Бер тамсыһы һин дә донъяның...

13-09-2017, 00:10 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Бер тамсыһы һин дә донъяның...Римма Рәмил ҡыҙы Учалы районының Наурыҙ ауылында тыуған. Шунда уҡ урта белем алғас, БДПИ-ның тәбиғи география факультетын тамамлай һәм 1992 – 2001 йылдарҙа һөнәре буйынса балаларға белем бирә.
Мәктәп йылдарынан район гәзите менән хеҙмәттәшлек итеп ҡәләме оҫтарған Римма Солтанова 2001 йылда “Яйыҡ” гәзитенә хәбәрсе булып эшкә килә, 2002 йылдан алып бөгөнгәсә баш мөхәррир вазифаһын тарта.
Ижадта алдашыу мөмкин булмаған кеүек, йөрәгеңде йырып сыҡҡан юлдарҙы нисек инде дуҫтарыңа өләшмәйһең? Уның шиғырҙары “Йәшмәләр иле” йыйынтығында баҫылды. Ул – шулай уҡ “Башҡортостан ҡыҙы” журналы иғлан иткән “Әсә йөрәге-2015” шиғырҙар конкурсы призеры. Римма Солтанованың ижадында ихласлыҡ, әсәгә, балаға, тыуған ергә һөйөү, кешелекте борсоған әрнеүҙәр, күңел кисерештәре ярылып ята. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәклеге девиз булып яңғырай. Шиғырҙарында тормош асылы, йәшәү мәғәнәһе, мәңгелек ҡиммәттәр тураһындағы юлдарҙы уҡып уйланмау мөмкин түгел.
Әҡлимә САФИНА,
Учалы яҙыусылар ойошмаһының
яуаплы секретары.


Бәхетеңде өләш

Бер шәм алып биште тоҡандырһаң,
Балҡып китә, гүйә, тирә яҡ.
Төн хужаһы – ай ҙа, йондоҙҙар ҙа
Нурын һибә кеүек яҡтыраҡ.
Бәхет тә бит шулай, өләшкәндән
Арта ғына, һис тә кәмемәй.
Шат йылмайыу аша бәхетеңде
Тарат кешеләргә йәлләмәй.
Өрөп йылыт наҙлы һүҙең менән
Шаҡарылып туңған күңелде.
Хәсрәт баҫҡан күҙҙәр асылһындар,
Шатлыҡ йәштәренә күмелеп.
Тайып йығылғанға ҡулыңды һуҙ,
Өмөтһөҙгә өҫтә ышаныс.
Аҙашҡандар өсөн хаҡ юл күрһәт –
Йөрәгеңә тулыр ҡыуаныс.
Тиҫтә тапҡыр артып кире ҡайтыр
Һин өләшкән бәхет үҙеңә.
Бер шәм алып биште тоҡандырһаң,
Донъя ла бит яҡты күренә.

Ашыҡма

Һин ашыҡма көтөп йылы яҙҙы,
Еткерә алмай йәмле йәйҙәрҙе.
Барыһы ла үҙ сираты менән –
Килер йәйе, үтер көҙҙәре.
Ҡышы етер, аҡ юрғанын йәйеп
Үҙ яйынса, һинән һорамай.
Тәбиғәттең ҡанундары шундай,
Һис берәү ҙә уны боҙалмай.
Һин ашыҡма, шатлан яҡты көнгә,
Атҡан алһыу таңға шөкөр ит.
Һәр миҙгелдән ләззәт табып йәшә,
Беҙгә яҙған ғүмер берәү бит.

***
Ҡунаҡ ҡына беҙ бит был донъяла,
Тыйнаҡ ҡына ғүмер итәйек.
Гонаһ түгел, тик сауаптар алып,
Тормош юлҡайҙарын үтәйек.
Йомаҡ ҡына икән был донъялар,
Асылына кем һуң төшөнөр?
Берәү шөкөр итер булғанына,
Етешмәй, тип кемдер бошонор.
Кемдер бәхет күрер тик тәхеттә,
Дуҫын һатыр, затын онотор.
Байлыҡ тиеп йәнен фиҙа ҡылыр,
Бер тин өсөн донъя болғатыр.
Берәү гел шатланып йәшәр, булмаһа ла
Дәрәжәһе, затлы һарайы.
Кемдер ҡабат-ҡабат малын һанар,
Көнсөллөктән йөҙө ҡарайып.
Бишкә бүлеп һыйлар бер алманы,
Йорто тулы булыр берәүҙең.
Кемдер яңғыҙлыҡта көн үткәрер,
Ишеге булыр һәр саҡ терәүле.
Мәңге түгел әҙәм балаһының
Сәйәхәте фани донъяла.
Бер көн килеп әжәл ишек ҡаға,
Кем булһа ла, ниндәй булһа ла.
Ҡыҫҡа ғына икән был ғүмерҙәр,
Мәғәнәһеҙ, бушҡа уҙмаһын.
Тапалып та туҙған намыҫ өсөн
Үкенергә бер үк яҙмаһын.

***
Таш йорттарға инеп бикләнгәнбеҙ,
Мөйөш һанап уҙа ғүмерҙәр.
Таш йорттарҙың шыҡһыҙ һыуығынан
Әллә ҡата инде күңелдәр.
Күрше генә торған фатирҙа ла
Кемдәр йәшәгәнен белмәйбеҙ.
Ҡулды биреп һаулыҡ һорашмайбыҙ,
Хәлен белешергә кермәйбеҙ.
Тишек аша ғына күҙәтәбеҙ,
Кеме инеп, кеме сыҡҡанын.
Әҙәп һаҡлап, юрый ишетмәйбеҙ
Ығы-зығы, тауыш ҡупҡанын.
Мәжлес-ҡунаҡтарға йөрөшмәйбеҙ,
Доға ҡылып хәйер бирмәйбеҙ.
Йортта ясин сыҡһа, мәрхүмкәйҙең
Исем-шәрифен дә белмәйбеҙ.
Күрше хаҡы – тәңре хаҡы, тиҙәр,
Заман өсөн былар – ят һүҙҙәр.
Ҡала үҫә. Яңы биҫтәһендә
Ҡалҡып сыҡты тағы таш өйҙәр.

Һин яңғыҙың түгел

Хәсрәттәрең булһа, күккә ҡара
Емелдәшкән саҡта йондоҙҙар.
Йыһан киңлегендә юҡҡа сығыр
Күңелеңдә булған шом, уйҙар.
Зиһендәрең кинәт асылып китер,
Йөрәгеңде биләр ҡыуаныс.
Төн хужаһы Ай ҙа һиңә бағыр,
Һине бәпләр, булыр йыуаныс.
Һин яңғыҙың түгел – шуны аңла,
Һин бер йәне яҡты донъяның.
Хәсрәттәрең һинең сүп кенә бит,
Бер тамсыһы сикһеҙ даръяның.
Барыһы ла үтә, был – хәҡиҡәт,
Йылдар дәүерендә һыналған.
Ата-бабаң күпме нужа күргән,
Ыҙа сиккән, әммә һынмаған.
Һиндә лә бит аға улар ҡаны,
Өҙә күрмә быуын сылбырын.
Гонаһ алма бер үк, шәжәрәңде
Дауам итһен тыуыр ул-ҡыҙың.