Моң йәшәтә беҙҙе,Моң йәшәртә

11-08-2017, 01:02 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Моң йәшәтә беҙҙе,Моң йәшәртәМоң йәшәтә беҙҙе,Моң йәшәртәМоң

Талғын ғына моң ағыла...
Сәңгелдәктәй йөрәк бәүелә.
Мин – сабыймын, ә йыр – әсә һөтө...
Бер ни кәрәк түгел әлегә...
Әсә һөтө менән һеңгән моңдар
Бишектәрҙән таныш кеүектәр.
Ата-әсәм биргән моңло күңел –
Хисе ташһа, моңло күректер.
Моң йәшәтә беҙҙе, моң йәшәртә...
Кеше ғүмере лә моң ғына.
Һәр бер яҙмыш яңы биҙәк өҫтәй
Оло моңға – күктәр йырына.


Мәлем

Ҡарағайҙың еҫкәйҙәре
Аңҡый яҙғы иртәлә;
Алтын ҡояштың нурҙары
Ерҙе үбә иркәләп...
Ҡыҫҡа ғына ошо бер мәл
Боҙҙо ваҡыт ағышын…
Ә мин хас та яралы йән –
Бәхеткә сат йәбештем.
Күп тә үтмәй, өркөп сабыр
Шәфәҡ – сихри миҙгелем...
Ә әлегә, бер минутҡа,
Ҡосағыңда иренем..

Тыуған ерем

Ғәзиз ерем, бигерәк гүзәлһең һин!
Йәмлеһең һин йәйҙәр еткәндә.
Йәшеллектән күҙ ҡамаша.
Әллә
Йәншишмәнең һыуын һипкәндәр...

Йәйге урман – сәскә гөлләмәһе –
Ожмах инде, күрә белгәнгә…
Саф һауаһы – дарыу, дәрттәр өҫтәй
Һыҡтап шиңгән, туңған күңелгә.

Мәҙхиәләр һуҙа аҫыл ҡоштар,
Бәүелгәндәй төҫлө ер-бишек.
Хайран ҡалам: бүтән тарафтарҙа
Гүзәл ерҙәр бармы был ише?!

Ташҡында

Йылға ташыуын яратам –
Ажар сағын Һаҡмарҙың.
Боҙҙар алышын күрһәң һин,
Мәңге иҫтә һаҡларһың.

Ҡыҙыҡ күреп усаҡ яҡтым
Ярға яҡын бер боҙға.
Ҡараңғыла осҡон сәсеп,
Ялҡын миңә ҡул һуҙа.

Йүгерәм мин утым ҡыуып,
Бата-сума ҡар-һыуға.
Ҡурҡам үҙем, шуҡ тулҡындан
Артта тороп ҡалыуҙан.

Оҙаҡ булманы шул ләкин
Ялҡынымдың ғүмере.
Боҙо иреп, һыу өҫтөнә
Һибелде көл-күмере…

Ни ҡылдым мин, дусар итеп,
Үлемгә яҡты утты?
Эшләмәнемме ҙур хата
Туң боҙға яғып уны?

Туң һорауҙар! Ут асылы –
Яҡты янып һүнеүҙә!
Һүнгәс кенә донъябыҙға
Ут кәрәге күренә…