“Был тауҙар торған сағында”...Йәй ҙә үтте. Мәҙәниәт, әҙәбиәт, нәшриәт донъяһында бәләкәй ҙә, ҙур ҙа бер күренеш күҙгә салынды. Ул — туғандаш балҡар халҡының талантлы улы Ҡайсын Кулиевтың шиғырҙар йыйынтығын башҡорт телендә баҫтырып сығарыу. Ус төбөнә һыйырлыҡ кескәй генә китап “Яралы таш” тип аталған. Ҡайсын Кулиевҡа РСФСР дәүләт премияһын алып килгән “Раненый камень”дың бер өлөш шиғырҙарының башҡортсаһы. Уларҙы беҙҙең телебеҙгә Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми тәржемә иткән. Балҡарҙарҙың олуғ улы Ҡайсын ағаның исем-дәрәжәләрен атап торманым. Ә Назар Нәжмиҙең халыҡ шағиры икәнлеген әйтеүем Ҡайсын Кулиевтың үҙ халҡын йөрөткән ҡайнар йөрәгенә, шиғриәтенә, моңона, һыҙланыу-шатлыҡтарына, дәрәжә-мәртәбәһенә, тыйнаҡлыҡ-ғорурлығына башҡорт халҡының ниндәй танылған күренекле шәхесе, әҙибе мөрәжәғәт иткәнен күрһәтер өсөн. Ләззәтләнеп был кескәй китапты ҡарап сыҡтым. Ҡайсын ағаның тыуыуына быйыл 100 йыл булғаны ла хәтергә килде.

Йәй аҙаҡтарында, көҙ башында ҡала урамдарын төрки телле театрҙарҙың VI “Туғанлыҡ” халыҡ-ара фестивале буласағы тура­һындағы афишалар биҙәне. Унлап коллектив араһында Ҡайсын Кулиев исемен йөрөткән балҡар театры ла бар. Иғтибарлыраҡ ҡараһам, театр “Йәшәү-үрләү” тигән спектакль алып киләсәк. Күрәһең, Ҡайсын аға тормошо, ижады сағылдырылалыр. Пьеса авторы – Элизат Кулиева, бөйөк шағирҙың хәләл ефете. Ҡайсын ағаға ҡағылышлы был ваҡиғаларҙың Башҡортостанда урын алыуы, тупланыуы, үтеүе ниндәйҙер бер символик мәғәнәгә лә эйә кеүек. Балҡар халҡының олуғ әҙибен республикала яҡшы беләләр, үҙ итәләр, хөрмәтләйҙәр, яраталар. Башҡорт халҡына уның үҙенең мөнәсәбәте лә бик ихлас, йылы, яғымлы ине.
“Был тауҙар торған сағында”Оло быуын кешеләренең әле лә күҙ алдынан китмәйҙер Ҡайсын Кулиевтың Мостай Кәримдең 50 йәшлек юбилейындағы ҡотлауы. Образлы, ихлас һүҙҙәрҙән бигерәк уның сәхнәне тултырып килеп сығыуы, ғорур ҡиәфәте, яғымлылыҡ, ихлас­лыҡ бөркөп торған йөҙө, баһа­дирҙарса һыны. Сәхнәгә сығып ҡоласын, үҙе әйтмешләй, “ҡуш ҡанатын” киң итеп йәйеп ебәреүе булды, зал аяғүрә баҫып алҡышлай башланы. Алҡышламаҫлыҡ, һоҡ­ланмаҫлыҡ түгел ине шул был күренеш. Мостай ағайға ғына түгел, күберәк залға – тамашасыларға йүнәлтелгән был ҡолас бына-бына беҙҙең бөтәбеҙҙе лә – залдағыларҙы ла, телевизор аша ҡарап ултыр­ғандарҙы ла, ғөмүмән, бөтә халҡымды, республикамды үҙенә алып, халыҡ шағиры күкрәгенә ҡыҫыр кеүек ине. Шундай көс-ғәйрәт, шундай ихтирам-ихласлыҡ, шундай олпатлыҡ, нәзәкәт-наҙ аңҡып тора ине уның был иҫ киткес ҙур, йылы ҡосағында. Юбилей кисәһендә төшөрөлгән бөркөттәр кеүек бар ғаләмде ҡосорҙай күренгән Ҡайсын ағаның был фотоһы әллә нисәмә баҫмала донъя күреп, һәр яңы быуын тарафынан ҡабатланып, ике халыҡтың, уның ике әҙибе дуҫлығының ниндәй ихласлыҡ юғарылығында икәненә дәлил дә булып килә. Миңә лә ул кисәлә тамашасы булып ултырыу, ике халыҡ шағирын бергә күреү бәхете тейҙе. Бәлки, үҙем күргәнгәлер, Ҡайсын ағаның ҡосағынан, күңеленән бөркөлгән нур йылылығын, уның халҡына хас күңел паклығын, сафлығын, күпме ваҡыт үтһә лә, һаман тоям. Тоям да шағирҙың:
Туған халҡымдың яҙмышын
Ҡарайтты йылдар саңы.
Ҡара йылдарҙа ла ҡара
Булманы уның йәне, —
тигән юлдарын иҫкә төшөрөп, эйе, һәр саҡ яҡты, асыҡ булды, тип өҫтәп ҡуям.
...Ҡайсын аға Кулиевты тағы ла бер — сәхнәлә генә түгел, — күрергә насип булды миңә.
1983 йылдың март-апрель айҙа­рында СССР Дәүләт телерадиокомитеты урындағы республика, край, өлкә комитеттары рәйестәре семинарын үткәрҙе. Унда мин дә ҡат­наштым. Берҙән-бер көндө ул саҡта “Литературная Россия” гәзитендә эшләгән, һуңынан билдәле тәрже­мәсе, публицист булып танылған Илгиз Кәримов — Мостай Кәримдең улы — мине һәм коллегам — Татарстандың телевидение һәм радио комитеты рәйесе Илгиз Хәйруллинды ҡунаҡҡа алырға булды. Беҙҙең уңайһыҙланып, ғаилә­геҙҙе борсоп йөрөү килешмәҫ, тигәнде ишеткәс, әйҙәгеҙ, улайһа Переделкинола (яҙыусыларҙың билдәле ижад йорто) осрашайыҡ, тине. Беҙ рәхәтләнеп риза булдыҡ. Тәғәйен ваҡытта Илгиздең бүлмәһенә барып керһәк, ул ең һыҙғанып өҫтәл әҙерләп йөрөй. Бөгөн бик матур табын буласаҡ — Рәсүл Ғамзатов та бында, һуңғараҡ Ҡайсын Кулиев та буласаҡ, тип беҙҙе бер аҙ аптыратты ла, ҡыуандырҙы ла. Бер аҙҙан әҙерәк кәйефләнеп алған Рәсүл аға килеп инде, уның менән бергә “Литературная Россия” гәзитенән ике ханым — Дағстандың халыҡ шағиры хаҡында мәғлүмәт тупларға килгән журналистар бар ине. Табын һәүетемсә бара, төрлө һүҙҙәр теҙелә, ваҡыт-ваҡыт Рәсүл ағаның тау шарлауығындай тауышы бар бүлмәне тултырып, баш-ҡаларҙың һүҙен күмеп китә. Һүҙ барышында Ҡайсын ағаның ҡаты сиргә тарығанын аңланыҡ. Ул Мәскәүҙә дауаханала ятҡан. Бөгөн сығаралар икән. Хәләл ефете менән Переделкиноға киләсәк, иртәгә өйөнә — Нальчикка ҡайтырға ниәтләнә икән.
“Был тауҙар торған сағында”Уларҙы көтөп ултырабыҙ, ә үҙем эстән генә уның хаҡында, балҡар халҡы тураһындағы ҡайһы бер белгәнемде уйҙан кисерәм. 1917 йылда тыуған — Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы булған йылда. Элек бындай тап килеүҙәр ғорурлыҡ тыуҙыра ине. Әммә ошо революция тыуҙырған СССР дәүләте Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында балҡар һәм ҡайһы бер башҡа халыҡтарға бер ни менән дә аҡламаҫлыҡ ғәҙелһеҙлек күрһәтте, бөтөн халыҡҡа яла яҡты. 1944 йылда Ҡайсын Кулиев халҡын — балҡарҙарҙы көнсығышҡа, Ҡаҙағстан — Ҡырғыҙстан тарафтарына һөрҙөләр. Ҡайсын аға хаҡында “ул һөрөлмәй” тигән махсус ҡарар булһа ла, Бөйөк Ватан һуғышы яугире “Мин халҡымдан айырылмам” тип үҙ теләге менән һөргөнгә китте. Үҙ илен, тауҙарын, мәғрур Эльбрусын, йылға-таштарын, урман-сәскәләрен өҙөлөп һағынып, шул уҡ ваҡытта ғәҙеллек барыбер өҫтөн сығыр тигән ышанысын юғалтмайса бик ауыр көн кисерҙе. Бәлки,
Сит ерҙәрҙә рәнйетелеп
Үткәндә һәр бер көнөм,
Төштәремә керә инең,
Ҡаяла үҫкән гөлөм.
Йәки:
Юлдар, юлдар! Оноторға,
О, мөмкин түгел һеҙҙе.
Ебәрҙегеҙ, ҡайтарҙығыҙ
Тыуған ерҙәргә беҙҙе, —
тигән юлдар һуңыраҡ донъя күрһә лә, шул һөргөн ваҡытында моронлағандыр. Ә һуңыраҡ донъя күреүенең сәбәбе — һөргөндәге кешеләрҙең китабы сығырға тейеш түгеллегендә.
Ниһайәт, улар килеп инде: Ҡайсын аға һәм уның кәләше — таныштырғанда Элизат, тинеләр. Ҡайсын аға яңыраҡ ҡына операция яһатҡандан һуң бер аҙ йонсоғаныраҡ кеүек тә күренгәндер. Һәр хәлдә әңгәмәләшеп ултырғанда Рәсүл аға (бүтәндәр, әлбиттә, баҙнат итмәҫ ине), бер аҙ тартылғанһың, Ҡайсын, тине. Балҡар улы нимә тигәндер, хәтерләмәйем. Ул түрҙәге урындар буш булмағас, беҙҙең тирәләрәк, ишектән йыраҡ түгел урында ултырҙы. Ҡатыны хатта ултырып та торманы буғай — өҫтәл ҡараны. Ҡайсын аға үҙе ниндәйҙер темаға булһа ла һүҙ башламаны, шулай ҙа һорауҙарға яуабын биреп ултырҙы, кәрәк ерендә дөйөм һөйләшеүгә лә ҡушылып киткеләне. Яйлап ҡына алғараҡ эйелеңкерәп сәй йотҡолағанда, аҡыллы күҙҙәре менән беҙҙе — табындағыларҙы күҙҙән үткәрҙе. Ҡайһы ваҡыт ҡараштарын алыҫҡа төбәп ниҙер уйлай ине кеүек. Бәлки, ул шул саҡ тыуған ауылы Юғары Чегемды күргәндер, үҙенең Чегем тарлауығын, шарлауығын шәйләгәндер, әсәһенең һынын күҙ алдына килтергәндер, бәлки, Илгиз Кәримовта ултырғас, Мостай менән бәйле ҡыҙыҡ хәлдәрҙе иҫенә төшөргәндер. Әйтәйек, халыҡта киң таралған түбәндәге лаҡап: Ҡайсын Кулиев үҙ машинаһында Мостай Кәримде тыуған ауылына алып ҡайта. Ҡайсын магазин янында машинаһын туҡтатып, шунда инеп китә. Шул саҡ бер инсан машинала ултырған Мостай янына килеп, аңғармай ҡалдым, теге беҙҙең Ҡайсын булдымы, тип һорай. Мостай “эйе” тигәс, теге кеше улай булғас, һин кем һуң, тип һораған. Самалап ҡарағыҙ инде, Ҡайсын минең шофер булғас, мин кем булам һуң, тип яуаплаған Мостай... Ә, бәлки, саялығын, шуҡлығын күрһәткән тәҡдимен хәтерләгәндер: Мәскәүҙә саҡта дүрт халыҡ шағирының — балҡар Ҡайсын Кулиевтың, башҡорт Мостай Кәримдең, авар Рәсүл Ғамзатовтың, ҡалмыҡ Давид Кугульти­новтың ете төн уртаһында үҙ республикалары башлығы — КПСС Өлкә комитетының беренсе секретарҙары Тимбора Мальбаховҡа, Зыя Нуриевҡа, Абдрахман Данияловҡа, Ока Городовиковҡа шылтыратып ҡунаҡҡа саҡырыу­ҙары, ә тегеләренең килеүе.
Бәлки, күңеле:
Миңә тағы бер таң — бер ҙур бүләк,
Тимәк, тағы бер таң ғүмер бар, —
тигән шиғри юлдарына мөрәжәғәт иткәндер. Ни тиһәң дә, минең был күреүем уның һуңғы таңдарын тирер көндәре етеп килгән саҡта булды.
Беҙ әңгәмәләшеп ултырғанда һомғол буйлы нәфис Элизат ханым керә-сыға йөрөнө. Ул бүлмәлә булмағанда Рәсүл аға Ҡайсындың яңы ғаилә ҡорғанын бик хупланы, бәлки, күптән был аҙымды яһарға кәрәк булғандыр, тине. Һиңә тап шундай — һине аңлаған, һинең үҙ мөхитең кешеһе кәрәк ине, тине. Ысынлап та, заманында Ҡайсын Кулиев Мәскәүҙә Дәүләт театр сәнғәте институтын тамамлаған. Элизат ханым — балҡар театрында актриса. Ул да әҙәбиәт донъяһын белә, ярата, үҙ күрә. Ә Ҡайсынға мөнәсәбәте хаҡында уның уға ғүмерлек юлдашы булырға ваҡыты еткәс Кулиевтың:
Матурлығың бүләк иттең миңә,
Күрә алыр уны хатта һуҡыр.
Һин ғәжәйеп һылыу бер ҡыҙ инең,
Шул матурлыҡ бейеклегендә тор! —
тигән юлдары һөйләйҙер.
Киләсәктә ул юлдар тик уның исеме менән генә йәнәш килер, тик уныҡы ғына буласаҡ, сөнки ул шағир теләгән, шағир васыят иткән бейеклектә. Ҡайсын Кулиевтың фәһемле яҙмышын тағы ла нығыраҡ балҡытыу өсөн, ижади ғүмерен тағы ла яҡтыраҡ итеү өсөн күпме эшләй! Иренә, тимәк, теленә, иленә тоғролоҡ һаҡлап, уның яҡты иҫтәлегенә гөрләп янған, ҡараңғы төндө яҡтыртҡан, көндөҙөн дә әллә ҡайҙан күренеп торған ялҡынлы хәтер усағына әленән-әле услам-услам илһам, моң, һағыш өҫтәп тора.
Шуның бер дәлиле — халыҡ улы, фекер эйәһе, һүҙ оҫтаһы Ҡайсын Кулиев хаҡында пьеса яҙып, шуны донъяға еткереү. Ул спектаклде Өфө тамашасылары ла әле генә күреү бәхетенә иреште. Спектакль тураһында һүҙ әле булыр. Ә хәҙер шағирҙың тағы ла бер шиғырын иҫкә төшөрөргә теләйем. Ул — “Был тауҙар торған сағында”. Был шиғырҙа донъя фәлсәфәһен, йәшәйеш мәғәнәһен, тормош ҡанундарын сағылдырған юлдар бар: “Был тауҙар торған сағында ҡәҙимге донъяла ғишыҡ та булыр, сейә лә сәскә атыр, ҡыуаныстар ҙа булыр, ҡыҙҙар ҙа матур йылмайыр, кейәүгә сығыр, усаҡта ут та һүнмәҫ, кеше фекере лә йәшәр”. Шул юлдарға “Был тауҙар торған сағында балҡар халҡы ла булыр, Ҡайсын Кулиев исеме лә булыр” тип өҫтәге килә. Булыр!

Тәлғәт СӘҒИТОВ,
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
С. Юлаев ордены кавалеры.