Моңдарыңдан һине танырмын, башҡортомдоң һәр бер балаһы!

15-09-2017, 00:22 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Анонстар // Баҫып сығарырға
Моңдарыңдан һине танырмын, башҡортомдоң һәр бер балаһы!Отпуск ваҡытында иң йыш һөйләшкән кешем, моғайын, Гөлфиә булғандыр. Әле ул Хәйбуллала, әле Ырымбурҙа, ә үҙенең янып торған йөрәге тулы сәм, ғәм, ихласлыҡ. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә күреп торабыҙ, ул һәр ваҡыт кешеләр араһында сығыш яһай, йырлай, моң өләшә, яңы йырҙар ижад итә. Күргән, кисергәндәре эсенә һыймай йыр булып урғыла төҫлө Гөлфиәнең, шуға ла эшкә сыҡҡас та уның менән әңгәмә ҡороп, уй-ниәте хаҡында замандаштарыбыҙға еткерербеҙ, тигәйнем.
Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылында тыуған ҡыҙ өсөнсө класта уҡығанда гармунда, 15 йәшендә ҡумыҙҙа, 2010 йылда думбырала уйнарға өйрәнгән. Туғыҙынсы кластан һуң Өфөлә сәнғәт колледжына баян буйынса әҙерлек курсына ингән, бер йыл уҡығас, ауылына ҡайтып, 11-се класты тамамлап, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында баян бүлегендә белем алыуын дауам иткән. Унда өс йыл уҡығандан һуң БДУ-ның Сибай институтында ситтән тороп белем алған. Артабан Иҫәнгилде урта белем биреү мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып һигеҙ йыл эшләгән, уҡыусыларҙа музыкаға һөйөү тәрбиәләгән.
2007 йылда Мәсетле районында I асыҡ республика ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр бәйгеһендә 1-се урын яулаған. Бөтә донъяға билдәле виртуоз ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов тәҡдиме менән ҡумыҙсылар ансамбле ойоштора. Ҡыуандыҡ йылғаһы буйында йәшәгәс, уның исемен яңы төркөмгә ҡушҡан сая ҡыҙ. Егеттәрҙе йыйып, был яҡта Буранбай сәсән ерләнеүен иҫәпкә алып, уның исемен бирә яңы төҙөлгән ансамблгә. Вокал, шахмат һәм музыка дәрестәрен уҡытҡан Гөлфиәнең уҡыусылары район конкурстарында йыл һайын 1-се урын алған. Хәйер, уның уңыштары ла, һыҙланыуҙары ла етерлек. Ошо хаҡта һәм Ырымбур өлкәһенә булған сәфәре тураһында әңгәмәләштек милли моңдарыбыҙ тип янған замандашыбыҙ менән. Һәр ауылдарҙағы сығыштары хаҡындағы фекерҙәре, ошо заман күренештәре тураһында ҡараштары ҡыҙыҡлы Гөлфиә Хәләфетдинованың.
Моңдарыңдан һине танырмын, башҡортомдоң һәр бер балаһы!– Бала сағыңдан ҡурайға ғашиҡ булғанһың?
– 1989 йылда Йылайыр районының Иҫке Яҡуп ауылында Ишмулла Дил­мө­хә­мәтов исемен­дәге I асыҡ республика ҡурайсы­лар конкур­сы үткәрҙеләр. Шул ваҡытта ҡу­рай моңо мәң­гелеккә ояланы кү­ңе­лемә. Әсәй әле лә көлөп хәтерләй, кис етһә, юҡ булам да ҡуям икән. Ул мине сәхнә артында ағай-олатай­ҙарҙың ҡурай уйнаған ерендә ба­рып тапҡан. Бөтә донъямды онотоп ҡурай тыңлап ултырам, ти. Ул ваҡытта уҡымай инем әле. Ә 2012 йыл Өфө ҡалаһында “Дарман” телевизион бәйге­һендә алтын миҙал­ға лайыҡ булғас, Аҡъяр район мәҙә­ниәт йортона эшкә килдем. Төрлө кон­курс­тарҙа ҡатнашып торам. Мәҫәлән, мө­нә­жәт, бәйет, оҙон көй, гармун, ҡумыҙ бәйгеһе, эстрада йырҙары бәйгеләре. “Аҡ­тамыр” этнотөр­көмөн етәклә­йем. Йыл һайын үҙемдең йәки Азат Исҡужин менән айырым кон­цертыбыҙҙы үткәреп тора­быҙ. 2011 йылда Екатеринбургта ҡурай­сылар ме­нән гөрләтеп концерт ҡуйҙыҡ. 2012 йыл Төркиә­нең өс ҡалаһын­да үҙе­беҙҙең баш­ҡорт милли кейемен кейеп, баш­ҡорт ҡу­ра­йында, баш­ҡорт ҡу­мы­ҙын­да, думбыраһында уй­нап, йырлап, фести­валдә ҡатна­шырға насип булды. Ека­те­рин­бург, Санкт-Петербург ҡалаларында, Мәскәү, Свердловск өлкәләрен­дә һабан­туй­ҙарҙа сығыш яһа­ныҡ. Ырымбур өлкә­һендә “Тул­ҡын­дарға ҡаршы йөҙәм” тигән концертты Азат Исҡужин менән бергә ойоштор­ҙоҡ. Башҡорттоң көслө рухын сағылдырыу, Хәй­бул­ламдың йө­ҙө булам тигән маҡ­сат­тар менән янып эшләй­беҙ, йәшәйбеҙ!
– Йыш ҡына Азат Исҡужин ме­нән бергә сығыш яһай­һығыҙ...
– Уның менән беҙ биш йылға яҡын та­ныш. Хәйбулла районы­ның Йәнтеш ауылына йәштәрҙең йәки студенттарҙың “Гәл­сәр һан­дуғас” тигән йыр бәйгеһе конкурсына баһалама ағзаһы булып бара­һың, тинеләр. Шул көндө һаман әлегеләй иҫләйем, сөнки әллә нимәгә тулҡын­лан­дым, әҙер­ләндем, түҙемһеҙлек менән көттөм.
Бына ауыл клубында конкурс башлан­ды, бәйге уртаһына Азат Исҡужинды сы­ғарҙылар, ҡасан­дыр “Гәлсәр һан­ду­ғас”­тың еңеү­се­һе булған, тинеләр. Эй моңло йырланы, нимә йырлағанын да иҫләмәйем, әммә шул хәтлем балҡып йәшәгеһе кил­гәнен, тормошто яратыуын, донъяның ҡә­ҙе­рен белеп, гиҙеп йөрөп эш­ләр­гә те­лә­гәнен ишеттем, той­ҙом, күрҙем. Ул сәхнәлә йырлап торғанда, бер аҡ аура, әллә фәрештәләрме уратып алғанын һиҙҙем. Азат сығып китте, ә мин конкурс­тың аҙағын да иҫләмә­йем: нисек бөттө? Кемгә 1-се урын? 2-се урынды кем алды? Былар барыһы ла онотолдо, ә Азат иҫтән сыҡмай... Нисек уның менән танышырға, тип уйлай башланым. Өйөнә барһаң, ки­леш­мәй, эргәһенә барһаң, бәл­ки, оҡшат­маҫ йә уңайһыҙланыр ти­гән шик тыуып торҙо. Бер аҙна үткәс, Азат мәҙәниәт йортона әсә­һе менән үҙе килеп инде. Әсәһе китапханаға йомош менән ингән, ә Азат Ирек ағай Атанов­тың сту­дияһында ултыра. Беҙҙең та­ныш­лыҡ шулай башланып китте.
– Ырымбурға бергә сәфәр­гә сыҡтығыҙмы?
– Шул көндән Азатҡа шылтырата башланым, бөтә мәҙәни яңылыҡтар, шәхес­тәр хаҡында һөйләйем, көнөнә әллә нисә тапҡыр әңгәмәләшәбеҙ, аңла­там. Ошо арала нимәләр генә кисермәнек тә нин­дәй генә ҡар­шылыҡтарға осраманыҡ. Азат белә лә Аллаһ Тәғәлә шаһит, әммә беҙ бирешмәнек, бергәләп алға атланыҡ. Былтыр икәүләп “Тулҡындарға ҡаршы йө­ҙәм” тигән концерт менән Хәйбулла райо­ны­ның бөтә ауылдарында йөрөп сыҡ­тыҡ. Уға бөтә донъяны күрһәтеп йөрөтә алмаҫ­мын, ә шулай ҙа ҡалаларға, Ырымбур өлкә­ләренә алып сығырға, йыр-моңдарын таратырға кәрәк тип әйткән нәҙерем бар ине. Ана шулай килеп сыҡты Ырымбур өлкәһенә сәфәр.
И. Тасимов исемендәге Аҡъ­яр тау колледжы уҡытыусыһы менән афиша элергә, студент­тарҙы йыйырға тип сығып киттек күрше өлкәгә. Иң беренсе Нарбулат ауылына барҙыҡ, эстән генә: “Уй, Аллам, ыстағафи­рулла, ни­сек концерт ҡуйырға, нисек ха­лыҡ­ты йыйырға?” – тип ҡуйҙым.
Ауыл уртаһында мәктәп ише­ге асыҡ. “Һаумыһығыҙ!” – тип барып индек. Әлисә тигән апай ултыра. “Күрше ауылда уҡытам, мәктәпте 2010 йылда яптылар, клуб юҡ. Ошо бәләкәй генә ерҙә ауыл хал­ҡының күңелен күреп, байрамдар ойоштороп йәшәп ятабыҙ”, – ти.
Ҡурҡыуым бушҡа булған икән, концерт киске сәғәт 9-ҙа башлана тип яҙһаҡ та, өс-дүрт инәй-апай һигеҙ тулыу менән үк килеп ултырҙы. Туғыҙ тулмаҫ элек ха­лыҡ йыйылып бөткәйне инде. Уларға шул хәтлем милли моң танһыҡ, бер-береһе менән күре­шеп һөйләшә­ләр, концерт ваҡы­тын­да гармунға ҡушылып, “Һин онотма ерҙә мин барын” тип йырланылар.
Тамашасы менән беҙҙең ара­ла шундай тығыҙ бәйләнеш урын­лашты, бергә бейештек, йыр­ланыҡ, моңландыҡ. Беҙҙең яҡта “ҡушылып йырлағыҙ” тиһәң, нисек килеп ултыралар, шул кө­йө тороп ҡайта­лар, шуға күрә ихлас ҡабул итеүҙәрен тойоп шат­ландыҡ. “Афарин!” – тип ағай­ҙар ҡысҡыра. Әллә Баш­ҡорт­ос­танда ха­лыҡ концерт­тарҙан ялҡҡан ул, әллә һай­лау мөмкин­леге күп, әллә тамашасы иркәлә­неп киткән, әммә Ырымбур өлкә­һен­дә­ге һымаҡ бындай мөнәсәбәтте һирәк күрәһең.
Үҙебеҙҙең яҡта “афарин” ти­гән һүҙҙе концерт ваҡытында ишеткән юҡ ине әле. Тамаша аҙағында дәртле йырҙарыбыҙ, бейеүҙәр китте, был ауылда бе­рәү ҙә тик ултырманы, һикереп төшөп бейене. Йәш­тәр аҙыраҡ, әлбиттә, ике егет, ҡыҙҙар күҙгә салынды, әммә инәй-апайҙар, ағайҙар күп булды.
Концерт бөткәс, кешеләр ки­леп һөйлә­шеп, үҙҙәренең хис-тойғоһон бүлеште, ә Вәхит Ҡә­ҙер­баев тигән ағай ҡай­тарғыһы килмәйенсә, автобусҡа тиклем оҙатты, яҡын туғандар­ҙай күреп, ҡосаҡлашып һау­бул­лашты. Быларҙы шуның өсөн энәһенән-ебенә тиклем һөйлә­йем, сөнки сит өлкәләрҙә йәшә­гән милләттәштә­ребеҙ, төпкөл ауыл­дарҙа йәшәгән халыҡ мил­ли моңға һыуһаған. Хатта иғлан­дарҙы элеп йөрөгәндә шуға иғти­бар иттем: беҙ­ҙең машина номерындағы төбәк һанын кү­реп, кешеләр ҡул болғай, води­телдәр сигнал биреп, йылмайып иҫән­ләшә. Баш­ҡортостан – ҡай­ҙа йәшә­үебеҙгә ҡарамаҫ­тан, һәр башҡорт өсөн иң изге төйәк! Беҙҙең йөҙҙә ырымбурҙар бөтөн Башҡортостанды сәләмләгәндәй булды!
– Һеҙ бит унда бер нисә ауылда булғанһығыҙ?
– Эйе, Иҫке Хәлилдә лә булдыҡ. Уның икенсе исеме – Байғаҙаҡ. Унда клуб бар, һәйбәт кенә хәлдә, 60-лап кеше килде концертҡа. Әммә тамашаны үт­кә­реү ауыр булды: төп-төҙ һал­дат шикелле ултыралар, ар­лы-бирле генә бейештеләр ҙә, күпме генә тырышһаҡ та, асыл­маған һы­маҡ булдылар. Азатҡа шул хаҡта әйтһәм, ул: “Гөлфиә апай, улар йыр-моңға һыу­һаған, шуға бөртөгөн дә әрәм итмә­йенсә, тыңлап, күңелдәренә һеңдереп ләззәт ала”, – тине.
Ул хаҡлы булып сыҡты, сөнки аҙаҡ ат­ҡа­ҙанған уҡытыусы исе­менә лайыҡ бул­ған 80 йәштән үткән инәй сығып былай тип һөйләп ебәрмәһенме: “Балалар, Баш­ҡортостан еренән килеп, беҙҙе ҡыуан­дырғанығыҙ, дәрт­лән­дереп, те­релт­кәнегеҙ өсөн ҙууур рәхмәт! Һеҙгә шундай фатиха бирәм: Азат балам, йырҙар яҙ, ошо ижадыңды ташлама. Әле һинең йырҙарыңды ишетә­һе, тыңлайһы кешеләр күп. Гөлсәсәк Аҡылова ҡыҙым, һине уҡытыусы тинеләр. Башҡорт балаларын милли рухта тәрбиәлә, яғымлы тауышыңдан һөйөн! Юлдаш Мортазин улым, “Һу­нар­сы”, “Циалковский”, “Игзаков”, “Замана байығы” бейеү­ҙә­рең иҫ китмәле булды бит! Бындай бейеүҙәрҙе тере башҡарыусы һынланды­рыуын күр­гән юҡ ине әле. Шул хәтлем ҡыуандыр­ҙың, рухлан­дырҙың! “Байыҡ” конкурсына бар, беҙ һине күреп тағы ла шатла­ныр­быҙ! Айнур Исҡужин балам, Азат ҡус­тыңды етәкләп алып йөрө­үеңә, ярҙам итеүеңә, үҙең дәртле йырлауыңа рәхмәт! Гөл­фиә ҡыҙым, Азатты ауыр­лыҡ­тарҙан йырып алып сыҡҡа­ның, халыҡҡа йырҙа­рыңды бүләк иткәнең өсөн рәхмәт! Ки­ләсәктә Аллаһ Тәғәлә һиңә ҙур үрҙәр асыр, ҙур исемдәргә өл­гәш­терер! Фәһем­ле эш башла­ғанһығыҙ, балалар, һеҙгә аҡ юл!”– тип телмәр тотоп, беҙҙе таң ҡалдырҙы.
Әлбиттә, Юлдаш Мортазин­дың “Байыҡ”та ансамбль менән бейеп, алтын ситек алыуын да әйттем. Минең хаҡта ни тиер икән, тип үҙемә сират еткәнсе йөрәгем күкрәгемдән килеп сыға яҙҙы. Ошо ауылда ҡасандыр балалар уҡытҡан, тәрбиәләгән абруйлы, саф башҡорт инәйенең уҡыусылары бөгөн дә, моғайын, башҡорт телен онотмай һөйлә­шә­лер, балаларына өйрәтәлер, тигән өмөт менән ҡайттыҡ.
– Бер урыҫ ауылында ла сығыш яһағанһығыҙ икән...
– Яңы Николаевканы әйтә­һегеҙҙер, моғайын! Унда баш­ҡорттар ҙа йәшәй. Татарҙар ҙа бар. Әммә, эйе, урыҫтар күберәк булды. Ауылда клуб, почта, мәктәп бар. Клуб директоры Елена Николаевна әйтеүенсә, башҡортса концерт булғаны ла юҡ шикелле унда. Бәлки, күптән булып, онотҡандарҙыр. Кеше аҙ булды тамашала, әммә ҡумыҙҙа, гармунда уйнауҙы, милли музыканы урындағы халыҡ барыбер үҙ итте. Ҡатын-ҡыҙҙар теҙеле­шеп: “Спасибо!” – тип хуплап оҙатты, октябрь айына тағы саҡырҙылар, залды тултырабыҙ, тинеләр. Шуға күрә хәҙер, Алла бойорһа, про­граммаға, афишаға ҡурай, ҡумыҙ, ағас ҡумыҙ, вьетнам ҡумыҙы, думбыра, дөңгөр, гармун, баян моңда­рын да индереп, араһына баш­ҡорт бейеүе менән бергә уларҙың бейеүҙәрен дә өҫтәргә иҫәп бар. Башҡорт моңонан торған сығышыбыҙҙы яратып ҡалдылар бит, тимәк, киләсәктә лә программаны төр­ләндереп эшләргә кәрәк.
Ә бына Нововоронежский ауылында хәлдәр башҡасараҡ. Унда ике ҡатлы клуб, шунда уҡ китапхана ла урынлашҡан. Һуң­ғыһында мөдир булып башҡорт Рәйлә апай эшләй. Ул: “Баш­ҡортостан артистары беҙгә йыш ҡына килеп тора. Бына яңыраҡ ҡына Ғәзим Ильясов, Венер Абдуллин сығыш яһап ҡайтты”, – тине.
Уларҙа мәктәп бар. Күрше ауылдарҙан да килеп уҡыйҙар икән. Клубтағы музей­ҙың етәк­сеһе Рәзилә Байғусҡарованың “Өләсәйем һандығы” күргәҙмә­һен­дә сел­тәр, француз яулыҡ, кәләбаш, ҡашмау бар. Ул сәсә­ниә Әсмә инәй Усманова теккән Түңгәүер еләне һәм күлдәк хаҡын­да һөйләне, унда тағы ла сигелгән таҫта­мал, ағас һауыт­тар, боронғо беләҙектәр, алҡа­лар, янсыҡ, шәл, ҡурай, ҡумыҙ һаҡ­лана. Хәйбулла районы Ту­рат ауылының шәжәрәһен төҙө­гәндәр, Мөйтәнбей, Үҫәргәнбей, Ҡотлоҡөдәмбей, Ильяс һәм башҡа ир-егеттәр теркәлгән унда.
Рәзилә Фазулла ҡыҙы: “Урын­дағы халыҡ тарихҡа битараф түгел, селтәрҙәр эшләп кейергә теләйҙәр, башҡорттоң үткәне, бөгөнгөһө хаҡында урыҫса ла китаптар булһын ине, тип һо­райҙар. Сөнки халыҡ телде яҡ­шы белһә лә, уҡытыу башҡортса булмағас, күптәре урыҫ телендә үҙ тарихын өйрәнә”, – тине. Шул тиклем уларға ярҙам итеү телә­гем ҙур, шуға китаптар алып барырға ла, телсе, тарихсы уҡы­тыусыларҙы ла киләһе гастрол­дәргә йәлеп итергә ине.
Нарбулат ауылынан баяғы Вәхит Ҡәҙербаев ағай бер машина йәштәр тейәп килеп төштө. “Күпме ҡараһам да, һеҙҙең сы­ғыштарҙы күргем килеп кенә тора, янығыҙҙа 20 йәшкә йәшәр­ҙем”, – тине ул.
Бына шулай йөрәктәр менән йөрәктәр һөйләшкән мәлдәребеҙ күп булды сәфәрҙә. Ахун тигән ауылдан Рәйлә Изигина исемле апай килеп, 35 йәшендә күңе­ленә килгән көй тынғы бирмәүе ха­ҡын­да һөйләп китте. Беҙ уны яҙҙы­рып алдыҡ та, Азат йәһәт кенә баянын ҡулына алып, уйнап та ебәрҙе. Яңы йыр тыуыр тип уйлайым, көйө кү­ңелгә инеп кенә тора.
Ғәйнулла ауылының икенсе исеме – Дүрткүл. Тау колледжы уҡытыусыһы, завуч Хәлил Ибра­һимов менән барҙыҡ, ул студенттар йыя, мин клуб эҙләйем. Урамда күргән кешенән клубты һорашыу – беренсе тапҡыр, сөнки тәү ҡарашҡа нимә ҡайҙа икәнлеге лә аңлашылмай. Клуб юҡ. Һыу алырға сыҡҡан ағайҙан һорашһам, ул бер ни ҙә белмәй. Мәҙәни усаҡтарҙың ҡай­ҙа­лығын хатта белмәүҙәре һис кенә көлкө күренеш түгел. Урам буйлап бара торғас, бер йорттоң ишеге асыҡ тора. Барып инһәм, был мәктәп икән. Бер апай эргә­һендә өс бала һүрәт төшөрөп ултыра. Руфия Маркс ҡыҙы тип таныштырҙы апай. Ауыл­да 2010 йылда мәктәпте япҡандар. 1992 йылдан бында эшләй икән, үҙ күңелдәрен үҙҙәре күреп, бала­ларҙы уҡытып йөрөйҙәр.
Төбәктә был ауылға бөтөнләй иғтибар юҡ, әммә Зәки Вәлиди­ҙең: “Башҡорт­тарым, мосолмандарым, баҡсалағы аҡтамыр ке­үек үҫеп сығырҙар”, – тигән һүҙҙәрен иҫкә алалар бында. Бына бит зыялыларҙың өмөтлө фекере халыҡҡа һәр дәүерҙә лә терәк булып тора.
Ауыл халҡы мал аҫрап көн итә. Концерт тигән нәмәне күп­тән күргәне лә юҡ, әммә йыйылышып килеп еттеләр. Гай, Орск ҡала­ларына барып тамаша ҡы­ла­лар икән, шуға башта иғланды күр­һәләр ҙә, артистар килә ти­гән­гә халыҡ ышанмаған. Руфия апай­ҙан ҡабат-ҡабат шылтыратышып белештеләр. Бәләкәй ге­нә таш­ландыҡ ауыл тип тор­ма­ныҡ, концертты гөрләтеп ҡуйҙыҡ. Халыҡ шул тиклем милли моңға һыуһаған.
Ишкинә ауылында хәлдәр та­ғы ла ҡыҙыҡлыраҡ булды. Клуб мөдире Венера Мөхәммәт ҡыҙы бында биш йыл эшләй икән, мәк­тәп бында 2011 йылда ябылған. Әммә “Йәйғор” ансамбле эшләй. Һабан­туйҙарҙа ҡатнашып, баш­ҡорт милли кейем­дә­рен тектереп кейеп, сығыш яһай­ҙар булып сыҡ­ты. Мәктәптәрендә музей ҙа ойошторғандар. Китапхана эш­ләй. Баян­сылары балаларға йырҙар өйрәткән.
Башта башҡорт өндәрен әйтә лә белмәгәндәр хәҙер рәхәтлә­неп һөйләшә икән. Милли рух­тың барлығы шунда ла сағыла бит ул: бына уларға бит бер кем дә телде, өндәрҙе өйрәтегеҙ тип ултырмаған, ә беләләр, өйрәнә­ләр. Беҙҙә мәктәптәр ҙә етерлек, балалар ҙа бар, ә бына ни өсөн ата-әсәләр туған телде өйрә­неүгә илтифат итмәй икән – бына шул аңлашылмай миңә. Ситтән ҡара­ғанда, республика­быҙҙа эш, ижад өсөн шарттар барлығы һиҙелә: мәктәптәр, клубтар, мәҙә­ни усаҡ­тар күпме, профессияһын яҡшы белгән­дәрҙе әйтеп тә тормайым, ә йәштәр нин­дәй талант­лы. Бары тик эшләргә, ижад итергә генә кәрәк!
Бына ошо ауылда клубты, ис­маһам, йүнәтһәләр, ҡайһылай яҡ­шы булыр ине тип һыҙлан­дым. Венера апай бәләкәс кенә ауыл­дың йәмен, ҡотон һаҡлап тор­ғандай тойолдо миңә. Мәк­тәп­тә уҡыусылар булмаһа ла, музей­ҙы ла ҡарап тора, ансамбль ойош­торған, кәрәк икән, үҙе йыйыштырыусы ла, оператор ҙа.
Ауылда халыҡ концертты бик яратты. Аҙағында, беләһегеҙме, тағы ла кем килеп сыҡты кеше араһынан?
– Әллә баяғы Вәхит ағаймы?
– Эйе, тап үҙе (көлә — авт.). Сәскәләр тотоп, йәнә лә бары­быҙҙы ла тәбрикләп сыҡты. Рәх­мәт инде уға. Күмәкләшеп фото­­ға төшөп, яңынан осрашырға, йы­шы­раҡ моң телендә аралашырға, туған теле­беҙҙе һаҡларға һүҙ ҡуйышып та­ра­­лыш­тыҡ. Ә мин уларға ышанам, сөнки үҙҙәренең тормошон үҙҙәре көйләргә ҡу­йыл­ған кешеләр, киреһенсә, мил­ләтенә лә, теленә лә тоғро була ул! Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Лариса Мәмбәтоваға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ! Әгәр ҙә унан ҙур ярҙам булмаһа, беҙ бер ергә лә сыға алмаҫ инек!
Әйткәндәй, “Юлдаш йыры-2017” республика асыҡ конкурсы­ның финалына үткән Азат Исҡу­жиндың “Әсәйемдең сал сәстә­ре” йыры өсөн 27 сентябрҙең төн уртаһына тиклем тауыш би­рергә була. Һынатмағыҙ, яҡташ­тарым, тип өндәшәм мин һәр райондашыма ла, милләт­тәшемә лә!