусыларға, ата-бабаларының тамырҙарын юллаусыларға – барыһына ла етерлек бында хеҙмәт. Ике көн барған сараларҙың һөҙөмтәһе итеп Рафаил Зинуровтың вәғәҙәһен килтерергә булыр ине:
– “Аҡ тирмә” башланғысы менән ойошторолған һәм яугир яҡташтарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән һәйкәлде яңыртыу, һәләк булғандарҙың барыһын да исемлеккә кертеү акцияһын күтәреп алып, Липецк өлкәһе етәкселеге менән бергә тормошҡа ашырыуҙы йәһәтләү – беҙҙең бурыс.
Тәбиғәттең хозур урынында, ап-аҡ ҡайындар араһында төҙөлгән “Лукоморье” ял йортонда барса уңайлыҡтар тыуҙырған хеҙмәткәрҙәр, ошондағы сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алып, юғары кимәлдә ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән Липецк өлкәһе һәм ҡалаһы етәкселеге, Икенсе Тербуны ауылы мәҙәниәт йорто, мәктәп коллективы, ауыл халҡы, яҡташыбыҙ Замир Вахитов, саҡырыуҙы ҡабул итеп ошо сараларҙа ҡатнашҡан Рәсәй хәрби эҙәрмәндәре менән өс көнлөк аралашыуҙан ҙур ҡәнәғәтләнеү алып, рухыбыҙ күтәрелеп, аң даирәбеҙ киңәйеп, хистәребеҙ байып ҡайттыҡ был сәфәрҙән.
Сарала ҡатнашҡан “Аҡ тирмә” ағзалары ҡурайсы Ринат Хәбировтың йырҙары, Илүзә Йәрмөхәмәтова менән бергә башҡарған йәшлек дәрте ташып торған бейеүҙәре аша урындағы халыҡты таң ҡалдырҙы. Хатта губернатор үҙе, һоҡланыуын йәшермәй, уларға бәхетле киләсәк юраны! Лилиә Рәхмәтованың шаян таҡмаҡтарын аңларға тырышып, тәржемәһен һорап бер булды урыҫтар. Ҡумыҙсы егет, Ҡурған башҡорто Нәркистең баштан-аяҡ өләсәһе тегеп кейҙергән башҡорт милли кейемендә булыуы иғтибарҙы йәлеп итте, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Зөһрә Вәлиева, йыр-бейеүҙән тыш, тиҙ генә аш-һыу әҙерләү һәләтенә эйә булһа, Зөлфиә Хәсәнова “Аҡ тирмә”нең алмаштырғыһыҙ фотографы һәм яҙмаларҙы теркәп барыусы булараҡ, үҙ урынында эшләне. Ошо күҙгә ташланған бөтә ғәмәлдәрҙең артындағы кәрәкле кешеләрҙе кәрәкле урында һәм үҙ ваҡытында осраштырыуға, барыһын бергә туплауға, кеше-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә, һоҡланғыс матур сығыштарҙы әҙерләүгә, сағыу костюмдар булдырыуға киткән көстө ниндәй үлсәүҙәр аша үлсәп булыр ине икән?!
Үҙе сценарист, үҙе режиссер, үҙе рәссам Гөлсинә Батыршинаның тәүлектең ваҡытына ҡарамай, алһыҙ-ялһыҙ, түләүһеҙ ошо вазифаны үҙ теләге менән күтәреп килеүе рух көсөнәнме, милләттең булмышы өсөн яуаплылыҡмы? Үҙе эргәһендә тупланған һанаулы кешеләр менән (улары ла һәр береһе йә эштән, йә уҡыуҙан ваҡыттарын өҙөп килә) аралашыуҙан тыш, төрлө вазифалағы етәкселәр менән күҙгә-күҙ ҡарашып һәм телефон аша ҡатмарлы проблемаларҙы хәл итергә, Интернет селтәре аша меңәрләгән аудитория менән эшләргә өлгөрөүен дә өҫтәһәк, зиһене үҙ урынында булған кешелә был хеҙмәтте кем баһаларға тейеш икән, тигән һорау тыуа...
Ә уның үҙенә ҡалһа, бер ниндәй ҡаршылыҡтарға бирешмәй, сит ерҙәге милләттәштәренең булмышын, үҫешен хәстәрләү менән янып йәшәгән гүзәл ханымдың киләсәккә ниәттәре, маҡсаттары аныҡ һәм изге. Шулай булмай ни, Мәскәүҙең үҙендә аҙна эсендә түгел, көнөнә бер-ике урынға сығыш яһарға саҡырыла популярлыҡ яулаған был төркөм. Бынан тыш, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн бер нисә айға алдан график төҙөлгән. Әйҙәгеҙ, хөрмәтле милләттәштәр, беҙ ҙә ихласлыҡ менән уларҙың башланғысын күтәреп алайыҡ. Ошо юбилей йылында Тербунылағы шайморатовсыларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек.

Бөрйән – Өфө – Мәскәү – Тербуны – Мәскәү.

P.S. Ошо сәйәхәткә йомғаҡ яһауҙың төп маҡсаты – Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттарына, төрлө кимәлдәге етәк­селәргә, рес­публикабыҙҙан сыҡҡан эре эшҡы­уарҙарға мөрә­жәғәт итеү ине. Был мәҡәлә баҫмаға әҙер­ләнгәнсе,”Аҡ тирмә”нән ҡыуаныслы хәбәр килеп төштө. Бөгөн ышаныслы рәүештә шуны әйтергә мөмкин: Тербунылағы яу­гирҙәр һәйкәле янында яңы билдәле булған 131 һуғышсы исемлеге менән тулыландырыласаҡ мемориал төҙөүгә әҙерлек эштәре башланған да инде.