Ғүмер сәскәләреКүренекле башҡорт шағиры Яҡуп Ҡолмойҙоң ижад һандығында балалар өсөн яҙылған байтаҡ әҫәрҙәре бар. Әҙиптең башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан “Бәләкәй батыр”, күңелле һүрәттәр менән биҙәлгән “Ғүмер сәскәләре” тигән китаптары үҙ ваҡытында матурлыҡ менән яңы таныша башлаған кескәйҙәрҙә һөйөү уятҡайны. Яҙыусы ижад майҙанына яһаған беренсе аҙымдарынан уҡ, үҙе әйтмешләй, “ғүмер сәскәләре”нә бағышлаған шиғырҙары, йырҙары менән килеп инә.

Тәүге шиғыры “Һау булығыҙ, ҡоштар!” 1937 йылда “Йәш төҙөүсе” (“Йәншишмә”) гәзитендә баҫылғас, шағир Баязит Бикбай уны бик ҡыуанып ҡабул итә, аҡыл-кәңәш­тәрен йәлләмәй, кәрәк саҡта тәнҡитләй ҙә. Шуларҙы дәлилләп, бер хатынан өҙөк килтерәм: “Балалар өсөн яҙған шиғырыңды уҡып сыҡтым, мырҙам. Балалар ижады” секция ултырышында һөйләгән иптәш­тәр етешһеҙлектәрен дөрөҫ күрһәткән. Шиғыр­ҙың сюжеты балаларҙы ҡыҙыҡһын­ды­рырлыҡ түгел. Беренсе бүлек төп те­маны тулыландырып бирә алмай, матурлыҡ өсөн дә хеҙмәт итмәй. Ми­неңсә, бындай яҙманы балаларға тәҡдим итергә кәрәкмәй. Ҡыҙыҡлыраҡ сюжет, матурыраҡ, тырышы­быраҡ эшләргә кәңәш итәм, мырҙам. Тырыш. Б. Бикбай. 1938 йыл, 10 апрель”.
Бына шулай утыҙынсы йылдарҙан башлап, бәхетле балалыҡҡа арналған бере­һенән-береһе матур шиғырҙар ижад итә Яҡуп Ҡолмой. Тик ғүмеренең һуңғы йылдарына тиклем балалар өсөн ижад итһә лә, ни өсөндөр айырым китаптарын баҫтырмаған. Шулай ҙа кескәйҙәр өсөн яҙылған әҫәрҙәре әленән-әле радио-телевидение аша яңғырап, матбуғатта баҫы­лып торған. Был турала көндәлектәрендә ошондай юлдар һаҡлана: “Шатлыҡ килһә, ҡайһы саҡта игеҙәктәр кеүек бергә килә бит ул. Бөгөн радио аша тапшырылған йырҙарҙа “Яҡуп Ҡолмой һүҙҙәре” тигәнде ишетеү ғәҙәти күренешкә әйләнһә лә, “Кескәйҙәргә шағир Яҡуп Ҡолмойҙоң шиғырҙарын тапшырабыҙ” тиеүҙәре үтә лә һөйөнөслө булды. Күмәкләшеп, Фатимам, Зәйтүнәм, Айгөлөм, Таһирым менән түңәрәк яһап ултырып, минең шиғырҙарҙы йотлоғоп тыңлайбыҙ. Балалар үҙҙәре менән булған ваҡиғаларҙы хәтерләп, көлөмһөрәп тыңлай”.
Яҡуп Ҡолмой балалар әҙәбиәтенә еңел шөғөл итеп ҡарамаған, киреһенсә, уны үтә лә изге күргән. “Балалар өсөн шиғырҙар ижад итеү – ижадымдың бер сатҡыһы, шулай артабан да дауам итергә насип итһә ине, – тип яҙа шағир артабан көндәлект­әрендә. – Бер шиғри тупланма әҙерләнем әле, ул “Айгөл баҡсаһы” тип атала. Был шиғри шәлкемгә туғыҙ шиғыр инде. Уларҙы талантлы, мөләйем тауышлы актриса Таңсулпан Бабичеваның уҡыуы айырыуса оҡшаны. Бик килеш­терҙе һылыу, рәхмәт үҙенә!”
Шағирҙың 1964 йылда нәшер ителгән “Ғүмер сәскәләре” тигән китабына күҙ һалайыҡ. Йыйынтыҡҡа 27 шиғыр ингән. Китаптың йүнәлешен, төп йөкмәткеһен билдәләй торған шиғырҙар кескәй балалар менән оло донъя (тәбиғәт, тормош, хеҙмәт, йәшәү, өлкәндәр) араһындағы ҡатмарлы һәм үҙенсәлекле, саф мөнәсәбәтте асыуға йүнәлдерелгән шиғырҙар тәшкил итә. Йыйынтыҡтың тәүге битен асҡас та саф­лыҡ, матурлыҡ, ихласлыҡ иленә юлыға­һың. “Таныш рәсем”, “Минең һөйгән илкә­йем”, “Байрам”, “Бала күңеле”, “Илкәйем” тигән шиғырҙарында әҙип сабыйҙар күңелендә Тыуған илгә, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләргә ынтыла. Бына, мәҫәлән, “Илкәйем” тигән әҫәр. Уны уҡып сыҡҡас, кескәй генә бер шиғырға ниндәй ҙур, матур донъя һыйғанын, Тыуған илгә мөхәббәт артҡанын тояһың. Әҫәр хәтерҙә тиҙ уйылып ҡала, еңел уҡыла, теле лә ябай һәм аңлайышлы.
Киң аҡландар йәйрәп ята,
Ниндәй иркен илкәйем.
Һыуы шифа, һауаһы саф,
Һиндәй ерҙе белмәйем.
Яҙ ҙа, көҙ ҙә сәскә ата
Мин үҫтергән гөлкәйем.
Шиңмәҫ гөлдәй ерҙе биҙәй
Минең Тыуған илкәйем.
Ҡояш – берәү. Һине лә мин
Шул ҡояшҡа тиңләйем.
Ошо йыйынтыҡҡа ингән “Дәрестә”, “Мәктәп”, “Ҡыйыу малай”, “Ҡыҙыҡлы китап” тигән шиғырҙарҙа әҙип балаларҙы белем алырға, мәктәпте яратырға өндәһә, “Минең теләгем”, “Әсәйемде яратам”, “Тимербай” тигәндәрендә хеҙмәткә өйрәтә, ә “Марат һуғыш теләмәй”, “Флаг”, “Тыныс йоҡла, улым!”, “Буран” исемле шиғырҙарҙа ты­рыш­лыҡ, хеҙмәтте яратыу, тыныслыҡ, дуҫ­лыҡ, берҙәмлек, бер-береңә ярҙамла­шыу, туғанлыҡ кеүек мөнәсәбәттәргә ихтирам тәрбиәләй. Туған тәбиғәтте яратыу, уны тәләфләмәү тураһында рәссамдарса яҙылған шиғырҙарынан уның “Ҡар яуа”, “Һау булығыҙ, ҡоштар!”, “Ямғыр” тигән лирик әҫәрҙәрен айырып күрһәтергә мөмкин. Уларҙа Яҡуп Ҡолмой кескәй геройҙары менән бергә уйлана, балалар менән бергә донъяны, тәбиғәт серҙәрен күҙәтә, ямғыр яуыуына һоҡлана. Балаларҙы тәбиғәт матурлығын аңларға өйрәткәндә, ул берсә ямғыр тамсылары һипкән болоттар менән һөйләшә, уларҙың ҡайҙан килеп сығыуын, нилектән һауала гиҙеүҙәрен аңлата, бәләкәс кенә тамсылар аша донъяла ҙур хәрәкәт барлығы тураһында ғәжәп матур асыштар яһай.
Сер түгел, балалар өсөн яҙылған ҡайһы бер әҫәрҙәрҙә күп ваҡытта өгөт-нәсихәт темаһы өҫтөнлөк итһә, Яҡуп Ҡолмойҙа, киреһенсә, улар юҡ. “Кескәй хужа”, “Ғүмер сәскәһе”, “Рәхмәт һиңә, баҡса!”, “Килер бер саҡ”, “Тимербай”, “Балыҡсы”, “Минең теләгем” тигән шиғырҙарҙа, мәҫәлән, автор балаларға хеҙмәт тәрбиәһе бирә, уларҙы ирек­һеҙләмәй генә көндәлек эшкә, хеҙмәткә өйрәтә.
Ә бына “Буран”, “Ике балыҡсы”, “Ямғыр”, “Һау булығыҙ, ҡоштар!”, “Ҡар яуа” шиғыр­ҙарында туранан-тура ҡоштарға, йәнлек­тәргә, үҫемлектәргә, сәскәләргә, тәбиғәт күренештәренә мөрәжәғәт итеп, улар аша тормош, тәбиғәт хәрәкәтен аңлатырға тырыша, йәнле тәбиғәтте ҡурсаларға саҡыра. Шағир тыныслыҡ темаһын да урап үтмәй. “Марат һуғыш теләмәй”, “Тыныс йоҡла, улым”, “Флаг” тигән шиғырҙарҙа кескәйҙәр­ҙең бала сағы бәхетле булһын, ер йөҙөндә һуғыш булмаһын тигән фекер үткәрә.
Йыйып әйткәндә, был тупланмаға баш­ланғыс класс уҡытыусылары, тәрбиәселәр файҙаланырлыҡ, еңел уҡыла торған ҡы­ҙыҡлы шиғырҙар ингән. Уларҙы уҡығанда, шатланаһың, көләһең, һоҡланаһың, уйла­наһың. Был шиғырҙарҙа балаларҙы ялҡытырлыҡ бер ниндәй өгөт-нәсихәт юҡ, аңлайышлы һәм күңелле. Әгәр төшөнөп етмәгән образдар булһа, сабыйҙар зиһендәре асыла төшкәс аңларҙар. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар бит, алма ла бешмәйенсә өҙөлөп төшмәй. Йыйынтыҡ “Ғүмер сәскәһе” тигән шиғыр менән тамамлана:
Ҡыҙым, әйҙә, һөйөнһөн тип,
Гөл ултыртты әсәһе.
Йәм дә, нур ҙа керҙе өйгә,
Балҡып атҡас сәскәһе.
Ҡыҙы иртүк уяна ла
Шул гөлгә һыуҙар һибә.
Берсә көлә, берсә йырлай,
Сәскәһен үбә-үбә.
Күңеле тирбәлә шул саҡ,
Ниндәй рәхәт әсәгә.
Берсә ҡыҙына йылмая,
Берсә ҡарай сәскәгә.
Түҙмәне әсә, ҡосаҡлап,
Һөйҙө ғүмер сәскәһен.
– Ҡыҙым да, – ти, – зифа гөлдәй,
Ерҙе биҙәп йәшәһен!
Яҡуп Ҡолмой “Ғүмер сәскәләре” йыйынтығына ингән әҫәрҙәрен һуңынан 50 йәшенә нәшер ителгән “Һайланма әҫәрҙәр”енә индергән. Балалар өсөн тәғәйенләнгән был шиғырҙар циклы:
Бала – йөрәк ҡаны, тормошо ул,
Һулышы ул ата-әсәнең.
Йәшәүгә йәм биргән баланы мин
Ғүмер сәскәһе тип атаным, –
тигән юлдар менән башланып китә.
Яҡуп Ҡолмой ҡатыны Фатима Исхаҡ ҡыҙы менән Марат һәм Булат исемле ике ул, Зәйтүнә исемле бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. “Марат һуғыш теләмәй”, “Тыныс йоҡла, улым!”, “Бер гөл генә”, “Сәңгелдәктә ятаһың һин” тигән шиғырҙарҙы Яҡуп Ҡолмой үҙ балаларына арнаған, ейән-ейәнсәрҙәре Таһир, Морат, Айгөл, Айһылыуға атап яҙылғандары ла бар. Әйткәндәй, көндәлектәрендә был хаҡта ла һүҙ бар:
“...Бына февраль үтер, тағы ла март етер... Унан яҙғы гөлдәр күңелдәргә нурҙар һибер. Мине уратып алған сәскә-гөлдәрем Фатимам, ҡыҙым Зәйтүнәм, ейәнсәрем Айгөлгә ниҙәр генә бүләк итәйем икән? Нимә генә бүләк итһәм дә, аҙ һымаҡ. Уйланым-уйланым да, миңә, оло шағирға, уларға арнап яҙған шиғырҙарҙан да шәп бүләк булмаҫ төҫлө.
...Бөгөн “Айгөл баҡсаһы”н яңырттым. Ул кескәйҙәрҙе хеҙмәткә тәрбиәләүҙә ярҙам итер, тигән өмөттәмен, ләкин ҡабаттан тағы ла ҡарап сығаһым бар (1989).”
Шағирҙың балалары, улдары, ейән-ейәнсәрҙәре – барыһы ла Яҡуп Ҡолмой ижадын ихтирам итә, ярата, айырыуса улдары Марат менән Булат, ейәне Морат йырҙарын, шиғырҙарын яратып уҡый, сәғәттәр буйына яттан һөйләйҙәр. Шағирҙың тыуыуына 90 йәш тулыу уңайы менән улы Булат “Йәншишмә” гәзитендә “Минең атай алтын кеше ине” тигән мәҡәлә менән сығыш яһаны. Унда ошондай юлдар бар:
“Беҙ татыу, күңелле ғаиләлә үҫтек. Өйҙә ҡурай, пианино, гармун булды. Йырсы-шағир булараҡ, атай уларҙа уйнай, әсәй менән бергәләп йырлай. Атай көслө ихтыярлы кеше булһа ла, бик бала йәнле, нескә хисле ине. Бер ваҡыт баҡсабыҙҙа ояһынан йығылып төшкән ҡарға балаһын ҡотҡарыу өсөн ниҙәр генә эшләмәне ул: ашатып та, һыу эсереп тә ҡараны. Ҡошсоҡ үлгәс, уны күмгәндә яңаҡтары буйлап йәш аҡҡанды күрһәгеҙ ине!
Атайым балаларҙы “ғүмер сәскәләре” тип атаны. Беҙҙең өсөн гәзит-журналдар яҙҙыра торғайны, әҙәби китаптар һатып алды. Тәүге уҡыған китабым Андерсен­дың әкиәттәр йыйынтығын да атайым һатып алғайны. Китап аша ул беҙҙә уҡыуға ынтылыш, ата-бабалар төйәге­нә, тыуған яҡҡа, туған-ырыуға, хеҙмәткә, тәбиғәткә ихтирам һәм һөйөү тәрбиә­ләне. Иң һөйөндөргәне шул: тырышлығы бушҡа китмәне.
Ғаиләлә беҙ атай-әсәй миҫалында үҫтек. Атайым күп шиғырҙарын әсәйгә, беҙгә, ейән-ейәнсәрҙәренә арнаны. Иптәштәре, яҡташтары, туғандары уны ғәҙел, эскерһеҙ, эшсән булғаны өсөн ихтирам итте һәм әле лә һағынып иҫкә алалар. Заманалар үҙгәргәндә лә атайым үҙ ҡиблаһына тоғро, ҡорос үҙәкле булып ҡалды. Быларҙы мин атай-әсәйемә рәхмәт, ихтирам йөҙөнән рухтарын һөйөндөрөү маҡсатында яҙам.
Үҙемдәге, ғаиләләге бөтә яҡшы сифаттар өсөн мин атайыма бурыслымын, ғәзиз атайымдың яҡты рухына сал башымды эйәм”.
Яҡуп Ҡолмойҙоң яратҡан артисы һәм дуҫы СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков бер осрашҡанда, Салауат Юлаев ролендә уйнаған фотоһын алып, тышына “Яҡуп ҡустым, балаларың Салауаттай данлы булһындар” тигән һүҙҙәр яҙып, уға бүләк итә. Мәшһүр актерҙың ҙур теләген Яҡуп Ҡолмойҙоң барлыҡ балалары, ейән-ейәнсәрҙәре үҙенә булған изге теләк тип ҡабул итә. Был фото әле лә уларҙың ғаилә архивында ҡәҙерләп һаҡлана.
Булат Ҡолмөхәмәтовтың улы Морат та – олатаһының ижадына мөкиббән егет, ул шиғырҙар яҙа, Яҡуп Ҡолмой ижадын мәңгеләштереү маҡсатында “Жаворонком вспорхнула песня...”, “Поэт-солдат” тигән мәҡәләләр яҙып, “Истоки”, “Республика Башкортостан” гәзиттәрендә баҫтырҙы. Өфөлә үҙе уҡыған 39-сы гимназия музейына Яҡуп Ҡолмой ижады буйынса мәғлүмәттәр әҙерләп тапшырҙы. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар. Килер йылдар, минән һуң Морат та Яҡуп Ҡолмой ижады буйынса ҡулынан килгәндең барыһын да эшләр. Шуныһы йәл: яҙыусының ике улы ла иртә донъя ҡуйҙы...
Яҡуп Ҡолмойҙоң балалар өсөн ижад иткән әҫәрҙәре араһында Салауат Юлаев шәхесенә арналған “Шағир һәм батыр”, Кавказ халыҡ фольклорына нигеҙләнеп ижад ителгән “Күгәрсен һәм бойҙай” тип аталған әкиәт, граждандар һуғышы ваҡиғаларына арнап ижад ителгән “Бәләкәй батыр” поэмаһы иғтибарға лайыҡ. Уның был әҫәрҙәре ялыҡтырғыс түгел, еңел уҡыла, теле йомшаҡ.
Быларҙан тыш, Яҡуп Ҡолмой балалар һәм үҫмерҙәр өсөн композитор Халиҡ Заимов музыкаһына “Мәктәп полькаһы”, “Күңелле бала саҡ”, ”Мәктәп мазуркаһы”, ”Ямғыр, яу, яу!”, “Мәктәп вальсы”, ”Лилиә” кеүек йырҙар ижад итте, әйткәндәй, улар бөгөн мәктәп сәхнәһен, йыр, музыка дәрестәрен биҙәй алыр ине. Балалар өсөн яҙған шиғырҙарын, поэмаларын, ноталары менән йырҙарын айырым китап итеп баҫтырып сығарыу ҙа, минеңсә, күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә.
Яҡуп Ҡолмой балаларҙы бик яратты, уҡыусылар менән әҙәби осрашыуҙарға теләп йөрөнө, тыуған ауылы Ҡанаҡай, Урман-Бишҡаҙаҡ, Ишембай һәм Өфө ҡалаһы мәктәптәре, шул иҫәптән республика мәктәп-интернаты (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге республика гимна­зияһы) уҡыусылары менән осрашыуҙарҙа булды, балаларға ул гел шиғри автографтар яҙып бирә торғайны.
Үҙ халҡын, телен һөйгән шағир туған тел яҙмышы хаҡында уйланмай ҡалмай­ҙыр ул. Яҡуп Ҡолмой ҙа “Әсәм теле” тигән бик матур шиғыр яҙған, мәҡәләмде ошо үҙенсәлекле шиғыр менән тамамларға теләйем:
Әсәм телен әгәр ҡыйырһытһам,
Әйтер һүҙем иңрәп тотлоғор.
Ул бит сабый саҡтан ҡанға һеңгән,
Сәңгелдәктә отҡан моңло йыр.
Әсәм миңә һөйләп ишеттергән
Батыр Салауаттың исемен.
Аҡбуҙаты кешнәп елкендергән
Хыялында кескәй кешенең.
Ярты йәштә тәпәй баҫҡанмын мин,
Күкрәк һөтөн имгәс әсәмдең.
Әсәм өйрәткән һәр яңы һүҙҙе
Изге һабаҡ итеп йәшәнем.
Әсәм теле яҡты өмөт яҡты
Ел-дауыллы йәшәр юлымда.
Шул тел сибәр ҡыҙҙың хисен арбап,
Бәхет тапты йәшлек туйымда.
Нәҫел тарҡалһа ла, тел юғалмаҫ,
Ул йөрәккә һәр саҡ дәрт өҫтәр.
Илен һөйгән – әсә телен һөйөр,
Әсә йәшәгәндә, тел йәшәр.