“Мираҫ” – дуҫлыҡ илсеһе

11-08-2017, 00:58 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
“Мираҫ” – дуҫлыҡ илсеһе12 – 22 августа Венгрияла XXII “Summerfest” халыҡ-ара фестивале була. Ул ЮНЕСКО ҡарамағындағы Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу­сылар советының (CIOFF) саралар календарына индерелгән. Фестивалдә Өфө ҡалаһының “Мираҫ” фольклор йыр һәм бейеү ансамбле Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың традицион мәҙәниәте менән таныштырасаҡ. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто был абруйлы бурысты тап Өфө артистарына йөкмәтергә ҡарар итте.Фестивалдә Бразилиянан, Чилиҙан, Колумбиянан, Коста-Риканан, Гондурастан, Мексиканан, Парагвайҙан, Канаданан, Ҡытайҙан, Индонезиянан, Грузиянан, Литванан, Польшанан, Португалиянан, Сардиниянан һәм Венгриянан ижади коллек­тивтарҙың ҡатнашыуы көтөлә.
– Сараны ойоштороусылар беҙгә 2020 йылда Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул иткән Рәсәй субъекты булараҡ Баш­ҡорт­остандың мәҙәниәтен күр­һәтеү мөмкинлеген бирҙе. 2004 йылда тап Венгрияла Бөтә донъя фольклориадаһы уңыш­лы үткәрелгәйне. Унда 87 илдән 2500-ҙән ашыу ҡатнашыусы килде, — тип белдерҙеләр коллективтың матбуғат хеҙмә­тенән. — Фестивалгә килгән ҡунаҡтарҙы Венгрияның баш ҡалаһы Будапешт ҡаршы аласаҡ. Улар өсөн Бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫы исемлегенә индерелгән ҡала – “Дунай ынйыһы” буйлап экскурсия ойоштороласаҡ.
14 августа Сазхаломбатта ҡалаһында XXII “Summerfest” фестивале милләттәр парады менән асыла. Изге Стефан майҙанында иһә шулай уҡ халыҡ ижады йәрминкәһе ойошторола. Фестиваль програм­маһында Тарнок, Тёкёль, Рацкеве, Диошд, Будапешт ҡала­ларында асыҡ һауалағы сәхнә­ләрҙә, шулай уҡ Дунай йылғаһы буйлап йөҙгән иң ҙур карапта ла сығыш яһау ҡаралған. “Танылыу урамы” тип аталған сарала венгр һәм трансильван сауҙагәрҙәре, һөнәрселәре үҙ кәсептәре менән таныш­тырасаҡ, сувенир продукцияһын күрһәтәсәк.
Фестивалдең артабанғы көндәре дуҫлыҡ, музыка, мөхәб­бәт, бейеү кеүек айырым темаға арналасаҡ. Мәҫәлән, Дуҫлыҡ көнөндә ҡатнашыусылар, Сазхаломбатта ҡалаһы халҡы һәм ҡунаҡтары менән танышып, уларға үҙ мәҙәниәтен, халыҡ бейеүҙәрен күрһәтәсәк. Музыка һәм Бейеү көндәрендә Дуҫлыҡ мәҙәни үҙәге театрында ҙур концерттар була. Мөхәббәт көнөндә иһә Изге Стефан сиркәүендә ғибәҙәт ҡылыу күҙаллана.