“Уралым”ды һуҙҙы Айтуған

10-10-2017, 00:15 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
“Уралым”ды һуҙҙы АйтуғанБашҡорттоң халыҡ йырҙары... Ул ниндәй милләт кешеһен генә әсир итмәгән дә кемдәрҙе генә донъяның төрлө тарафтарында дан-шөһрәткә күммәгән! Юҡҡамы ни рус яҙыусыһы Денис Давыдов: “Көйҙәре моңло, һағышлы, оҙон һәм тәбиғи. Йырсыларҙың тауышы саф, яңғырауыҡлы, нәҙек һәм юғары, улар ауыҙ тултырып ҙур асып ҡысҡырып йырламай”, – тип яҙа. “Ишкәксе йыры”, “Күҙ нурым” кеүек йырҙары менән йыр-моң һөйөүселәрҙең күңелен әсир иткән Айтуған Ғәйзуллин күптән түгел Ҡаҙағстанда үткән “I’m a singer Kazakhstan” (“Мин – Ҡаҙағстан артисы”) халыҡ-ара проектында ҙур уңышҡа өлгәште.

Айтуған – Өфө егете. Атаһы – Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, республикабыҙҙың Милли музыка ҡоралдары оркестрына нигеҙ һалған Рәмил Ғәйзуллин кесе йәштән уландарында башҡорт сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләй. Егеттең сәнғәт донъяһындағы оло юлы кескәй еңеүҙәрҙән башлана. Күп абруйлы конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашып, йыш ҡына беренселекте ала. Һигеҙ йәшендә ул Мәскәүҙә уҙғарылған “Роза ветров” халыҡ-ара конкурсында көсөн һынап ҡарай. Милли кейемдәге малайға танылған актер Николай Караченцов та һоҡлана. Халыҡ йырын башҡарып, Айтуған Ғәйзуллин Мәскәүҙән Гран-при яулап ҡайта. Туғыҙынсы класты тамамлағас, егет һис икеләнмәй Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға бара. Вокал буйынса уға педагог Наилә Йосопованан һабаҡ алыу бәхете эләгә. Һәләтле егет дәрестә әйтелгән һәр кәңәште күңеленә һеңдереп, уҡытыусының өмөтөн аҡларға тырыша. Күп тә үтмәй Һамар ҡалаһында уҙғарылған Дельфий уйындарында ҡатнашып, алтын миҙалға лайыҡ була. Билдәле продюсер Лина Арифул­линаның мюзиклында ла ҡатнаша. Халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған егеткә күптәр Мәскәүҙә белем алырға кәңәш итә. Икенсе курстан һуң Айтуған, күп уйлап тормай, Мәскәүгә барып, Гнесиндар исемендәге дәүләт музыка колледжына уҡырға инә. Илебеҙҙең баш ҡалаһында белем алыу — һәр кем өсөн оло мәртәбә.
Был проектта ҡатнашыу өсөн алты илдән өс мең кеше араһынан Айтуғанды һайлап алғандар. Ул Башҡортостандан берҙән-бер кеше була. Яҡташыбыҙ Рәсәй вәкиле булараҡ тәүҙә урыҫ йырын башҡарһа, унан башҡорт халыҡ “Уралым”ды заманса аранжировка оҙатыуында үҙенсәлекле итеп һуҙа. Ысын сәнғәткә тәржемә кәрәкмәй тиеүҙәре хаҡ. Айтуғандың сығышын талапсан жюри һәм тамашасылар алҡышлап оҙата. “Йырҙы тетрәндергес итеп башҡарҙы, уның аша башҡорт халҡының бар тарихы күҙ алдынан үтте”, – тип баһалай улар. Һөҙөмтәлә икенсе тур буйынса Айтуған Ғәйзуллин иң яҡшы башҡарыусы тип табыла. Шулай итеп, Башҡортостан йырсыһы ноябрь- декабрь айында үтәсәк ярымфиналда сығыш яһау бәхетенә лайыҡ була.
Автор: И. ХАҠОВ.