Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Илһамлы ижад үрҙәре Алтмышынсы йылдарҙа башҡорт әҙәбиәтенә ҙур бер төркөм йәштәр килде. Айырыуса көслө, үҙаллы һәм үҙенсәлекле төркөм ине ул. Иң мөһиме, кемдәндер шәфҡәт көтөп, кемдеңдер ярҙам ҡулы һуҙыуына ымһынып йөрөүсе түгел, бәлки тормошта һәм ижадта үҙенең хәләл көсө менән һәр төрлө тотҡарлыҡтарға ҡаршы тороп, хыял һәм маҡсатҡа тоғро булып юл ярып барҙы беҙҙең быуын йәштәре. Ошо быуындың сафында талантлы һәм егәрле йәштәшебеҙ Вафа Әхмәҙиев баштан уҡ үҙенең бик күп күркәм сифаттары менән айырылып торҙо.


Вафа Әхмәҙиев менән мин 1961 йылдан ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем йыш ҡына осрашып, аралашып йәшәнем. Тормош юлдарыбыҙ ҙа йәнәш тип әйтерлек барҙы. Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты башҡорт-урыҫ бүлегендә уҡыған йылдар баһалап бөткөһөҙ әһәмиәтле булды. Ул дәүерҙә беҙҙең әҙәби түңәрәк һәр беребеҙ өсөн ысын мәғәнәһендә ижад мәктәбенә әйләнде. Вафа әҙәби түңәрәк эшендә лә, факультеттың ижтимағи тормошонда ла әүҙем ҡатнашты. Түңәрәк ултырыштарында ҡәләмдәштәребеҙҙең ижадын тикшереү, стена гәзитен сығарыу, әленән-әле шиғыр кисәләре үткәреү – был эштәрҙе ойоштороуға беҙ ең һыҙғанып тотона торғайныҡ. Өҫтәүенә республика матбуғатына ла юл ярып алдыҡ: “Совет Башҡортостаны”нда, “Ленинсы”ла шиғыр шәлкемдәре, хатта айырым биттәр ҙә сығара башланыҡ. Вафаларҙың төркөмө, беҙҙең һымаҡ уҡ, беренсе курсты бөтөү менән Архангел районында фольклор практикаһында йөрөп ҡайтты. Яңы уҡыу йылы башланғас та улар “Инйәр буйлап йыр-моң тыңлап” тигән исем менән махсус стена гәзите сығарып элде. Ғәйәт ҡыҙыҡлы халыҡ ижады өлгөләрен – йыр текстары, риүәйәттәр, легендалар йыйып алып ҡайтҡайнылар. Факультетыбыҙҙағы ошондай әүҙем ижади атмосфера һәр беребеҙҙең һәләтен үҫтереү өсөн әйтеп бөткөһөҙ әһәмиәтле булғандыр тип раҫлай алам.
Вафа ла, курсташы Ирек Кинйәбулатов та, Тимер Йосопов та, тыуған ауылдарына ҡайтып йөрөп килһәләр, өр-яңы шиғыр­ҙары менән ҡыуандыра торғайнылар. Бына бер мәлде Вафаның ошондай шиғри юлдарын тыңлап, таң ҡалдым:
Тауҙарға томан урала,
Ҡаялар йоҡомһорай,
Әйтерһең, әсә балаһын
Аҡ юрған менән урай,
Ҡаялар йоҡомһорай.
Миңә, далала үҫкән кешегә, тауҙар тәбиғәтенең был ҡәҙәре йәнле поэтик картинаһы көтөлмәгән бер табыш ине. “Тауҙарға томан урала…” Ябай ғына ла кеүек, әммә дала ерендә таба алыр инеме шағир бындай күренеште? Вафа Әхмәҙиевтең тыуған төйәгенең моңо, ҡабатланмаҫ төҫтәре, шағир йөрәгенең уныңса ғына дәртле тибеше килеп керҙе шул шиғырҙар менән алтмышынсы йылдар йәштәр шиғриәтенә.
Вафа Әхмәҙиевтең ғаиләһен, балаларын, туғандарын белеп-күреп йәшәһәм дә, уның тыуған төйәген әҙип беҙҙең аранан киткәс кенә барып күрергә насип булды. Ишембай районының йор һыулы Егән йылғаһы буйында, тауҙар ҡуйынына һыйынып ултырған Ғүмәр ауылы ул. Ауыл уртаһынан, ҡышын да туңмайынса, шишмәләр ағып ята. Вафаның йөрәгендә хис-тойғо ташҡынын уятҡан, уның рухына ҡанат ҡуйған гүзәл төбәк ул Егән буйҙары, Бүжә тауҙары, тау араларынан үткән урау-урау юлдар. Хәйер, башҡорт әҙәбиәтенә бер генә түгел, ә өс талант эйәһен биргән был Ғүмәр ауылы.
Ҡул арты еңел була Вафа Әхмәҙиевтең: уның артынса Рауил Ниғмәтуллин һәм Салауат Кәрим әҙәби ижад юлын һайлаған. Шуны ла әйтергә кәрәк: ерҙең, тәбиғәттең матур булыуы үҙенән-үҙе генә һәр кемдең күңел матурлығы өсөн гарантия була алмай, әлбиттә. Әммә уйы, моңо, аҡылы булғандарға туған тәбиғәт – бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам сығанағы, мәңгелек шатлыҡ төйәге. Ҙур хыялдар, маҡсаттар, мөҡәддәс тойғоларҙың шишмә башы ла – һинең ана шул изге тыуған йортоң, атай-олатайҙарҙан ҡалған ҡәҙерле мираҫ – ерең, һыуҙарың.
Вафа Исхаҡ улы Әхмәҙиев бына ошо Ғүмәр ауылында 1937 йылдың 5 авгусында донъяға килә. Шунда, “биш бармаҡтай” бишеһе лә бишкә төрләнеп, биш малай үҫә ғаиләлә. Башта тыуған ауылында, артабан Маҡар урта мәктәбендә уҡый Вафа. 1957 – 1960 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1961 – 1966 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университеты студенты. Урал ҡуйынынан киңлектәргә талпынып осҡан бөркөт балаһылай килеп керҙе ул белем, шиғриәт, фән донъяһына. 1968 йылда баҫылып сыҡҡан тәүге шиғри йыйынтығы ла уның “Талпыныу” тип атала ине. Эйе, талпынып, илһамланып аяҡ баҫты Вафа Әхмәҙиев киң ҡоласлы, оло ынтылышлы ижад мөхитенә. 1970 йылда СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантура тамамлап, “ХХ быуат башы башҡорт поэзияһы” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы, шул уҡ институтта ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эшен дауам итте. Ең һыҙғанып, ХХ быуат башы башҡорт әҙәбиәтенең ике томдан торған хрестоматияһын әҙерләүҙә ҡатнашты. Поэзия, проза һәм драматургия әҫәрҙәрен үҙ эсенә алған был ҡалын ике китап 1983 һәм 1984 йылдарҙа донъя күрҙе. Башҡорт әҙәбиәте тарихының уғаса бик аҙ өйрәнелгән өр-яңы дәүерен асыу менән бер ине был томдар. Ә күпме онотолоп ҡалған һәм бөтөнләй билдәһеҙ шағир һәм әҙиптәрҙең исемдәрен, ижади мираҫын халҡыбыҙға ҡайтарып бирҙе Вафа Әхмәҙиев тынғыһыҙ эҙләнеүҙәре менән! Был – ҙур изгелек, ижади ҡаһарманлыҡ.
Бер ыңғай ошо ике томлыҡтың поэзияға арналған беренсе китабына ентекләберәк туҡталып үтеү урынлы булыр. Профессор Ғайса Хөсәйенов редакцияһында сыҡҡан ғәйәт ҙур күләмле китапта шул дәүерҙә ижад иткән ун биш шағирҙың мираҫынан иң яҡшы өлгөләр тупланған, уларҙың һәр береһе тураһында биографик белешмәләр, шиғри текстарҙағы хәҙерге әҙәби телдә ҡулланылмаған һүҙҙәргә аңлатмалар бирелгән. Ғөмүмән, академик баҫмалар өсөн генә характерлы, бик ентекле әҙерләнгән шиғри антология ул.
Ун биш шағирҙың һигеҙе тураһындағы материалдарҙы, шулай уҡ “Революцион поэзия өлгөләре” тигән бүлексәне Вафа Әхмәҙиев әҙерләгән, “ХХ быуат башында башҡорт поэзияһы” тип аталған баш һүҙҙе лә ул яҙған. Проза һәм драматургияға арналған икенсе китапты төҙөүселәрҙең дә береһе ул. Былар барыһы ла – айҙар, йылдар буйы баш ҡалҡытмай эшләү, саң, туҙан баҫҡан архив материалдарын өйрәнеү һөҙөмтәһе, фәнгә, ғилемгә мөкиббән хеҙмәт итеү өлгөһө. Ә бит был антологияларға тупланған ижади мираҫ тулыһынса ғәрәп графикаһында баҫылған йәки ҡулъяҙма көйөнсә һаҡланып ҡалған ҡомартҡыларҙан күсереп алынған.
Вафа дуҫымдың шул осорҙа архивтарҙа эҙләнеүҙәре, табыштары тураһында һөйләгәндәре хәҙер ҙә хәтеремдә. Йәнә килеп, нәҡ шул осорҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәт секторы хеҙмәткәрҙәре Ғайса Хөсәйенов етәкселегендә йыл һайын археографик экспедицияларҙа йөрөнө. Шундай экспедицияларҙың береһе хаҡында мин бер мәлде “Совет Башҡортостаны”нда “Иҫке китаптарығыҙ, ҡулъяҙмаларығыҙ юҡмы?” тигән репортаж баҫтырғайным.
Күпмелер йылдар үткәс, үҙемә лә археографик экспедицияларҙың береһендә йөрөп ҡайтыу мөмкинлеге тейҙе. Вафа, ана шул сәфәрҙәрҙә ҡатнашып, әҙәби мираҫыбыҙҙы байытырҙай ҡомартҡыларҙы йыйыуға тос өлөш индерҙе. Бына, мәҫәлән, 1974 йылда уның Афзал Ҡудаш, Илдус Бүләков менән бергә Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылында Аҡмулланың “Атайыма хат” әҫәренә юлығыуы көтөлмәгән табыш булды. Шул уҡ археографик экспедиция ағзаларына Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылында Сафиулла Рәхмәтуллин исемле билдәһеҙ башҡорт шағирының 1905–1907 йылдарҙағы революция осоронда яҙылған шиғырҙарын тапшыралар. Шундай уҡ экспедицияларҙың береһендә Вафа Әхмәҙиев Әлшәй районы Сураҡай ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәһерйәр сәсән Муллабаев менән осраша. Аҙаҡ уның шиғыр һәм бәйеттәрен “Башҡорт халыҡ ижады” серияһындағы томдарҙың береһенә индереп ебәрә, “Сәсән телле Сәһерйәр” тигән баш һүҙ менән “Совет Башҡортостаны”нда ла баҫтырып сығара. Бындай табыштары күп булды Вафаның.
Алты томдан торған “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”н әҙерләүҙә ҡатнашып, икенсе том өсөн “ХХ быуат башында Башҡортостанда культура һәм әҙәби хәрәкәт”, “Поэзия”, “Проза” бүлектәрен, Закир Һаҙый, Сафуан Яҡшығолов ижадына арналған очерктарҙы яҙҙы Вафа Әхмәҙиев. Уның “Башҡорт поэзияһында традицион образдар”, “Башҡорт әҙәбиәте һәм фәнни-техник революция” тигән күләмле мәҡәләләре милли әҙәби тәнҡит фекеренең иң һәйбәт өлгөләре кимәлендә булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте.
Әҙиптең 1985 йылда донъя күргән әҙәби тәнҡит мәҡәләләре йыйынтығы “Быуындар бәйләнеше” тип атала. Был китап уның әҙәбиәтебеҙ тарихының һәм әҙәби процестың һиҙгер күңелле, тәрән фекерле тикшеренеүсеһе, актуаль темаларҙы күтәреүсе үткер телле тәнҡитсе булғанлығын күрһәтә.
Әҙәбиәт ғилеме һәм әҙәби тәнҡит өлкәһендә төптән егелеп эшләһә лә, Вафа Әхмәҙиевтең илһам ҡанаттары барыбер ҙә шиғриәт ине. Үҙе иҫән саҡта, алда телгә алынған тәүге китабынан тыш, “Күңелемдә – эйәрле ат”, “Һүҙ ҡәҙере” һәм балалар өсөн “Ҡояш апай, сыҡ, сыҡ!” тигән шиғри йыйынтыҡтары донъя күрҙе. Уның шиғри тәржемә өлкәһендә күренекле хеҙмәте – урыҫ шағиры Михаил Воловиктың башҡорт халыҡ ижады өлгөләренә нигеҙләнеп яҙылған “Ерәнсә сәсән” хикәйәте. Әҫәрҙә мәшһүр һүҙ оҫтаһы Ерәнсә сәсәндең күркәм образы һүрәтләнә. Шиғри хикәйәт башҡорт телендә айырым китап булып баҫылып сыҡты һәм әҫәр үҙе лә, уның тәржемәһе лә юғары баһаланды. “Ошондай ҙур күләмле шиғри китапты бер кешенең тәржемә итеүе беҙҙә һирәк күренеш. Минеңсә, был китаптың башҡортса яңғырашында халыҡсанлыҡ тәрәнәйә төшкән, геройҙың яҙмышында, тойоу-фекерләүендә тормош менән бәйләнеш артҡан. Ҡыҫҡаһы, тәржемә һәйбәт шиғри кимәлдә, оҫта тел менән эшләнгән”, – тип яҙҙы был баҫма хаҡында халыҡ шағиры Рауил Бикбаев.
Вафа Әхмәҙиев бар булмышы менән тыуған еренә, туған тауҙарына ғашиҡ шағир ине. “Мин тауҙарҙа тыуҙым, тауҙар мине ҡосағында һөйөп үҫтерҙе”, “Тау балаһы ташҡа таяныр тип, тотонамын Урал ташына”, “Ошо тауҙар түгелме ни мине дауылдарға сыҙар ир иткән” – ниндәй ихлас, күңел түрҙәренән сыҡҡан хис-тойғолар был шиғыр юлдарында! “Мин тауҙарға йырҙар вәғәҙә иттем”, – тип белдерҙе ул, тыуған төйәгенән киткән саҡтағы һағышлы сәғәттәре иҫенә төшкәндә.
Рауил Бикбаев әйткәнсә, “шағир тәбиғәттең телен белде, уның күңелен зирәк тойҙо, бөйөклөгөнә һәр саҡ хайран ҡалып йәшәне”. Тыуған тәбиғәт матурлығын ул төрлө һында, төрлө сифаттарҙа күрҙе:
Эй, тыуған ер! Һинең таңдарыңда
Һаман да шул сабый сафлығы,
Сабыйҙарҙың ихлас йылмайыуы,
Сабыйҙарҙың күңел аҡлығы!..

Ысыҡтарҙы кисеп, моңдар эсеп,
Ҡояш нурҙарына кинәнеп,
Эй йүгерҙем мин дә туғай буйлап…
Бала саҡтарыма әйләнеп…
(“Йәйге таң”)
Оҫта ҡуллы рәссам һымаҡ, һүҙ менән һүрәт төшөрөү, тәбиғәт күренештәрен образлы һынландырыу үрнәге булырҙай бына был “Имсәктау” тигән ҡыҫҡа ғына шиғыр:
Ун һигеҙе тулған ҡыҙҙар кеүек,
Күкрәккәйе тулып,
Имсәктау ята яп-яланғас
Һәм мөһабәт булып.

Имсәктәре – тирткән ҡыҙ күкрәге,
Болоттарҙы тишкән,
Ямғырында лысма күшеккән дә
Ҡояшында бешкән.

Яңы һөттәй томан – мамыҡ юрған
Иңдәрендә уның.
…Эй, тыуған ер, еткән ҡыҙҙар кеүек
Күркәм һинең һының!
Шағир ижадында туған халҡыбыҙҙың рухи донъяһы, заман һәм кешеләр, тормош, йәшәйеш, ғүмер асылы, үткәндәр, бөгөнгө һәм киләсәк тураһында уйла­ныуҙар ғәйәт колоритлы сағылыш таба. Ҡәһәрле һуғыш йылдарында үҫкән бы­уын­дың, илде һаҡлап һәм яҡлап батыр­лыҡтар күрһәткән замандаштарыбыҙҙың образдары “Батыр Ғариф тураһында баллада”, “Йырла әле, Миңлеямал апай” һымаҡ шиғырҙарҙа һынландырылған.
Халыҡ телендәге “Ир-егеттең күкрә­гендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр” тигән әйтем нәҡ Вафа Әхмәҙиевтең фиғеленә тура килә икән дә:
Күңелемдә – эйәрле ат,
Айбарланып киләмен;
Быуаттарҙың йөгөн тартып,
Заман менән еләмен.
(“Күңелемдә – эйәрле ат”)
Вафа Әхмәҙиевтең тыуыуына 50 йыл тулыу айҡанлы 1987 йылда донъя күргән “Мин тауҙарға йырҙар вәғәҙә иттем” тигән йыйынтығы поэтик фекерҙең тәрәнлеге менән аһ иттерерлек “Минең яҙҙарым” тигән шиғыр менән асыла. Әгәр ҙә берәр шиғырҙан торған антология төҙөргә кәрәк булһа, мин Вафаның, моғайын, шул шиғырын һайлап алыр инем. Әҫәрҙең һиммәтен һәм ҡиммәтен билдәләр өсөн уның һәр юлын диҡҡәт менән уҡып сығырға кәрәк. Шиғырҙың бер нисә юлын ғына килтереп үтәйем:
Мин беләмен:
ғүмер мәңгелектең
Ҡабатланмаҫ тик бер һулышы.
Бер һулышы…
Ләкин шул һулышта
Быуаттарҙың йөрәк ҡағышын
Тоямын мин…
Алып киләмен мин
Мәңгелекте дауам иттереп.
Эйе, үҙенең һиҙгер күңеле менән быуаттарҙың йөрәк тибешен, заманалар һулышын, ил һәм халыҡ яҙмышын тойоп ижад итте шағир. Үкенескә, Вафа Әхмәҙиев арабыҙҙан бик иртә китте. Ул 1983 йылдың 20 октябрендә ҡаты ауырыуҙан яҡты донъя менән хушлашты. Башҡорт һүҙ сәнғәте тигән илһамлы донъябыҙҙа уның күп яҡлы һәм үҙенсәлекле әҙәби һәм ғилми мираҫы ҡалды.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ

Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ 23.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

21-23 сентябрҙә Өфөлә III Евразия гуманитар форумы үтте. Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт...

Тотош уҡырға 47

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Силәбелә Ғаилә йылына арналған китап күргәҙмә-сауҙаһын ойоштора
Еңеүсе – Испания ҡыҙы

Еңеүсе – Испания ҡыҙы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсында еңеүсене иғлан иттеләр. Баһалама...

Тотош уҡырға 48

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә?

Милли баҫмаларҙың көсө ниҙә? 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тормошобоҙҙа белем туплау юлдары бихисап. Шуларҙың береһе – гәзит һәм журналдар. Мәғлүм ки, әле...

Тотош уҡырға 64

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала

Үлмәҫбайҙар йәшәй арала 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үлмәҫбай, Василий Теркин... Бөйөк Ватан һуғышы осороноң ҡабатланмаҫ ике геройы. Мостай Кәрим менән...

Тотош уҡырға 48

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү

Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Танылған журналист Нияз Сәлимов тураһында шулай тип әйтһәм, һис тә хата булмаҫ. Исеме бөтә...

Тотош уҡырға 55

Уң ҡулында булыр ҡурайы

Уң ҡулында булыр ҡурайы 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Милли музыка ҡоралының данын арттырыр ир-азаматтарыбыҙ бар. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың...

Тотош уҡырға 40

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк

ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк 21.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек ҡыҙыу бара Конгресс-холда фольклор фестивалдәре һәм традицион...

Тотош уҡырға 57

Бейей-бейей... юбилейға!

Бейей-бейей... юбилейға! 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына ниндәй генә ярыштар ойошторолмай беҙҙә! Шуларҙың иң ҡыҙыҡлыһы һәм...

Тотош уҡырға 65

Көнсығыш моңдары яңғыраны

Көнсығыш моңдары яңғыраны 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Азия халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале уҙҙы. Алтын көҙҙө алтын нурҙарына ҡойондорған...

Тотош уҡырға 63

Йәшәйеш именлеге һаҡсыһы

Йәшәйеш именлеге һаҡсыһы 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тәбиғәт ҡосағында тыуып үҫеп, шул мөхиттең барлыҡ булмышын, йәшәйеш үҙенсәлектәрен белеп-күреп...

Тотош уҡырға 53

Матурлыҡҡа мәҙхиә

Матурлыҡҡа мәҙхиә 19.09.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡорт мәҙәниәте һәм сәнғәте тарихында яҡты йондоҙ булып балҡыған шәхестәр бихисап. Улар араһында...

Тотош уҡырға 63