Ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ ерендә төркиҙәрҙең осрашҡаны

14-07-2017, 09:37 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ ерендә төркиҙәрҙең осрашҡаныБыл ике халыҡты боронғо тарих, төрки ҡәүеме вәкилдәре булыу ғына түгел, героик, мифик эпостары һаҡланып ҡалыу күренеше лә бәйләй. Бик һирәк милләттәрҙең бөгөн боронғо дәүерҙәге йәшәйешен, донъяға ҡарашын яҡтыртҡан эпосы бар. Ҡырғыҙҙар бөйөк “Манас” әҫәре менән ата-бабалары тарихына, үткәненә мәҙхиә йырлап ҡына ҡалманы, ә фәлсәфәүи эпос аша бар донъяға милләтенең тамыры, ҡеүәте хаҡында хәбәр итте. 2013 йылда “Манас” ЮНЕСКО тарафынан һаҡланған донъя мәҙәниәте ҡомартҡыһы әҫәрҙәре исемлеген тултырҙы. Шундай уҡ мәшһүр әҫәр башҡорттарҙа ла бар – “Урал батыр”! Йәшәү менән Үлемдең төп мәғәнәһе, кешелек ғүмеренең тәрән идеяһы сағылған был эпос әле булһа донъя ғалимдарын һиҫкәндерә, уйландыра. Ҡырғыҙ халҡы – бөйөк эпослы милләт кенә түгел, ә һүҙ сәнғәте өлгөләрен XXI быуатта ла ижад итә алған улын тыуҙырған ҡәүем. Һүҙем атаҡлы Сыңғыҙ Айытматов хаҡында. Ул үҙ заманында башҡорт еренә бер генә тапҡыр килмәне. Башҡортостанда авар Рәсүл Ғамзатов, башҡорт Мостай Кәрим, ҡырғыҙ Сыңғыҙ Айытматов төшкән фото ла һаҡлана. Борон-борондан үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә йәшәгән башҡорттар менән ҡырғыҙҙар. Юҡҡа ғына башҡорт халҡының тотош бер ырыуы “Ҡырғыҙ” тип аталмаған. Күсмәндәрҙең халыҡ-ара уйындарын ойоштороп та ҡырғыҙҙар башҡа төрки милләттәргә өлгө күрһәтте. Глобалләшеү заманында юлыңды юғалтҡанһың икән, тарихыңа әйләнеп ҡара: ә унда ата-бабалар уҡтан ата, ҡымыҙ бешә, һыбай саба. Унда – халыҡ берҙәмлеге, рухи ҡеүәт, тәбиғи сафлыҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты бер төркөм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен Ҡырғыҙстандың Чолпан-Ата ҡалаһында уҙғарыласаҡ Бөтә донъя төрки халыҡтары ҡоролтайына юлға оҙатҡанда бына ошолар хаҡында уйландым мин. Ҡоролтай аппаратының баш белгесе Алһыу Сирғәлинаның милләтебеҙ йөҙөн күрһәтеү ниәтенән делегацияны милли кейемдәргә өҫтөнлөк биреп әҙерләүе, милли музыка ҡоралы, милли һүҙ сәнғәте, милли йәмәғәт ойошмаһы тураһында хәстәрләүе юҡҡа булмаған: Башҡортостан делегацияһы республикабыҙҙы лайыҡлы сағылдырыу өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләне. “Гуманизм. Прогресс. Рухиәт” төшөнсәләрен әләм итеп күтәргән Бөтә донъя төрки халыҡтары ҡоролтайы мәҙәни, рухи күперҙәр аша төрки ҡәүемдәрен берҙәмлеккә әйҙәне.

“Кем балаһы?” тип һорарҙар

Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура районы ир-егеттәре икән тип уйларлыҡ ине сарала, Чолпан-атала, Бишкекта осраған ҡырғыҙҙар! Исемдәре лә ниндәй бит әле – Уланбаҡы, Жумабай, Нурлан, Нурали! Сара ваҡытында ла, Чолпан-атала, Бишкекта йөрөгәндә лә: “Баймаҡтар, хәйбуллалар, йылайырҙар, ейәнсуралар, нишләп йөрөйһөгөҙ бында?”– тип һорарҙай булдыҡ. Үҙҙәрен тотоштарына, ҡиәфәт­тәренә, әҙәплелектәренә ҡарап, үҙенән-үҙе тарихи боронғолоҡҡа сумып, башҡорт халҡының рухи ҡәрҙәштәрен күреп, күҙ йәштәре әллә ҡайҙан йөрәк түренән һарҡылып сыҡҡандай булды. Улар ҙа башҡорт халҡын бик үҙ итә булып сыҡты. Башҡа делегаттарҙан айырмалы мөнә­сәбәт тойолдо.
Сараға донъяның төрлө төбәктәренән төрки ҡәүемдәре йыйылғайны. Бында тәржемәсе лә кәрәкмәне: һәр делегат үҙ телендә һөйләшә һәм бер-береһен аңлай. Мәҙәниәтте, рухиәтте, тарихты, әҙәбиәтте үҫтереүҙе, ошо асмандарҙа төрки милләт­тәрен бер-береһенә танытыуҙы маҡсат итеп ҡуйған сара барышында башҡорт, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, нуғай, яҡут, азербайжан, төркмән, төрөк, ҡарағалпаҡ, ҡарайым, ҡумыҡ, татар, алтай, ғағауыз, сыуаш, тыва, уйғыр, үзбәк, шор, хаҡас милләте вәкил­дәре үҙҙәренең мәҙәни ҡаҙаныштары, китап сығарыу, телде үҫтереүҙәге эшмә­кәрлеге хаҡында һөйләне. Үкенескә ҡаршы, глобалләшеү осоронда телде һаҡлап ҡалыу, йәш быуында уны үҫтереү бик еңелдән түгел икән берәүгә лә. Хатта айырым дәүләт булып ултырған ҡәүем­дәргә лә. Әммә һәр кем ҡулынан килгәнсә үҙ халҡының мәҙәниәтен пропагандаларға, халыҡ ижады өлгөләрендә балаларын тәрбиәләргә тырыша. Нуғайҙар, ҡумыҡтар – кеше тупһаһында йәшәгән халыҡ. Уларға әҙәбиәттәрен һаҡлап алып ҡалыу бик ауыр тип аңланым. Шулай ҙа улар үҙ телдәрендә китап сығарып, киң билдәле урыҫ йәнһүрәттәрен тәржемә итеп тарата. Әйткәндәй, араларында әҙәбиәтселәр ҙә юҡ түгел. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаған Баһауедин Узунаев башҡорт яҙыусыһы Вил Ғүмәровты бик йылы итеп телгә алды. Киң күңелле, аралашыусан, һәр кемгә итәғәтле башҡорт әҙибе уның хәтерендә тик яҡты иҫтәлектәр уята, вафатын ишеткәс, ауыр ҡабул иттем, тине ҡумыҡ яҙыусыһы.
Тыванан килгән ғалимдар башҡорт фәне әһеле Фирҙәүес Хисамитдинованы һорашты, бергә эшләгән осорҙары хаҡында телгә алды. Ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ ерендә төркиҙәрҙең осрашҡаны
Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһының халыҡ артисы, оҫта думбырасы Аpыҫлан­бәк Солтанбәковтың сығыштарын да халыҡ йылы ҡабул итте. Уларҙың телдәре лә башҡортсаға бик яҡын. Элегерәк нуғай яҙыусыһы Исо Капаевтың Зәки Вәлиди хаҡындағы фекерҙәре тураһында башҡорт матбуғатында яҙып сыҡҡайным инде. Ул бик һоҡланып, башҡорт халҡының донъяға танылған улы, тип ғорурлыҡ менән атаҡлы ғалимдың фәнни ҡаҙаныштарын телгә алғайны. Был сарала ла нуғайҙар менән Зәки Вәлиди хаҡында һөйләшеү сыҡты, нимәһе ҡыҙыҡ, улар уны үҙҙәренеке тип иҫәпләй. Ни тиклем шәхестең эшмәкәр­леге, ҡаҙаныштары ҙурыраҡ була, шул тиклем уның милли асылы хаҡында бәхәс тә йышыраҡ сығалыр, моғайын. Юрматы ырыуы башҡорто хаҡында төрки ҡәүем­дәренең һәр береһе: “Ул – беҙҙеке!” – тип әйтһә, һис аптырарға түгел, сөнки ул бик күптәренең тарихын, милли асылын өйрәнгән. Әйткәндәй, нуғайҙар Кавказ тауының бер ҡаяһы “Башкирочка” тип аталыуы хаҡында ла әйтте. Был топонимды ентекләп өйрәнергә кәрәк ине. Юҡҡа ғына әкиәттәргә ингән Ҡаф тауҙың бер үренә башҡорт ҡыҙының атамаһы бирелмә­гәндер бит.
Азербайжандың дәүләткә ҡарамаған милли ойошмалары форумы президенты Рәүеф Зәйни бик оҙаҡ йылдар йәмәғәт ойошмаларына етәкселек итә, үҙ телдә­ренә башҡа төрки халыҡтарының ижадын, әҙәбиәтен тәржемә итеү эше менән дә ҡыҙыҡһына. Ул уҙған быуат башында йә­шәгән азербайжан шағиры Алмас Ил­диримдың “Ҡара дастан”ын уҡып ишет­терҙе. Был әҫәрҙә төрки ҡәүемдәре өсөн әсенеү, уларҙың яҙмышы өсөн тәрән хәсрәт ярылып ята. Уны һорап алып, Баш­ҡортостанға ҡайтҡас, тәржемәсе, ҙур ғалим Әхәт Сәлиховтан юлма-юл тәржемә иттереп, шиғри әҫәр итеп эшкәртеп, гәзит уҡыусыларға лә тәҡдим итергә булдым.

Һис кем белмәй Тәңре тауының йәшен,
Томан баҫҡан Алтай тауының башын,
Осорғандар баштан дәүләттең ҡошон,
Байлығына башын борған заман, һай…
Ҡарый төркиҙең кисергән ҡайғыһы яман,
һай…

Дүрт тарафҡа таралған төрки ырыуы,
Һүнгән усаҡ, күсеп киткән ырыуы,
Моңһоу-моңһоу аға дала йылғаһы,
Һаҡлай йөрәк эстә өмөт, ғоман, һай…
Ҡарый төркиҙең йәшәгән көнө яман,
һай…

Аҡ маңлайға ҡара яҙмыш яҙылған,
Йәйләүҙәрҙә туй-йыйындар боҙолған,
Килендәрҙең үргән сәсе һүтелгән,
Иҫтә ҡалған илеңә телә аман, һай…
Ҡарый төркиҙең кисергән ҡайғыһы яман,
һай…

Тауҙан-тауға тейеп оса ыласын,
Ҡаяларҙа эҙ ҡалдыра ал ҡандар,
Ғәскәренә әмер бирмәй ил хандар,
Ҡайҙа ҡалды Диуар йыҡҡан фармандар,
һай…
Ҡарый төркиҙең кисергән ҡайғыһы яман,
һай…

Харап булған Бохараһы, баш ҡалаһы,
Ҡайғы баҫҡан Сәмәрҡәндте, Ташкентты,
Үҙе һөйләй, түгә күҙҙән күҙ йәше,
Юҡ сәсәне, юҡ яҙғаны, шаманы, һай…
Ҡарый төркиҙең кисергән ҡайғыһы яман,
һай…

Ҡазан, башҡорт батҡан, Ҡырым
һөрөлгән,
Минең ҡыҫыҡ күҙле йәрем юғалған,
Ут күршеләр, бөтәһе лә юғалған,
Себергә етер микән иман, һай?
Ҡарый төркиҙең кисергән ҡайғыһы яман,
һай…

Төрки илдәр бер-беренә таяна,
Ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, төркмән, үзбәк атала,
Азербайжан яныр, эстән тоҡаныр,
Инә йортоң эске хәле төтөн, һай…
Ҡарый төркиҙең кисергән ҡайғыһы яман,
һай…

Орхон шаулар, ятҡан илдәр йәйелмәҫ,
Тарым һыуы тура юлға ҡуйылмаҫ,
Ай, шаулаһа Амударъя, һиҙелмәҫ,
Һырдаръяла ҡалмағандыр дарман, һай…
Ҡарый төркиҙең кисергән ҡайғыһы яман,
һай…

Хазар шашыр, хәбәр итер Күренә,
Күр йылғаһы имгәкләп ағып,
Иҙел илар, Алтын Урҙа хәтеренә,
Арал үҙе булғандарға ҡайғыра, һай…
Ҡарый төркиҙең кисергән ҡайғыһы яман,
һай…

Азербайжан ҡайғыһынан быуылған,
Һөйгәндәре төрлө яҡҡа ҡыуылған,
Ила, шағир, ила, йортоң таралған,
Ҡайҙа ҡумыҙ, ҡайҙа һыныҡ кәмән, һай?..
Ҡайҙа бөйөк Ватан – ҡайҙа Туран, һай!..

Аллаға шөкөр, бөгөн заманалар башҡа, төрки ҡәүемдәре үҙ-ара хеҙмәттәшлек итә, аралаша ала.
Яҡут ҡыҙҙары үҙҙәренең иң төп байрамы Ысыах хаҡында һөйләне, ҡумыҙҙа уйнап ишеттерҙе. Сарала ҡатнашыусылар хатта көлөшөп тә алды: “Мин ҡумыҙсы түгел, әммә мин яҡут”, – тигән һүҙҙәр һәр яҡут милләте вәкиленең ҡумыҙҙа уйнауы хаҡында һөйләй. Александра Трифонова: “Ысыах байрамы – ул ҡояш, муллыҡ менән бәйле байрам. Унда беҙ милли кейемдәре­беҙҙә йөрөйбөҙ, ҡымыҙ эсәбеҙ, милли аштарҙан ауыҙ итәбеҙ, ат сабыштарын ҡарайбыҙ. Беҙҙең халыҡ өсөн был иң ҙур байрамдарҙың береһе”, – тине.Ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ ерендә төркиҙәрҙең осрашҡаны
Сарала ҡатнашҡан тарихсы Нурислам Ҡалмантаев башҡорттарҙың төрки тари­хындағы урыны хаҡында һөйләһә, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире, “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева ағинәйлек сифаттары тураһында, был хәрәкәттең республикала киң йә­йелдерелеүе хаҡында ҡатнашыусыларға ғына түгел, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ телевиде­ниеһына, радиоһына ла еткерҙе. Нурислам Мирхәйҙәр улы Башҡортостан вәкиле булараҡ, сараның дауамында ҡатнашыу өсөн Алматыға юлланды.

“Урал батыр” менән “Манас”

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡортостан, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы булараҡ та, тел­мәремдә тап әҙәби, рухи бәйләнештәр хаҡында һүҙ алып барҙым. Эйе, совет осоронда милли әҙәбиәттәр урыҫ теленә, үҙ-ара тәржемә ителгән, әммә бөгөн был сәнғәт институтының эшмәкәрлеге бер ни тиклем һүлпәнәйә төшкән. Шуға ҡара­маҫтан, эш бара, антологиялар сыға тора. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, был эште әүҙемләштереп ебәрергә бурыслыбыҙ.
Сараны ойошторған ҡырғыҙҙар алдында йөҙөм шул тиклем яҡты булды: бер башҡорттар ғына уларҙың бөйөк “Мана­с”ын башҡортсаға тәржемә итеп, бүләк итеп алып килгән. Был эште атҡарып сыҡҡан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдарына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ул китап ҡырғыҙ һәм башҡорт телдәрендә быйыл нәшер ителде. Әйткәндәй, 2013 йылда ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни ми­раҫтар исемлегенә индерелгән был ир­тәк башҡорт теленә беренсе тапҡыр тәр­жемә ителә. Ҡырғыҙҙар араһында “Ма­нас”­тың күп версиялары һәм варианттары бар. Тәржемә өсөн мәшһүр аҡын Биксолтан Жакиев тарафынан эшкәртелеп рәсми рәүештә ҡанунлаштырылған тексы алынған.Ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ ерендә төркиҙәрҙең осрашҡаны
Ҡырғыҙҙар – теле, дине, ғөрөф-ғәҙәте буйынса башҡорттарға яҡын, ҡәрҙәш халыҡ. Был хаҡта алдан да телгә алғайным инде. Шуға күрә боронғо исемдәрҙә, аш-һыуҙа, йолаларҙа, ғөрөф-ғәҙәттә уртаҡ­лыҡтарыбыҙ күп. Был уртаҡлыҡ ике ту­ған­даш халыҡ эпостарының геройҙарына, сюжетына хас: ҡырғыҙҙарҙың Манас батыры, Урал батыр кеүек, азатлыҡ йыр­сы­һы, халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлаған ил аға­һы. Иртәктә, үҙаллылыҡ, ил, ҡәүем өсөн кө­рәштән тыш, ҡырғыҙ халҡының көнкүре­ше, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары, хәрби оҫталы­ғы, медицинаһы, донъя һәм кешелек тура­һында фәлсәфәүи ҡараштары, әҙәмдең граждан булараҡ йәмғиәттәге урыны һәм бурысы, ғаилә мөнәсәбәттәре, әхлаҡ ҡағи­ҙәләре, ҡоллоҡ һәм азатлыҡ тураһында уйланыуҙары сағылған.
“Әҫәрҙең лексикаһы бик ҡыҙыҡлы, мәҫәлән, беҙ унда найҙа (һөңгө), ейеү (ашау), ҡаһһар (асыуланыусы), ут (үлән), пул (аҡса), ашлау (һаплау), үргеү (батырайыу), ҡарый (ҡарт) һ.б. дөйөм төрки һүҙҙәр менән танышабыҙ”, – тип яҙған баш һүҙендә ғалимдар З. Сиражетдинова, Г. Хөсәйенова, Н. Хөббөтдинова, А. Хәким­йәнова, Г. Юлдыбаева. Ҙур эш башҡа­рылған, йәмәғәт! Гуманитар фәндәр бел­гестәре һәм төрки халыҡтарҙың рухи мәҙә­ниәте менән ҡыҙыҡһынған киң ҡатлам уҡыусылар өсөн генә түгел, ғөмүмән, йәшә­йеш асылын өйрәнергә теләгәндәр өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр был фәлсәфәүи иртәк.
Электән ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар баш­ҡорттарҙы иштәк тип йөрөткән. Әйткәндәй, “Манас”та ла был хаҡта әйтелгән юлдар бар. Әҫәрҙең бер өлөшөндәге төп геройҙы донъяға килтереүсе, йәғни Сыйырҙың әсәһе – ул Болғарҙың иштәк ханының ҡыҙы, тиелә. Борон-борондан үҙ-ара ҡатнашып йәшәгән ике халыҡтың боронғо әҫәрҙәрендәге уртаҡлыҡтар ҙа күп нәмә хаҡында һөйләй. “Урал батыр”ҙы ла беҙ донъя кимәленә сығарырға тейешбеҙ, ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни мираҫтар исемлегенә индереүҙе лә хәстәрләйбеҙ. Аллаһы Тәғәлә насип итеп, был яҡты көндәрҙе лә күрергә яҙһын!
Төрки халыҡтарының антологияһын булдырыу хаҡындағы фекерҙе лә делегаттар хуплап ҡаршы алды. Ҡайтҡас уҡ был эшкә тотонорға теләүселәр барлығы ла асыҡланды. Иң мөһиме – эш барһын! Ижад туҡтамаһын, мәҙәни бәйләнештәр нығынһын!

Ҡурай менән Артурҙың таң ҡалдырғаны

Ҡурай хаҡында әллә күпме һөйләргә, әллә күпме уға дан йырларға була, әммә моңон ишетмәйенсә, уның ниндәй ҡөҙрәткә эйә булыуын аңлап, тойоп булмай, минең­сә. Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы рәйесе, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыу­сыһы Артур Ғайсаровтың сығышын көслө ал­ҡыш­тар менән ҡаршы алдылар. Ҡулына ҡурайҙы алып, уйнап ҡарарға тырышыу­сылар ҙа булды. Әммә күрер күҙгә ябай ғына күренгән был моң эйәһенә башҡорт ҡына йән өрә ала, күрәһең. Ҡәрҙәш халыҡ­тарҙың бер сәнғәт әһеле, халыҡ артисы, Тәтешле башҡорто Салауат Фәт­хетдинов әйтмешләй, башҡорт халыҡ йырын йырлар өсөн башҡорт булырға кәрәк. Ҡурайға моң тулһын өсөн уны ҡулға алған кешелә лә башҡорт ҡаны ағырға тейештер, күрәһең. Артур Борхан улы ҡурайҙа уйнағанда башҡа милләт ҡатын-ҡыҙҙары күҙ йәштәре­нә ирек бирҙе. “Урал”, “Салауат маршы”, “Сыбай ҡашҡа” кеүек халыҡ көйҙә­ре бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ҡурай хаҡында итәғәтле итеп киң мәғлүмәт биргән Артур Ғайсаровтың Ҡурайсылар союзына етәкселек итеүенә лә ҡыуандым. Әйткәндәй, уны үзбәк, азербайжан ҡәрҙәш­тәр үҙҙәренә сығыш яһарға, уҡытырға ла саҡырҙы. Ҡурай темаһына, уға патент алыу хаҡындағы һөйләшеүҙәргә яңынан ҡайтырбыҙ әле. Ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ ерендә төркиҙәрҙең осрашҡаны
Әй, Ҡурайым!
Һин моңланған саҡта
Йөҙөм бөртөк йәшкә сыланды.
Һин булмаhаң, йырhыҙ ҡалам тиеп,
Һиндәй бәхетемә ҡыуандым!!!
Ҡурайым!..


Ыссыҡкүл, Ҡыял, этномәҙәниәт

Ҡырғыҙҙарҙың эҫе күле хаҡында ишетеп белә инем, әммә барып күргәс, ысыҡтай саф, тау шишмәләре, йылғалары менән һуғарылған, диңгеҙ кимәленән 1609 километр бейеклектә ятҡан был һыу ятҡылығы ысын мәғәнәһендә тәү ҡараштан уҡ үҙенә ғашиҡ итә. Ниндәйҙер бер мөғжизә менәнме, әллә ҡырғыҙҙарҙың илтифаты менәнме, әллә Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәте менәнме – көнбайыштан көнсығышҡа – 182, ә көньяҡтан төньяҡҡа 58 километрға һуҙылған күл, әйтерһең, үҙе бер борон­ғолоҡ өлгөһө булып саф килеш һаҡланған, үҙендә ҡырғыҙҙың саф күңел донъяһын сағылдыра.Ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ ерендә төркиҙәрҙең осрашҡаны
Бишкекта Манасҡа бер нисә һәйкәл ҡуйылған. Төп майҙанда урынлашҡанына ҡаршы мәшһүр Сыңғыҙ Айытматовтың һәйкәле лә тора. Бөтә донъяға маңҡортлоҡ хаҡында хәбәр иткән ҡырғыҙ яҙыусыһы милләттең асылы тамырына, теленә, рухиәтенә бәйле булыуы хаҡында төплө һүҙен әйтеп китте.
Бишкекта “Ҡыял” тип аталған халыҡ һын­лы сәнғәт кәсептәренең художество милли берләшмәһе бар. Был ҡалала бу­лырға тура килһә, мотлаҡ барып ҡарағыҙ. Унда ҡырғыҙ халҡының бөтә милли кейем­дәре, кейеҙҙән, тиренән, күндән эшләнгән көндәлек кәрәк-ярағы һатыла. Хаҡтарҙың осһоҙлоғо бер булһа, икенсенән, таң ҡал­дырғаны – әллә ниндәй ҙур майҙан биләп ултырған милли тауарҙар баҙарын бер ниндәй һалым ойошмалары ла, шәхси алыпһатарҙар ҙа эҙәрлекләмәй. Киреһен­сә, бында ҡырғыҙ этномәҙәни кейемдәре, кәрәк-яраҡ киңерәк таралһын өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырылған.
Алда әйткәнемсә, сарала бик күп төрки милләттәр ҡатнашты. Ҡумыҡтарға, шор­ҙар­ға, нуғайҙарға ҡарап, әлдә беҙҙең рес­пуб­ликабыҙ бар, тип ҡыуандым. Теле­беҙ, мат­буғат хаҡында даими бәхәстәр сы­ғып то­ро­уы ла, ситтән ҡарағанда, ирекле фе­кер­ләү, мөмкинлектәр хаҡында һөйләй ул.
Шул уҡ ваҡытта ят мәҙәниәт тә беҙҙең халыҡҡа насар йоғонто яһамай ҡалмаған. Сарала эскән, тартҡан, яман ҡылыҡтары менән ойоштороусыларҙы, ҡатнашыу­сыларҙы бимазалатҡан бер кеше лә булманы. Эйе, бер мәл ҡаҙаҡтарҙы ла, ҡыр­ғыҙҙарҙы ла эскелек тигән яман ғәҙәт йонсотҡан ул, әммә беҙҙәге кеүек тотош быуын алкоголдән ҡырылған халыҡ тағы ҡайҙа бар икән, тип йән әрнене. Үҙ йолала­рыбыҙ, үҙ асылыбыҙ, тарихыбыҙ мөхитенә сумып йәшәүгә ни етә! Йәштәргә өмөт ҙур! Бөтөнләй хәмер тигәндең ни икәнен дә белмәгән, иманлы, рухлы, уҡымышлы быуын үҫеп сыҡты. Элекке бер шиғырым­ды үҙгәртеп, ошолай тип әйткем килде:

Аңлай микән ҡырғыҙ халҡы
Үҙҙәренең бәхетен?!.
Улар тойоп йәшәй илдә
Илдәренең рәхәтен.

Телдәре лә ирекле ҡош
Милләте асманында.
Үҙ исемен яҙа халыҡ
Еңеүсе таҫмаһында!

Йырламайҙар кеше йырын,
Ят таҡмаҡҡа баҫмайҙар!
Һәр бер ҡапҡа шаҡыусыға
Ишекте лә асмайҙар.
Ҡаҙандар ҙа аҫмайҙар!..

Эй, рәхәттер инде илең
Булмағас йөҙ ямаулы.
Мәркәзеңдә һәр бер һүҙең
Булмағас һис ҡамаулы...

***

Ҡырғыҙстанда башланған сара Ҡа­ҙағстандың Алматы, Астана ҡалаларында дауам итте. Унда Башҡортостан делегацияһы исеменән тарихсы Нурислам Ҡалмантаев ҡатнашты.
Донъя цивилизацияһының үҫешенә төрки донъяһының индергән өлөшө ба­һалап бөткөһөҙ. Был хаҡта беҙгә Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда күре­нек­ле ғалим, һоҡланғыс шәхес Роберт Байымов та йыш ҡабатлай торғайны. Ул: “Донъяның бөтә асыштары, яңылыҡтары башта төрки донъяһында, Шәреҡтә, Азияла булған, Европала уның шаңдауы яңғыраған”, – тип ҡабатлай ине. Заманында иҫке төрки теле менән нисәмә төрки халыҡ үҙ-ара аралашҡан. Төрки ҡәүемдәре тотош Ер шарын берләштереп, донъя мәҙәниәте үҫешенә, иҡтисады бәй­лә­нештәргә тәрән йоғонто яһаған. Бына ошолар хаҡында һүҙ барҙы ике дәүләт ерлегендә үткән сарала. Бөгөн донъяла 160 миллион төрки ҡәүеме вәкилдәре йәшәй. Киләсәктә кешелектең үҫеше өсөн мәҙәни, рухи күперҙәрҙе нығытып, гуманизм әләмен күтәреп ижад итергә һөйләште төркиҙәр. Ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ ерендә төркиҙәрҙең осрашҡаны
Бөтә донъя төрки ҡоролтайының эксперт советында тәбрикләү һүҙе менән “Күсмәндәр мәҙәниәтен һаҡлау” ойошмаһы етәксеһе Талғат Абдижаппаров, азербайжан халҡы вәкиле Эльдар Исмаилов, билдәле төркиәтсе Акчам Зеки, Ҡырғыҙ-татар дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек йәмғиәте президенты Хәбибулла Ғәзизов, “International Turks Games” бөтә донъя этноспорт комитеты етәксеһе Руслан Ашымканов төрки ҡәүемдәре уйындары хаҡында һүҙ алып барған. Талғат Абдижаппаров номадизм идеяһы, Ҡаҙағстан ерлегендә 200 гектарлыҡ ерҙә төрки халыҡтары ауылдары булдырыу тураһындағы ил Президенты Нурсолтан Назарбаевтың теләген еткергән.
– Башҡорт халҡы­ның тарихы, төрки донъя­һында тотҡан уры­ны тураһында һөйләнем. Төркиҙәр ауылында башҡорт йорто була икән, тип уйлағайным, улай түгел, тотош баш­ҡорт ауылын ҡуйырға ниәт тота ҡаҙаҡ ҡәрҙәш­тәр. Шуға күрә, хөрмәтле милләт­тәш­тәр, халҡыбыҙҙы донъя кимәлендә танытыу өсөн көс һалаһы бар. Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы менән берлектә беҙ был ғәмәлде лә атҡа­рып сығырбыҙ, тип ышанам, – тине Нурислам Мирхәйҙәр улы. Ул шулай уҡ Астанала үткән “Экспо-2017” форумында донъя халыҡ­тарының да төркиҙәр менән яҡындан танышыуы тураһында хәбәр итте.